«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИМЕРСЕ ШӘҺҮРӘ
+  - 

Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, кешелек донъяһы "Тимер быуатҡа" аяҡ баҫҡан осорҙан (яңы эраға тиклем 1200 йылдар самаһы элегерәк) баҡырҙан ҡула иретеү һөнәре ултыраҡ урындар янына - йорттарҙағы мейестәргә күскәс, тимерселек һөнәрен ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙләштерә башлай.

Ир-егет шөғөлө генәме?

Атай, ағай-ҡустылар шул эш менән иртәнән кискә тиклем тигәндәй шөғөлләнгәндә, уларҙан күреп-отоп алып, ярҙам итешеп ниңә үҙләштермәҫкә! Ысынында, ҡатын-ҡыҙҙар алтын-көмөштәр ҡушып иретелгән сифатлы ҡуланан (бронзанан) ҡойоп яһаған алҡа-сулпылар, балдаҡ-беләҙектәр, ҡәмәр билғауҙарҙың нағышлы тәңкәләре матурыраҡ та, нескә-нәфисерәк тә килеп сыҡҡан. Кәрәк саҡтарында уҡ-һөңгө башаҡтары, эйәр ҡаштары һәм өҙәңгеләрҙе лә юғары оҫталыҡ өлгөләрендә ҡоя алған улар. Тора-бара бүтән ерҙәрҙә иретеп алынған тимер, ҡорос киҫәктәрен дә йәшәгән урындарындағы ҡуҙлысаҡтарҙа эшкәртә башлайҙар. Шул уҡ ваҡытта яңғыҙ тимерсе ир-егеткә ярҙамсы була алған ҡатын-ҡыҙ һыны ла күҙ алдына баҫа. Башҡорт халҡының баҡыр-ҡуланан күпкә ҡатыраҡ һәм ир-ат көсөн талап иткән тимерҙән төрлө яу һәм көнкүреш әйберҙәрен ҡулға алған тимерсе ҡатын-ҡыҙҙары булғанлығы тураһында ишеткәнем булды. Әммә улар хаҡында аныҡ ҡына, дәлилле хәтирәләр һөйләй алыусылар осраманы. Бөгөнгө көндә сит илдәрҙә һәм Рәсәй кимәлендә бер нисә ҡатын-ҡыҙҙың "Тимерселәр гильдияһы" ағзалары булыуы тураһында мәғлүмәттәр ҙә бар. Девид Дейром һәм Деннис Гринбаум авторлығында 2006 йылда сыҡҡан "Современное искусство создания авторских ножей" тигән китапта бер нисә тимерселәр ғаиләһе тураһында мәғлүмәттәр бирелә.
Шуларҙың береһе 1969 йылда Калифорнияла тыуған Одра Дрейпер. 1992 йылда тимерселек һөнәрен Эд Фаулер исемле тимерсенән өйрәнә башлай һәм 2000 йылда Америка тимерселәре гильдияһының "Оҫта тимерсе" тигән танытмаһына лайыҡ була. Бөгөнгө көндә алты бала әсәһе булып, ире һәм ғаиләһе менән шәхси тимерлек тотоп, Тәмәскә ҡоросонан (Дамасская сталь) һирәк төр сифатлы, ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас нескәлек менән һуғылған бысаҡтар яһау менән шөғөлләнәләр. Көньяҡ Африка республикаһында тыуып-үҫкән Хитер һәм Кевин Харвиҙар ғаиләһе лә ошо шөғөл өлкәһендә билдәле. Кевин дипломлы инженер-механик. Хитер белеме менән дипломлы тимерсе. Бөгөнгө көндә шәхси тимерлектәрендә Тәмәскә ҡоросонан коллекцион бысаҡтар һәм төрлө боронғо яу ҡоралдары яһау менән шөғөлләнәләр.

Эҙләгәнем үҙебеҙҙә булған

Минең тимерселек менән ҡыҙыҡһынғанды һәм был турала тарихи мәғлүмәттәр эҙләгәнде ишетеп белгән Илмира Ғәбитова Маҡарҙа йәшәгән тимерсе ҡатын Шәһүрә тураһында хәбәр еткерҙе. Илмира апай байтаҡ йылдар Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә инструктор-методист булып эшләй. 1988 йылда Мәскәү Мәҙәниәт институтының Силәбеләге филиалында ситтән тороп уҡып, юғары белем дипломын ала. Ғиззәтова Шәһүрә Мотиғулла ҡыҙы Башҡорт иле тарихында киң билдәле шәхестәр - Ҡарамышевтар нәҫеленән. 1906 йылда Маҡар ауылында тыуған. 1926 йылда үҙҙәренең ауыл егете Ғәлимйән Ҡунаҡҡоловҡа кейәүгә сыға. Ғәлимйән 15-16 йәштәр тирәһендә хәҙерге Ғафури районына ҡараған Ташбүкән ауылында йәшәгән. Еҙнәһе Ғилфан тимерселә ике йыл самаһы йәшәп, тимерселек һөнәрен үҙләштергән була. (Ғәлимйәндең бер туған оло апаһы Ғилфанда тормошта булып Ташбүкәндә йәшәгәндәр). Үҙҙәренең ауылына ҡайтып, шәхси тимерлеген асып эш башлаған Ғәлимйән тәбиғәте менән йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл, кәңәшсел кеше була. Бәлки, был ҡылыҡтары уға тимерселеккә өйрәнгәндә еҙнәһенән дә йоҡҡандыр. Ғилфан тимерсе тураһында Шәһүрәнең улы Ғарифйән ағай бер хәтирә һөйләгәйне: Ғарифйән ағай үҙе лә, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, Маҡар леспромхозында тимерсе булып эшләй. Ғилфан тимерселәргә хас таҙа, мыҡты кәүҙәле лә, ҡыйыу-батыр ҙа булмаған. Ҡапыл ғына аңғармаҫтан сыҡҡан көслө тауышҡа ла тертләп-бәлтерәп, хатта иҫһеҙ йығылған ваҡыттары ла булған. Аҡтар-ҡыҙылдар осоронда бер көн Ташбүкән ҡыҙылдар ҡулына күсә. Кемдәрҙеңдер ошағы буйынса күпмелер ауыл ирҙәрен атырға алып сығалар (Йәнәһе лә, улар аҡтарҙы яҡыныраҡ күргәндәр, ярҙам иткәндәр…). Теҙеп ҡуйылған кешеләрҙең ғәйептәрен уҡып ишеттереп, тәүгеһен атып йығыу менән Ғилфан иҫһеҙ йығыла. Типкесләп тигәндәй аңына килтереп, ҡабат стройға баҫтырылған Ғилфанды яҡлап кемдер:
- Ул аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа яҡлы түгел. Бик яҡшы тимерсе генә. Бер кешегә лә тырнаҡ осондай ҙа зыяны тейгәне юҡ. Шул тиклем кешелекле әҙәм. Уны атыуҙан һеҙгә ни файҙа? Бар ауылды тере ҡулһыҙ ҡалдыраһығыҙ. Ебәрегеҙ уны! - тип үтенә. Ҡыҙыл командир дерелдәп саҡ тын алып, күгәренеп торған Ғилфанға ҡарап: - Был ысынлап та ни аҡ, ни ҡыҙыл түгел. Бары күгәренгән дерелдәүек, - тип, стройҙан сығарып ҡайтарып ебәрә.
Яңы ғына өйләнешкән Ғәлимйән менән Шәһүрәнең тормоштары ла революция һәм унан һуңғы аслыҡ-етешһеҙлек осорона тура килә. Тамаҡ туйҙырыу, балалар үҫтереү хәстәре уларҙы тирә-яҡ ауылдарға йөрөгән "күсмә тимерселәр" булырға ла мәжбүр итә. Теләйһеңме, юҡмы, тимерсе иреңә нисек тә булһа ярҙам итергә тырышаһың. Шәһүрә лә шулай ярҙам итеп бергә йөрөй, эшләшә торғас, был эштең айышына төшөнөп, нескәлектәрен аңлап, тамам тимерсегә әйләнә. Утыҙынсы йылдарҙа колхоздар, артель-ширҡәттәр барлыҡҡа килгән осорҙа Маҡарҙа ла леспромхоз ойошторолғас, Ғәлимйән унда тимерсе булып эшләй башлай. Ә йорттарының соланындағы бәләкәй тимерлектә Шәһүрә, күңеле тартҡанда, йә ауылдаштары һорауы буйынса, ваҡ тимерселек эштәрен башҡарған. Былар инде сәйнүктәр, сынаяҡ-шәшкеләр, ҡоршау, баҡыр һәм һары телле ҡумыҙҙар яһау, төрлө бысаҡ-ҡырғыстар һуғыу, биҙрә һәм башҡа тимер һауыттарҙы ямау - ҡурғашлап йәбештереү, ватылған йоҙаҡ-асҡыстарҙы йүнәтеү, күгән-элмәктәр яһау… Тимерсе эшләй алған бөтә әйберҙәрҙе һанап бөтөп буламы! (Ғарифйән ағай атаһының үҙе яһап алған "Алты атар наганы" булыуы тураһында ла әйткәйне). Ауыл йорттарында әле 1970 йылдарға тиклем ҡоршалған сәйнүк, шәшке-сынаяҡтарҙы күреп була ине. Сөнки улар әлеге кеүек "магазин тулы" ултырманылар. Шәшке ҡоршарға ла оҫталыҡ кәрәк. Бөтәһенең дә ҡулынан килмәй.

Һуғыш йылдарында…

1941 йылда Ғәлимйән тимерсене лә фронтҡа оҙаталар. 1943 йылда "Хәбәрһеҙ юғалды" тигән ҡара ҡағыҙ килә. Ике ир һәм бер ҡыҙ балалы булып тол ҡалған Шәһүрә яңынан тимерселек эшенә тотона. Леспромхозда ир кеше тимерсе булғанлыҡтан, ул бүтән төр эштәрҙә йөрөй. Эштән һуң, кистәрен, әлеге үҙенең соланындағы тимерлегендә тирә-яҡ ауылдарҙан килгәндәрҙең, йә ауылдаштарының һорауы буйынса төрлө тимерселек эштәрен башҡара. Оҫталыҡ даны ла тирә-йүнгә тарала. Уға хатта Белорет, Бөрйән яҡтарынан да теге йәки был әйберен йүнәтеүен, эшләп биреүен һорап, кешеләр килә. Һуғыш һәм унан һуңғы осорҙарҙа Белорет, Бөрйән яҡтарынан Стәрлетамаҡҡа баҙарға, йә дәүләт эштәре буйынса автомобиль, атлы ылауҙар йөрөй. Улар иһә боронғо Оло юл (Әбей батша юлы тиеп тә атала) өҫтөндә булған Маҡар аша үтәләр. Барышлай Шәһүрәгә йүнәттерергә килтергән әйберҙәрен ҡалдырып, эшләп биреүен үтенеп, һорау-йомоштарын әйтеп китәләр. Ҡайтышлай инде заказдарын алырға һуғылалар, башҡарылған йомоштары өсөн түләү итеп ташкүмер, тимер-ҡорос киҫәктәре, он-ярма һәм башҡа кәрәк-яраҡ ҡалдыралар. "Һөнәрле үлмәҫ" тигәнде үҙ иңендә аңлаған Шәһүрә әле үҫмер генә улдарын да тимерселек һөнәренә ылыҡтыра. "Мин иҫән саҡта күреп-өйрәнеп ҡалығыҙ!" тип өгөтләй уларҙы. Иң аслыҡ осор - 1943 йылда 11 йәшлек кенә оло улы Ғарифйән яҡын-тирә ауылдарҙа биҙрә-ялғаштар төпләп, һауыт-һабаларҙы ҡурғашлап йәбештереп, тамаҡ туйҙырып йөрөй.

Ауылдаштар хәтерләүенсә…

Бала сағында Шәһүрәләргә күрше булып йәшәгән Илмира апай уларға көн һайын тигәндәй кереп йөрөгән. "Миңә ул осорҙа 6 йәш кенә булһа ла, уның соланындағы тимерлеген бөгөнгөләй хәтерләйем", - тип һөйләне ул. Солан мөйөшөндә икмәк бешергән ҙур ауыл мейесенең көллөксәһеләй урыны уртаһында тимерлек усағы була. Шул усаҡҡа, кирбес аҫтынан, өсмөйөш формалы күректең мөштөгө тоташтырылған. Күрек үҙе аҫҡы һәм өҫкө таҡталарына ҡағылған тиренән яһалған. Өҫкө таҡтаһындағы тотҡасҡа бәйләнгән бау тапҡырына урынлаштырылған урҙаға беркетелгән сығыр аша аҫҡа төшөп тора. Бауҙың осона, үҙенең яурыны тәңгәлендә, йоморо тотҡас бәйләнгән. Мейес янында баҫып торған көйө, Шәһүрә апай әлеге тотҡаслы бауҙы аҫҡа тартып - ҡабат ебәреп, күректе эшләтә. Мейескә ҡаршы ғына ергә ҡаҙып ултыртылған йыуан бүкәнгә һандал (наковальня) беркетелгән була. Һандалы эргәһендәге тәпәш кенә, өҫтө тимерләнгән өҫтәлендә ҡыпһыуырҙары, сүкештәре ятҡан. Усаҡта аҡлы-күкле булып янған күмергә әлеге күреген эшләтеп һауа өрҙөргән. Күреге эшләгәндә ышылдап-бышылдап тора ине, тиеп хәтерләне Илмира апай. Быларҙан башҡа ла соланында эшендә кәрәк әйберҙәре, инструменттары байтаҡ була.
Ғарифйән ағайҙың хәтерләүенсә, әсәһе яһаған ҡумыҙҙары менән Әрметрәхим ауылынан Абдулла исемле алыпһатар Стәрле баҙарында һатыу итеп тә йөрөгән.
Бер уйлағанда, ирҙәр эше һаналған тимерселек һөнәре менән шөғөлләнгән ҡатынды ирҙәрҙәй көслө, мыҡты кәүҙәле, эре һөйәкле итеп күҙ алдына килтереп була. Ысынында иһә, Шәһүрә тимерсе физик көсө менән башҡа ҡатындарҙан айырылһа ла, буй-һыны менән айырылмаған. Көндәлек тормошта йор һүҙле, шаян ҡылыҡлы була. Илмира апайҙың һөйләүенсә, ишектән килеп кереүе менән үҙенең мәҙәк-ҡыҙыҡ хәбәрҙәрен һөйләп, "эс ҡатырғансы" көлдөрөр булған. Табын-ҡунаҡтарҙа ҡумыҙҙа уйнап, таҡмаҡ әйтеп күңел күтәргән. Кәйефен боҙған, асыуын килтергәндәрҙе ирҙәрсә һүгеп, әрләп ултыртып та ҡуя алған.
Егерменсе йылдар аслығын, һуғыш ғазаптарын үҙ иңендә, йөрәгендә кисергән ҡатын донъяға, имен тормошҡа һөйөнөп йәшәй. Үҙенең балалары (Нәғимә, Ғарифйән, Ғәзиз) башлы-күҙле булып бөткәс, 1962 йылда ҡабаттан тормошҡа сығып (Маҡар ауылы Кашафетдин Йомағужинға), ғүмеренең аҙағынаса (1980 й.) Ишембай ҡалаһында йәшәй.

Рәдис ДУСАЛИН,
Маҡар ауылы дауаханаһы табибы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.12.16 | Ҡаралған: 1251

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru