Үткән быуат башындағы автономия өсөн көрәш тарихының өйрәнелмәгән биттәре күп. Үкенескә ҡаршы, ошо эштең башында торған эшмәкәрҙәрҙең күбеһен әле белеп бөтөрмәйбеҙ. Улар башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Валиди менән иңгә-иң терәшеп, Башҡортостан мөхтәриәтен булдырыуҙа фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән шәхестәр. Автономия өсөн көрәшкән ир-уҙамандарҙың күбеһе 30-сы йылдарҙа Сталин репрессияһы ҡорбаны булып, нисәмә тиҫтә йылдарға исемдәре онотолоуға дусар ителә.
Ошондай шәхестәрҙең береһе - Хәлим Насретдин улы Әмиров. Уның исеме архив документтарында йыш осрай. Бигерәк тә ул 1919-1920 йылдарҙа башҡорт ғәскәрҙәренең сәйәси етәкселәренең береһе булараҡ танылыу ала. Әйткәндәй, Хәлим Әмиров төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан сыҡҡан милли хәрәкәт эшмәкәрҙәренең береһе. Ул 1894 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Уран ырыуы башҡорттарына ҡараған Яңы Уртауыл ауылында (бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы) тыуған. Архив документтарынан күренеүенсә, Хәлим Әмиров Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә 1918 йылда ҡушылған. Әммә 1917 йылда Башҡорт ҡоролтайҙарында Бөрө өйәҙе башҡорттарынан делегат булараҡ ҡатнашыуы ихтимал. Билдәле булыуынса, 1918 йылдың июнендә Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте үҙенең эшен яңынан башлай. Август башында Ырымбурға ҡайтып, Каруанһарай бинаһында урынлаша. Ырымбурға ҡайтыу менән Башҡорт хөкүмәте автономияның урындағы идара органдары эшен йәнләндереү менән шөғөлләнә башлай. "Ырымбурға килеп етер-етмәҫтән дәүләт ҡоролошо эштәре менән мәшғүл булдыҡ. Бының менән хөкүмәт рәйесе Юныс Бикбов һәм профессор Ҡулаев шөғөлләнде", - тип яҙа Әхмәтзәки Вәлиди. Ошо осорҙа Хәлим Әмиров Башҡорт хөкүмәтендә Мәғариф бүлеге мөдире урынбаҫары булып эш башлай. Ул Башҡортостан автономияһының урындағы власть органдары янындағы мәғариф бүлектәрен ойоштороу, мәғариф эшен яйға һалыу менән шөғөлләнә.
Әммә Чехословак корпусы күтәрелешенән һуң килгән хөрриәт заман 1918 йылдың көҙөнә әкренләп юҡҡа сыға башлай. Демократик ҡарашта булған һәм Башҡортостан автономияһына ыңғай ҡараған Һамар хөкүмәте ҡыҙылдар ҡыҫымына сыҙай алмай, Өфөгә сигенә. 1918 йылдың сентябрь аҙағына Өфөлә ойошторолған Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте тиҙҙән Омскиға күсә. Бында ул монархист ҡарашлы генералдар йоғонтоһона эләгә һәм улар ҡушыуы буйынса өлкә һәм милли хөкүмәт ғәскәрҙәрен бөтөрөү яғын ҡайыра башлай. Башҡорт хөкүмәте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә барлыҡҡа килгән форсат менән файҙаланып өлгөрә. Алты полктан торған Башҡорт ғәскәрен ойоштора һәм урындағы автономия органдарын нығыта. 1918 йылдың ноябрендә Омскиҙа адмирал Колчак власты үҙ ҡулына ала. Ул тәү сиратта Башҡорт хөкүмәтен һәм ғәскәрҙәрен юҡ итергә ниәтләй. Әммә ярайһы уҡ көс туплап алған Башҡортостан автономияһы диктатор Колчактың бойороҡтарына буйһонмай. Киреһенсә, 1918 йылдың аҙағында бар фронтҡа таралған полктарын бер йоҙроҡҡа туплауға өлгәшә.
Аҡтар яғында автономияға өмөтөн өҙгән башҡорттар Советтар менән бәйләнешкә инеп, килешеү төҙөргә ниәтләй. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сығырға тигән ҡарар ҡабул итә. Тап ошо башҡорт халҡының яҙмышы, Башҡортостан дәүләтселеге өсөн һынылыш осоронда Хәлим Әмиров үҙен ялҡынлы оратор һәм абруйлы эшмәкәр итеп күрһәтә. 1919 йылдың 16 февралендә ул Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең Совет власы яғына сығыу тураһында фарманын иғлан итеү өсөн Башҡорт корпусы штабынан махсус вәкәләтле сифатында Таналыҡ-Баймаҡ заводына (хәҙерге Баймаҡ ҡалаһы) ебәрелә. Х. Әмиров үҙенә йөкмәтелгән бурысты уңышлы атҡарып сыға. Халыҡ большевиктар менән ярашыуҙы хуплай.
Ҡыҙылдар яғына сыҡҡандан һуң бер нисә көн үткәс, 21 февраль көнө Темәс ауылында 1-се Башҡорт хәрби ҡоролтайы үтә. Х. Әмиров ҡоролтайҙа әүҙем ҡатнаша, йыйылған һалдаттар - съезд делегаттары алдында сығыш яһай, Советтар менән килешеү Башҡортостан автономияһы өсөн ҙур әһәмиәткә булыуын аңлата. Съезда Башҡортостандың ваҡытлы революцион хөкүмәте (Башревком) ойошторола. Хәлим Әмиров тәжрибәле мәғариф эшмәкәре булараҡ, Башревкомдың Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ағзаһы итеп һайлана. Әммә Башҡортостан территорияһында һуғыш барған осорҙа милли мәғариф мәсьәләләре генә түгел, автономия идараһын ойоштороу ҙа ҙур ҡыйынлыҡтарға осрай. 1919 йылдың мартында ҡыҙылдарҙы аҡтар ҡыҫа башлағас, Башревком Темәс ауылынан Мораҡҡа күсергә мәжбүр була, артабан Иманғол ауылына (хәҙерге Ырымбур өлкәһендә), һуңынан Тоцкий ҡасабаһына барып урынлаша.
Троцкий бойороғо буйынса Башревком май аҙағында Саранск ҡалаһына барып төпләнә. Бында Башҡорт хөкүмәте, тәү сиратта, ҡыҙылдарға сыҡҡандан һуң тарҡатылған ғәскәрҙе тәртипкә килтереү эшенә тотона. Тиҙ арала ғәскәрҙәрҙе туплап, Башҡортостанға ҡайтыу, дошман ҡулында ҡалған йөмһүриәтте азат итеү көнүҙәк маҡсат була. Хәрби комиссар Әхмәтзәки Вәлиди элекке башҡорт ғәскәрҙәренән ике кавалерия һәм ике уҡсы полк ойоштора. Полктар Айырым Башҡорт бригадаһына берләштерелә. Яңы башҡорт ғәскәренә сәйәси комиссар итеп Вәлиди ышаныслы көрәштәштәренең береһе булған, һалдаттар араһында абруй ҡаҙанып өлгөргән эшмәкәр Хәлим Әмировты тәғәйенләй. Сәйәси комиссар булараҡ, Х. Әмировҡа ярайһы уҡ ауыр мәсьәлә йөкмәтелә: милли ғәскәрҙең яңы шарттарҙа рух ныҡлығын тәьмин итеү, башҡорт һалдаттарына автономия өсөн көрәштең ҡатмарлы юлдарын төшөндөрөү. Башҡорт ғәскәрҙәре Көнсығыш фронтҡа барып, йәғни Башҡортостанға ҡайтып, Колчак армияһына ҡаршы һуғышырға ашҡынып тора. Ләкин 1919 йылдың июнендә башҡорт полктарын Украинаға ебәреү тураһындағы Троцкийҙың фарманы башҡорттар өсөн аяҙ көндә күк күкрәгәндәй була. Украинала Ҡыҙыл Армияның хәле мөшкөлләнеү сәбәпле, Троцкий Саранскиҙағы башҡорт полктарын Көньяҡ фронтҡа, Деникин армияһына ҡаршы ебәрергә теләй. Башҡорт вәкилдәре был мәсьәлә буйынса Лениндың үҙенә үк инеп һөйләшеп, аңлатып сыға. "У меня были представители башкир; просят назначать их войска на восток, а не на юг. На востоке в своем крае они могут, дескать, помочь быстро взять Челябинск, ибо и киргизы пойдут с ними; на юге же они бессильны и боятся, что ничего не поделают. Очень прошу взвесить эти доводы, по-моему, серьезные", - тип яҙа Ленин Троцкийға. Әммә Реввоенсовет рәйесе үҙ уйынан кире ҡайтмай.
Әле аҙағынаса ойошторолоп бөтмәгән, хәрби кәрәк-яраҡтар менән тейешенсә тәьмин ителмәгән килеш башҡорт полктары Харьков ҡалаһына юллана. Килеп тыуған ҡатмарлы хәлде иҫәпкә алып, хөкүмәт сәйәси комиссар Хәлим Әмировҡа Башревкомдың махсус вәкәләтле вәкиле хоҡуҡтарын бирә, йәғни Украинаға киткән ғәскәрҙәр менән идара итеү бурысы йөкмәтелә. Сөнки башҡорт полктарының берҙәм командалығы булмай, Троцкий Вәлидиҙе, улар Харьков ҡалаһында гарнизон хеҙмәте генә үтәрҙәр, тип ышандыра.
Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА