«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠЫҘЫҢА ҺАНДЫҠ ӘҘЕРЛӘНЕҢМЕ?
+  - 

Нимә бар икән унда, тигән һорау тыуа торғайны бала саҡта өләсәйҙең йоҙаҡлы, серле һандығын күргән һайын. Борон тирмәләрҙең дә иң түренә һандыҡ ҡунаҡлаған бит.

Элек-электән башҡорт ҡыҙы килен булып төшкән йортҡа үҙе менән һандығын да алып барған. Һандыҡты һәм уның эсендәге бирнәлекте ғаиләлә ҡыҙҙың үҫмер сағынан уҡ әҙерләй башлағандар. Кис ултырыуҙарҙа һылыуҙар тырышып-тырышып таҫтамалдар нағышлаған, ҡулъяулыҡтар сиккән. Әлбиттә, һәр ҡыҙ уңған килен тип ҡабул итеүҙәрен теләгән.
Һыу юлын күрһәтер алдынан кәләш килендәштәренә, бикәстәренә, туған-тыумасаларына ғына түгел, ауылдың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарына, үҙҙәренеке итеп ҡабул итһендәр өсөн, килен йөҙө итеп һандығынан сығарып сигелгән ҡулъяулыҡтар таратҡан. Ҡәйнә йортона йәш килен нағышланған яҫтыҡ тыштары, ашъяулыҡтар, селтәрҙәр, таҫтамалдар, урындыҡҡа йәйә торған буй балаҫтар ҙа алып килгән.
Күбеһенсә ҡаралты, яҫтыҡ-юрған һәм аҫалы балаҫтар һандыҡтың өҫтөнә урынлаштырыла. Ҡайһы төбәктәрҙә аҫалы балаҫ һандыҡтың төбөнә һалынған.
Һандыҡтың биҙәлеше, ҙурлығы төрлөсә булған. Элегерәк һәр ағас оҫтаһы тиерлек һырлап, семәрләп һандыҡ эшләй белгән. Оҫталыҡтың үҙ яйы, серҙәре бар. Ағастың да килешлеһен, тейешлеһен алырға кәрәк, әҙер һандыҡты һаҡлай белеү ҙә зарур. Ағас оҫталары һырлап эшләгән һандыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан уға йыйылған хазина ҡул оҫталығын ғына түгел, ә тотош халҡыбыҙҙың быуаттар буйы ошо рәүешле быуындан-быуынға тапшырыла килгән сәнғәтен, рухи байлығын сағылдыра.

Миңзәлә ФӘСИМОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.16 | Ҡаралған: 1868

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru