Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
УҠЫТЫУСЫНЫ НИНДӘЙ ҺОРАУҘАР БОРСОЙ БӨГӨН?
|
Уҡытыусы булыу, һис шикһеҙ, бөтәһенең дә елкәһенән килә торған эш түгел. Бигерәк тә бөгөнгө төрлө яҡлы эшмәкәрлек, белем талап ителгән заманда эшләргә дәрте булмаған кеше мәктәпкә башын да тыҡмай. Был турала ил етәкселәре лә хәтергә төшөрөп кенә тора: аҡса табырға теләгәндәр балаларға белем биреү өлкәһендә эшләй алмай. Ошо көндәрҙә Өфөлә үткәрелгән Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә лә кадрҙар, киләсәккә маҡсаттар, пландар тураһында етди һөйләшеү булды.
Быйылғы кәңәшмә алдағы йылдарҙан айырмалы биш көн дауамында үткәрелде. Бының сәбәбен ойоштороусылар мәғариф өлкәһендәге хәл ителәһе проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, фекер алышыу зарурлығы менән аңлатты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: быйыл кәңәшмәгә, етәкселәрҙән тыш, ябай уҡытыусылар, район һәм ҡала мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны. Улар баш ҡаланың алдынғы мәғариф учреждениеларында ойошторолған фекер алышыу майҙансыҡтарында үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәт алып, борсоған һорауҙарына яуап ишетеп ҡайтты.
Август кәңәшмәһенең тәүге көнөндә Педагогтың һөнәри стандарты тураһында һүҙ барҙы. Киләһе йылдың ғинуар айынан Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә ғәмәлгә инәсәк яңы стандарт быға тиклем уҡытыусының эшен баһалау өсөн ҡулланылған иҫке документтарға алмашҡа килә. "Донъя үҙгәреү менән балалар ҙа үҙгәрә, был үҙ сиратында педагогтың квалификацияһына ҡарата талаптар яңырыуына килтерә. Әммә педагогты бер ҡасан да бер нәмәгә лә уҡытмай тороп, унан ниҙер талап итергә ярамай. Тимәк, педагогтың яңы һөнәри стандарттарын ғәмәлгә ашырыу юғары уҡыу йорттарында һәм квалификация арттырыу үҙәктәрендә уҡытыусыларҙы әҙерләү һәм белемен камиллаштырыу стандарттары үҙгәртелеүен талап итә", - тигән аңлатма бирелә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы документтарында. Был стандарт, нигеҙҙә, уҡытыусы хеҙмәтен Берҙәм дәүләт имтихандарына ғына түгел, ә һәр баланың уңыштарын иҫәпкә алып баһалауҙы күҙаллай. Киләсәк уҡытыусыһы электрон белем биреү һәм инклюзив белем биреү шарттарында уңышлы эшләргә, үҙ белемен даими рәүештә камиллаштырырға, һәр баланы шәхес итеп тәрбиәләргә бурыслы. Был аңлашыла ла, сөнки компьютер технологияһын яҡшы үҙләштергән, интернет селтәрендә үҙен һыуҙа йөҙгән балыҡ кеүек хис иткән балаларҙы дәрескә ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһындырып уҡытыу башҡаса мөмкин дә түгелдер. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та август кәңәшмәһенең пленар ултырышында сығыш яһағанда был хаҡта телгә алып китте. Уның билдәләүенсә, 2020 йылға тиклем республикала электрон белем биреүҙе үҫтереү концепцияһы ҡабул ителгән, ләкин әлегә был эш етерлек кимәлдә алып барылмай. Һаманға тиклем ике йөҙләп ауыл мәктәбенә интернет селтәре үтмәгән, юғары тиҙлекле интернет мәктәптәрҙең 40 процентында ғына эшләй. Мәктәптәрҙең ни бары 13 процентында электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса инновацион эшмәкәрлек алып барыла. Бөтә уҡытыусылар ҙа дистанцион технологияларҙы, ә уҡыусылар электрон ресурстарҙы ҡулланмай. Быйылдан башлап ошо маҡсаттар өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының 30 миллион һумлыҡ йыллыҡ гранттары булдырылған.
Электрон китаптар, синыф журналдары, компьютер, проектор, электрон таҡталар - заман талабы. Ләкин былар барыһы ла тәү нәүбәттә уҡытыусының электрон белем биреүҙең айышына төшөнөүен, техника менән ҡуллана белеүен талап итә. Педагогик коллективтарҙың күпселек проценты оло йәштәге уҡытыусылар булыуы сер түгел. Йәш кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә беренсе йыл ғына ҡуҙғатылмай. Бигерәк тә милли мәктәптәрҙә башҡорт телен белгән башланғыс синыф һәм предмет уҡытыусыларына ҡытлыҡ кисерелә. Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр район мәктәптәренә эшкә ҡайтырға ашыҡмай, перспективалыраҡ эш урынын ҡала ерендә эҙләй. Был турала ауыл мәктәптәре директорҙары, райондарҙың мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә борсола. "Мәктәпкә яңы һулыш өрөрҙәй көслө, амбициялы, инициативалы йәш педагогтар эшкә килергә тейеш. Бының өсөн тәү сиратта педагогика буйынса юғары уҡыу йорттарына белем даирәһе киң, ынтылышлы абитуриенттарҙы ғына ҡабул итеү мөһим. Сөнки улар киләсәктә мәктәптәрҙәге уҡытыу сифатына йоғонто яһаясаҡ, киләсәк быуынды тәрбиәләйәсәк", - ти Салауат районы Лағыр урта мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡов.
Милли мәғариф өлкәһендәге хәл ителәһе мәсьәләләр хаҡында һөйләгәндә, тәү сиратта, башҡорт телен уҡытыуға ҡағылышлы һорауҙар ҡалҡып сыға. Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең икенсе көнөндә "Поликультур мәғариф арауығында милли мәғарифты фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү" тип аталған фекер алышыу майҙансығында бик күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерелде. Бында БР Мәғариф министрлығы белгестәре, ҡала һәм райондарҙың туған телдәр буйынса методистары, уҡыу китабы фонды методистары, директорҙарҙың туған телдәрҙе уҡытыу буйынса урынбаҫарҙары, уҡытыусылар, ғалимдар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Бик ҡәтғи яңғыраған "Башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу рәсми рәүештә ҡабул ителгән закондарға ярашлы алып барыласаҡ", тигән һүҙҙәрҙән һуң уҡытыусылар өсөн тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ еткерелде: милли мәктәптәрҙең башланғыс синыфтары өсөн тәғәйенләнгән әсбаптарға гриф алынған. Әлеге ваҡытта юғары синыфтар өсөн тәғәйенләнгән башҡорт теле дәреслектәре Мәскәүгә йүнәлергә тора. Был дәреслектәрҙең федераль исемлеккә индерелеүе бигерәк тә республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәргә ҡулай буласаҡ. Әйткәндәй, төбәк компонентын иҫәпкә алып ҡулланыуҙа ҡалырға тейеш уҡыу әсбаптары буйынса ла хәл ителәһе мәсьәләләр әҙ түгел. Мәҫәлән, "Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи мәҙәниәте нигеҙҙәре" предметы буйынса дәреслектәр ҙә, уҡытыу-методик әсбаптар ҙа юҡ тиерлек. Был турала Өфө ҡалаһы Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының тарих уҡытыусыһы Наил Әминев сығыш яһаны. Шулай уҡ ул киләсәктә Рәсәй тарихы буйынса төҙөлгән китаптарҙа башҡорт халҡының тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашлығы тураһында ла мәғлүмәт биреү мөһимлеге тураһында һүҙ ҡуҙғатты. БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге мөдире Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү буйынса яңы концепция проекты тураһында һөйләп үтте. Билдәләнеүенсә, Концепция 2016-2020 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Ул башҡорт теле грамматикаһын ғына белгән түгел, ә тормошҡа әҙер булған, конкуренцияға һәләтле шәхес тәрбиәләүгә йүнәлтеләсәк. Сөнки милли мәктәптәр заман талаптарына яуап бирергә һәм үҙҙәре лә конкуренцияға һәләтле булырға тейеш.
Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе директоры урынбаҫары Наилә Рәхмәтуллинаның төп дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында билингваль белем биреү, йәғни ике телдә уҡытыу тураһында һөйләгәндәре бер аҙ аптыратты аптыратыуға. "Мәктәптә бөтә предметтарҙы ла туған телдә уҡытыу балалар туған телен яҡшы белгән осраҡта ғына мөмкин. Ә беҙҙең республикала һуңғы йылдарҙа Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға, рус телен яҡшыраҡ өйрәнеү теләгенә һылтанып, ғаиләлә башҡорт телендә һөйләшеү, баланы башҡорт балалар баҡсаһына биреү һәм артабан башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүҙән баш тартыусылар һаны арта. Бындай шарттарҙа билингваль белем биреүҙең кәрәге лә бөтә, шуға күрә туған телгә зыян килтермәгән яңы уҡытыу моделе талап ителә", - тигән фекер әйтте Наилә Фәхретдин ҡыҙы. Әммә БР Мәғариф министрлығы белгестәре билингваль белем биреү тураһында һүҙ барғанда башҡорт һәм рус телдәренең нисбәтен билдәләргә кәрәк, бөгөн милли мәктәптәрҙә лә, башҡа белем усаҡтарында ла уҡытыу мотлаҡ ике телдә алып барылырға тейеш, тип иҫәпләй. Инйәр 2-се урта мәктәбенең рус теле уҡытыусыһы Зифа Йомағужина ла Баймаҡ уҡытыусыһының фекерен хупламауын белдерҙе: "Ун биш йыл рус мәктәбендә, һуңғы һигеҙ йылда башҡорт мәктәбендә рус теле дәрестәрен уҡытам. Башланғыс синыфтарҙа бөтә предметтарҙы ла башҡортса уҡығандан һуң, яйлап ҡына рус телендә уҡырға күскән балалар ике телде лә яҡшы белә. Улар тик русса ғына белем алған балалар менән бер рәттә иншаларын да яҙа, уҡыуҙарында ла ҡыйынлыҡтар кисермәй, Берҙәм дәүләт имтиханын да яҡшы һөҙөмтәләргә тапшыра. Шуға күрә, башҡорт теленең башҡа предметтарҙан яҡшы өлгәшеүгә ҡамасаулауы ысынбарлыҡҡа тап килмәй..." Ғөмүмән, фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар туған телдәрҙе уҡытыу, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу мәсьәләһен киләсәктә БР Мәғариф министрлығы коллегияһына ҡуйып тикшереү маҡсатҡа ярашлы булыр, тигән теләктәрен еткерҙе.
Кәңәшмәлә шулай уҡ һөнәри белем биреү өлкәһендәге мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов илдә иң талап ителгән эшсе һөнәрҙәре буйынса кадрҙар әҙерләү буйынса төбәк-ара компетенциялар үҙәге селтәрҙәрен булдырыу буйынса эш башланыуы тураһында телгә алды. Әлеге көндә бындай үҙәктәр Төмән, Мәскәү, Ульяновск, Свердловск, Хабаровск өлкәләрендә һәм Татарстан, Сыуашстанда асыласаҡ, тип билдәләнгән. "Мин был региондар исемлеген махсус рәүештә һанап әйтәм, һеҙ беҙҙең республика был исемлеккә инмәүен белергә тейешһегеҙ. Был үҙәктәрҙе финанслау өсөн федераль бюджеттан 900 миллион һум бүленеү ҡаралған. Беҙҙең республика хатта ҡатнашыу өсөн ғариза ла ебәрмәгән. Был Мәғариф министрлығы, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының хатаһы. Тейешле һығымталар яһағыҙ", - тине Рөстәм Зәки улы. Һуңғы йылдарҙа бер республикала ғына түгел, бөтә илдә төрлө тармаҡтар буйынса ябай эшселәр етешмәй. Эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреү, йәш кадрҙар әҙерләүҙең сифатын арттырыу - көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Ҡыҙғанысҡа күрә, әлегә WorldSkills Russiа хәрәкәте чемпионаттарында республиканың йыйылма командалары уңышлы сығыш яһамаған һәм был йүнәлештә эшләйһе эштәр байтаҡ, тип билдәләнде.
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 22.08.16 | Ҡаралған: 1436
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|