Билдәле булыуынса, XVIII - XIX быуаттың беренсе яртыһында Рәсәй төрлө илдәр кешеләре өсөн "барырға ашҡынып торған ер"гә (земля обетованная) әйләнә. Рәсәй дәүләтенең мәнфәғәттәрен һанға һуҡмаған, еңел тормош, байлыҡ һәм дәрәжә эҙләп килгәндәр байтаҡ була. Әммә араларында илдең иҡтисадын, уның хәрби һәм сәйәси ҡеүәтен, фәнен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткәндәрҙе лә осратырға мөмкин. Һуңғылар иҫәбенә И.Ф. Бларамбергты индерергә була.
Иван Федорович Бларамберг (Иоганн фон Бларамберг) 1800 йылда Майндағы Франкфурт ҡалаһында тыуа. 1820 йылда ул Гессен университетына уҡырға инә, математика, статистика, хоҡуҡ белеме курстары буйынса лекциялар тыңлай. 1823 йылда атаһының ҡустыһы, билдәле археолог, 1797 йылдан алып Петербургта, Одессала йәшәгән Иван Павлович Бларамбергтың саҡырыуы буйынса Рәсәйгә килә. Иоганн тәүҙә бер йыл тирәһе Мәскәүҙә йәшәй, урыҫ телен, тарихты, географияны өйрәнә. 1824 йылда Рәсәй гражданлығын ҡабул итә һәм Иван Федорович Бларамберг булып китә. 1825 йылда ул Юл төҙөү корпусы институтына уҡырға инә һәм 1826 йылда уны иң алдынғы уҡыусылар рәтендә тамамлап, поручик чины ала. Шулай итеп, Иван Федорович Рәсәй дәүләтенә тырышып хеҙмәт итә башлай.
Бларамберг 1840-1855 йылдарҙа Көньяҡ Уралда, Ырымбур губернаһында хеҙмәт итә. 1840 йылда уны подполковник чинында Айырым Ырымбур корпусына ебәрәләр. 1841 йылда ул хәрби отряд башлығы вазифаһында Бохара һәм Хиуа дипломатик миссияларын һаҡлап бара. Шул ваҡытта Бларамберг Ҡаҙағстан далалары, уға сиктәш Рәсәй губерналары, ундағы халыҡтар тураһында материал йыя башлай. 1845 йылда И.Ф. Бларамбергты Айырым Ырымбур корпусының обер-квартирмейстеры итеп ҡуялар һәм уға полковник дәрәжәһе бирелә. 40-сы йылдарҙа Иван Федорович эше буйынса Ҡаҙағстанда, Башҡортостанда күп тапҡыр була, ул ерҙәрҙә топографик тикшереүҙәр үткәрә, карталар төҙөй. 1853 йылда генерал-губернатор В.А. Перовскийҙың Аҡ Мәсеткә походында ҡатнаша. Әйткәндәй, И.Ф. Бларамберг В.А. Перовский менән яҡын таныш була. 1852 йылда Бларамбергка генерал-майор чины бирелә. 1855 йылда уны Петербургка хәрби министр ҡарамағына күсерәләр. Шулай итеп, Иван Федорович Бларамбергтың Ырымбурҙағы ун биш йыллыҡ хеҙмәте тамамлана.
И.Ф. Бларамберг үҙенең хәтирәләрендә байтаҡ урынды ғүмеренең Ырымбур осорона бағышлай. Бында ул Көньяк Уралдың тәбиғи-географик шарттары тураһында ентекләп яҙа. Ырымбур крайында төрлө халыҡтар йәшәгәнлеген билдәләй һәм уларҙың ҡайһылары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә. Башҡорттар тураһында Бларамберг былай тип яҙа: "Башҡорттар Ырымбур губернаһының бөтөн округтарында тиерлек таралып ултырған. Улар Вятка губернаһының көнсығыш округтарын, Пермь губернаһының көньяғын, шулай уҡ Урал казактарының төньяҡ ерҙәрен биләй". Бөтә башҡорттар мосолман динен тота, тип тә әйтеп үтә. Ул: "Башҡорттарҙың бер өлөшө ултыраҡ ғүмер итә һәм игенселек менән шөғөлләнә, ҡалғандары тик көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын үҙҙәренең йорттарына күсә. Май айынан алып 15 сентябргә тиклем улар ауылдарынан 5-30 саҡрым алыҫлыҡта күсмә тормош менән йәшәй, малсылыҡ һәм ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. ...Ҡыш көнө башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йөн иләй, өй эштәрен башҡара. Яҙ етеү менән башҡорттар ауылдарын ҡалдырып, мал-тыуар һәм кәрәк-яраҡтарын алып, бай көтөүлектәргә, күрше далаларға, тауҙарға сығып китә", - тип яҙа. Бларамберг башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте тураһында ла әйтеп китә: "1848 йылда башҡорттар һәм мишәрҙәр 17 кантонға бүленә. Ырымбур сик буйы һыҙаты (Оренбургская пограничная линия) эргәһендәге дүрт кантондың халҡы хәрби хеҙмәткә алына, ә ҡалған кантондар башҡорттары, мишәрҙәре хеҙмәт итеү урынына йыл һайын өс көмөш һум түләй. ...1847 йылда 16 мең башҡорт хәрби хеҙмәттә тора, 68626 кеше хәрби хеҙмәттән сыҡҡан була". Бларамберг хәтирәләрендә крайҙа йәшәгән казактар, мишәрҙәр, сыуаштар, татарҙар, типтәрҙәр, мордвалар, ҡалмыҡтар тураһында ла яҙа. Автор шулай уҡ Өфө, Ырымбур, Стәрлетамаҡ ҡалалары, йылғалар, рудниктар, заводтар һәм башҡалар тураһында ҡыҙыҡлы белешмәләр бирә. И. Ф. Бларамберг хәтирәләрендә күп тапҡыр Башҡортостан менән һоҡланыуын белдерә һәм йыш ҡына "Башҡортостан гүзәл һәм бай ил" тип ҡабатлай.
Шулай итеп, генерал-лейтенант Иван Федорович Бларамбергтың хәтирәләре бөгөн дә Көньяҡ Уралдың, сиктәш ерҙәрҙең географияһын, тарихын, этнографияһын өйрәнеүселәргә бай һәм ҡыҙыҡлы сығанаҡ булып тора.
Айбулат ПСӘНЧИН,
география фәндәре докторы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА