Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
ВАҠИҒАЛАР УРТАҺЫНДА "ИСЛАМ ДӘҮЛӘТЕ" ХӘҮЕФЕ
|
Был аҙнала донъя йәмәғәтселеге иғтибарын үҙенә йәлеп иткән бер нисә мөһим ваҡиға булды. Улар иҫәбенә Нью-Йоркта булып үткән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының 70-се сессияһын, Рәсәй һәм АҠШ Президенттары осрашыуын һәм Рәсәй хәрби авиацияһының Сириялағы ИГИЛ террористары урынлашҡан урындарҙы утҡа тотоуын индерергә мөмкин. Уларҙы берләштергән дөйөм тема - "Ислам дәүләте" тарафынан көсәйгән хәүеф һәм уны хәл итеү юлдары.
Ассамблеялағы сығышында Рәсәй башлығы күп темаларға туҡталды. Ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, Владимир Путин: "Президент Әсәдтың хөкүмәт ғәскәрҙәренән һәм курд ополчениеһынан тыш, Сирияла "Ислам дәүләте" һәм башҡа террористик ойошмалар менән көрәшеүселәр юҡ икәнлеген, ниһайәт, танырға кәрәк", - тине. Ул шулай уҡ Көнбайыштың ундағы баш күтәреүселәрҙе ҡоралландырыуын ҡаты тәнҡитләне һәм уларҙың һуңынан ИГИЛ яғына күсеүҙәрен билдәләне. Владимир Путин шулай уҡ донъяла яуызлыҡ һәм кешене күрә алмаусанлыҡ сәсеүсе террористарға ҡаршы тороусы халыҡ-ара көс булдырыу мөһимлеген һәм ул коалицияның төп ҡеүәтен нәҡ мосолман илдәре тотоп торорға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рәсәй Президенты шулай уҡ Яҡын Көнсығыштағы һәм Төньяҡ Африкалағы хәлдәргә тышҡы агрессив ҡыҫылыуҙар һөҙөмтәһендә ваҡиғаларҙың кире боролош алыуына борсолоу белдерҙе. "Әлбиттә, ундағы халыҡ үҙгәрештәр булыуын теләне. Ләкин улар реформалар, демократия һәм үҫеш урынына йәбер-золом, хәйерселек һәм бәлә-ҡазаларға дусар булды", - тине ул. Ошо ситуацияны булдырыусылар үҙҙәренең ниндәй мәғәнәһеҙлек тыуҙырыуын аңлаймы икән, тигән һорауына үҙе үк: "Үҙ-үҙенә ныҡ ышанған, үҙенең үҙенсәлекле булыуына һәм язаһыҙ ҡалыуына инанған сәйәсәттән баш тартмаусылар был һорауға яуап бирә алмаясаҡ", - тип һығымта яһаны. Европаны баҫып алған ҡасаҡтар проблемаһын юҡ ителгән дәүләтселектәрҙе яңынан тергеҙеү генә ыңғай хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, тине Рәсәй башлығы.
Украиналағы хәл-ваҡиғаларға туҡталып, Владимир Путин, илдәге граждандар һуғышы башланыуға тыштан һалынған ҡотҡо булышлыҡ итте, тип билдәләне. Рәсәй Президенты тик Минск килешеүҙәрен тулы һәм намыҫлы үтәү генә был ҡан ҡойошто туҡтатырға мөмкин, тигән фекерен еткерҙе трибунан һәм ҡурҡытыу, ҡорал көсө менән Украинаның бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу мөмкин түгел, тип аныҡланы.
Рәсәйгә ҡаршы ҡулланылған санкциялар хаҡында ла үҙ фекерен белдерҙе ил Президенты. Бөгөнгө көндә уларҙың бер яҡлы ғына булыуы ҡағиҙәгә әйләнә барыуын һәм сәйәси маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоуҙан бигерәк, баҙарҙағы конкуренттарҙы юҡ итеү ысулы булараҡ ҡулланыла башлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Тантаналы ултырыштан һуң Владимир Путин АҠШ Президенты Барак Обама менән осрашты. Уның һөҙөмтәләре буйынса Владимир Путин: "Һөйләшеү ихлас булды һәм ике яҡтың дөйөм мәсьәләләр өҫтөндә бергә эшләй алыу мөмкинлеген күрһәтте. Ғәжәпкә ҡаршы, беҙҙең күп нәмәлә фекерҙәребеҙ тура килә. Шулай ҙа ҡапма-ҡаршылыҡлы ҡараштар ҙа юҡ түгел", - тине.
Осрашыуҙан һуң уҙған матбуғат конференцияһында Владимир Путин Сирияла Рәсәй һауа ғәскәрҙәре көстәрен ҡулланыу мөмкинлеген ҡарауы тураһында раҫланы. Ләкин был операциялар халыҡ-ара нормаларға тура килергә, йәғни Сирия хөкүмәте ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тейеш, тине ул. Һәм Бәшәр Әсәдтең "Ислам дәүләте" террористик төркөмөнә ҡаршы көрәштә ярҙам итеү үтенесе оҙаҡ көттөрмәне. 30 сентябрь Рәсәй Совет Федерацияһы Рәсәй Президентына Сирияла РФ Һауа көстәрен ҡулланыуға рөхсәт бирҙе. Шул уҡ көндә Рәсәй авиация төркөмө 20 осош эшләп, террористарҙың 8 объектын - һуғыш припастары, яғыулыҡ-майлау материалдары һаҡланған складтарҙы, идара итеү пункттарын, бәйләнеш үҙәктәрен һәм транспорт сараларын утҡа тотто.
Рәсәйҙең Сириялағы конфликтҡа ҡушылыуы илдә ҡапма-ҡаршылыҡлы бәхәстәр тыуҙырҙы. Берәүҙәр, был аҙым илде һуғыш ҡапҡанына тығыу, тип ҡабул итһә, икенселәр уның ваҡытлы һәм кәрәк булыуына баҫым яһай. Ә ысынында Бәшәр Әсәдҡа ИГИЛ менән көрәштә ярҙам итеү кәрәкме? Бында "юҡ", тиеүгә ҡарағанда, "эйе", тип яуап биреү дөрөҫөрәктер. Ни тиһәң дә, потенциаль хәүефте алыҫта һәм тиҙ юҡ итеү, Рәсәй биләмәһендә һуғыш алып барғансы, башҡа территорияла көрәшеү күпкә яҡшыраҡ. Ә ИГИЛдың яңы баш ҡалҡыта ғына башлаған, көсһөҙ сағын ҡулдан ысҡындырыу сәбәпле артабанғы көрәш аяуһыҙ һәм ҡыҙыу буласаҡ. Шуға күрә, терроризмға ҡаршы берҙәмлек күрһәткәндә генә, уның тамырҙары Рәсәйгә һәм донъяның башҡа илдәренә үтеп инә алмаҫлыҡ шарттар тыуҙырырға мөмкин.
Гөлназ САФУАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 05.10.15 | Ҡаралған: 1276
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|