Республика башҡорт лицей-интернаты 1992 йылда 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт-төрөк бүлеге булараҡ асыла. 1993 йылдың сентябренән Республика башҡорт-төрөк лицейы тип атала башлай. Әлеге көндә йөрөткән атамаһы белем усағына 2003 йылда бирелә.
Беҙҙең лицейға республиканың алыҫ райондарынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән балалар 7-11 синыфҡа уҡырға килә. Өфө ҡалаһындағы башҡа белем усаҡтарынан айырмабыҙ шунда: беҙ техник вуздарға уҡырға инәсәк егеттәрҙе әҙерләйбеҙ. Уҡыусылар физика, математика, информатика предметтарын тәрәндән өйрәнә. Башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен уҡытыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Физика, информатика, химия, математика кеүек предметтар буйынса айырым темалар инглиз телендә үткәрелә. Был уҡыусыларға халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, фәнни конференцияларҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Балалар инглиз телен яҡшы үҙләштерһен өсөн "Home reading competition" тип аталған проект астыҡ. Ҡатнашыусыларға инглизсә китаптар уҡырға, йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләргә һәм таныш булмаған һүҙҙәрҙе яҙып алып, ятларға кәрәк. Һуңынан иң күп китап уҡыусыларҙы бүләкләйбеҙ. Әйтергә кәрәк, уҡыусылар инглиз телен бик теләп, сәмләнеп өйрәнә. Шуға күрә, беҙҙең балалар инглиз телендә үткән халыҡ-ара конкурстарҙа һәм конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша.
Бөтә донъяға билдәле "TED" проектына эйәреп, лицейҙа "TEDxРБЛИ" тип аталған ораторлыҡ оҫталығы конкурсын даими үткәрәбеҙ. Конкурс инглиз һәм башҡорт телендә айырым ойошторола, унда уҡыусылар донъяға таратырлыҡ лайыҡлы идеялары тураһында һөйләй. 2011 йылдан алып уҡыусыларҙы роботтар төҙөү, роботтар ярыштарына ылыҡтырыу буйынса эшләй башланыҡ. Республика башҡорт лицей-интернатында электрон белем биреү мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ғөмүмән, балаларҙы киләсәктә алдынғы уҡыу йорттарында уҡып, үҙ һөнәренең оҫтаһы булырҙай белемле шәхестәр итеп тәрбиәләү өсөн лицейҙа барлыҡ шарттар тыуҙырылған.
Республика башҡорт лицей-интернатында белемгә ынтылған, тырыш, рухлы, илһөйәр балалар уҡый. Уларҙың рухын байытыу, күңелдәрен үҫтереү өсөн бик күп башҡортса саралар ойошторола. Уҡыусылар йыл да "Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар конкурсында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала ҡатнаша. Үҙебеҙҙең тарихи шәхестәргә, милли йолаларға арналған матур байрамдар үткәрелә. Балаларға башҡа сит телдәрҙе юғары кимәлдә өйрәнеү өсөн тәү сиратта үҙеңдең туған телеңде биш бармағың кеүек белергә кәрәк, тип өйрәтәбеҙ. Уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүлеүҙең тағы бер сәбәбе бар. Киләсәктә улар техник вуздарҙа белем алып сығып, яҡшы белгестәр булып үҫеп еткәс, үҙебеҙҙең ил өсөн файҙа килтерергә тейеш. Ә халҡының тарихын, тамырҙарын белмәгән, туған телендә һөйләшмәгән кеше тыуған иле тураһында ла уйлап бармай...
Тик егеттәр генә уҡыуы менән Республика башҡорт лицей-интернаты башҡа белем усаҡтарынан айырылып тора ине. Киләһе уҡыу йылынан белем усағы "Инженерҙар лицейы" итеп үҙгәртелергә тора, ул саҡта иһә ҡыҙҙарҙы ла уҡырға алыуыбыҙ ихтимал. Лицейға химик-техник, физика-математика, социаль-иҡтисади йүнәлештәр буйынса төплө белем алырға теләгән балалар ҡабул ителәсәк. Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты менән технопарк, лабораториялар, төрлө уртаҡ проекттар буйынса килешеүҙәр төҙөргә йыйынабыҙ.
Фәнил НУРИЕВ,
Республика башҡорт лицей-интернаты директоры.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|