Америка актрисаһы Робин Райт әйткәнсә: "Кино уйланыу теләге тыуҙырырға тейеш. Әммә бөгөн күпселек фильмдар һиндә ашау-эсеү теләге уята". Ысынлап та, күңел талаптарына яуап бирерлек, уйға һалырлыҡ, фәһемле һәм шул уҡ ваҡытта телевизор ҡараусыларға ниндәйҙер файҙалы мәғлүмәт еткергән, йөрәккә үтеп инерлек фильмдар һирәк күрһәтелә. Ниндәй илдә төшөрөлгән фильм булһа ла, милли колорит, урындағы ғөрөф-ғәҙәт, тормош сағылдырылмай, бөтөн фильмдар бер ҡалыпҡа һалынған. Һуғыш, талаш-тартыш тураһында ҡарап, ялҡып китеүсе тамашасылар өсөн быйыл 27-29 ноябрҙә Өфөлә үтәсәк "Аҡбуҙат" халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале бик әһәмиәтле булыр, тип көтөлә.
"Аҡбуҙат" халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале быйыл беренсе тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, конкурсҡа 200-гә яҡын фильм килгән. Киләһе этапҡа шулар араһынан ни бары 33 фильм ғына үткән. Фестивалдең етәксеһе, "Башҡортостан" киностудияһы директоры Азамат Хужахмәтов билдәләүенсә, бындай фестивалдәр кино сәнғәтен үҫтереүсе төп көс, шунһыҙ милли кинематографты алға этәреп булмай. "Этник кино - ул халыҡтың рухи байлығын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, көнкүрешен сағылдырыусы фильмдар. Ошо йүнәлештә эшләүсе режиссерҙар хеҙмәт емештәрен йыш ҡына халыҡҡа еткерә алмай, ул фильмдар телевизорҙа, кинотеатрҙа күрһәтелмәй. Милләттең йолалары, рухиәте, көнкүреше, тарихы сағылған был фильмдарға ла иғтибар артыуын теләп, фестивалде башлап торабыҙ", - ти Азамат Шәриф улы.
Конкурсҡа Рәсәйҙең төрлө ҡала һәм өлкәләренән, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Белоруссия, Болгария, Куба, Иран, Ирак, Германия илдәренән килгән эштәр араһынан иң яҡшылары Өфөнөң "Родина" кинотеатрында һәм "Актерҙар йорто"нда бушлай күрһәтеләсәк, уларҙы теләгән һәр кеше инеп ҡарай аласаҡ. Фестивалдең координаторы, кинорежиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова әйтеүенсә, конкурстың тәүге һайлап алыу турынан үтмәгән, ләкин идеяһы, әһәмиәте, эшләнеше яғынан бер ҙә кәм булмаған туғыҙ фильм конкурстан тыш "Актерҙар йорто"нда сәғәт киске алтынан һуң күрһәтеләсәк. "Этник кино бөгөн яйлап ҡына боевик, триллер, ҡот осорғос фильмдарға позицияларын биреп, артта ҡала бара. Үҙәк каналдарҙа берәй ҡасан бүрәттәрҙең, яҡуттарҙың, йә булмаһа осетиндарҙың шәп киноһын күргәнебеҙ бармы? Халыҡтар араһында дуҫлыҡ, бер-береһенең мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам, кешене һанлау тигән сифаттар ҙа беҙ төрлө милләттәрҙең тарихын, донъяға ҡарашын, көнкүрешен белмәгән, аңламаған өсөн юғала бара. Этник кино иһә, халыҡтың философияһын, тарихын, бөгөнгөһөн сағылдыра. Башҡорттар тураһында ла бүтән халыҡтарға күрһәтерлек кинолар төшөрөргә мөмкин, йөҙ менән боролорға ғына кәрәк", - тип, фекерҙәре менән уртаҡлашты Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы.
Әйткәндәй, фестивалдә "Башҡортостан" киностудияһы төшөргән "Визит" һәм "Мин өйләнәм" ҡыҫҡа метрлы фильмдары, Айнур Асҡаровтың "Бал әсеһе", Вилүрә Иҫәндәүләтованың "Мөрйәнән күтәрелә төтөн, берүк һүрелмәһен" документаль фильмдары күрһәтеләсәк. Әлегә ойоштороусылар "Аҡбуҙат" халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале сиктәрендә режиссер, рәссам-ҡуйыусы Шәфҡәт Әбдусәләмов, актриса Ольга Кабо һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Алексей Булдаков ҡатнашлығында ижади кисә ойоштороу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Фестивалдә ҡатнашҡан фильмдарҙы Тажик Республикаһы режиссеры Давлат Худоназаров, Ҡырғыҙ Республикаһының халыҡ артисы, режиссер Аҡтан Арым Ҡубат, Үзбәкстандың дәүләт премияһы лауреаты, кинодраматург Одельша Агишев һәм Рәсәй Кинематографтар союзы етәкселәре баһалаясаҡ. Махсус приздарҙан тыш, иң юғары баһаға лайыҡ тип табылған фильм авторына "Көмөш Аҡбуҙат" тапшырыласаҡ.
"Әгәр йыл аҙағында мин ун шәп фильм күрҙем тип әйтә алам икән, тимәк, йыл яҡшы үткән", - тигән америка кинорежиссеры Квентин Тарантино. "Аҡбуҙат" халыҡ-ара этник кино фестивалендә күрһәтелгән фильмдарҙы ҡараған һәр кем өсөн йыл уңышлы һаналасаҡ, тип ышаныс менән әйтергә була. Башҡортостан Республикаһы Президенты Гранты аҡсаһына "Аҡбуҙат" халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален ойоштороуҙан тыш, "Башҡортостан" киностудияһына кино төшөрөү өсөн павильон төҙөлөүен иҫәпкә алғанда, киләсәктә башҡорт фильмдарының һаны бермә-бер артыр, йылдар яҡшы үтер, тигән өмөт тә бар.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА