«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠШЫҒА КЕМ ДӘ ЯҠШЫ - ЯМАНҒА ЯҠШЫ БУЛЫП ҠАРА!
+  - 

Сафия Хәбиәхмәт ҡыҙы балалары менән Халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары менән ҡыҙыҡһына башлағандан алып, мине бер нәмә һоҡландыра: ул да булһа, әлегәсә һаҡлана килгән төп сифаттарҙың береһе - рухи ныҡлыҡ. Боронғо картаға күҙ һалһаҡ, төрлө-төрлө милләттәр менән бергә башҡорттар ҙа билдәләнгән. Әммә был карталарҙа урын алған халыҡтар бөгөнгө көндә юҡ: йә йотолған, йә ер йөҙөнән юғалған. Башҡорт йәшәй һәм башҡортлоғон юғалтмай йәшәй. Артабан да йәшәргә тейешбеҙ.
Беҙ әле донъяға үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе фәҡәт рухи азатлыҡҡа ынтылыусы яугир халыҡ булып ҡына танытҡанбыҙ. Һәм, әлбиттә, ҡайһы бер уҙамандарыбыҙ тырышлығы менән сәнғәтебеҙ, ҡымыҙ, солоҡ балы кеүек ризыҡтарыбыҙ ҙа киң танылыу ала. "Урал батыр" эпосының киң майҙан тота башлауы ла ҡыуандыра. Ә күпме ғилем ята халҡыбыҙҙың аҡыл хазинаһында! Башҡорт беренселәрҙән булып металл эшкәрткән, булат ҡылыс ҡойған, борон-борондан шифалы үҫемлектәр серен белгән, дауалау сифатына эйә булған файҙалы ризыҡ менән туҡланған, йән һәм тән сәләмәтлеге өсөн ыңғай йоғонто яһаған тәбиғи музыка ҡоралы - ҡурайҙы уйлап тапҡан, йән дауалау сараһы - оҙон көйҙәр ижад иткән, иртәнге ҡояш нурҙарынан сихәт алған, ҡот ҡайтарған... Йәшәгән төбәгебеҙҙең әүлиәләр иле икәнлеген донъяның дин әһелдәре күптән таный. Һәр халыҡтың ғилеме - халыҡтың үҙендә. Был ғилемде өйрәнеү асҡысы - туған телендә. Беҙгә, ғилемебеҙҙе байҡау асҡысы ҡулыбыҙҙа булған башҡорттарға, уларҙы өйрәнеү, донъя кимәленә башҡорттоҡо итеп танытыу мотлаҡ! Уның өсөн төп шарт - беҙ, милләт булараҡ, йәшәргә һәм үҙебеҙҙең рухи байлығыбыҙҙы башҡорттоҡо итеп мәңгеләштерергә тейешбеҙ.
Халҡыбыҙ рухи ныҡлығын, рухи сәләмәтлеген, сафлығын нисек һаҡланы икән? Ошо һорауҙарға яуап табыу өсөн боронғоларҙың аҡылына күҙ һалырға кәрәк. Ниндәй ауыр мәлдәрҙә лә рухы ҡаҡшамаған халҡым ниндәй аҡыл менән йәшәгән? Гәзитебеҙҙең был рубрикаһында өлкән быуын кешеләренән халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундарын өйрәнеү, йәштәргә еткереү маҡсаты менән буталсыҡ заманда ла юғалып ҡалмаған, бөгөнгө көндә уңыш ҡаҙанған егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың олатай-өләсәйҙәре менән осрашып һөйләшеүҙе йәки балаларының улар тураһындағы хәтирәләре менән танышыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым.


Өфөлә генә түгел, республикабыҙҙа "халыҡ врачы" тигән исеме таралған Мәхмүзә атлы профессорыбыҙ бар. Кем генә белмәй уны! Кем генә уның мәрхәмәтенән файҙаланмай! Ул ярҙамға мохтаж һәр кеше тураһында хәстәрлек күреүҙе, үҙе йәки таныштары аша ярҙам итеүҙе бурысы итеп алған һымаҡ. Кешелә ул тиклем ярҙамсыллыҡ, кешелеклелек, изге күңеллелек ҡайҙан килә? Ғаиләлә ниндәй сифаттар тәрбиәләнгән?
Медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙы Ғәйнуллинаның әсәһе менән осрашып һөйләшкәс, был сифаттарҙың рухи ныҡлыҡтан, үҙ-үҙеңә ныҡ ышаныуҙан, кеше хәленә инә белеүҙән икәнлеген аңланым. Насретдиновтар, йәғни Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙының туғандары араһында ғына ла бер тиҫтә медицина хеҙмәткәре булыу яғынан ғына түгел, бөтөнөһөнөң дә ғәжәп кешелекле һәм ярҙамсыл булыуҙарының да төп сере - рухи ныҡлыҡта, ихтыяр көсөндә, үҙ-үҙеңә ныҡ ышаныуҙа бит! Ә рухи ныҡлыҡтың сере ниҙә? Әлбиттә, был хаҡта үҙҙәренән иң элек әсәй кеше - Сафия Насретдинованан һораштым.
- Рухи ныҡлыҡ нәҫелдән килә. Ике яҡлап та. Атайҙары яғынан да, минең яҡтан да. Шуға бирешмәнек, һынманыҡ. Беҙ бит совет власының "кулак балалары" тип ситкә тибелгән, ҡыйырһытылған үгәйҙәре. Шулай булғас, үҙеңде юғалтмау, был донъяла кем икәнлегеңде раҫлау өсөн көс унлата күберәк кәрәк булды, - тип һөйләп китте ул.
Сафия апайҙың атаһы Хәбиәхмәт Нурғәлиевтың үҙ ҡул көсө менән һалып ингән өс бүлмәле ағас йорто, бер нисә һыйыры, аты була. Колхозға иң беренселәрҙән яҙыла, мал бирә, тәүгеләрҙән булып большевиктар партияһына яҙыла. Әммә Нуриман районы Ишморат ауылынан уны 1932 йылда "кулак" тип һөргөнгә ҡыуалар. Райондан килгән "Шакал" ҡушаматлы ир шөғөлләнә был эш менән. Шулай итеп, Сафияның атаһы Хәбиәхмәтте Силәбе өлкәһенә эшкә ебәрәләр, ә ҡатыны Кафияны алтынсы балаһына ғоманлы көйө мунсаға ҡыуып сығаралар. Йорт-ҡуралағы бөтөн нәмәләрен, хатта йәмкәләренә тиклем тартып алалар. Кафия алтынсы балаһын мунсала таба. Ул баланың кендек инәһе Сиҙиҡа исемле ҡатын мөләйем, ипле, әҙәпле була. Шуға ла ниндәй кәртәләр аша бында килеп етеүен Кафияға өндәшмәй. Баланы тыныс ҡына ҡабул итә. Иҫке-моҫҡонан йүргәктәр әтмәлләй, әммә бик һаҡ ҡылана, аҙ ғына тауыш та уны шомға һала, тик йәш балаһын ҡулына алған Кафияға өҫтәмә борсолоуҙар тыуҙырмаҫ өсөн бер ни ҙә һиҙҙермәй. Баҡһаң, ул саҡтағы колхоз рәйесе, Хәбиәхмәттең яҡшы атын атланып йөрөһә лә, Кафия янына барыуҙы тыйған икән. Ул ғына ла түгел, иң беренселәрҙән булып һыйырын етәкләп, колхозға тапшырған был ғаиләгә тәғәм ризыҡ бирмәҫкә, һөт алып бармаҫҡа, тип, ауылдаштарын саҡыртып иҫкәртә йөрөгән. "Мин батрак" тип күкрәк һуғып, ялҡаулыҡты маҡтаныу итеп алған замандарҙа, Хәбиәхмәттең ярҙамын байтаҡ ҡына күргән был әҙәм шулай ҡайтара изгелек хаҡын. Әммә башҡалар йәшерен-боҫорон ғына ярҙам итәләр Кафияға. Кафия сабыйын алты йәшлек Сафияға ҡалдырып, үҙе эшкә йөрөй. Ә өлкән ир балалары Исламғол менән Исламетдин йомран ояһынан ашлыҡ йыя. Уларға Алмас исемле эттәре ныҡ ярҙам итә. Ул йомран оялары табыша. Һәр йомран ояһы оло табышҡа әйләнә. Ҡыш көндәре эт ҡуян тота. Малайҙар әсәйҙәрен тынысландыра: "Әсәй, этебеҙ генә иҫән булһын, астан үлмәбеҙ", - тиҙәр.
Хәбиәхмәт, йыл да үтмәй, төндә бер кемгә лә һиҙҙермәй генә килеп, ғаиләһен Ашаға күсереп алып китә. "Кулак эттәрен мәкегә тултырырға кәрәк булған", - тип ҡоторона колхоз рәйесе был хәлде ишеткәс. "Был тиклем ҡоторонорға бер кем дә ҡушмай бит уға, үҙенән-үҙе шулай яуыз кеше инде. Кешенең эсе тулы яуызлыҡ булһа, үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Аҡ янына - аҡ, ҡара янына ҡара эркелә бара. Бөгөн былаймын, тип маһайырға ярамай. Бөгөндөң иртәгәһе бар. Берәү ҙә аумаҫ ҡалпаҡ кеймәгән, балалар. Байлыҡ та, вазифа ла мәңгелек түгел", - ти Кафия балаларына. Ире килеп алып киткәс, үҙен ожмахтағылай хис итә ул. Хәбиәхмәт Аша ҡасабаһында химия заводында бик тырышып эшләй. Ғаиләһен бағырлыҡ эш хаҡы ала, Кафия бик оҫта хужабикә була. Матур йәшәп китәләр, тик Башҡортостанды һағынып, кире ҡайталар. Әммә Хәбиәхмәттең колхоз рәйесенә нәфрәте көслө була, күрше ауылға ҡайта. Аҙ ғына ваҡыт эсендә бынамын тигән итеп донъяһын ҡороп ала.
Илебеҙҙә ун миллион иң-иңдәрҙе "аҡтар" тип, тағы тиҫтә йылдан һуң дин әһелдәрен - коммунистарҙың дошманы, тип, унан һуң ауыл хужалығы белгестәрен - кулак тип Себергә ебәреп бөткәндән һуң, сәйәсәт тә, ауыл хужалығы ла ныҡ ҡаҡшай, "аҡылдарыбыҙ" башҡа илдәргә хеҙмәт итә. Ә илдә халыҡ дошманы балаһы, кулак балаһы, мулла балаһы, туғаны аҡтарҙа хеҙмәт иткән, тип бынамын тигән һәләтле балаларҙы, яңы тормош юлына баҫҡан йәштәрҙе ҡыйырһытыу, уҡыуҙан ҡыуыу, комсомолға алмау кеүек алым менән рух һындырыу сәйәсәте алып барыла.
Кулак Хәбиәхмәттең ҡыҙы Сафияға ла аҙым һайын татырға тура килә был сәйәсәт һипкенен. Үҙе йәшәгән ауылда ғына түгел, хатта тирә-яҡтағылар ҙа "ҡоро ҡалмай". Нуриман районының Яңы күл ауылына килен булып төшкәс, ире Кәлимулла менән еләккә сығалар. Шунда ауылдан берәү: "Йөрөмәгеҙ сабынлыҡ тапап, бында кулак ере юҡ", - тип, төртмә телләнеп үтеп китә. Ул ғына ла түгел, хатта йылдар үтеп, үҙ балалары була башлағас та, ул осор өсөн иң яман "кулак балаһы" тигән һүҙ онотолмай. Урамға балалар менән уйнарға сыҡҡан саҡтарында: "Әсәйең кулак балаһы", - тип, уйнатмай, ҡыуып ҡайтаралар балаларҙы. Имеш, байлыҡ - ул социалистик ҡоролош өсөн ят күренеш, кеше ярлы йәшәргә тейеш. Ярлылыҡ - йәшәү рәүеше. Сталиндың бер генә шинеле булған, Ленин хатта ҡаты ауырыған сағында ла үҙенә тәғәйен шоколадты балаларға ебәрткән. Уҡырға ингәндә - атаһының батрак булыуы, вазифалы урынға дәғүә иткәндә - хеҙмәт юлын ҡара эшсе булып башлау байраҡ итеп иң алда елпелдәтелгән замандар ине. Сафияның балалары ни өсөн ҡыйырһытылғанлыҡтарын да аңлап етмәй, тик "кулак" тигән һүҙҙең бик яман икәнлеген, әсәләренең яман кеше балаһы булыуын ғына аңлайҙар. "Әсәй, кем ул кулак?" тигән һорауға нимә тип яуап бирһен Сафия? Ер эшен һәйбәт белгән, үҙ ҡул көсө менән донъяһын бөтәйткән, ғаиләһен матур баҡҡан, арымай-талмай эшләп мал тапҡан, йоҡо һимертеп ятмаған, етеш йәшәгән, әммә сереп байымаған кеше кулак була, типме? Улай тиһәң, ни эшләп "кулак - дошман" тиҙәр, тип аптырар бала. Бала түгел, өлкән кешене аптыратырлыҡ, аңға һыймаҫ хәлдәр әле лә уйылып китерлек уйҙарға һала.
Ә ошондай аңға һыймаҫ хәлдәрҙе нисек теләнеләр, үҙ файҙаларына нисек кәрәк - шулай аңлаттылар халыҡҡа. "Ҡайғырма, әсәһе, бер йыл тартай һимерә, икенсе йыл - бүҙәнә", - тигән Сафияның атаһы йыуаныр-йыуатыр һүҙҙәр эҙләгәндә. Заманалар алмашынды, кемдең кем икәнлеге асыҡланды. Әммә яралар тәрән. Кимне-кимне иҫкә төшөп, һаман һыҙлай. Алты йәшендә күршеләренә һөт һорарға инеп, буш көрөшкә тотоп илай-илай сығып киткәнен, бәләкәй һылыуым үлә инде хәҙер, тип һығылып-һығылып илағанын әле лә иҫләй ҙә... "Ҡыҙың профессор бит, әсәйем ҡаты ауырый", - тип, ярҙам һорарға килгәс, атаһының һүҙҙәре иҫенә төшә. Бер йыл тартай һимерә, бер йыл - бүҙәнә... "Мәхмүзә ҡыҙым, ауырһынмай ғына ярҙам ит инде", - ти ҡыҙына. Мәхмүзәнең аптыраулы ҡарашынан барыһын да аңлап: "Уларҙың ни ғәйебе?" - тигәндәй, ҡарашы менән генә яуап бирә. Мәхмүзә лә төрлө һылтауҙар табып, ярҙамдан баш тарта ала ла бит... Юҡ, улар икенсе тәрбиә алғандар шул. "Күңелегеҙ ныҡ булһын, тик ҡаты булмаһын!" - тип ҡабатлай уларға өлкәндәр Хәбиәхмәт уҙамандың аманатын.
Хәйер, ҡасандыр уларҙы кулак тип рәнйетеүселәрҙең балаларының тормошон күрә йөрөйҙәр, уларҙың береһе лә ниндәйҙер бейек үргә өлгәшә алманылар, киреһенсә, меҫкенләнеп йәшәгәндәре бар араларында.
- Хоҙай үҙе күрә, үҙе тигеҙләй, балам. Унан өҫтөн булырға ярамай. Яманлыҡ бөлдөрә, яҡшылыҡ тун кейҙерә. Яҡшылыҡ менән еңегеҙ. Күңелегеҙҙе яҡшы нурҙар ғына балҡытып торһон, - тип өйрәтә Сафия ла балаларына.
- Әсәй, улар көслө саҡтарында һинән көлгәндәр, кәмһеткәндәр. Ә һин уларға бөтөнләй рәнйемәйһеңме ни?
- Әрнеһәм, әрненем. Әммә рәнйемәнем. Һеҙ ҙә бер ваҡытта ла кешегә рәнйемәгеҙ, рәнйеш төшә. Кеше таш менән атһа ла аш менән атығыҙ. Яҡшыға кем дә яҡшы. Уға аҡыл кәрәкмәй. Ә һин яманға яҡшы бул. Ана шул аҡыл була. Изгелек бер ваҡытта ла ерҙә ятып ҡалмай... - ниндәй ауырлыҡтар үткәрһә лә рух юғарылығын да, кеше булып йәшәү бәҫен дә юғалтмаған атаһынан ҡалған һабаҡты балаларына шулай тапшыра Сафия. Атаһының башҡа һабаҡтарын да ул һәр саҡ иҫтә тота. "Күңелегеҙ ҡаты булмаһын, ныҡ булһын. Күңеле ҡаты кеше үҙен бөлдөрә, күңеле ныҡ кеше бер нәмәгә лә бирешмәй, маҡсатына елдерә. Бына мине лә үлтерергә теләнеләр - үлмәнем, хәйерсе хәленә ҡалдырырға теләнеләр - яңынан бауыр ҡалҡыттым, балаларыма юғары уҡыу йорттарының ишеген ябырға теләнеләр - баштары эшләгәс, ҡандарында зирәклек һаҡланғас, күңелдәре ныҡ булғас, бер ни ҙә ҡыла алманылар. Мыҫҡылларға теләнеләр - әлеге лә баяғы күңел ныҡлығы ҡотҡарҙы. Ғорурлығымды ла, бәҫемде лә төшөрә алманылар. Атай-олатайҙарҙан ҡалған ныҡлыҡ ул. Атайым: "Көлгә күмһәләр, көлөп килеп сыҡ, балсыҡҡа батырһалар - балҡып килеп ҡалҡ", - ти торғайны", - тип, атаһынан ҡалған аҡылды ул үҙ балаларына һүҙ менән дә, өлгөһө менән дә һеңдерә.
Күңелегеҙ ҡаты булмаһын, ныҡ булһын. Быуындан-быуынға күсә килә ошо аҡыл. Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙының һоҡланырлыҡ ҡына түгел, аптырарлыҡ ярҙамсыллығының шишмә башы бына ҡайҙарҙан башлана икән! Шулай күсә халыҡ аҡылы. 1995 йылда Сафия Насретдинова атаһының исемен аҡлай. Әммә туғандары, яҡындары, дуҫ-иштәре өсөн Хәбиәхмәт бер ваҡытта ла халыҡ дошманы булманы. Ә балалары, ейәндәре, бүләләренең булмыштарында, йәшәйештәрендә, хәтерҙәрендә уға бер ваҡытта ла ҡара төшөрөлмәне, һәр саҡ аҡ булып ҡалды.
Профессор Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙының атаһы яғынан килгән ғилемлек тураһында ла ауыҙ тултырып һөйләрлек һабаҡтары бихисап. Насретдиновтарҙа табиптарҙың күп булыуында Кәлимулланың әсәһе Зөбәйҙәнең йоғонтоһо ҙурҙыр. Ул һәр үләндең атамаһын, тәғәйенләнешен белә. Ниндәй ауырыуҙан ниндәй үлән менән дауаларға икәнлеген ҡайҙан белгәндер, ҡайҙан өйрәнгәндер?
- Мине урманға алып сыға ла көн һайын бер нисә үлән тураһында шул тиклем ентекләп, тәфсирләп һөйләй торғайны... - тип иҫләй Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙы. - Үҙе минең ыңғайға аҡрын ғына атлай. Йыя бара, һөйләй бара. Ҡайтҡас, киптерергә һала. Унда ла үҙе белгәндәрен өйрәтә. Киптергәндән һуң, бәләкәй генә тоҡсайҙарға һалып, һандығына урынлаштыра. Ҡыш көндәре ул һандыҡтан йәйге хуш еҫ аңҡып китә торғайны. Айыу үте лә була торғайны уның. Тик бик бәләкәй инем шул. Дауалау ысулдарын отоп ҡала алмағанмын. Ул фани донъянан киткәндә, миңә ун йәш кенә ине. Шуныһы ғәжәп, уның телмәре мәҡәл, шиғыр, хатта таҡмаҡтарһыҙ булманы. Беҙгә лә ятлата ине. Ятлағыҙ, зиһенегеҙ яҡтырыр, күнекмә лә булыр, ти торғайны. Ейән-ейәнсәрҙәрен бик ярата ине, уларға әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр һөйләне. "Сепрәк-сапраҡ бол түгел, ашауҙан йәлләмәгеҙ, ғилемгә ынтылығыҙ. Ризыҡты тәмле итеп әҙерләгеҙ, ауыҙ тәмен ебәреп, ары-бире ашамағыҙ. Ашау - һаулыҡ бит ул. Сит-яттарҙы үҙем тимә, сереңде ситтәргә асма, көлдөрөп ултырһа ла бөлдөрөүе ихтимал, үҙеңдеке ҡаты әйтһә лә яҡшыға әйтер. Кеше иң ауыр сағында туғанға арҡалана. Туғандан ситләшмәгеҙ", тигән аҡылды һеңдерҙе ул беҙгә. Ҡаҡса ғына кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле, хатта егәрле булды атайымдың әсәһе. Бәләкәй саҡта, илап ебәргән осраҡтар булғандыр инде. Ҡарап тора ла: "Көлгәндә генә түгел, илағанда ла ихлас булығыҙ. Ихласлыҡ юғалған ерҙә ялған башлана", - ти торғайны.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

Шулай итеп...
Был рубрикала ниндәй һабаҡтар тураһында һөйләнеләсәк икәнен аңлағанһыңдыр, уҡыусым. Уҡып сыҡҡас, һинең күңелдә лә атайың, әсәйең, олатай-өләсәйҙәрең нәсихәттәре, өйрәткәндәре, һабаҡтары тураһындағы хәтирә баҙлап киткәндер. Аҙаҡҡа ҡалдырмай, хәтереңдәгеләрҙе аҡ ҡағыҙ битенә сыймаҡлай һал, зинһар. Халҡыбыҙ аҡылы, тәрбиә ҡанундары тураһындағы китапты бергәләп яҙайыҡ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.14 | Ҡаралған: 1766

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru