13-cө һабаҡ: "Сирме, ауырыумы?"
Эскелек - сирме, әллә ауырыумы? Баш ауырығанда - ауырыу, оҙаҡҡа китһә - сир, тип әйтер берәү. Был һорауға яуап бирер алдынан тәүҙә сир менән ауырыу төшөнсәләренә аңлатма биреп китергә кәрәктер. Ысынлап та, көнитмешебеҙҙә йыш ҡабатларға мәжбүр булған ошо ике һүҙҙең мәғәнәһе, төп асылы нимәгә ҡайтып ҡала һуң?
Әйтергә кәрәк, беҙ күп осраҡта сир һәм ауырыу һүҙҙәрен бутайбыҙ, йәғни береһенең урынына икенсеһен әйтеп, яңылышабыҙ шикелле. Һүҙҙәрҙе бутау уларҙың төшөнсә булараҡ мәғәнәләрен аңлап бөтмәүҙән килеп сыға. Минеңсә, сирҙең мәғәнәһе, уның асылы кеүек үк, тәрәнерәк. Юҡҡа ғына "Сирен йәшергән - үлгән" тимәйҙәр. Медицина тел-лөғәте менән аңлатһаҡ, сир - ул хроник ауырыу, йәғни кешене оҙайлы йылдар, ҡайһы саҡ ғүмер буйы яфалаған михнәт. Сир кешенең ҡанында һаҡланып, булмышына күсәлер ул.
Ә ауырыуға килгәндә, әйтәйек, киҙеү, миҙгел-миҙгел булып, үтеп китә торған ыҙа, әммә сир кеүек михнәт түгел. Сир һүҙе ҡәтғи яңғырай, тимәк, ниндәйҙер ауырыу кисергән кеше: "Мин сирләйем", - тип әйтә икән, ул үҙенең түбәнге аңына сирҙе һалып ҡуя, үҙе лә ошо һүҙ энергетикаһына бирелә, һөҙөмтәлә, ысынлап та, сирләй башлай.
Араҡы эскән, хатта унда-бында, байрам уңайынан ғына булһа ла, йөҙәр грамм төшөргән кеше үҙенең оло сиргә тарығанын беләме икән? Ай-һай, белмәйҙер. Сөнки ул ниндәй ваҡыт арауығында һәм күпме эсеүгә ҡарамаҫтан, барыбер сиргә тарый. Хатта үҙ ғүмерендә бер тапҡыр йөҙ грамм ғына эскән кеше лә - сирле. Тағы ла, ҡасандыр эсеп, 12 йыл буйы бер тамсы ла ауыҙына алмаған кеше - шул уҡ эскесе, ҡатыраҡ итеп әйтһәк - алкоголик. Сөнки ҡандың алкоголь тәьҫиренән тулыһынса ҡотолоу ваҡыты 13 йыл. Был һанды мин уйлап сығарманым, тәжрибәле наркологтың дәлилдәрен генә килтерәм.
Әйткәндәрем ышандырырлыҡ булһын өсөн шундай сағыштырыуҙар килтерәйек. Әйтәйек, ҡош ояһын күҙ алдына баҫтырайыҡ әле. Яҙ еткәс, оя эсендәге йомортҡаларҙы туҡ-туҡ ярып, себештәр, бәләкәй ҡошсоҡтар донъяға ярала. Инә һәм ата ҡош балаларына ашарға ташып өлгөртә алмай мәж килә. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡошсоҡтарҙың суҡыштары һәр саҡ икегә айырылған була, ауыҙҙары ябылмай тиерлек, үҙҙәре бер туҡтауһыҙ ашарға таптырып сырылдай. Улар өсөн ата-әсәһе эй өҙгөләнә: ергә төшә, селәүсен-бөжәктәрҙе эләктерә һалып, ояға осоп менә. Береһенә ҡаптырыуы була, башҡалары алдағынан да сағыуыраҡ итеп сырылдай, йәнә лә ашарға таптыра башлай. Хәйер, был күренеш барыбыҙға ла таныш. Был хәл көнө буйына дауам итә. Ҡошсоҡтарын туйҙырам тип ата-әсәһенең "сәсе ағара".
Беҙ алда һөйләгән хәлдәргә был ҡошсоҡтарҙың ниндәй ҡыҫылышы бар һуң, тиһегеҙме? Бар шул.
Баҡтиһәң, беҙ ҡабул иткән барлыҡ ризыҡтарҙың да ашҡаҙанда уларҙы эшкәртә торған һуты, аш һеңдергес ферменты була икән. Тик спиртлы эсемлектәр генә бында саҡырылмаған ҡунаҡ, йәғни уны был йортҡа әйҙүкләп тороусы юҡ. Шуға күрә лә, беҙ әҙ генә эсһәк тә, шарап градусының быуы еңелсә генә башҡа сыҡҡанын тоябыҙ. Нисек башҡа сыға икән ул, тиһегеҙме? Ашҡаҙанда ҡәҙер-хөрмәт күрә алмаған шарап үсегеп, бауыр аша ҡанға сыға ла китә икән ул. Үәт әй!
Етмәһә, спиртлы эсемлектәрҙе эшкәртеү өсөн ҡан "һауыттарында" һәм юлдарында махсус "автоном ферменттар" барлыҡ-ҡа килә. Ана шул ферменттар инде, әлеге лә баяғы, астан-ас ҡошсоҡ балалары. Ҡош балалары, исмаһам, үҫеп етеп, ҡанат нығытҡас, ризыҡ эҙләп үҙҙәре осоп китә, артабан ата-әсәһен ыҙалатмай. Уларҙан айырмалы, фермент-ҡошсоҡтар ғүмер баҡый кеше елкәһендә йәшәргә өйрәнгән "әрәмтамаҡтар". Улар мәңге туя белмәй торған "бирәнҡорһаҡ". Кеше ни тиклем күберәк һәм йышыраҡ эскән һайын, шул тиклем ҡатыраҡ асыға һәм үҙҙәре "ашаған һайын", һандары ла меңәрләп-миллионлап арта бара. Бына һиңә кәрәкһә!
Беҙ, бигерәк тә иртәнсәк, эске килеү теләгенә ҡаршы тора алмайбыҙ. Ә нимә һәм нисек була һуң эске килеү теләге? Әйтер инем, ана шул ҡошсоҡ-ферменттарҙың "ашарға таптырып" сырылдауы, йәғни баш мейеһенә ебәргән SОS сигналдары икән дә. Һе, кисә үлгән булһам, бөгөн белмәгән булыр инем, тиһеңме?
Мин дә ҡасандыр быларҙың береһен дә белмәй инем, иртәнсәк рәхәтләнеп баш төҙәттем, ҡошсоҡтарға ем һибеп, ваҡытлыса тынысландырҙым, тик иртәгеһен "себештәрем" тағы ла артты, тағы ла тынысландырҙым, тик улар күп булғас, "емде" лә мулыраҡ һибергә тура килде. Әммә баш мейем тауыҡ кетәгенә әүерелеп барған саҡта ҡапыл һиҫкәнеп киттем һәм йөрәгемдең тибешен тыңларға булдым. Дөрөҫөрәге, уның тигеҙһеҙ тибеше бер аҙға туҡталыуымды, ҡолаҡ һалыуымды талап итте. Әммә йөрәгемдең тауышын ҡан тамырҙарымды, булмышымды яулап алған ҡошсоҡ-ферменттарҙың "оркестры" шауы күмгәйне. Хатта теге ашарға таптырыусылар баш мейемде үтеп, ҡолаҡ төбөмдә саң ҡағалар.
Шуның өсөн дә эсеүҙе ташлағандың тәүге көндәре, айҙары, йылы бик ауырға тура килде. Бер уйлағанда, хатта ашарға таптырып туҡтауһыҙ илаған сабыйыңа боролоп та ҡарамаған әсә кеүек тә тояһың үҙеңде. Уларҙың хәлен уйлап, ашарға бир, әммә биргән һайын улар тағы ла күберәк таптыра.
Эсеүҙән туҡталһаң, фермент-ҡошсоҡтар ҡайҙа була, ни эшләй, тиһегеҙме? Был һорауға ҡаршы һорау: кеше оҙаҡ ашамай торһа, ни өсөн йөҙө һурыла, ябыға? Сөнки ашҡаҙан тәнгә быға тиклем йыйылған һәм быуындарға ултырған артыҡ майҙы, бер һүҙ менән әйткәндә, "балласты" һурып алып, эшкәртә башлай. Шуның кеүек, сигнал ебәреп, туҡтауһыҙ сырылдап төңөлгән ҡошсоҡ-ферменттар, ахыр сиктә, бер-береһен ашай башлай. Уларҙың иң һуңынан ҡалған икәүһе, кеше эсеүен ташлағандан теүәл 13 йыл тулыуға, бер-береһен ашап һәләк була. Айыҡ тормош хаҡына, ҡандан ҡошсоҡ-ферменттарҙы ҡыуып сығарыу өсөн барған "Бөйөк Ватан һуғышы" ана шулай тамамлана.
Йә, хәҙер кемегеҙ, эскелекте сир түгел тип, әйтә алыр? Сирҙең дә ниндәйе бит әле - аҡсаға һатып алынғаны. Әле минең дә эсеүемдән ҡотолоуыма 13 йыл ваҡыт үтмәгән. 11 йылдан ашыу. Тимәк, мин һаман да эскесе булып иҫәпләнәм. Ниндәй оят һәм ҡурҡыныс!
Тик үҙ-үҙең менән көрәшеп, үҙеңде еңгәндә генә был сирҙән арынырға була. Икенсе төрлө әйткәндә, эскелеккә ҡаршы көрәш, ул иң беренсе нәүбәттә, ҡан менән аң һуғышы. Ҡан талап иткәнде аң менән еңеүе еңел түгел, әммә иң еңел ысулы ла бар бының. Ул да булһа, тыуғандан алып бөтөнләй эсмәү.
Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең иртәнсәк баштары ауыртыуына еңел генә ҡарай, йөҙ грамм ғына эсәм дә, барыһы ла үтәсәк, тип үҙ-үҙен ышандыра, дөрөҫөн әйткәндә, алдай. Шул сағында микроскоп аша уға үҙенең ҡан тамырҙарында нимәләр булғанын күрһәтергә ине һәм эскелеккә ҡаршы шунан да яҡшыраҡ сара ҡалмаҫ ине. Күҙ алдына килтерегеҙ, араҡы-шараптың шойҡаны ҡан тамырҙарына килеп инә, ундағы миллион ҡошсоҡ-ферменттар рәхәтләнеп "туй" үткәрә лә, таҡтан йоп була. Бер аҙҙан һуң уларҙан тағы ла шунсама "себеш" ярала. Артабан инде ике миллион әрәмтамаҡ ашарға таптыра башлай, "бәпес туйы" үткәрергә рәт талап итә.
Хәҙер фәнни-техник революция заманы, бәлки, быларҙың барыһын да кешеләргә күрһәтеү мөмкин булған көндәр ҙә килер. Әлегә шуны ғына белегеҙ: һеҙ рюмкаға үрелгән саҡта, ҡан тамырҙарығыҙҙағы суҡыштарын асып сырылдашҡан себештәрҙе күҙ алдына килтерегеҙ. Бәлки, уларҙың бер-береһен ашар ваҡыты килеп еткәндер?
Әхмәр ҮТӘБАЙ.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА