"Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сыға башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей) ырыуҙарына ҡараған өс томы сыҡты ла инде, яҡын арала унлар һәм ҡаңлы ырыуҙарына арналған томдарҙың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллектывының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
Башҡорттар тураһында яҙмалар
Йәнәй ырыуы башҡорттарының, шулай уҡ тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡа ырыу башҡорттарының татарлашыуы, милли үҙенсәлектәрен, тамырҙарын онотоуы хаҡында яҙғанда, ҡайһы бер нәмәләрҙе аңлатып китергә кәрәк буласаҡ.
Башҡорт этнонимы башҡа төрки атамалар (этнос атамалары) араһында иң боронғоларҙан һанала. Башҡорттар менән бер ваҡытта йәшәгән күк (кек) төркиҙәр, оғуҙҙар, түргәштәр, кимактар, хазарҙар, Иҙел болғарҙары, бәшәнәктәр күптән инде юҡҡа сығып, тарихта исемдәре генә һаҡланып ҡалған.
Башҡорттар хаҡында тәүге яҙма мәғлүмәттәр Ҡытай яҙмаларында, "Суй-шу" хроникаһында 647 йылда телгә алына. IX быуат уртаһында Арал диңгеҙенән төньяҡҡараҡ йәшәгән халыҡ булараҡ, ғәрәп сәйәхәтсеһе Сәләм Тәржемән башҡорттар хаҡында яҙып китә. Көньяҡ Уралда йәшәүсе халыҡ булараҡ, уларҙы X быуат сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан, "ғәрәп Геродоты" Ғәли әл-Мәғсүди, X быуат географтары әл-Бәлхи, әл-Истахри, ибн Хаукәл билдәләй. Башҡортостан һәм уның ҡалалары хаҡында иң киң мәғлүмәтте XII быуат ғәрәп-сицилия сәйәхәтсеһе Мөхәммәт әл-Иҙриси бирә. XIII быуат тарихсылары Шамсетдин әд-Димашки, Исмәғил Әбү Фиҙа, шулай уҡ XVI быуат ғәрәп энциклопедистары Ғабдрахмән ибн Халдун, Шиһабетдин Әхмәт әл-Ғүмәри дөйөм картинаны айырым деталдәр менән тултыра. Көньяҡ Урал башҡорттары хаҡында шулай уҡ XIII-XIV быуатта йәшәгән көнбайыш сәйәхәтселәре Плано Карпини, Рубрук, Иоганка Венгр, шулай уҡ XIV быуат картографы Пиццигани, билдәле каталон атласын (1375 йыл) төҙөп ҡалдырған Авраам Крескес һәм Герард Меркатор ҙа (1512-1594 йй) яҡшы белә.
Башҡортостан Рәсәй составына ингәндән һуң, башҡорттар үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғына эйә булалар (был хоҡуҡ 1917 йылдағы Ер декреты менән юҡҡа сығарыла). Шул уҡ ваҡытта аҫабалыҡ хоҡуғын башҡорттарға Сыңғыҙхан да биргән була. Был турала урта быуаттарға ҡараған "Дәфтәри Сыңғыҙнамә" әҫәрендә яҙыла. Унда шулай уҡ власть һәм ерҙәр бирелгән башҡорт ырыуҙары башлыҡтарының исемдәре лә телгә алына. Аҫаба башҡорттарҙың төп үҙенсәлеге булып башҡорт атамаһының этносты ла, сословиены ла аңлатыуы була, йәғни башҡорттар бер үк ваҡытта этнос та, сословие ла була.
Татарстанда йәшәгән башҡорттарҙың юҡҡа сығыуы
Бөгөнгө Татарстан республикаһының көнсығыш райондары Ыҡ һәм Зәй, Иж һәм Кама буйҙары Бүләр, Байлар, Юрмый, Гирей, Ҡырғыҙ, Йылан, Йәнәй улыстарына ҡарай. Башҡорттар был ерҙәрҙә үҙҙәренең аҫабалыҡ хоҡуҡтарын һаҡлап йәшәгән була. Кантон идаралығы индерелгәс тә был улыстарҙа йәшәгән халыҡтың Башҡорт-мишәр, һуңынан башҡорт ғәскәрҙәренә индерелеүенең сәбәбе ошо. Әммә ваҡыт үтеү менән төрлө эске һәм тышҡы сәбәптәр арҡаһында урындағы халыҡ үҙенең милли үҙенсәлектәрен юғалта башлай, тамырҙарын онота. V, VII, VIII, X ревизияларҙың, 1912-1913 йылдарҙа үткәрелгән крәҫтиән хужалыҡтарының иҫәбен алыу, 1917 йылдағы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу кампанияларының һөҙөмтәләре быны асыҡ күрһәтә. XVIII-XX быуат башында үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары Миңзәлә, Бөгөлмә, шулай уҡ Елабуға, Сарапул өйәҙҙәренең көньяғында башҡорт ауылдарының күпселектә булыуын теркәй. Улар араһында башҡорт-типтәр, башҡорт-типтәр-мишәр ауылдары булһа ла, дөйөм алғанда, был төбәктә башҡорттар һан яғынан өҫтөнлөк итә. Быны яҙма документтар ғына түгел, төрлө йылдарҙа баҫылып сыҡҡан этнографик карталар ҙа күрһәтеп тора.
1897 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Өфө губернаһының Миңзәлә өйәҙендә, йәғни Татарстан республикаһының бөгөнгө Туҡай, Саллы, Сарман, Миңзәлә, Мөслим, Аҡтаныш райондарында 123 056 башҡорт йәшәгән. Сағыштырыу өсөн: татарҙар ул ваҡытта 107025, типтәрҙәр - 14 875 булған, Вятка губернаһында (Татарстан республикаһының Менделеевск һәм Ағырҙы райондарында) 13909 башҡорт була. Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙендә (Аҙнаҡай, Баулы, Ютазы, Әлмәт, Лениногорск, Бөгөлмә райондары) 29647 башҡорт йәшәй. 1912-1913 йылдарҙа крәҫтиән хужалыҡтарын иҫәпкә алыу кампанияһына ярашлы, Өфө губернаһының Миңзәлә өйәҙендә йәшәгән 458239 кешенең 154234-е башҡорт була. (Сағыштырыу өсөн: урыҫтар-135150, татарҙар - 93403, типтәрҙәр - 36783, керәшендәр 26058 кеше була). Күренеүенсә, татарҙар, типтәрҙәр, керәшендәрҙе бергә алғанда ғына һан яғынан улар башҡорттар менән тиңләшә алған. Әммә һуңынан башҡорттарҙың ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә. 1920 йылда ТАССР-ҙа 121300 башҡорт йәшәһә, 1926 йылда уларҙың һаны 1800-гә генә тороп ҡала, мишәрҙәр 3-әү була, ә типтәрҙәр бөтөнләй ҡалмай. Әлбиттә, халыҡтың ҡырҡа кәмеүе тәбиғи сәбәптәр менән генә аңлатылмай, был административ баҫымдың нәтижәһе була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, XX быуаттың 60-сы йылдарында үткәрелгән фольклор-этнографик экспедициялар үрҙә телгә алынған райондарҙа халыҡтың күп өлөшө үҙен башҡорт тип һанауын дауам итеүен күрһәтә.
Типтәрҙәр хаҡында
XVII-XX быуаттарҙа Урал-Иҙел буйында барған процестарҙы яҡшыраҡ аңлау өсөн типтәрҙәр тип аталған халыҡ төркөмөнөң килеп сығыуын ҡарап китергә кәрәк. Улар Рәсәйҙең башҡа өлөштәрендә билдәле түгел, сөнки телгә алынған төркөм тулыһынса башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы менән бәйле булған сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килә. Типтәрҙәрҙең ниндәйҙер урында йәшәүе иһә, был ерҙәрҙең башҡорттарҙың тарихи ерҙәренә ҡарауын күрһәтеп тора.
Ә.З. Әсфәндийәров үҙенең хеҙмәттәрендә был халыҡ төркөмөнөң килеп сығыуын башҡорт халҡының эске үҫеше менән аңлата. Уның фекере буйынса, тәүге типтәрҙәр ер менән хужалыҡ итеү хоҡуғынан мәхрүм ҡалған башҡорттар булараҡ барлыҡҡа килә. Был осраҡта улар аҫаба башҡорттар булыуҙан туҡтап, башҡорт припущенниктарына әйләнә. Типтәрҙәр аҫаба башҡорттарының ерҙәрен ҡуртымға алып йәшәй. Шул уҡ ваҡытта тыуған улыстарында улар ер хужалары булып ҡалыуын дауам итә. Күпмелер ваҡыттан уларҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәренең яҡташтары менән бәйләнеште юғалта, йәки тыуған яҡтарынан көс менән ҡыуып сығарыла. "Типтәр" социаль терминының килеп сығыуын да "тибелеү" һүҙе менән бәйләйҙәр.
Тәүге осорҙа төрлө социаль-иҡтисади сәбәптәр арҡаһында хужалыҡ мөнәсәбәттәрендә хәлһеҙерәк булған башҡорт припрущенниктары типтәрҙәргә әйләнә. Улар өсөн башҡорт сословиеһына ҡараған яһаҡты түләү һәм үҙ кеҫәһенә хәрби хеҙмәт алып барыу ҡыйынға төшә. И. К. Кириллов һүҙҙәре буйынса, "улар ҡаҙнаға бер нәмә лә түләмәйҙәр". Шул уҡ ваҡытта "нығынған" типтәр ҡабаттан башҡорт "званиеһына" күсә алған. Шулай итеп, тәүге осорҙа типтәрҙәр менән аҫаба башҡорттар араһында ҙур айырмалыҡтар булмай. Тик 1632 йылда ғына килем юғалтырға теләмәгән дәүләт уларға махсус типтәр яһағы тәғәйенләй. Типтәрләшеү процесы тәү сиратта көнбайыш башҡорттарына йоғонто яһай, бының эҙемтәһе булып уларҙың (Юрмый улысы миҫалында) милли үҙенсәлектәрен юғалтыу тора. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә Татарстандың Лениногорск районына ҡараған Һары Биҡҡол ауылына башҡорт типтәрҙәре тарафынан нигеҙ һалынған була. Шуны ла билдәләргә кәрәк, башҡорттарҙы татар припущенниктары араһында ла күрергә була. Ҡайһы бер ауылдар кешеләре, иҡтисади мәнфәғәттәрҙе күҙ уңында тотоп, башҡортлоҡтан сығып, яһаҡлы татарҙар булып китә.
Азамат САЛАУАТОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА