«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЗГЕ ЭШТӘРЕ ДӘҮЕРҘЕҢ БЕР ШАҢДАУЫ БУЛҺЫН
+  - 

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ райондарында һәм ауылдарында ойошҡан ағинәйҙәр хәрәкәтенең әһәмиәтен, милләт яҙмышындағы мөһимлеген танымау мөмкин түгел. Миһырбанлы, һиҙгер, зиһенле, аңлы, зыялы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауылдарыбыҙға, көнитмешебеҙгә, рухиәтебеҙгә янаған заман һынауҙарына ҡаршы ҡалҡан булып баҫыуы дәүерҙең бер шаңдауын хәтерләтә хатта. Хәйер, халҡыбыҙҙа был хәрәкәт яңылыҡ та түгел инде. Ағинәйлек, аҡһаҡаллыҡ йәшәү рәүеше булып тора беҙҙең башҡорт йәмғиәтендә. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы, ауыл-ҡалаларыбыҙҙағы битараф булмаған зыялы ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер ҡорға берләштереп, уларҙың эшенә бер рәсми төҫ кенә бирҙе. Йөрәгендә ағинәйлек ҡомары йөрөткәндәр бөгөн Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Хәйбулла, Йылайыр, Белорет, Ейәнсура, Күгәрсен, Федоровка, Стәрлебаш, Ғафури, Архангел, Ауырғазы, Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Бишбүләк, Асҡын, Бүздәк, Ҡыйғы, Иглин, Борай, Салауат, Дүртөйлө, Мәләүез, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарында, Сибай, Күмертау, Өфө ҡалаларында дәррәү эшләп килә. Байрам менән байрам, сара менән сара арауығында ғына осрашмай был гүзәл заттар, ә ағинәйлек бурысын атҡарыуҙы көндәлек эш, йәшәү рәүеше итеп ҡабул иткән улар. Шуға ла уларҙың һәр эшен, һәр үткәргән сараһын матбуғат биттәрендә яҡтыртып бөтөп тә булмай. Ә шулай ҙа үтә мөһимдәрен, башҡаларға өлгө, тәжрибә бирерлектәрен гәзитебеҙ биттәрендә күрһәтә бармаҡсыбыҙ.

Йолалар сыҡты сәхнәгә

Ейәнсура районында үткәрелгән ҡор "Ағинәйҙәр һүҙе - изге доға ише" тип аталды. Йола буйынса, ҡорҙо район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев асып ебәрҙе. Ул ҡайһы бер мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, район ағинәйҙәре эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе, уларҙың эше һөҙөмтәһе булараҡ, төбәктә ҡайһы бер кире күренештәрҙең, бигерәк тә эскелек менән мауығыусыларҙың кәмеүе, ауылдарға йәм инеүе тураһында хәбәр итте. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың энтузиазмына ғына нигеҙләнеп башланған был хәрәкәттең әһәмиәте етәкселәр тарафынан шулай хуплана, билдәләнә икән, тимәк, юҡҡа тырышмай ағинәйҙәр, тигән һығымта яһалды ошонда.
Артабан милли йолалар сыҡты сәхнәгә. Ағинәйҙәрҙең бер маҡсаты ла ошо бит: йолаларыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, йәш быуынға тапшырыу. Ейәнсура районы Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Нурия Ҡунысбаева үҙе алып барҙы сараның был өлөшөн, ағинәйҙәр башҡарған эштәрҙе барланы, уларға баһа бирҙе, күңелдәрен үҫтерҙе. Уның матур телмәренән һуң сағыу милли кейемдәге ағинәйҙәр сиратлап сәхнәгә күтәрелде. Яныбайҙар баланы имләү, өшкөрөү йолаһын ана нисек йәнле итеп сәхнәләштерҙе! Аҡҡондоҙҙарҙың ҡорама байрамы ваҡытында "Бирнәне алтыла әҙерләһәң - арта, етелә әҙерләһәң - етмәй" тигән һүҙҙәрендә ни тиклем тәрән мәғәнә ятыуына иғтибар ителде. Үргендәр, муйнаҡтар йырлы, шиғырлы сығышы менән арбаһа, иҫәнғолдар: "Батшаларға миһырбанлыҡ, ил-йортҡа именлек бирсе, Аллаһы Тәғәлә", - тип, бала тыуған ваҡытта әйтелә торған йолаларға мөрәжәғәт итте. Ә килендәргә ниндәй матур теләктәр әйтте улар! Ҡыуаныстан күҙгә йәштәр эркелә: "Килен, алғы итәгеңде - бала, артҡы итәгеңде мал баҫһын!" Йөрәккә үткәреп теләк әйтә белеү ҙә - милләтебеҙ йолаларынаң бер күрке.
Бикбауҙар ыуыҙ ҡоймағынан ауыҙ иттерһә, сәғиттәр килендән һыу юлы башлатты. Фәүзәнә ағинәйҙең йыры халыҡсан моңдоң бер аҫыл өлгөһө булараҡ хәтерҙә ҡалды. Тормош бер ҡасан да еңел-елпе булмаған, әммә үҙенең эс бошоуын да, һыҙланыуҙарын да йыр менән йырып сыҡҡан башҡорт ҡатыны. Иҙәштәр мах бирмәй йәшәргә саҡырһа, Әбүләис ағинәйҙәре, яҡташтары Мәрйәм апай Бураҡаеваның фекерҙәренә таянып, "Арғымаҡ"лы милләт булайыҡ, тип саҡырҙы. Ибрай ағинәйҙәренең Кесе йыл байрамы, мәҫәлән, үҙенсә бер асыш һымаҡ та булды. Баҡтиһәң, ул кәбисә йылының һуңғы шаршамбыһында үткәрелә икән.
Үтәғол ауылы ағинәйҙәре үткәндәргә байҡау яһап, үҙҙәренә милли күлдәктәр бүләк иткән шағирә, БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Йомабикә Ильясоваға бағышлап таҡмаҡтар ҙа әйтте. "Ейәнсура һылыуҡайы-2015" исеменә лайыҡ булған Наҙгөл Әйүпова Альбина Шәмсетдинованың киң билдәле "Башҡорт улына" йырын башҡарып, залдағыларҙы рухландырып ебәрҙе. Шиғыр, йыр ярата шул Ейәнсура халҡы.
Беҙҙең халыҡта бындай күркәм байрамдар ҡунаҡтарһыҙ үтмәй. Был юлы ейәнсуралар сараға күршеләрен - Күгәрсен районы ағинәйҙәре ҡоро ағзаларын саҡырғайны. Уларҙың етәксеһе Әминә Әҙелғужина сәхнәгә күтәрелеп, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, ағинәйҙәр ҡорҙарының бына шулай бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөп, теге йәки был эштәре менән таныштырыуы бик тә мөһим. Улар шулай үҙ эшмәкәрлектәрен киңәйтә, тәжрибәләрен байыта. Бына, мәҫәлән, Күгәрсен районы ағинәйҙәренең милли кейемдәргә ихтыяжын иҫәпкә алып, уларҙың етәксеһе Әминә Әҙелғужина шәхси ателье асып ебәргән. Ейәнсура ағинәйҙәре был мәғлүмәтте шулай уҡ ыңғай ҡабул итте: милли күлдәк тектерергә Өфөгә түгел, ә күрше районға ғына барырға була бит хәҙер...
Ейәнсуралағы был сара залға йыйылыусыларҙы рухландырып ҡына ҡалманы, ә миллилеккә һөйөү уятты, күп йолаларҙы иҫкә төшөрҙө һәм... күптәрҙә ағинәйҙәр менән бергә иңгә-иң терәшеп эшләргә тотонорға тигән дәрт уятты. "Ҡара әле, өләсәйемдән ишеткән анау яҙҙы ҡаршылау йолаһын барып өйрәтәйем әле ағинәйҙәребеҙгә, бәлки, мине лә үҙ сафтарына алырҙар..." - тип һөйләнә-һөйләнә сығып барған апайҙың һүҙҙәре быға раҫ булды.

Лариса АБДУЛЛИНА.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.04.16 | Ҡаралған: 1345

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru