«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫЙЫЛҒАНДАН - ТЫЙЫЛ, ТИГӘН...
+  - 

Бөтә донъяла, төрлө ил ҡәүемдәрендә ижтимағи тормошҡа, көнитмешкә, шәхси сифаттарға, әхлаҡ-әҙәпкә бәйле меңәр йылдар буйына ҡулланылған, йола-ҡағиҙәгә әйләнгән эш-ҡылыҡ тәртиптәре, ғөрөф-ғәҙәттәр, аманаттар бар. Улар оҙайлы ваҡыт ҡат-ҡат hыналып, күп ҡабатланып, ырыу, йәмғиәт ағзаларының ғәҙәтенә кергән. Йәшәйешкә ҡағылған, кешеләрҙең холҡон, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен көйләүгә ҡоролған йола-ҡағиҙәләр араһында тыйыу, әйтәйек, берәй эш-ҡылыҡҡа рөхсәт бирмәү, уны туҡтатыу, ғәмәлгә ашырмау, бәғзе теләккә, хис-тойғоға, кисереш-ярhыуға, тотанаҡhыҙлыҡҡа, тәртипhеҙлеккә ирек ҡуймау кеүек ғәҙәттәр ҙә бар.

Ҡәрҙәштәргә өйләнеүгә табу

Боронғо дәүерҙәрҙә үк табу тәү сиратта ҡауышыу, никах, ир-ҡатын мөнәсәбәттәре йолаларын үтәү hәм hаҡлауға ҡағылған. Күп ҡәүемдәрҙә экзогамия өҫтөнлөк иткән, бер ырыу эсендә үҙ-ара өйләнешеү тыйылған. Ҡан бутамаҫ, сәләмәт нәҫел булдырыу өсөн башҡорттарҙа ете ят кешеләр менән генә никахлашыу рөхсәт ителгән.
Ҡан-ҡәрҙәштәр менән ҡауышыуҙы тыйыу грек мифологияhында ла hүрәтләнә. Эоланың ҡыҙы Канака ағаhы Макареяға ғашиҡ була hәм уның менән енси бәйләнешкә инә. Инабатhыҙ ҡушылыуҙан тыуған бәпесте Эола үлтерә hәм ҡыҙына ла үҙен үҙе юҡ итергә бойора.
Үҙәк Америка индеецтарының аллаhы Кецалькоатль иҫерткес эсемлек эсеп, үҙ табуҙарын боҙоп, ҡыҙ туғаны менән гонаh ҡыла. Айнығас, ғөрөф-ғәҙәткә hыймаған, hис кенә лә ярамаған яҙыҡ ҡылғанын аңлай hәм Көнсығыш тарафына сығып китеп, шунда мәрхүм була, тәне яндырыла. Тоетама-Химэ тураhындағы япон мифында экзогамия табуhы hалынған дөйөм тотемдан (бында крокодил йәки кашалот) булған ир менән ҡатын никахҡа инеү күренеше сағыла. Диңгеҙ батшаhы ҡыҙы Тоетама-Химэ ире Хоори hәм тыуасаҡ балаhы менән бергә ҡалырға теләп, диңгеҙҙән ергә сыға. Тыйыуға ҡарамаҫтан, Хоори бала табыу күренешен ҡарай. Уның улын имәнес хайуан (крокодил, кашалот) тыуҙыра. Һөҙөмтәлә ҡатыны Тоетама-Химэ ерҙе ҡалдырып китергә hәм мәңге диңгеҙ төпкөлөндә йәшәргә мәжбүр була.
Әйткәндәй, ырыу йәмғиәте ваҡытында ырыу төркөмөнөң нәҫел башы, терәге итеп табынған тотемы (ҡош, йәнлек, үҫемлек) булған. Башҡорттар тотем итеп ҡоштарҙы йөрөткән. Әйле төркөмөнә ҡараған Әйле (Әйҙе), Ялан Әйле, Һарт Әйле (Алтауҙы), Тырнаҡлы, Түбәләҫ, Мырҙалар, Төрөкмән, Дыуан, Ҡаратаулы ырыуҙарының тотемы, йәғни ҡошо - шоңҡар (бөркөт, торна, аҡҡош), төп тамғалары - ай тамға, дөйә муйын, hигеҙле, ағасы - тирәк (муйын), ораны - hандал (салауат). Көҙәйҙәрҙең ҡошо - бөркөт (ҡарсыға), тамғалары - ҡаҙаяҡ, өҙәңге, hәнәк, тырма, ағасы - имән. Мәҫәлән, борон ҡошо - бөркөт, ағасы имән булған яҡын ҡәрҙәштәргә өйләнешеү хуш күрелмәгән. Бер аймаҡ, ара ҡәрҙәштәргә парлашыу, hис шикhеҙ, тыйылған. Ҡөрьәндең ән-Ниса (Ҡатындар) сүрәhендә билдәләнеүенсә, "hеҙгә инәйҙәрегеҙгә, ҡыҙҙарығыҙға, апай-hеңлеләрегеҙгә, атай-инәйегеҙ менән бер туған ҡатын-ҡыҙҙарға, ир hәм ҡыҙ туғандарығыҙҙың ҡыҙҙарына, hөт инәләрегеҙгә, имсәктәш апай-hеңлеләрегеҙгә, ҡатындарығыҙҙың инәләренә, hеҙ ҡушылған ҡатынға эйәрә килгән аҫрау ҡыҙҙарығыҙға (әгәр ҡатынға ҡушылмаған булhағыҙ, ул ваҡытта ғына гонаh булмай), үҙ ҡанығыҙҙан булған улдарығыҙҙың ҡатындарына, ике ҡыҙ туғанға, ирле ҡатындарға өйләнеү тыйыла. Әгәр hеҙ тыйылған гонаhтарҙан hаҡланhағыҙ, беҙ hеҙҙе насар эштәрҙән алыҫ тоторбоҙ hәм гүзәл индереү менән индерербеҙ".
Башҡорт халыҡ ижадында йәш етмәйенсә ҡушылыу ярамағанлығы ла төҫмөрләнә. "Fәҙел батша" әкиәтендә Хөсәйенде хан ҡыҙы менән икәүhен аҡ келәткә бикләп ҡуялар. Шул мәлдә егет:
- Мин hинең янда ҡуна алмайым, мин балиғ түгелмен, балиғ булғас килеп алырмын, - тип сығып киткән.
- Ярай, мәргән егет, hин ҡасан килеп алhаң да, мин көтөрмөн, - тип ҡыҙ вәғәҙә биреп ҡалған.

* * *

Халыҡ ғөрөф-ғәҙәтендә тыйыуҙар бихисап hәм йәшәйештең бөтә яҡтарына ҡағыла. Алдашма, ғәйбәт hөйләмә; текәлеп ҡарама, бәпескә күҙең тейер; быҙауға, бәрәскә күҙең теймәhен; малға типмә, аяғың ҡорор; кеше әйберенә ҡағылма, ҡулың ҡорор; бысаҡты кешегә ҡаратма; мылтыҡты кешегә төҙәмә; ай яҡтыhында йоҡлама; ҡулыңды тый, телеңде тый; зыяратҡа бармаҡ төртөп күрhәтмә, бармағың серер; мәйетте оҙатмайынса юлға сыҡма; мәйеттең юлын ҡыйма; зыяратта көрәкте ҡулға тотторма, ергә hал; hыуҙы ағым ыңғайына алма; юлға сыҡhаң, кире боролоп кермә, юл уңмай; тупhаға баҫып торма, үҫмәҫhең; бесәйҙе рәнйетмә, ҡарғышы төшөр; мөгөҙлө йыланды, туҙбаш йыланды үлтермә, ҡаза килер; үрмәксене үлтермә, зат-зәүерең ҡорор; эңер менән аҡшам араhында йоҡлама; салғының, бысаҡтың йөҙөн өҫкә ҡаратып hалма, бәлә-ҡаза көҫәмә; йома көн кер йыума, тырнаҡ алма; алған сәсте, тырнаҡты теләhә ҡайҙа ташлама, утҡа яҡ…
Тыйыуға бәйле аҡыллы кәңәштәр ҙә бирелгән, теләктәр ҙә әйтелгән: тыя барhаң, тыйнаҡлы булыр; тыйнаҡhыҙ үҫкән ҡыҙҙа бәрәкәт юҡ; тыйнаҡhыҙ йортта йән тынмаҫ, йәм тормаҫ; баланы йәштән өйрәт… Тимәк, үҙеңде тота, тыйнаҡ була белеү сифатын ата-инә, ололар өйрәтергә, күндерергә бурыслы. Әйтәйек, беҙҙе үҫмер саҡта шундай ғәмәлдәрҙән тыя торғайнылар: үтә ныҡ шаярыуҙан, бер ҙә юҡҡа көлөүҙән, үсекләшеүҙән, әрепләшеүҙән, алама hүҙ әйтеүҙән, төндә йөрөүҙән, hорауhыҙ, рөхсәтhеҙ әйбер алыуҙан, кемделер йәберhетеүҙән, тыҡшайыуҙан, тызрайыуҙан… Ҡанбабалар: "Тыйылғандан - тыйыл," - тигән.
Шулай итеп, тыйыу - ыңғай төшөнсә, йола, күренеш. Ул әҙәми заттың тәбиғәтен, ҡылығын, холҡон, тәртибен көйләү вә тәрбиәләү сараһы, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәт, йәмғиәткә ҡарата ҡараш, йәнә эш, йәшәйеш, тормош-көнкүреш күрһәтмәләре һәм ҡағиҙәләре булып тора.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.
(Аҙағы. Башы 24-30-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.16 | Ҡаралған: 1362

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru