Халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары менән ҡыҙыҡһына башлағандан алып, мине бер нәмә һоҡландыра: ул да булһа, әлегәсә һаҡлана килгән төп сифаттарҙың береһе - рухи ныҡлыҡ. Халҡыбыҙ рухи ныҡлығын, рухи сәләмәтлеген, сафлығын нисек һаҡланы икән? Ошо һорауҙарға яуап табыу өсөн боронғоларҙың аҡылына күҙ һалырға кәрәк. Ниндәй генә ауыр мәлдәрҙә лә рухы ҡаҡшамаған халҡым ниндәй аҡыл менән йәшәгән икән? Гәзитебеҙҙең был рубрикаһындағы сығыштар ошо һорауға яуап бирергә тейеш тә инде. Был юлы ғаиләһендә халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундарын ныҡ һаҡлаған, балаларын шул рухта тәрбиәләгән, хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күскән ир уҙаманы, сикһеҙ илһөйәр Рәфҡәт ХӘЙРЕТДИНОВтан ишеткән хәтирәләрем менән уртаҡлашмаҡсымын.
Ауылыбыҙҙың тарҡалыуы
Күгәрсен районындағы Башҡорт Бөркөтө тигән гөрләп торған ауылыбыҙ Никита Хрущев етәкселек иткән йылдарҙағы сәйәсәт һөҙөмтәһендә, ул ғына ла түгел, ул саҡтағы урындағы етәкселәрҙең ашығыс, уйламай-нитмәй хәл итеүҙәре арҡаһында күҙ асып йомған арала тарҡала башланы.
Беҙ китһәк, быуаттар буйы кеше күңеленә йылылыҡ һирпеп торған ауылдың үҙе лә, ғәжәп матур исеме лә юҡҡа сығасаҡ, балаларыбыҙҙың күңел һыйыныр төбәге лә ҡалмаясаҡ. Китмәйек беҙ бынан, тип, бер туған һеңлем Венера, мин, Мәрзиә менән Сәғит Ҡотлобаевтар нигеҙебеҙҙе һыуытмай тороп ҡалдыҡ. Туҡһан йәштән уҙып киттем инде, әммә тыуған төйәгемде ташламаным. Был нигеҙ урынын балаларым үҙ балаларына күңел һыйыныр төйәк итеп тотор, тип ышанам.
Башҡорт Бөркөтө тигән ауыл кемгә ҡамасауланы икән? Бер генә лә "киләсәкһеҙ" тип әйтерлек урыны юҡ. Ул йылға, ул уңдырышлы ер, һәр ваҡыт еләҫ ел иҫеп тороуы үҙе генә ни тора! Ә ҡоштарҙың түгелеп-түгелеп һайрауы! Магазины менән мәктәбен япһаң, әллә ниндәй ауылдарың да, ҡасабаларың да бөтөр. Мин колхоз рәйесе булған саҡта, ошо бәләкәй генә ауылда күпме мал, күпме умарта булды. Хөкүмәткә күпме тапшыра торғайныҡ. Ере уңдырышлы, ике яҡтан шишмәләр ҡушылғандан бар булған Оҙон шишмә йылғаһы иҫ китмәле еләҫлек бирә. Ни сәсһәң, шул үҫте. Халҡы эшсән, татыу булды. Өй һайын етешәр-унар бала баҡтылар. Кистәрен ауыл йәштәре гөрләтеп уйынға сығырҙар ине. Ҡайынлыҡта уйнай-уйнайҙар ҙа, ауыл көйөн йырлап, урам буйлап үтәләр ине. Ошолар барыһы ла емерелде. Ауыл күрке ус менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Өлкәндәр мәктәбе, өлкәндәр тәжрибәһе, кешенең күңел донъяһы бөтөнләй иҫәпкә алынманы. Кеше яҙмышы ботарлана. Йорт күсереү, ауыл бөтөрөү - өлкәндәр өсөн оло хәсрәт. Ҡарт ағасты урынынан ҡуҙғатһаң, яңынан тамыр ебәрә алмай. Сит ауылға күсеп киткән тиҫтерҙәремдең береһе лә ҡалманы. Рәхмәт балаларыма, мине ирекһеҙләмәнеләр. Башҡалар ҙа быны иҫкә алһындар ине, ауылда йәшәгән өлкәндәрҙе мөмкин тиклем ҡуҙғатмаһындар, йышыраҡ ҡайтһындар, бергә йыйылып, оло байрам ҡорһондар. Ололар тәжрибәһен өйрәнһендәр ине... Ауылдарҙы бөтөрөү - халҡыбыҙ өсөн оло юғалтыу. Кеше яҙмышын ғына түгел, халыҡ яҙмышын ботарлау ул.
Һуғыш ауырлығын да татыныҡ
Һуғыш ауырлығы ирҙәр иңенә генә түгел, тылда ҡатындарыбыҙ елкәһенә лә төштө бит. "Беҙҙең баш осонда пулялар һыҙғырманы. Башҡаһына сыҙап булды", - тип кенә ҡуя ине Хәзирәм дә. Ә уның күргәндәрен хәтергә алһам, әле лә табандарым зымбырлап китә.
Ә хәл былай була. 1942 йылда, мин фронтҡа киткәс, бер нисә ҡатын-ҡыҙҙы, шул иҫәптән Хәзирәне лә район хәрби комиссариатында бер аҙ уҡырға йөрөтөп, хәрби билет тапшырғандар. 1944 йылда тағы саҡырып алып, хәрби бурыстың ниҙән ғибәрәт булыуын, уларҙың ни эшләргә тейешлеген аңлатҡандар. Баҡһаң, фашистарҙан азат ителгән Украинаға улар Башҡортостандан мал ҡыуып алып барырға тейеш булған! Хәҙер уйлап ҡараһаң, уйылып китерлек бит! Башҡортостан еренән нисә саҡырымдар араға 17-18 йәшлек ҡыҙҙар мал ҡыуып барһын әле! Йәйәүләп, аслы-туҡлы... Үҙеңә ашарға, малды ашатырға, һыу эсерергә... 106 баш һыйыр малы, шул иҫәптән нәҫел башмаҡтары, бер нисә үгеҙ, юлда һауып эсер өсөн 3 һауын һыйыр туплап алғандар. Дүрт еткән ҡыҙ, ике үҫмер малай. Әбсәләм (Сәйетҡол) ауылынан - Закира, Мораҡтан - Надя, Новохвалынскиҙан Клавдия исемле ҡыҙҙар ҙа, Мораҡтан Павел һәм Петя исемле малайҙар. Ул үҫмер малайҙарҙың нисә йәштә булыуын, аң кимәленең самаһын уйлап ҡараһам, әле лә күҙҙән йәш атылып сыға. "Айҙан ашыу ваҡыт килдек Мәскәү тирәһенә. Ҡот осҡос һуғыш үткән ерҙәр. Емерек өйҙәр, бомба шартлаған соҡорҙар, янып көл-күмергә әйләнгән ауылдар, аунап ятҡан танктар. Иламай саҡ киләбеҙ. Ә мал ҡыуышып килгән үҫмер малайҙарыбыҙ емерек танктарға, пушкаларға менеп, гильзалар йыйып, һуғыш уйнайҙар, һыйырҙар онотолдо. Уларға ни, ҡыҙыҡ. Иң уйнар саҡтары. Тыйып алып булмай. Ярай әле, Егор исемле ветфельдшер бар ине, уларҙы аҙ-маҙ тыңлата алды. Тик Егорҙы икенсе көтөүгә ала ла китәләр, бушамай. Белорет яғынан да беҙҙең кеүек мал ҡыуып килгәндәрҙең бер малайы граната табып шартлатып, үҙе лә һәләк булғанын ишеткәс кенә бер аҙ баҫылдылар", - тип һөйләгән Хәзирәм бер журналисҡа. Айҙар буйы яланаяҡлап атлағандар. Көҙ етеп, ер һыуына башлағас ҡына аяҡтарына сабата кейеп алғандар. Тик оҙаҡҡа түҙәме һуң инде йүкә сабата! Сабаталары туҙғас, ни тапһалар, шуны аяҡтарына урап атлап маташҡандар. "Был аяҡтар эшкинерме икән?" - тип, ыуалап-ыуалап алабыҙ ҙа тағы китәбеҙ", - тип иҫенә төшөргөләй ине һыҙланған саҡтарында. Чкалов (хәҙерге Ырымбур) - Саратов - Сталинград (хәҙер Волгоград) - Воронеж - Харьков маршруты буйынса ҡыуғандар малды.
Сабырлыҡ ҡына түгел, ҡыйыулыҡ та, саялыҡ та булған Хәзирәлә. "Бер саҡ оло юл аша сығып, Харьков яғына боролорға кәрәк булды. Әммә оло юлдан туҡтауһыҙ машиналар ағыла. Фронтовиктар ҡайтҡан мәл. Оло бер ташҡын кеүек. Осо-ҡырыйы юҡ. Юл ҡырлатып ҡыуабыҙ көтөүҙе. Берәй өҙөгө булыр, шул саҡ малды теге яҡҡа алып сығырбыҙ, тигән өмөт һүрелде. Мал ас. Беҙҙән алда үтеп киткән көтөү үләнде һыпырып-ҡырып ашап бөткән. Түҙмәнем. Оло юлға сыҡтым да, ишаралап, ҡул болғап, машиналарҙы туҡтата башланым. Туҡтанылар. Әммә хәрәкәт быуылды. Китте ҡысҡырыш. Мин әхирәттәремә ҡул болғайым. "Тиҙерәк булығыҙ, ҡыуа һалығыҙ малды!" тием. Ә үҙем машина юлынан китмәйем. Эргә-тирәләге кешеләр ҙә ярҙамға килде, малдарҙы ҡыуыша башланы. Башҡа көтөүселәр ҙә көтөүҙәрен ашыҡтырып сығара башланы.
Шулай беҙҙең һөйөү утта ла, һыуҙа ла сыныҡты. Беҙ өйләнешеп ярты йыл ғына йәшәгәс башланды шул һуғыш. Фронтҡа беренселәрҙән булып киттем. Төньяҡ Флоттың диңгеҙ пехотаһында десантсы булып хеҙмәт иттем. Егерме биштә ун ете йәшлек ҡыҙҙы кәләш итеп алып, ярты йыл да йәшәмәй, фронтҡа кит инде! Хәзирәмде шул тиклем һағына инем, ул саҡтағы үҙәк өҙөлөүен әле лә тоям. Шул саҡ аңланым: ауыртыуҙарға теш ҡыҫып булһа ла түҙеп була, йөрәк һыҙлауҙарын бер нисек тә баҫып булмай... Ауылды күсерә башлағас та ошо һағыштың ҡабатланыуын тойҙом мин. Тыуған, йәшәгән ауыл да әҙәм тамыры менән тоташ бит... Кешенең һәр саҡ күңел һыйыныр төбәге булырға тейеш. Йылы хәтирәләр төбәге...
Балаларым
Матур йәшәнек. Балаларыбыҙ һөйөү нуры солғанышында үҫте. Балалар өсөн һөйөү нуры - тереклеккә, үҫентеләргә ҡояш нуры һымаҡ. Баланы тәрбиәләйем, тип, туҡтауһыҙ өгөт-нөсихәт биреп, теңкәһенә тейеү ярамай. Күңел йылылығы бир, ярат. Хәзирәм шулай итте. Балаларҙы әпәүләп ултырманы. Яратты ла, эшкә лә өйрәтте. Үҙебеҙ өлгө булып алдан йөрөнөк. Балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уяттыҡ. Хеҙмәтте яза итмәнек. Ялыҡҡансы эшләтмәнек. Башлаған эштәрен матур итеп тамамлап ҡуйыуҙарын талап иттек. Хәҙер бына иҫкә төшөрәм дә Хәзирәнең аҡылына хайран ҡалам. Мин үҙем өйҙә һирәк булдым. Колхозда рәйес тә булдым, агроном булып та эшләнем. Һәр хәлдә, һары таңдан ҡара төнгә тиклем баҫыуҙа булынды. Балалар һәр ваҡыт әсәй менән. Дәрес әҙерләтеү, кейем рәтләү, ашауҙарын хәстәрләү. Күрше ауылға йөрөп уҡынылар. Ҡышҡы ҡыҫҡа көндәрҙә бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем йөрөрҙәр ине. Хәзирә кистән үк сыраҡ әҙерләп ҡуя. Оҙон таяҡ осона кәрәсинле сепрәк йәки ыҫмалалы сүбәк урай ҙа мәктәпкә китер саҡта тоҡандырып бирә. Иң алда барғаны юл яҡтырта. Илау ҙа, мыжыу ҙа, киреләнеү ҙә юҡ. Һәүетемсә тыныс ҡына сығып китәләр ине. Тыныс холҡло булды Хәзирә. Көләс йөҙлө. Асыулы сағын, һөмһөрө ҡойолоп, балаларға ҡысҡырып өндәшкәнен хәтерләмәйем. Кешелә бар нәмә лә нисек сама менән генә була икән? Ана шул сама менән йәшәү аҡылдыр ҙа инде. Хәзирә аҡыл менән йәшәне. Үҙебеҙҙең умарталыҡ булды. Бал уңыр булһа, эй ҡыуаныр ине. Йүкә балы - баҙарҙа иң үтемле тауар. Арбаға бал тейәп алабыҙ ҙа Троицк баҙарына китәбеҙ. Уңышлы ғына һатып бөтөп, ҡулға аҡсаһын алғас, Хәзирәм йылмая-йылмая йөрөй баҙар буйлап. Балаларға кейем ала. Һәр балаға таман ғына яратып кейерлекте ала торғайны. Ҡайҙан белеп алғандыр. Ә улар бит етәү ине беҙҙең! Үҙе юл буйы шулай тип һөйләнә: "Эй, Ильясым ҡыуаныр инде! Ул бит ҡыуанысын әллә ни һиҙҙереп бармай, йөҙөнөң балҡып китеүенән генә тойоп була. Булатым һирпелеп кенә ҡарап алыр ҙа кейемен тотоп төпкө бүлмәгә инеп китер. Тәлғәт кейемен ҡосаҡлап алыр ҙа яңы алып ҡайтҡан китаптарҙы аҡтара башлар. Наиләм, яңы кейем алғас, ҡыуанысынан һикереп төшһә лә, үҙегеҙгә алмағас, мин дә кеймәйем, тип киреләнеп алыр. Нәфисәм баҫалҡы ғына йылмайып ҡуйыр. Фәниәм бейеп китер хатта. Әнисәм рәхмәтен дә әйтә алмай, ҡояштай балҡып йылмайып тик торор..." Шулайтып, юл буйы ҡыуана-ҡыуана килә Хәзирәм. Ҡайтып ингәс, тап ул күҙ алдына килтергәнсә була.
Бәхетле булырға бал ҡорттарынан өйрәндем
Бәхетте кеше үҙе ҡоя. Эшсәнлек - ул үҙе оло бәхет. Быны мин бал ҡорттарынан өйрәндем. Умартасылыҡ эшен бик тә яраттым. Атай-олатайҙарҙан ҡалған был һөнәрҙе ғүмеремдең һуңғы йылдарына тиклем ихлас башҡарҙым.
Бәләкәй генә, бик эшсән, бик аҡыллы бал ҡорттарына эшсәнлектә тиңләшерлек йән эйәһе юҡтыр. Эшсәнлеге яғынан ҡырмыҫҡалар, бәлки, уларҙан ҡалышмайҙыр. Ә бына татыулыҡтары ғәжәпкә ҡалдыра. Улар бер-береһен шул тиклем яҡшы аңлай, тоя. Тойоп аңлау һәләтенә мин уларҙан өйрәндем.
Бал ҡорттарын тәбиғи йәшәү шарттарынан айырмаҫҡа кәрәк, фәҡәт шул шарттарын камиллаштырырға һәм таҙа тоторға кәрәк. Ғөмүмән, тәбиғилеккә бер ни ҙә етмәй. Тәбиғилек тигән төшөнсә кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә лә ҡағыла. Беҙҙең дә Хәзирәм менән мөнәсәбәтебеҙ бик тәбиғи булды - беҙ һүҙ менән аңлашыуға ҡарағанда, күберәк бер-беребеҙҙе тойоп аңлай инек: ҡараштан, ым-ишаранан, ярты һүҙҙән. Бер ваҡытта ла бер һүҙҙе ике тапҡыр ҡабатламаныҡ. Балалар бына тоя ине. Икебеҙгә ҡарата ла йылы мөнәсәбәттә булдылар. Үҙҙәре генә түгел, ейәндәребеҙ ҙә, бүләләребеҙ ҙә мөнәсәбәт йылылығын һаҡлай. Балаларҙы тәрбиәләү өсөн иң мөһим шарт ул - ғаиләлә күңел һыйыныр мөнәсәбәт урынлаштырыу. Хәзирә бик талапсан әсә булды. Шул уҡ ваҡытта ғәжәп нескә күңелле ине. Тәбиғәт яратты. Иҫтәре китеп ҡош тауыштары тыңлай торғайны. Умарталыҡҡа барған саҡта атлап барған еренән туҡтап-туҡтап тыңлап тора ине һандуғас һайрауҙарын. Хатта ҡайһы саҡта ҡайһы урында ҡайһы ҡош һайрауын да иҫенә төшөрә торғайны.
Мин уны бәхетле итеп йәшәтә алдым. Үҙе шулай тине. Яратҡан кешеңде бәхетле итә алыу - үҙеңдең дә бәхетең бит ул. Иртә китте фани донъянан. Үҙенсә китте. "Кеше көнлө булып, балаларҙы яфалап ятмаһам ярар ине, Хоҙайым", - ти торғайны. Теләге ҡабул булды. Һыйыр һауып ултырған ерҙә генә, башына ҡан һауып, беҙҙе ташлап китте лә барҙы...
Шулай итеп...
Хәзирә менән Рифҡәт Хәйретдиновтарҙың балалары бик үҙенсәлекле шәжәрә-альбом төҙөгән. Уны Күсмә Ҡыҙыл Альбом тип атағандар. Баш һүҙендә Альбомдың ете бүлектән торасағы һәм һәр Хәйретдиновҡа 50 йәше тулған көндө бүләк ителәсәге тураһында әйтелгән. Ғаилә альбомы Хәйретдиновтарҙың иң өлкәне - Ильястың 50 йәше тулыу уңайы менән башланған. Албомдың беренсе битендә тыуған йорт һүрәте. Артабан Әсәй менән Атайҙың бергә төшкән фото һәм ғаилә фотоһы. Альбом һәр баланың фотоһы менән дауам итә: Ильяс, Тәлғәт, Наилә, Нәфисә, Булат, Әнисә һәм Фәниә. Һәр фото аҫтына уларҙың төп холоҡ-фиғелдәрен сағылдырған бер нисә һүҙ яҙылған. Ул мәғлүмәттәрҙә бер нәмә иғтибарҙы йәлеп итә: балалар барыһы ла тәбиғәт ярата һәм эшһөйәрҙәр. Умартасы Рифҡәт Хәйретдинов эшһөйәрлеккә бал ҡорттарынан өйрәндем, тип бушҡа әйтмәгән. Бындай эшһөйәрлеккә ул балаларын да өйрәткән, шуның өсөн улар һәр береһе үҙ урынында ҙур уңыштырға өлгәшкән. Ә үҙенсәлекле альбом төҙөү һәр береһендә: "Минең юбилейымда ниндәй һүҙҙәр яҙылыр, был альбом ҡайһылайыраҡ итеп тапшырылыр? Илле йәшемде ниндәй уңыштар, ниндәй ҡаҙаныштар менән ҡаршылармын?" - тигән яуаплылыҡты көсәйтә.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА