«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ - МИЛЛИ ХОЛОҠ
+  - 

Башҡорт халыҡ кейеменә ҡарата һуңғы ваҡытта күҙәтелгән ҡыҙыҡһыныу тураһында яҙғайныҡ инде. Район һәм республика күләмендә үткән саралар был фекерҙе ныҡлап раҫлай. Байрамдарҙа төрлө райондар һәм ауылдар ҡорған тирмә ихаталарында ниндәй генә кейем өлгөләре күрһәтелмәй. Тимәк, һаҡлана һәм үҫеш таба халҡыбыҙҙың кейем тегеү традициялары! Яҡын киләсәктә сәхнә өсөн кейем тегеүселәр ҙә халҡыбыҙҙың онотолоп барған милли кейем өлгөләрен файҙаланыр, ә байрамдарға ябай тамашасылар ҙа халыҡ кейеме кейеп йөрөй башлар, тигән ышаныс бар.

Ҡалпаҡ та ғына тигән баш кейеме...

Ҡасандыр бер райондың бейеү ансамбле өсөн костюм ижад иткәйнем. Заказ биргән етәксе эскиздарҙы оҡшатты, әммә егеттәр өсөн һайланған боронғо баш кейеме - ҡалпаҡты тектереүҙән ҡырҡа баш тартты. "Башҡорттар ундай баш кейеме кеймәгән", тип аңлатты ул үҙенең ҡарарын. Уның урынына ул төлкө ҡойроҡло, һуңғы ваҡытта сәхнә кейеме булараҡ киң таралған, әммә башҡорттар бер ҡасан да кеймәгән бүрек тектертте.
Үкенескә ҡаршы, бындай мәғлүмәтһеҙлек мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙә лә осрап ҡуя. Шуға ла, бындай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн, был мәҡәләлә тап ҡалпаҡ тураһында һөйләмәксебеҙ.
Был баш кейеме Башҡортостанда кантонлыҡ системаһы ваҡытында башҡорт казактарының обмундированиеһына ингән. "Башҡорттарҙың хәрби кейеме күк йәки аҡ төҫтәге тула бишмәттән, шул уҡ төҫтәге, яҫы ҡыҙыл лампаслы киң салбар, тирәстәре ике яҡтан, ҡолаҡ тапҡырынан айырып күтәреп бөкләп ҡуйылған бейек аҡ ҡалпаҡ, ҡайыш, йылҡы тиреһенән тегелгән күркәмһеҙ, әммә бик уңайлы, бер пары бер йылға етерлек итектән торған", - тип яҙа В.М. Черемшанский. Бындай ҡалпаҡтарҙы туланан йәки кейеҙҙән теккәндәр һәм уларҙы күбеһенсә хәрбиҙәр, дәүләт хеҙмәте башҡарыусылар һәм почта ташыусылар кейгән. Уларҙың формалары төрлө булған. Айыра тирәсле бейек ҡалпаҡтарҙан башҡа, кейеҙҙән баҫылған, тирәсе тоташ, тәпәшерәк ҡалпаҡтарҙы халыҡ бик яратып кейгән. Был баш кейемдәрен башҡорттар үҙҙәре туланан йәки кейеҙҙән баҫҡан, улар ҡара һәм аҡ төҫтә булған, һәм формаһы менән заманса эшләпәне хәтерләтә. Тимәк, кейеҙ эшләпә - күрше халыҡтарҙан үҙләштерелгән баш кейеме түгел, ә боронғо милли кейем, тик исеме юғалып, урыҫтарҙан "эшләпә" тигән атама күскән.
Ҡалпаҡтар араһында иң ҡупшылары төҫлө бәрхәттән йәки туланан тегелгән, йәиһә туланан тегелеп, өҫтөнән затлы туҡыма менән көпләнгән. Ҡалпаҡтың башы дүрт ҡыйыҡтан ҡоршап тегелгән, уҡа менән биҙәлгән. Бындай ҡалпаҡтар тағы ла матурыраҡ күренһен, бейегерәк ҡалҡып торһон өсөн уның аҫтынан түбәтәй йәки кәпәс тә кейер булғандар. Уларҙы абруйлы, күренекле кешеләр: кантон башлыҡтары, старшиналар кейгән, ҡиммәтле туҡыманан тегелгән был ҡалпаҡтар дәрәжә билгеһе булып торған.
Формаһы менән башҡорт ҡалпағына оҡшашыраҡ баш кейемдәре башҡа халыҡтарҙа, мәҫәлән, ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙҙарҙа осрай, әммә уларҙың, был халыҡтарҙың йәшәү шарттарына ярашлы, мөһим айырмалары бар. Ҡалпаҡты ҡаҙаҡтар ҙа кейә, ә беҙҙең халыҡта ул онотолған, тимәк, ул ҡаҙаҡ баш кейеме, тигәнерәк фекер - төптө яңылыш. Мәҫәлән, башҡорттарҙа ла, татарҙарҙа ла киң таралған түбәтәй, татар сәхнә кейемендә йыш ҡулланылғанлыҡтан, бер заман ул татар милли кейеме булып ҡына ҡабул ителә башланы, башҡорт сәхнәһенән бөтөнләй тиерлек юғалды. Шул рәүешле халҡыбыҙҙың бик күп ҡомартҡыларының юғалып бөтөүе лә ихтимал.
Халыҡ кейеме көндәлек кейеү өсөн бик ҡулай. Шул уҡ ҡалпаҡ - йәй көндәрендә ҡояштан, елдән һаҡлай, ни өсөн уны тегеп кеймәҫкә?

Таңсулпан БУРАҠАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.06.16 | Ҡаралған: 1822

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru