«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХОҘАЙ ТЕЛ АСҠЫСЫ БИРГӘН ИКӘН...
+  - 

Шағирә Фирүзә Абдуллинаның исеме гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш. Интернетта "Ғәжәп донъя" төркөмөн асып, шиғырҙарын шунда ҡуя башлау менән, автор күптәрҙең күңел серҙәшенә әйләнде. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Баймаҡ районы Шүлкә ауылы ҡыҙы, ун балалы ишле ғаиләлә төпсөк бала булып донъяға килә. Баймаҡ лицей-интернатын тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡый. Студент сағында Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылы егете Фидаил Абдуллин менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ғүмеренең 33 йылын балалар уҡытыуға биргән юғары категориялы уҡытыусы әле лә ошо эшен дауам итә. Ул Ҡырмыҫҡалы районында "Илһам" әҙәби берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе лә.

"Ҡайҙан килеп сыҡтың?"

"Быға тиклем һин ҡайҙа булдың? Нишләп күренмәй инең?" - тигән һорауҙы миңә йыш ишетергә тура килә. "Эшләнем, балалар үҫтерҙем - йәшәнем!" - тип яуап бирәм. Беренсе шиғырымды мин, өсөнсө класс уҡыусыһы, 8 Март байрамына әсәйемә бағышлап яҙғайным. Ошо беренсе шиғырҙан башланып китте лә инде минең был мауығыуым. Көлһәләр ҙә, мыҫҡыл итһәләр лә яҙып маташтым. Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ, аҙаҡ Баймаҡ интернат-мәктәптәрендә уҡыған йылдарҙа стена гәзиттәрендә генә түгел, хатта "Октябрь байрағы" тип аталған район гәзитендә лә донъя күргеләне шиғырҙарым. Редакция эргәһендә "Ҡыңғырауҙар" әҙәби ижад түңәрәге эшләй ине, унда тәжрибәле апай-ағайҙарҙың баһаһын, фекерен ишетеү ҙә ҡанатландырғандыр, күрәһең. Рус теле һәм әҙәбиәте фәндәренән уҡытыусы Мәүжидә Рахманғол ҡыҙы Айытҡоловаға кеше һәм уҡытыусы булараҡ ғашиҡ инем. Ошо һоҡланыуым мине Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус һәм башҡорт филологияһы факультетына уҡырға алып килде. "Ашҡаҙар" әҙәби ижад түңәрәгендә биш йыл шөғөлләндем, шиғырҙар яҙыуҙы дауам иттем. Диплом менән бергә никах таныҡлығы ла ҡулға алып, ғаилә тормошо башланым. Шәхси юғалтыуҙарымдың шиғриәттән генә түгел, йәшәүҙән дә биҙҙергән осором булды. Шулай итеп, шиғриәт өсөн мин юғалып торҙом. Интернеттағы "Бәйләнештә" сайтында төркөм асып, унда донъя күргән шиғырҙарым кемдәргәлер оҡшамаһа, бәлки, артабан да шулай йәшәп ятҡан булыр инем. Бөгөнгө көндә "Ғәжәп донъя" тип аталған был төркөмдөң ете мең ярым самаһы уҡыусыһы бар. Әгәр төркөмгә ҡуйылған шиғырҙарым кемдәргәлер оҡшай икән, улар минән шиғыр һорай икән, яҙмаҫҡа йәки яҙылғанды йәшереп тоторға минең ниндәй хаҡым бар? Әгәр Хоҙай миңә тел асҡысы биргән икән, кешеләрҙең күңелдәренә ятырлыҡ фекерҙәрҙе башыма һалған икән, тимәк, мин яҙырға, кешеләр менән бүлешергә тейешмен тип уйлайым. Минең кеүек тойған, уйлаған кешеләр бар икән, тимәк, минең шиғриәтемдең дә булырға хаҡы бар! Ә инде шиғриәтме был, түгелме - бөтөнләй башҡа эш…

Шиғриәт шырлығы

Ғүмерем буйына (33 йыл була быйыл) мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡыттым. Башҡорт теле уҡытыу бәхете эләкмәне. Шуға ла башҡорт әҙәбиәте донъяһынан бөтөнләй ситкә кителгән. Яңы исемдәр, яңы әҙәрҙәр, яңы ҡараш һәм яңы талаптар… Урман араһынан килеп сыҡҡан Робинзон һымаҡ, заман шиғриәте тураһында бер нәмә лә белмәүем асыҡланғас, аптырап ҡалдым. Ҡосаҡ тултырып шиғри йыйынтыҡтар алып ҡайтып, уҡырға ултырҙым. Рәмил Йәнбәк, Искәндәриә, Рәмил Ҡолдәүләтте уҡып сығырға ғына етте түҙемлегем. Һәр бер шиғырҙан үҙемдә ҡабатлау йәки фекер оҡшашлығы эҙләп аптырандым да, башҡаса уҡымаҫҡа булдым. Минең шиғри наҙанлығымдың ыңғай яҡтары ла бик күп икән: кемделер ҡабатлауҙан ҡурҡмайынса, һәр фекеремде беренсе булып тапҡан кеше итеп тойоп яҙа алам! Плагиатта ғәйепләһәләр… аңлатып ҡарармын, йәки шиғырымды юҡ итермен. Был шырлыҡта аҙашыуы бик еңел! Ләкин һәр шағирҙың үҙенә генә хас тауышы бар. Бер кем дә башҡа берәүҙе ҡабатлай алмай, минеңсә. "Шиғриәт шырлығы" исемле шиғырымда әйткәнсә:

Күпме шағир! Күпме шиғыр…
Белеп хатта бөтмәйем,
Шиғриәттең шырлығында
Аҙашыуҙан шөрләйем.

Һәр береһенең үҙ көйө
Шырлыҡтағы ҡоштарҙың,
Таный алырмынмы көйөн
Шиғыр яҙған дуҫтарҙың?

Ғәйеп итеп күрмәҫтәрме,
Күптәрен танымаһам?
Белмәйенсә, берәйһенең
Тауышын ҡабатлаһам?

Үҙ тауышым, үҙ моңом бар,-
Ишетерме берәйһе?
Шиғриәттең шырлығында
Әле урын эҙләйһе…

Урманда ла бит турғай үҙенсә сырҡылдаған була, кәкүк үҙенсә һуҙа, һандуғас үҙенсә моң түгә. Һәм һәр береһе кәрәкле, һәр ҡайһыһы ҡәҙерле. Минең шиғриәтем дә кемгәлер кәрәк, кемдер өсөн мөһим. Шулай булғас, үҙ тауышымды сығарырға минең дә хаҡым барҙыр.

Минең ижадым

Әгәр кемдер өсөн минең яҙмышым ал да гөл генә тойола икән - ул һис шикһеҙ яңылыша. Бер кемдең дә яҙмышы тик бәхет-шатлыҡтан ғына тормайҙыр ул. Ана шул тормош юлында осраған ауырлыҡтарға бирешмәй, еңеүсе булып сығыу өсөн аҡыл, сабырлыҡ, түҙемлек кәрәк. Мин үҙем әсәйемдең кәңәштәренә таянып йәшәнем һәм байтаҡ һынауҙарҙа һынманым. Олоғая килә шуны аңланым: әсәйем миңә биргән кәңәштәрҙе мин ҡыҙҙарыма еткерергә тейешмен. Ошо теләк мине ҡулыма ҡәләм алырға, уй-фекерҙәремде "Әсәйем һабаҡтары" тип аталған шиғырҙар шәлкеменә һалырға мәжбүр итте. "Киске Өфө"гә рәхмәт: шәлкемгә ингән шиғырҙарым гәзиттә өс ай буйына һандан-һанға баҫылып килде, халыҡ араһында танылыу алды. Яҙыусылар берлегенең шиғриәт бүлегендә ижадымды тикшереп, ошо шиғырҙарҙы бер китап итеп туплап, "Китап" нәшриәтенә тапшырырға йүнәлтмә лә бирҙеләр. Ул арала үҙнәшер ысулы менән ике китап баҫтырҙым.

Нисек мин китаплы булдым?

"Барыһы ла яҡшы буласаҡ!" тип аталған тәүге китабымдың баҫылыуы бик тиҙ һәм алдан уйланылмаған эш булып килеп сыҡты. Был иһә интернет менән бәйле. Көтмәгәндә Башҡорт Википедияһының ирекмәне Рөстәм Нурыев үҙе минең ижадыма иғтибар итеп, 2014 йылдың 21 ноябрь көнө шәхси хат яҙып, Викикитапханаға әҫәрҙәремде тупларға тәҡдим яһаны. Әлбиттә, теләк бар, ләкин бик ҡурҡыныс ине ризалашыуы, сөнки компьютер һәм интернет менән дуҫлыҡ самалы. Ҡурҡыуымды еңеп, бер-бер артлы теркәлеү, пароль ҡуйыу, шәхси биткә мәғлүмәт ҡуйыу, шаблонға шиғыр урынлаштырып өйрәнеү кеүек беренсе ҡарауға бик ҡатмарлы эштәргә тотондом. Һәр аҙымды, һәр хәрәкәтте Рөстәм Нурыев бик сабыр ғына итеп, яйлап, ҡат-ҡат аңлатып, ҡулымдан тотоп эшләткәндәй өйрәтте. Электрон китапты үҙе үк эшләп тә ҡуйҙы. Тиҙҙән китапты ҡағыҙ вариантта баҫтырыу ҡулайыраҡ буласаҡ, тип раҫлап, нәшер итеүсе табып, килешеүгә ҡул ҡуйғас, был ысынбарлыҡ икәненә ышандым. Ысынлап та, тиҙ арала китап донъя күрҙе, хатта бик матур итеп исем туйы ла үткәреп ҡуйҙыҡ. Был минең тәүге китабым, һәм уның баҫылып сығыуында башҡорт Википедияһы, уның ирекмәне Рөстәм Нурыев - төп сәбәпселәр, сөнки китап баҫтырыу тигән уй башҡа ла килгән нәмә түгел ине. Шул уҡ интернет селтәре ярҙамында яңы китап республиканың төрлө райондарына тиҙ генә таралып бөттө, үҙ уҡыусыларын тапты. Нисек тиһегеҙме? Китап баҫтырыу тураһында һүҙ сыҡҡас уҡ минең ижади төркөмөмдә был турала иғлан булды, һәм иң әүҙем уҡыусыларым сығасаҡ китапты үҙҙәре йәшәгән райондарҙа таратыуҙы ойоштороуҙы үҙ өҫтәренә алырға теләк белдерҙе. Тиҙ арала китапты һатып алырға теләүселәр исемлектәре булдырылды, китап сығыу менән (исем туйынан уҡ) райондарға таратып алып та киттеләр. Шуға күрә китапты һатыу менән проблема булманы. Шулай итеп, мин китап сығарып өйрәндем, хәҙер, бер бик танылған әҙип әйтмешләй, шиғыр яҙып өйрәнергә генә ҡалды…

Хыял емешем

Икенсе китабым - минең хыял емешем. Ҡатын-ҡыҙ тормошондағы дүрт осор: әсәһенә рәхмәтле ҡыҙ бала, һөйөклө ҡатын, балаларына әсәй, ейәндәренә өләсәй - осорҙары сағылыш таба бында ингән шиғырҙарымда. Кеше үҙенең көндәлек тормошонан йәм табып, уның тәмен тойоп йәшәһә генә донъяларҙың матурлығын күрә алалыр, тип уйлайым. Был китапты беҙ тормош иптәшем менән икәүләп төҙөнөк: шиғырҙарын һайлап алып, билдәле бер тәртиптә урынлаштырҙыҡ, ул һүрәттәр төшөрҙө, уларҙы ҡуйырға урын билдәләнек. Дизайнер Фәрзәнә Утарбаева минең ике китабымды ла оло зауыҡ менән биҙәне, йәм бирҙе. Ҡулға тотоуы ла күңелле булған матур бер китап килеп сыҡты.
Ләкин иң мөһиме - китаптың тышлығы түгел, ә уның йөкмәткеһе: тематикаһы буйынса дүрт циклға бүленгән шиғырҙар йыйынтығы һәр ҡатын-ҡыҙ кисерә торған хистәргә ҡоролған. Беренсе өлөшө "Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!" тип атала һәм донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙгә - әсәйҙәребеҙгә бағышлана. Тере саҡтарында ҡәҙерҙәрен белергә, фатихаларын алып ҡалырға, баҡыйлыҡҡа күскәс, хәтерҙә тоторға - шул осраҡта ғына тыныс күңел менән йә-шәп, бәхетле булып була икәнен оноторға ярамай. Икенсе өлөш - мөхәббәт, тоғролоҡ, ғаилә тормошо, уртаҡ мәшәҡәттәр һәм шатлыҡтар, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында. Өйөндә бәхетле кеше генә тормошта үҙен бәхетле итеп тоя. Өйҙәге бәхет башлыса ҡатын-ҡыҙҙан тора тип иҫәпләйем мин һәм ошо туралағы фекерҙәрем, уй-хистәрем сағылыш тапҡан был шиғырҙарымда. Өсөнсө өлөш - йөрәк ярып сыҡҡан шиғырҙар. Әсәй кеше булараҡ, табыштарым, шатлыҡтарым, әрнеүҙәрем, юғалтыуҙарым, өмөттәрем, хыялдарым - бөтәһе лә бында. Дүртенсе циклда - иң шатлыҡлы, иң хисле, наҙлы шиғырҙарым тупланғандыр, моғайын, сөнки уларҙа мин өләсәй булараҡ сығыш яһайым. Ейәнем - ул минең иң ихлас һөйөүем, дауамым, өмөттәрем һәм хыялым. Ғүмер үтеп, балалар үҫеп, хистәр ҡырыҫланып барғанда ул мине өр-яңынан яратыу хистәре тойорға мәжбүр итте, ихласлығы менән арбаны. Әсәй-өләсәй кешенең бөтә йәшәү мәғәнәһе - балаларҙа. Ғөмүмән, был китапҡа мин үҙемдең иң ҡәҙерле, иң шәхсән хис-тойғоларымды һалып, уҡыусыларыма еткерәм.

Нимә ул шиғыр?

Йәш саҡта нисектер был турала уйланмай инем. Минеңсә, атлар өсөн уның теорияһын белеү мөһим түгел - һин атлайһың да китәһең. Шуның кеүек, башҡа килгән уй-фекерҙе аҡ ҡағыҙға яҙыу етә ине, шиғыр үҙенән-үҙе килә лә сыға ине. Әле иһә бөтөнләй башҡаса. Йәш саҡтағы шиғырҙарымды уҡып ҡарайым да, үҙем үк аптырап ҡуям: образлылыҡ та бар, фекер ҙә ярылып ята, формаһы ла ярайһы ғына. Бына ошо оҫталыҡты йылдар үтеү менән әллә юғалттыммы, әллә…
Тормош тәжрибәһе мине башҡасараҡ яҙырға өйрәтте. Яһалмалыҡ - шиғриәттең иң ҙур дошманы, минеңсә. Әгәр хис-тойғоларың ихлас икән, әгәр кешеләрҙе борсоған теманы күтәрәһең икән, әгәр һинең шиғырыңдан кемгәлер еңеллек килә икән, кемдер үҙен борсоған һорауға яуап таба икән - тимәк, был шиғырҙың йәшәргә хаҡы бар! Аҡмулла, Рәми Ғарипов, Мостай Кәримдең бөтә шиғырҙары ла образға ҡоролған тип кем әйтә ала? Ә бит улар шиғриәттең иң юғары өлгөләре иҫәпләнә! Әлбиттә, үҙемде улар менән сағыштырыу дөрөҫ түгелдер… Мин уларҙың ижадына һоҡланам, уларҙан өйрәнәм. Образлылыҡ артынан ҡыуып, яһалма шиғыр яҙыуҙан ҡурҡам. Хистәр йөрәктән шишмә булып урғылып килеп сыҡһа ғына ул ихлас булалыр. Үҙең кисермәгән, үҙең тоймағанды тәбиғи итеп әйтеп биреү мөмкин түгел. Бәлки, ил, тел, милләт тураһында шиғырҙарым аҙ булыуы ла шунан киләлер. Яҡшыраҡ, дөрөҫөрәк күренергә тырышып, уҡыусыларымды алдарға теләгем юҡ. Нисек бармын - шулай ҡалам, шулай яҙам. Көнкүреш лирикаһы тип тә атайҙар минең яҙмаларымды. Эйе, бәлки улар шиғриәттең юғары тәғәйенләнешенә, уға булған талаптарға яуап биреп тә бөтмәйҙәрҙер. Ләкин мин бит, улар - шиғыр, йәки шиғриәттең камил өлгөләре, тип иҫбатламайым. Таҡмаҡтың да булырға хаҡы бар, йомаҡтың да, тигәндәй. Һәр төрлө ижадтың да булырға хаҡы бар, минеңсә. Аллаға шөкөр, юғары кимәлдәге шиғырҙар яҙыусы шағирҙарыбыҙ етерлек, өлгө алырлыҡ миҫалдарыбыҙ бар. Әгәр шиғриәттә минең кеүек дилетанттар булмаһа, уларҙың бөйөклөгөн ҡайҙан, кемгә сағыштырып белер ине ябай уҡыусы? Тимәк, минән дә файҙа бар!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.04.16 | Ҡаралған: 2307

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru