Ауыл йәштәренең тормошон йәнләндереп ебәреү, уларҙың шәхесен үҫтереү, ял ваҡыттарын файҙалы итеү өсөн ойошторолған сараларға беҙҙең йәштәр көндән-көн ылыға бара. Был турала "Ростов - 2016" йәштәр мәғариф форумының "Йәш аграрийҙар" сменаһында ҡатнашып, еңеү яулап ҡайтыусы Баймаҡ егете Байрас АЗАМАТОВ һөйләй.
Йәмәғәт эштәренә һәм мәғариф форумдарына нисек ылығып киттең?
- Өфөгә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға уҡырға килгәс, Баймаҡ районы йәштәре берлеге эшендә ҡатнашып киттем һәм әлеге көндә ойошма етәксеһенең урынбаҫары булып торам. Былтыр Баймаҡ районында үткәрелгән "Урал мираҫы" беренсе башҡорт этно-форумында ҡатнаштым һәм шунан һуң йәштәр өсөн үткәрелгән башҡа төрлө мәғариф саралары менән дә ҡыҙыҡһына башланым. Иң тәүҙә "Территория смыслов на Клязьме" йәштәр мәғариф форумына барыу бәхете тейҙе. Был форум йәштәргә файҙалы танышлыҡтар булдырырға, бер-береһе менән аралашып, дуҫлашып китергә мөмкинлек бирҙе. Үҙем әле лә шунда танышҡан иптәштәрем менән тығыҙ бәйләнеш тотам, яңы фекерҙәр, идеялар, файҙалы материалдар, яңылыҡтар менән алышып торабыҙ. Бынан тыш, мәғариф форумдарына ябай ғына белгестәр түгел, ә донъя кимәлендәге билдәле шәхестәр килә. Мәҫәлән, "Территория смыслов"та беҙ РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осраштыҡ, унан Башҡортостан тураһындағы фекерҙәрен һораныҡ. Бик рухланып ҡайттым да, ауыл йәштәре өсөн дә берәй мәғариф сараһы үткәреп ҡарарға кәрәк, тип хәл иттем. Сөнки ауыл йәштәрен һабантуйҙар ялҡытҡан, улар белемгә, яңылыҡҡа һыуһаған.
Ни өсөн һеҙ ойошторған сара "Ҡымыҙ-брейк" тип аталды?
- "Кофе-брейк" тигән төшөнсә бар, унда төрлө чиновниктар, етди кешеләр бергә йыйылып, ҡәһүә эскән арала етди мәсьәләләрҙе хәл итә, борсоған һорауҙарына асыҡлыҡ индерә, кәңәшләшә. Беҙ үткәргән "Ҡымыҙ-брейк" ауыл йәштәре менән ауыл проблемалары буйынса эшлекле кәңәш ҡороуға арналды. Тәүге тапҡыр сараны Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында уҙғарҙыҡ, беҙҙең эшкә ауыл биләмәһе башлығы һәм мәктәп етәкселеге лә ихлас ярҙам күрһәтте. Ауыл йәштәре йыйылып, ситтән килгән белгестәр менән осрашты, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе, кәңәшләште. Бер ауыл кимәлендә генә үткәрергә ниәтләнгән сараға Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, күрше ауылдарҙан йәштәр йыйылды.
Ауыл йәштәре ниндәй уй-фекерҙәр менән йәшәй, "Ҡымыҙ-брейк"та ниндәй фекерҙәр яңғыраны?
- Ауылда йәшәгән йәштәрҙең уй-фекерҙәре, донъяға ҡараштары ла икенсе төрлө. Әммә улар ҙа билдәле эксперттар менән осрашырға, белем даирәһен киңәйтергә, шәхесен үҫтерергә бик теләй. Шуға, уларға тәү сиратта мөмкинлектәр тураһында һөйләнек, үҙаллы белем алыу, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләрен дә күтәрҙек. Иң ҡыҙығы шунда: йәштәр үҙҙәре үк ауыл - перспективалар территорияһы, тигән фекер әйтте. Унда ысынлап та әле үҙләштерелмәгән төрлө тармаҡтар бик күп. Йәштәр юл инфраструктураһы, айыҡ тормош алып барыу, шәхси эшҡыуарлыҡҡа ҡағылған мәсьәләләрҙең хәл ителешен теләй. Әйткәндәй, "Ҡымыҙ-брейк"тан һуң Беренсе Этҡол ауылы йәштәре дәртләнеп китте, йыйылып, экологик өмәләгә сыҡты, ялдарын файҙалы үткәреү ниәтендә "Башҡорт киноһы төнө" ойошторҙо. Башланғыс булғас, артабан эш үҙенән-үҙе яйға һалынып китте лә барҙы.
Ростовтағы Донда үткән "Ростов-2016" йәштәр мәғариф форумында "Ҡымыҙ-брейк" проекты өсөн сертификат яулағанһың икән, тәьҫораттар ниндәй?
- Мин баш ҡалала үткән #Ufa-forum йәштәр мәғариф форумын ойоштороуҙа ҡатнашҡас, "Ростов - 2016" форумына бармаҫҡа тейеш инем. Әммә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы башҡа кандидаттар таба алмау сәбәпле, "Ҡымыҙ-брейк" проекты менән шул сараға барырға тура килде. Проектымды еренә еткереп эшләп бөтһәм дә, был форумда уны тейешле баһалауҙарына шикләнә инем, сөнки 1000 ҡатнашыусы, йөҙләгән проект тәҡдим ителде. Шуға, еңеүсе 52 проект араһында тәүгеләрҙән булып минең исемде әйткәйнеләр, аптырап киттем. "Ҡымыҙ-брейк" проектын тормошҡа ашырыу өсөн 100 мең һумлыҡ сертификат бүләк иттеләр. Был беҙҙең өсөн бик ҙур ярҙам булды, шуға ла киләһе йылға пландар бик елле. Әйткәндәй, "Ростов - 2016" форумының мин ҡатнашҡан "Йәш аграрийҙар" сменаһында Бөтә Рәсәйҙән бизнес-идеялар, социаль проекттар, эшҡыуарлыҡ менән бәйле проекттар, ауыл хужалығы өлкәһендә яңы технологиялар уйлап тапҡан кешеләр килгәйне. Кемдәрҙер ипотерапия - ат ярҙамында дауаланыу, ауыл ерендә акциялар һәм квестар үткәреү тураһында һөйләне, берәү шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү буйынса агрегат уйлап тапҡан, күп проекттар селекция өлкәһе буйынса ине. Форум сиктәрендә төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үтте. Бигерәк тә күркә үрсетеү буйынса Рәсәйҙә беренселекте алған "Евродон" предприятиеһы вәкилдәре менән әңгәмә бик ҡыҙыҡ булды, улар Башҡортостанда ла үҙ филиалдарын асырға теләүен белдерҙе. Әйтергә кәрәк, был ҙур предприятиеның етәкселәре башта кооператив булып ойошоп ҡына эш башлаған, яйлап күтәрелгәндәр. Ғөмүмән, Ростов өлкәһендә бер нисә кеше берләшеп эшләүсе кооперативтар бик күп.
Йәштәр ауылда ҡалырға атлығып тормай бит әле...
- Эйе, йыш ҡына йәштәр ауыл ерендә йәшәргә теләмәй, еңел эш эҙләй, ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһынмай, тип әйткәндәрен ишеткәнем бар. Бының менән һис тә килешә алмайым, йәштәр ауылға ҡайтырға ынтыла ул. Ләкин күбеһе ундағы мөмкинлектәрҙе дөрөҫ баһалап еткермәй. Ауылда йәшәп, нисек аҡса эшләргә, ҡайһы өлкәлә эш асырға, тәүге аҙымды нисек яһарға, башланғыс капиталың булмаһа, ниндәй саралар күрергә - бына ошо һорауҙарға яуап табырға ярҙам итергә кәрәк беҙгә. "Ҡымыҙ-брейк" сараһының киләсәктә төп бурысы шул буласаҡ. Тырыш һәм маҡсатлы кеше ауыл өйөндә лә ҡала фатирындағы кеүек бөтә уңайлыҡтар тыуҙыра ала. Мәҫәлән, Беренсе Этҡолда һәр өйгә газ үткән, ут бар, мунсаһы кәртәһендә, ҡайһы берәүҙәр һыуыҡ һәм эҫе һыуҙы өйөнә үткәргән, туалетыңды ла йылытырға була. Өлгө алырлыҡ кешеләр бар, һәр кемебеҙгә тырышлыҡ һәм беҙҙең ергә ситтән берәү килеп эшләгәнсе, үҙебеҙ ошо мөмкинлектәрҙе файҙаланып ҡалырға кәрәк, тигән ҡараш етмәй. Умартасылыҡ, йылҡысылыҡ, туризм, этник комплекс, этник фестиваль, экстремаль туризм, ҡара һағыҙ етештереү, урман эше, иген культуралары үҫтереү, мал үрсетеү, балыҡ үрсетеп туристарҙы йәлеп итеү һәм башҡа тармаҡтар буйынса креатив проекттар эшләргә, форумдарҙа яҡларға һәм ярҙам, фекерҙәштәр табырға була.
Башҡорттарҙың эшҡыуарлыҡҡа барымы юҡ, тиҙәр бит...
- Был беҙ үҙебеҙ тыуҙырған стереотип. Һеҙ башҡорт кешеһе һатыулашҡанын күргәнегеҙ бармы? Ул йәһүдтән дә, татарҙан да, ғүмер буйы һатыулашып өйрәнгән әрмәндән дә уҙҙырып ебәрә. Һәр кешенең үҙенән тора, берәүҙең был эшкә барымы була, икенсеһе башҡа өлкәне яҡшыраҡ белә. Теләһәк, беҙ ҙә һәр өлкәлә уңышҡа өлгәшә алабыҙ. Быны һуңғы арала башҡорт йәштәренең әүҙемлеген күреп әйтәм. Ауыл йәштәренә бигерәк тә шундай стереотиптарҙан арынырға кәрәк, мөмкинлектәр барыһына ла бер кимәлдә бирелгән һәм барыһы ла үҙеңдән тора. Республика властары менән килешеп эшләргә, уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға өйрәнеп китеүебеҙ шуға асыҡ миҫал.
Тағы ла ниндәй йәштәр мәғариф форумдарында ҡатнаштың һәм ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйһең?
- Быйыл шулай уҡ Ырымбурҙа үткән "Евразия" халыҡ-ара йәштәр мәғариф форумына барып ҡайттым. Унда бөтәһе 69 илдән мең ҡатнашыусы килгәйне, минең командала Һиндостан, Испания, Карелия, Сербия, Лаос, Сирия илдәренең йәштәре эшләне. Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, фәһемле оҫталыҡ дәрестәре, файҙалы танышлыҡтар, яңы дуҫтар һәм фекерҙәштәр генә түгел, донъяға икенсе төрлө ҡараш ташларға форсат бирҙе был форум.
Әле М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары һәм студенттары әҙерләгән "Ҡумта" проекты эшендә лә актив ҡатнашам. Был йыл дауамында эшләйәсәк проект, ғариза биргән студенттар үҙҙәре теләгән шәхестәр менән осраша, ҡыҙыҡлы тойолған темаларға сығыштар тыңлай, үҙ проекттарын тейешле кимәлгә еткереп, артабан Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара форумдарға әҙерләнә ала. Бөгөнгө көндә уңышлы кешегә төп талап - ул мәғлүмәтле булыу. "Ҡумта"ла ҡатнашҡан йәштәргә тап шул мәғлүмәт туплау, төрлө өлкәлә белемен камиллаштырыу мөмкинлеге бирәбеҙ.
Әйткәндәй, Башҡортостандың дәүләт суверенитетына арнап, "Белемле башҡорт" тигән проектыбыҙға йомғаҡ яһаныҡ. Башҡортса яҙылған алтаҡталарҙағы хаталарҙы табып, фотоға төшөрөп, беҙҙең төркөмгә ебәреү талап ителгәйне. Хаталы яҙыуҙар төрлө тарафтарҙан йыйылып килде, хатта Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән дә ҡатнашыусыларыбыҙ бар. Улар төрлө номинациялар буйынса билдәләнде. Ә беҙ артабан эште дауам итеп, ошо алтаҡталағы хаталарҙы төҙәтеү йәһәтенән төрлө инстанциялар менән бәйләнешкә сығасаҡбыҙ.
Йәштәштәреңә әйтер һүҙең?
- Рәсәйҙә бөтә халыҡтарға ла үҫешер өсөн бер иш мөмкинлектәр тыуҙырылған. Ата-бабаларыбыҙҙың: "Йәш саҡта тырыш булһаң, ҡарт саҡта тыныс булырһың", - тигән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ. Бөгөн ҡулдан килгәнсә барыһын да эшләһәк, рухлы балалар үҫтерһәк, йәшәйешебеҙҙе яҡшыртһаҡ, киләсәктә бер нәмә өсөн дә борсолорға тура килмәҫ. Әгәр ҙә берәү һиңә белем алырға, яңы проектта ҡатнашырға, берәй эш эшләп ҡарарға тәҡдим итә икән, ул һине күп осраҡта ике-өс тапҡыр килеп борсор. Башҡаса һиңә эш ҡушып, ҡолағыңдан тартып йөрөтөп тормаҫ. Һиңә өмөт бағлап торған кешеләр барҙа, төрлө сәбәптәргә һылтанмай, эшләп һәм йәшәп ҡалырға тырышһын бөтәһе лә.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Мөмкинлектәреңде шәхси мәнфәғәтеңдә, байып китеү, юғары вазифаларға ирешеү өсөн генә түгел, ә тап бына ошо йәштәр кеүек, халҡыңа, тыуған республикаңа ниндәйҙер файҙа килтереү өсөн ҡулланыуың һинең милли үҙаңың тураһында һөйләй. Башҡорт йәштәренең үҙенең кемлеген, был донъяға нимә өсөн килеүен, ниндәй эштәр атҡарырға тейеш булыуын яйлап төшөнә барыуын күрәбеҙ һәм тәү сиратта улар йәмғиәткә файҙалы эштәр атҡара икәнен тойомлайбыҙ. Тимәк, күптән көткән рухи күтәрелеш, милли үҙаңдың үҫеше әле әүҙем эшләп йөрөгән йәштәр менән бергә килә.
Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА