Яңы йылдың тәүге айына аяҡ баҫабыҙ. Хәйерле, имен булһын йылыбыҙ. Календарҙа Яңы йыл байрамы тип билдәләнгән ошо уҡ көн Бөтөн донъя тыныслыҡ көнө тип тә нарыҡланған. Берәй эш башлар алдынан бисмиллабыҙҙы әйтәбеҙ бит. Тыныслыҡ тыуаһы йылыбыҙҙың һәм, ғөмүмән, йәшәйешебеҙҙең дә бисмиллаһы булһын, тип теләйек.
Һыуығайҙың 1-10-ны - Яңы йыл каникулдары. Уҡыусы балаларҙыҡы ғына түгел, хеҙмәтсән халыҡтыҡы ла. Ошо оҙайлы ялдар күп кешегә тынғы бирмәй, әйтәгүр. Халыҡ самаһыҙ ашап-эсеп, әрәм булыр, ил иҡтисадына самаһыҙ зыян яһалыр, тип ҡурҡа В. Жириновский һәм уның фирҡәләштәре. Бөгөнгө хаҡтарға ҡарағанда, артыҡ ашап-эсеүгә әллә ни рәт булырмы икән ул, тейем дә... Гөрләп эшләп торған завод-фабрикаларыбыҙ ҙа элекке кеүек аҙым һайын түгел. Ә бына ит, һөт, башҡа төр продукция етештереүсе ауыл эшсәне, байрам, ял тип тормай, барыбер эшләй: каникул, тип, һыйыры һауылмай тормаҫ бит инде!
Ғәҙәттә, тиҙ генә сит ил тәжрибәһен иҫкә төшөрәләр. Әйткәндәй, бөтөн Европа һәм Азия илдәрендә лә, АҠШ һәм Канадала ла оҙайлы раштыуа каникулдары - ғәҙәти хәл. Тик уларҙа халыҡтың әүҙем ялы яҡшы ойошторолған. Улар сит илдәргә сыҡмайынса ла бына тигән ял итә: тауҙарға китә, саңғы спорты менән мауыға, махсус пансионаттарҙа туҡтап, ил буйлап сәйәхәт ҡыла, балаларын Диснейға йөрөтә - ҡыҫҡаһы, ялдарын ғаиләләре менән файҙалы итеп үткәреү өсөн бөтөн шарттары бар. Беҙҙең депутаттарға ла, бәлки, үҙ илебеҙҙә нисек итеп ғаилә ялдарын ойоштороу хаҡында уйларға кәрәктер? Тыйыуы еңел дә бит, ә бына ойоштороу һәр кемдең дә ҡулынан килмәй шул...
Әйткәндәй, тап шул көндәрҙә ғаилә менән ял өсөн сәбәптәре лә тыуып тора: илебеҙҙәге күп халыҡ Раштыуа (7) көнөн байрам итә, Бөтөн донъя балалар киноһы (8), Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар (11) көндәре билдәләнә. Шул ҡурсаулыҡтар буйлап аттарҙа ҡышҡы сәйәхәт ниндәй мауыҡтырғыс булыр ине! Быйыл республикабыҙ халҡы Торатауға, башҡорт Ҡыш бабайына ҡунаҡҡа йөрөйәсәк һәм унда ял ҡыҙыҡлы үтһен өсөн тейешле шарттар булдырылғандыр, тигән өмөттә ҡалайыҡ. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа Ҡыш бабайға рәхмәттәр әйтеп ҡайтып китерлек булһын! Бөтөн донъя "Рәхмәт" көнө (11) юҡҡа ғына булдырылмағандыр бит. Бер-беребеҙгә рәхмәттәр әйтерлек эштәр ҡылайыҡ, йәмәғәт.
Ай башында байрамдар мул булғанлыҡтанмылыр, Һыуығайҙың икенсе яртыһы тыныс, һил күренә. Рәсәй Матбуғаты һәм журналистикаһы (13) көндәренән һуң Бөтә Рәсәй студенттар көнө (25), унан Ленинград блокадаһын өҙөү көнө (27) билдәләнә.
Уның ҡарауы, йыл "иртәһе"ндә донъяға килгән талантлы һәм билдәле шәхестәребеҙ байтаҡ ҡына. Бына улар: 4 ғинуар - БДУ профессоры, физика-математика фәндәре докторы Хәйрулла Мортазинға 75 йәш, 5 - Башҡортостандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваға 85 йәш, 7 - БДУ профессоры, тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшәриповҡа 75 йәш, 8 - башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим һәм яҙыусы Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 190 йыл, шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваға 50 йәш, 17 - яҙыусы Урал Мостафинға 65 йәш, 25 - шағирә Тамара Ғәниеваға 65 йәш, 27 - ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡоловҡа 60 йәш тула.
Талантлы шәхестәр әҙәбиәт менән сәнғәт өлкәһендә генә тыумай, шуныһы ҡыуаныслы. Заманыбыҙҙың төп ыңғай билдәләренең береһе эшлекле мөхитебеҙҙә талантлы менеджерҙарҙың барлыҡҡа килеүе менән дә характерлана. "Булғадир булған, ай, Салауат егерме лә ике йәшендә..." тигән кеүек, ул да 22 генә йәшендә Өфө төҙөлөш тресында хеҙмәт юлын мастер, прораб булып башлай һәм ифрат та яуаплы, тынғыһыҙ өлкә - баш ҡалабыҙ хужалығы менән идара итеү эшенең бөтөн баҫҡыстарын үтеп, мэр вазифаһына тиклем үрләй. Һүҙ Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ишмөхәмәт улы Ялалов тураһында барғанын аңлағанһығыҙҙыр. Ул етәкселек иткән ни бары 3-4 йыл эсендә баш ҡалабыҙ танығыһыҙ булып үҙгәрҙе, киңлеккә лә үҫте, юғарыға ла үрләне - Рәсәйҙә генә түгел, донъя аренаһына билдәле мегаполистарҙың береһенә әүерелде. Баш ҡалабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре буйынса бойондороҡһоҙ рейтингтарҙа юғары баһаланып килеүе, миллионлы ҡалалар араһында йәшәү өсөн иң уңайлы ҡала булараҡ танылыуы, экологик рейтингтарҙа лидерлыҡты бирмәүе, быйылғы БРИКС һәм ШОС саммиттарына әҙерлек һәм уның уңышлы үтеүе - былар бөтәһе лә ҡала башлығының шәхси яуаплылығы, заманса менеджерлыҡ һәләттәре хаҡында һөйләүсе бер нисә генә факт. 27 ғинуарҙа Ирек Ялаловҡа 55 йәш тула. Был тап әлеге осраҡ: заманыбыҙ үҙенең аҫыл улдарының береһен юбилейы менән ҡотлап, уның фиҙаҡәр эшмәкәрлеген "бишле"ләргә генә баһалай. Тағы бер юғары баһа - ошо көндәрҙә РФ Президенты В. Путин указы менән баш ҡалабыҙ башлығы Дуҫлыҡ ордены менән наградланды. Ҡыш бабай ҡотлауҙарына беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм хөрмәтле Ирек Ишмөхәмәт улына тынғыһыҙ эшендә көс-ҡөҙрәт, ижад ялҡыны, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА