Халҡыбыҙҙың иҫ киткес талантлы икәненә һис шик юҡ. Быны йырсы, бейеүсе, музыкант, артистарыбыҙҙың донъяның әле бер, әле икенсе осонда үткән төрлө сараларҙа, ярыштарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, лайыҡлы урындар яулауы тураһындағы хәбәрҙәр раҫлап тора. Был юлы ла "Сал Урал" этно-төркөмөнөң Ҡаҙан эргәһендәге бер ауылда үткән этнофестивалдә ҡатнашыуына бер кем дә аптырамаҫ ине, әгәр ҙә интернет киңлектәрен иңләп, "Ҡаҙанды тағы ла яуланылар, был юлы башҡорттар..." тигән баш аҫтындағы хәбәр үҙҙәренән дә алда ҡайтып өлгөрмәһә.
"Крутушка" VII Халыҡ-ара этник фестиваль - ул сифатлы этник музыканы һәм фольклор ынйыларын баһалай белеүселәрҙең иң көтөп алған сараһы. Ошондай тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итеүгә нисек өлгәшкән беҙҙең артистар, ғөмүмән, фестивалдән ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтҡандар, был хаҡта "Сал Урал" этно-төркөмө проектының иң йәш ҡатнашыусыһы Айназ НИЗАМЕТДИНОВ менән әңгәмәләшеп алдыҡ.
Иң тәүҙә фестивалдең исеме тураһында, ни өсөн ул "Крутушка" тип атала?
- Барыһы ла ябай ғына, сөнки ул Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡаҙан эргәһендәге Крутушка тигән поселокта урынлашҡан санаторийҙа үтә. Быйыл етенсе тапҡыр үткән фестивалдең маҡсаты - үҙенең майҙанына халыҡ ижадын, этник музыканы яратыусы, ошо йүнәлештә эшләүсе йырсыларҙы, авторҙарҙы, музыкаль, бейеү коллективтарын йыйыу. Шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән төрлө оҫталар килә, ҡайын туҙы, балсыҡ, тире, кейеҙ, ағас, мәрйендән эшләнгән әйберҙәрҙән торған йәрминкә үтә. Былар барыһы ла ижад итеү шатлығынан ғына туҡылған мөхит булдыра. Уның урыны ла үҙенсәлекле, Ҡаҙан йылғаһының текә яры, уның эргәһендәге ҡояшлы аҡлан, бер ҡасан да туңмай торған һалҡын һыуҙары менән танылған зәңгәр күлдәр теҙмәһе шулай уҡ кәйефте күтәрә. Фестивалде республиканың Йәштәр эштәре, спорт һәм туризм министрлығы ярҙамында "Мәғарифта информацион технологиялар үҙәге" ойоштора.
Фестивалдә "Сал Урал"дың солистары - ҡурайсы, ҡумыҙсы, өзләүсе Рәис Низаметдинов менән ҡурайсы, думбырасы, өзләүсе Илһам Байбулдин икенсе тапҡыр ҡатнаштылар, быйыл улар мине һәм "Йатаған" төркөмөнән Илдар Шакировты үҙҙәре менән саҡырҙы. Бөтәһе 20 төрлө ҡурай, 5 төрлө думбыра, 10 төрлө ҡумыҙ алып барҙыҡ һәм уларҙың барыһын да сәхнәнән күрһәттек. Фестиваль өс көн барҙы, 40-ҡа яҡын төркөм ҡатнашты, һәр бер төркөм берәр сәғәтлек концерт ҡуйҙы. Ниндәй генә музыка ҡоралын күрмәнем мин бында, мәҫәлән, Германиянан килгән Владислав Минишана 200-ҙән ашыу инструментта уйнай, хатта ҡурайҙа ла һыҙғырта белә. 400-500-ләгән тамашасы булды. Ғөмүмән, ундағы мөхиттән ныҡ ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Сәхнәгә сыҡҡас, күңелеңдәге тойғоларҙы тамашасыға еткерге килә бит инде, ҡайһы бер концертта тамашасы ҡул да сапмай. Бында халыҡтан килгән көслө энергетиканы тояһың, сөнки уларҙың барыһы ла бында бер маҡсат менән - яҡшы, этник музыка тыңларға килгән. Берәүгә лә фонограмма ҡулланырға рөхсәт ителмәне, һәйбәт аппаратура булды, ҡыҫҡаһы, сығыш яһауы еңел булды.
Бөтөн донъя халҡының этник музыкаға тартылыуының сәбәбе ниҙә? Бындай музыканың популярлығы нимәгә бәйле, тип уйлайһың?
- Бөгөн йәштәр ҙә, ололар ҙа музыкалағы еңел-елпе жанрҙарҙан ялҡҡан, беҙгә хәҙер яңы йүнәлештәр кәрәк. Этник музыка халыҡ фольклорына, йәғни, быуаттар буйына камиллашып килеп еткән музыкаға таяна. Уларҙың иң яҡшыларынан ошондай матур, этник музыка тигән төшөнсә барлыҡҡа килде лә. Этник музыка - ул яңы йүнәлеш, әммә ул бер үк ваҡытта халыҡ ижады менән бәйле булғанға күрә, үткәнебеҙ менән дә бәйләй беҙҙе. Йолаларыбыҙҙы, халыҡ йырҙарыбыҙҙы, бейеүҙәребеҙҙе кем һаҡлаясаҡ һуң беҙҙән башҡа? Икенсенән, бына мин - башҡорт, бөтөн донъянан йыйылған милләттәргә үҙемде нисек танытайым һәм уларҙың хәтерендә нисек уйылып ҡалайым? Әлбиттә, тик үҙемдең милләтемдең музыка ҡоралдары, йырҙары менән генә. Сығышыбыҙҙың төп үҙенсәлеге - өзләү булды, Рәис Низаметдинов та, Илһам Байбулдин да танылған өзләүселәр бит инде.
Ә бөгөнгө башҡорт этник музыкаһы ниндәйерәк йүнәлештә үҫергә тейеш?
- Этник мотивтар бөгөн классик, рок, джаз жанрҙарына ла үтеп инә. Мәҫәлән, ошо уҡ фестивалдә Африка Республикаһынан килгән музыканттар башлыса блюз, джаз музыкаһын башҡарҙы, этно-рок төркөмдәр күп булды. Беҙҙә лә төрлө йүнәлештә эшләгән төркөмдәр булырға һәм уларҙың һәр береһе үҙенсә үҫешергә тейеш. Хәтерегеҙҙәме икән, былтыр "Салауат йыйыны"нда этник фестиваль ойошторолғанда унда 30-ға яҡын төркөм ҡатнашҡайны. Йәғни, улар беҙҙә бар һәм уларҙың һәр береһе кәрәк бөгөнгө көндә, сөнки үҫеш ярыш сәмендә генә барлыҡҡа килә. Бер-беребеҙгә ҡарап, бер-беребеҙҙе уҙырға тырышҡанда ғына музыка үҫә. Шуға бында бер ниндәй ҙә әҙер юл юҡ, бары тик башҡарыусылар музыкаль яҡтан грамоталы булырға һәм башҡорт халҡының музыка башҡарыу йолаларын боҙмаҫҡа тейеш. Әйткәндәй, башҡорт ҡурайын ниндәй генә халыҡ үҙләштерергә маташмай. Беҙ сығыш яһағанда сәхнәнән: "Был - башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурай, ул бары тик Көньяҡ Уралда ғына үҫә", - тип ҡысҡырып әйттек. Ҡурайҙа уйнау өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәк, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Ҡурай моңо беҙҙең ҡаныбыҙҙа, башҡа милләттәр уны башҡортҡа еткереп уйнай алмаясаҡ. Атайым һөйләгәйне, хакастарҙың бер музейында ҡурай күреп ҡалып, музей хеҙмәткәренән: "Был ниндәй уйын ҡоралы һәм хәҙер унда уйнаусылар бармы?" - тип һораған икән: "Был - ҡурай һәм унда бер кем дә уйнамай, ул бары музей экспонаты ғына", - тип яуаплағандар. Башҡорт бер заманда ла үҙ донъяһына ғына бикләнеп ятмаған, йөрөгән ерендә яратҡан музыка ҡоралы - ҡурай ҙа ҡалдырғылағандыр, әммә ҡурайҙа бөгөн еренә еткереп башҡорт ҡына уйнай ала, сөнки ул ҡурай үҫкән ерҙә үҫкән. Үкенес, бөгөн скрипка юғала төшкән, элек башҡорт бабайҙары скрипкала шәп уйнаған. Учалыла Ғәҙелша тигән ауыл бар, уны минең бишенсе быуын олатайым нигеҙләгән. Ҙур ауыл булһа ла, хәҙер бәләкәйләнгән, атайымдың олатаһы йәшәгән саҡта унда 16 йорт булған һәм уларҙың алтауһында скрипкасы булған. 80 йәшлек өлкән әбейҙәрҙең думбырала уйнауын мин күреп өлгөрҙөм әле. Олатайым музыка уҡытыусыһы булған, баянда оҫта уйнаған. Әминә әзәйем иһә шәп йырсы.
Унан һуң, башҡорт халҡындағы кеүек бай фольклор бер халыҡта ла юҡ бит. Беҙҙән алда ғына Польша музыканттары сығыш яһаны, көйҙәре бер үк тембрҙа, ялҡытып китте хатта. Беҙ ҡурайҙа талғын көйҙән башлап ебәрҙек тә, яйлап-яйлап дәртле көйҙәргә, марштарға, бейеү көйҙәренә күстек. Тәүҙә ҡурайҙың моңона иҫтәре киткән тамашасы аҙаҡтан уйнауыбыҙға ҡушылып бейей ине. Бына ошо байлыҡты ҡулланырға, уны үҫтерергә, һис юғында, онотмаҫҡа кәрәк. Бының өсөн баш ҡалала йәшәү ҙә мотлаҡ түгел, миңә ҡалһа. Фестивалдә "Һеҙ Өфөнәнме?" тип килеп һорайҙар ҙа, беҙ: "Юҡ, беҙ ауылдан", - тип шаяртабыҙ. Ысынында иһә, музыканы үҫтерәм тиһәң, әллә ниндәй шарттар ҙа кәрәк түгел, теләгең һәм дәртең генә булһын. Халҡыбыҙҙа һәләтле музыканттар күп, уларҙы берләштереүсе кеше кәрәктер, бәлки. Милли костюмдарыбыҙға һоҡландылар, фотоға төштөләр беҙҙең менән. Мин бер бейеү ҙә башҡарҙым.
Һин ошо бейеүең менән Ҡаҙанды яулағанһың, тип ишетә биргәйнек инде. Күршеләрҙе бындай уйға килергә нимә этәрҙе һуң?
- Фестивалдә төрлө - "Уралым", "Игеҙәк", "Үҫәргән байығы" кеүек көйҙәр башҡарҙыҡ, тип әйткәйнем инде. Араларында "Ҡаҙанды алған марш" та бар ине. Ул бик популяр марш, уны, мәҫәлән, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының ҡурайсылар ансамбле лә йыш башҡара сәхнәнән. Башҡарыр алдынан мотлаҡ атамаһын иғлан итәһең - шуға хәтерҙәренә уйылып ҡалғандыр инде. Ә бейеүгә килгәндә, ул шулай уҡ билдәле бейеүҙәрҙең береһе - "Һунарсы" ине. Ата-бабам яугир ҙа булыуына ҡарамаҫтан, мин ҡаланы алыу хәрәкәттәрен башҡарманым, ә айыуға һунарҙы һүрәтләп бейенем. Уны, күрәһең, яугир образы тип ҡабул иткәндәрҙер инде. Юмор аша булһа ла сығышыбыҙға, тимәк, халҡыбыҙҙың сәнғәтенә юғары баһа биреүҙәре яҡшы.
Шулай итеп...
"Тик ятҡан таш мүкләнә, йөрөгәне - шымара", - тип юҡҡа әйтмәй инде ул халыҡ. Бер сығып, үҙеңде күрһәтеп, донъяны шаулатып ҡайтыуы үҙе бер ғүмер, тигән һығымтаға килдек йәш ҡурайсы, йырсы, бейеүсе тигән даны булған Айназ Низаметдинов менән. Ысынлап та, халыҡ йыр-көйҙәре, бейеүҙәренә, һәләтле шәхестәребеҙгә бай милләт булараҡ, үҙебеҙҙе башҡаларға күрһәтеү беҙгә күпкә еңелерәктер әле. Шуға яуланған үрҙәр Ҡаҙан менән генә туҡталып ҡалмаһын киләсәктә.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА