«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ТОМЛЫҠТАР ТАРИХИ АҢЫБЫҘҘЫ УЯТА
+  - 

Өс йыл инде республикабыҙҙа "Шәжәрә" Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге тарафынан ижад ителгән "Башҡорт ырыуҙарының тарихы" томлыҡтары донъя күреп килә. Ошо көндәрҙә уның 19-сы томына материалдар туплау йомғаҡланып тора. Экспедициялар ваҡытында альманахтарҙы әҙерләүсе ғалимдар бикәтин, һалйот, һеңрән, терһәк һәм һырҙы ырыуҙары буйынса мәғлүмәттәр йыйыу өсөн бер нисә тапҡыр Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарына барып ҡайтты. Үҙәктең ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов сәйәхәт сәхифәләре менән уртаҡлаша.

Һеҙҙең үҙәк тарихыбыҙҙы ошондай төплө һәм киң масштабта өс йыл өйрәнә, тинегеҙ. Быға тиклем был өлкәне ундай кимәлдә өйрәнеүселәр булманымы?

-Бығаса башҡорт тарихы башлыса Р. Кузеев тикшереүҙәре нигеҙендә генә өйрәнелде. Совет заманында билдәле сәбәптәр арҡаһында был уңайлы ла ине. Һуңынан инде был система тарҡалғас, туҡһанынсы йылдар арауығында бер демографик упҡын булып алды. Быуындар бәйләнеше, күсәгилешлек ебе өҙөлдө. Был фәндә бигерәк тә ныҡ һиҙелде. Бөгөн беҙ ошо арауыҡ юғалтыуын, шул процесс һөҙөмтәләрен бик яҡшы тойоп йәшәйбеҙ. Хәтерҙәге күп нәмәне юғалтып, онотоп, юйып өлгөргәнбеҙ. Әммә ҡан хәтере, аң хәтере тигән төшөнсәләр бар һәм беҙ тап ана шул хәтерҙәрҙе уятыу, тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ ҙә инде. Бөгөн, Аллаға шөкөр, йәш быуын ғалимдары үҫеп етте һәм улар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята.
Мин хеҙмәт иткән "Шәжәрә" Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәген барыбыҙға ла билдәле тарихсы-ғалим Салауат Хәмиҙуллин етәкләй һәм үҙәк башҡорт ырыуҙары тарихын тикшереп, өйрәнеп, асыҡлап, халыҡҡа еткереү бурысын үтәй.

Сираттағы томлыҡтың башҡорт ырыуҙары тарихына индергән өлөшө ни кимәлдә? Был ырыуҙар бармы ул бөгөн, әллә улар хаҡында бары тик мәғлүмәттәр генә йәшәйме?

- Белеүегеҙсә, ун туғыҙынсы том башҡорттарҙың бәкәтин, һалйот, һеңрән, терһәк һәм һырҙы тип аталған ырыуҙары тарихын өйрәнә. Был ырыуҙар ҡасандыр көслө, күп һанлы халыҡ булһа, бөгөн юғалып барғандар иҫәбендә. Улар Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ, Арғаяш райондарында йәшәй, беҙ уларҙы шул тарафтарға эҙләп барҙыҡ та инде.
Заманында "Маяҡ" атом станцияһы фағижәһенән һуң шул ерлектәге күп башҡорт ауылдары күсерелә, улар башҡа ауыл-ҡалаларға ҡушыла, йорт-ҡуралары, мал-тыуары юҡ ителә. Шул сәбәпле, тотош бәкәтин ырыуы туҙҙырылып бөтөлә. Башҡорт ырыуҙарының уларҙың һәр береһенең үҙ биләмәһе, тарихи ерлеге бар, кемдәрҙең ҡайһы территорияны биләгәнен һәм хәҙер биләүен беләбеҙ. Ә бәкәтиндәр бөтөнләй тарихи ерлекһеҙ тороп ҡалған. Шунлыҡтан, китапта уларға ҙур урын бирелде. Ҡоншаҡ районында бәкәтин ырыуы вәкиле Ғәзиз Йомағужин исемле ағай менән таныштым. Һөнәре буйынса электрик булған ағай тарихты энәһенән-ебенә тиклем өйрәнгән, йөрәгендә рух ҡуҙы баҙырап ята. Унда шул тиклем бай тарихи база, ярҙамы бик ҙур булды, етмеш ике йәштәмен, тип тормай, беҙҙең менән йөрөп, барыһын күрһәтеп, аңлатып сыҡты, рәхмәтлебеҙ уға. Ана шул үрҙә әйтелгән күсеү, үҙгәртеү, сит өлкә булыу сәбәбенәндер инде, уның фамилияһын да "Юмауин" тип яҙып ебәргәндәр.
Ғәзиз ағай, бәкәтин ырыуы Силәбеләге иң матур урындарҙа көн иткән, тип һөйләй. Уларҙың ырыуы ҡырҡ күлгә хужа булып тора. Шунан килгән "ҡырҡ күл хужалары" тигән дандары ла бар. Улар ана шул күлдәр ерен әллә нисә быуаттар һаҡлап килә, йыр-моңдары, ауыҙ-тел ижады, тарихтары шуларға бәйле. Һәм бер көн килеп уларҙы төбө-тамырынан аҡтарып, тота ла күсерәләр. Ғәзиз ағайға ул саҡта бары ун йәш була. Уларҙы һалйоттар ырыуыныҡы булған Хәлит ауылына ултырталар. Ауылда хатта Бәкәтин исемле урам да була.

Атом станцияһы афәте был ырыуҙар халҡын күпләп юғалтыуға ла, сәләмәтлектәрен ҡаҡшатыуға ла килтергән бит инде... Ваҡытында был мәғлүмәттәр йәшерелгәндер ҙә...

- Әлбиттә, был хаҡта халыҡ үҙе белә. Тик беҙҙең милләт үтә баҫалҡы шул. Улар ярҙам һорап, льгота, дауалау йәки башҡа ташламалар юллап йөрөмәгән һәм йөрөмәй ҙә. Мәҫәлән, шундағы бер башҡа милләт халҡы йәшәгән ауылда бөтөн ярҙам ысулдарын ҡулланып бөткәндән һуң, ауылдарын яңы урынға күсереп, йорт-ҡуралы итеүҙәрен талап иткәндәр.
Ярай әле, беҙҙең башҡорттарҙа ла һуңғы йылдарҙа тарихи аң уяна һәм бәкәтиндәр ҙә тарихи ерҙәрен кире ҡайтарып алыу артынан йөрөй башланы. "Бәйләнештә" селтәрендә был ырыу йәштәре төркөм асҡан, шул юл менән аралашалар, бер-береһе менән танышалар. Ерлектәренә барып ҡайтыусылар ундағы ҡәбер таштарын фотоға төшөрөп һала, шулайтып та эҙләйҙәр улар ата-бабаларын. Әйткәнемсә, ерҙәрен ҡайтарып алыу мәсьәләһендә улар ҡоро хәбәр һөйләп кенә түгел, ә етди, документаль рәүештә рөхсәттәр юллап, элекке ауылдары урынында коттедж ҡасабалары төҙөү уйы менән яналар.
Беҙҙең экспедицияны Силәбе башҡорттары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаршы алды. Сөнки улар үҙҙәрен үҙҙәре өсөн аса. Ундағы халыҡ ырыу төшөнсәһен артыҡ белмәй. Шул белмәү арҡаһында ниндәй ырыуға булһа ла яҙылырға әҙер торалар. Мәҫәлән, берәйһенән "Һин ниндәй ырыуҙан? Һалйотмо, бәкәтәнме?" тиһәң, "Әллә, һалйот булһын һуң", - тип әйтергә лә мөмкиндәр. Һалйоттар унда иң ҙур ырыу. Терһәктәр өс-дүрт ауыл йыйнаҡ ҡына йәшәп яталар. Һеңрәндәр күп булмаһалар ҙа (Илеш районында йәшәйҙәр, Ырымбур өлкәһендә ике ауыл бар) бик ныҡ таралып киткәндәр. Шулай ҙа, һаҡланыр өсөндөр, ҡайҙа ла йәшәгән урындарындағы атамаларға "һеңрән" исемен таҡҡандар. Мәҫәлән, Һеңрән Ҡары, Һеңрән Ҡумкүле. Әйткәндәй, Күмкүл ауылын саҡ таптым, ул заманында ауылдарҙы эреләтеү йылдарында икенсе ауылға ҡушылып йотолған булған икән. Халыҡ уларҙың һеңрәнлеген белә, тик ырыу икәнлектәрен онотҡан.
Һырҙы ырыуынан Аяҙғолда, Ҡорман ауылдарында булдым. Ул ырыуҙың Булат Теләкберҙин тигән данлы улы туҡһанынсы йылдарҙа Башҡортостанда Юғары суд рәйесе була.
Тикшереүҙәр барышында ҡыҙыҡлы һөйләштәр, диалекттар менән танышылды. Һалйоттарҙың бер өлөшө иң төньяҡта, Свердловск өлкәһе менән сиктә йәшәгән. Иң ҡыҙығы, урамда килеп осраған кешенең ихласлығы, ябай алсаҡлығы уның башҡорт булыуын белдерә лә ҡуя. Беҙҙе урамда бер апай күреп ҡалып, һөйләшеп, ай-вайға ҡуймай өйөнә алып ҡайтып китте. "Ҡунаҡ итә алмаһам да, үҙ башҡорттарыма әүәлмә ашатып булһа ла сығарам", - ти. Беҙ әүәлмәнең ни икәнен белмәйбеҙ, әлбиттә, ҡыҙыҡһынабыҙ. "Был беҙҙең яҡта башҡорттоң иң нейе", - тине апай, шунан ун-ун биш минуттай һары майҙы табала ҡайнатып, өҫтөнә он һибеп, суфле кеүек нәмә әҙерләне. Был массаны икмәккә һылап ашайһың икән. "Беҙҙә ҡунаҡты һарыҡ һуйып, мунса яғып, әүәлмә бешереп хөрмәтләйҙәр. Ошоно ашаһағыҙ, кискә тиклем асыҡмаҫһығыҙ", - тип ҡалды. Әүәлмәнән һарҡытылған һары майҙы күтәреп эсеп тә ҡуйырға тейеш инек тә, уныһын булдыра алманыҡ. Ата-бабаларыбыҙ ниндәй ныҡ, сәләмәт булған икән, тип уйланыҡ был һыйҙан һуң.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА яҙып алды.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.16 | Ҡаралған: 1122

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru