Бөгөн мәғлүмәт сараларының ниндәйе генә юҡ. Уларҙың барыһына ла ныҡлы иғтибар биреп бөтөп тә булмай. Шулай ҙа һәр кемдең үҙ иткән, күңеленә яҡын булған ниндәйҙер баҫмаһы йәки тапшырыуы була. Эше тығыҙ булғанда ла шул тапшырыуҙарҙы ҡарарға, аҡсаһы етмәгәндә лә шул баҫмаларға яҙылырға тырыша ундайҙар.
Фекер ебен әллә ҡайҙа ситкә ебәрмәй, милли телдә яңғыраған тапшырыуҙарҙың, башҡорт баҫмаларының бөгөнгө көндә тотҡан әһәмиәтен тағы бер тапҡыр күҙ уңынан үткәреп, уларға күҙәтеү яһаһаҡ, киң мәғлүмәт сараларының йәмғиәтебеҙ аңына ҙур йоғонто яһауын, социаль-психологик һәм әхлаҡи яҡтан таяныс булыуын күрер инек. Быны матбуғат менән дуҫ булғандарҙың барыһы ла аңлай. Шуныһын айырып билдәләп үтеү мөһим: милли тапшырыуҙарыбыҙ һәм баҫмаларыбыҙ йөкмәткеһе үҙебеҙҙең генә менталитетҡа хас сифаттар менән айырылып тора. Был сифаттарҙа олоно оло итә белеү, борондан килгән тыйыуҙарҙы һанға һуғыу, әсәй менән ул, атай менән ҡыҙ араһындағы сиктәрҙе белеү кеүек яҙылмаған ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә сағыла.
Сағыштырыу өсөн ҡайһы бер Рәсәй каналдарында барған фильмдарҙы йәки күңел асыу программаларын ғына алып ҡарау ҙа етә. Мәғәнәһеҙ, тоҙһоҙ шаяртыуҙары арҡаһында уларҙың күптәрен ғаилә менән бергәләп ултырып ҡарап та булмай. Ғәҙәттә, бындай киноларҙың күбеһендә ҡуйыусылар үҙҙәре ҡыҙыҡ һәм башҡалар көлөргә тейеш тип һанаған урындарҙа, кадр артында, күмәк көлөү яңғырай. Был инде режиссерҙарҙың халыҡта өйөр инстинкты уятып, үҙ тапшырыуҙарының сифатһыҙ булыуын йәшереү өсөн эшләнгән махсус "шпаргалкаһы". Тапшырыуҙарының ниндәй кимәлдә икәнен алдан белеп торғанға ла, кадр артында көлөү йәки ҡул сабыу тауыштарын ишеттереп, бында көлөргә кәрәк, тип иҫкәртеү яһай улар. Бындай фильмдарҙың исеме лә бар - ситкомдар, йәғни ситуацион комедиялар, тип атайҙар уларҙы. Тәү башлап улар 1920 йылдарҙа Америка радио тапшырыуҙарында килеп сыға һәм 40-сы йылдарҙа телевидениеға күсә, 70-се йылдарҙа иһә төрлө телесериалдарҙа киң урын ала. 2004 йылда был жанр Рәсәйҙә үҙен таныта һәм бөгөн дә СТС, ТНТ каналдарында уңышлы дауам итә. Беҙгә түгел, юмор кимәле түбән булған американдарға кәрәк был алым, тиһәләр ҙә, көнө буйы экран алдынан китмәй, ситком ҡараусылар ҙа күп бөгөн. "Европа плюс", "Русское радио" эфирында барған тапшырыуҙарҙы алып ҡараһаҡ та, беҙҙең халыҡҡа хас булмаған самаһыҙ көлөү, тәртипһеҙ шаярыу ҡолаҡты яра.
Ошо урында инде бына нисәмә йылдар халыҡ яратып тыңлаған үҙебеҙҙең "Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр-моң каналын ғорурлыҡ менән телгә алырға була. Каналдың йыр-моң сығанағы ғына түгел, ижтимағи, социаль-сәйәси, мәҙәни һәм башҡа төрлө өлкәләрҙәге көнүҙәк темаларҙы ла асыҡ яҡтыртыуы, тарихыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы онотмауы һәм, иң мөһиме, халҡыбыҙға хас тыйнаҡлыҡ, йор һүҙлелек сифаттарына эйә булып эш итеүе ҡыуандыра. Кәрәк урында кинәйә менән кәңәш биреүе, эфирға иң кескәйҙәрҙе лә йәлеп итеп, уларға бала саҡтан уҡ милли рухлы тәрбиә орлоҡтары һалыуы маҡтаулы.
Ә инде һуңғы йылдарҙа үҙ режиссерҙарыбыҙ барлыҡҡа килеп, башҡорт кинолары, йәнһүрәттәре төшөрөүе айырым баһаға лайыҡ. Ошо өлгөлә тәрбиә алған балаларыбыҙ, һис һүҙһеҙ, Тыуған илен, тыуған ерен, үҙ халҡын ихтирам итеп үҫер, тип ышанғы килә.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА