Сибай ҡалаһында XIII "Ирәндек моңдары - 2016" Төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы үтте. Өс көн буйы барған был сара сиктәрендә шулай уҡ "Ирәндек батыры-2016" спорт фестивале, Милли кейем көнө ойошторолдо.
Теүәл ике тиҫтә йыл элек Сибай ҡалаһы хакимиәте тәҡдиме менән барлыҡҡа килгән "Ирәндек моңдары" бәйгеһендә быйыл да ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп булды. Бәйгелә 88 кеше ҡатнашты, уларҙың 11-е - профессиональ, 30-ы үҙешмәкәр йырсылар, 47-е - балалар. Башҡорт халҡының бай йыр мираҫын һаҡлау, йырҙарҙы юғары профессиональ кимәлдә башҡарыусылар араһында яңы исемдәр асыу, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү маҡсатынан үткәрелгән бәйге географик йәһәттән дә киңерәк тарала бара. Был юлы республика райондары һәм ҡалаларынан тыш, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләре башҡорттары ла байрамдан ситтә ҡалманы.
Конкурсҡа ситтән ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Этнограф, Венгрия фәндәр академияһы ғалимы Давид Кара Шомфаи сәхнәнән башҡортса һөйләп, ҡурай уйнап, өзләп, "Илсе Ғайса"ны башҡарып хайран итте. Башҡорт халыҡ ижадын ул күптән өйрәнә, республикаға дүртенсе тапҡыр килеүе. Иң ҡыҙығы, уларҙың халҡында бер йыр башҡорттоң "Сибай"ына ауаздаш икән. Ғалим менән бергә килгән йырсы Марта Шебештьен уны ҡурайсы Раушан Ниязғоловҡа ҡушылып башҡарҙы. "Сибай"ҙы Ғаяз Ғәйетбаев ишеттерҙе. Тамашасылар ҡунаҡтарҙың йырында башҡорт йырҙарына хас һағыш һәм моң ятыуына хайран ҡалды. Марта Шебештьен атаһының Башҡортостанды яратыуы, башҡорт йырҙары менән ҡыҙыҡһыныуын да әйтте. "Башҡорт йырҙарын, көйҙәрен тыңлаған һайын улар миңә шул тиклем таныш булып тойола. Һәр хәлдә, мин уларҙы бер ҡасан да тыныс ҡына тыңлай алмайым, улар минең күңелемдең иң нескә ҡылдарына тейеп, хистәр ҡойоно уйната", - ти ул.
Был бәйгенең шундай үҙенсәлеге бар - уға ҡыҫҡа ғына ваҡытта әҙерләнеп булмай. Сөнки халыҡ йырын һәр кем еренә еткереп башҡара алмай. Халыҡ алдына сығып йырлай алырлыҡ кимәлгә етер өсөн йырсы уның бар үҙенсәлеген, тәү сиратта, моңдо йөрәге менән тойорға өйрәнергә тейеш. Бәйгелә "Урал", "Сибай", "Буранбай", "Ильяс" кеүек боронғо йырҙарҙы башҡара белеү мотлаҡ шарт иҫәпләнеүе лә юҡҡа түгел, был йырсыларға талапты тағы ла арттыра, уларҙы үҫтерә. Баһалама ағзалары белдереүенсә, быйыл "Суҡан батыр", "Ҡаранай батыр", "Ҡарат" кеүек һирәк башҡарылған йырҙар ҙа тәҡдим ителгән.
Бәйгенең төп бүләге - Гран-при данлы Буранбай сәсән вариҫы Иҙел Аралбаевҡа тапшырылды. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов уға 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. 16 йәшкә тиклемге төркөмдә беренсе урынды Хәйбулла районынан Роберт Исламов менән Баймаҡтан Вилдан Ҡотоев, профессиональ йырсылар араһынан Өфөнән Дамир Тайыпов менән Сибайҙан Нух Ҡотоев яуланы.
"Ирәндек батыры" фестивале үткәреү шулай уҡ Сибайҙар өсөн матур бер йолаға әүерелде. Йәш быуынды халыҡ традициялары нигеҙендә генә рухлы итеп тәрбиәләп була, тигәнгә күптән инанған уны ойоштороусылар - Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Сибай ҡалаһы хакимиәте. Быйыл ул өсөнсө тапҡыр үтте һәм үҙенең майҙанына Учалы, Белорет, Сибай ҡалаларынан, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Мәсетле, Учалы райондарынан 63 кешене йыйҙы. Улар йүгереүҙә, пневматик мылтыҡтан атыуҙа көс һынашты, милли көрәш тә сәмле барҙы. Еңеүселәр 16-18 һәм 19 йәштән өлкәндәр төркөмөндә айырым билдәләнде. "Ирәндек батыры" исеменә БДУ-ның Сибай институтынан Зөфәр Шө-ғөрөв менән Сибай педагогия колледжынан Баязит Исхаҡов лайыҡ булды. Бәйгенең абруйын арттырып, Баймаҡ районы хакимиәте етәксеһе Илшат Ситдиҡов менән Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов егеттәргә арғымаҡ бүләк итте.
Милли кейем көнө "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе үҙәге етәксеһе Асия Ғәйнуллина башланғысы менән ойошторолдо. Милли кейемгә иғтибар арттырыу, биҙәүестәргә заманса төҫ биреү, уларҙы дөрөҫ эшләргә өйрәтеү маҡсатынан үткәрелде ул.
Шулай итеп...
Был бәйгеләрҙең иң ҙур әһәмиәте шундалыр: улар үҙ ҡорона йәш быуынды тупланы, уларҙың һәләттәренә лайыҡлы баһаһын бирҙе, шуның менән уларҙың күңелен үҫтерҙе. Йәштәр үҙ халҡын, үҙ мәҙәниәтен яратһын, рухлы булып үҫһен тиһәк, уларҙы халҡыбыҙҙың йолалары нигеҙендә тәрбиәләүҙән дә дөрөҫөрәк ысул юҡтыр, ысынлап та. Ошо байрамдар уятҡан дәрт һәм дарман тамашасылар күңелендә лә оҙаҡ һаҡланыр әле.
Автор
КИРЕ СЫҒЫРҒА