Һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә йәштәр араһында, Изге Валентин йәки Ғашиҡтар көнөн билдәләү ғәҙәткә инеп китте. Был байрам Европала XIII быуаттан үткәрелә башлаһа, беҙҙең илдә 1990 йылдарҙа ныҡлап тамыр йәйҙе. Бөгөн Изге Валентин көнөн билдәләүҙән хатта мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ситтә ҡалмай. Улар төрлө бүләктәр әҙерләй, мөхәббәт тураһында шиғырҙар ятлай, кисәләр уҙғара.
"Левада" үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең 18-24 йәшлек граждандарының 81 проценты Ғашиҡтар көнөн билдәләй икән. Был байрамдың тарихын белмәгәндәр ҙә бик һирәктер. Бөгөнгө быуын йәштәре Зәки Вәлидиҙе йәки Владимир Ленинды белмәһә белмәҫ, әммә монах Валентин тураһында бик яҡшы хәбәрҙар. Шуныһы ҡыҙыҡ, сит ил монахын башҡорт, татар халҡы ла үҙ итте һәм хатта уның исемен дә үҙҙәренсә яраҡлаштырып, Вәли тип үҙгәртеп алды. Йәштәр менән бергәләп Изге Вәли көнөн билдәләгән ололар ҙа уның кемлегенә артыҡ иғтибар итеп тормай. Иң мөһиме - был көндө барыһы ла байрам итә, бүләктәр өләшә. Һөйгәнең берәү генә булырға тейеш, тип аңға һалынһа ла, байрам көндө бер түгел, әллә нисә кешегә атап бүләктәр, йомшаҡ уйынсыҡтар һатып алалар һәм бер юлы бер нисә ҡыҙға һәм егеткә һөйөү һүҙҙәре яҙылған открыткалар бүләк итәләр.
Егерме йылдан ашыу ваҡыт эсендә Изге Валентин көнөн билдәләүгә ҡарата ике төрлө ҡараш барлыҡҡа килде. Сит илдең беҙгә тағылған байрамын уҙғарыу иҫәрлек, тип һанаусы ватандаштарыбыҙ ҙа күбәйеп бара. 2006 йылда Үзбәкстандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы урындағы баҫмаларға 14 февралгә арналған мәҡәләләр баҫтырыуҙы тыя. Улар быны, Ғашиҡтар көнө христиан изгеһенең мөхәббәт мажаралары менән бәйле, мосолмандарға бер ҡыҫылышы ла юҡ, тип аңлата. Шулай итеп, үзбәктәр Изге Валентин көнөн ҡара исемлеккә индереүсе тәүге ил була. Ә бит хатта рус православиеһы сиркәүе лә был байрамға кире ҡарашта, сөнки ул да бер юлы әллә нисә кешегә ғишыҡ белдереү, ике кешегә генә билдәле булырға тейеш серҙе бөтә донъяға фаш итеүҙе тәртипһеҙ ғәҙәт тип һанай.
Эйе, Изге Вәли беҙҙең мәҙәниәтебеҙгә, йәшәйешебеҙгә индерерлек ниндәй эш эшләгән һәм нимәһе менән изге ул, тип аптыраусылар, менталитетыбыҙҙы боҙоп, Валентин көнө тураһында көнө буйы һөйләгән телевидение һәм радиоға ризаһыҙлыҡ белдереүселәр етерлек. Әммә, эт өрөп торор, бүре йөрөп торор, тигәндәй, 14 февраль байрам булыуҙан туҡтамай һәм ул хәҙер инде 20 йылдан ашыу киң таралған байрам көнө булараҡ билдәләнә. Мәжүсилек замандарынан бөгөнгәсә килеп еткән был байрамдың тағы ла бер сәбәбе бар. Ул да булһа, коммерция. Әле IX быуатта уҡ Англияла, Францияла Валентин байрамы алдынан биҙәнеү әйберҙәре, сәскә, открыткалар һатыу кимәле иҫ китерлек артҡан. Был иһә ғашиҡтарҙан бигерәк, тауарын уңышлы осорған сауҙагәрҙәр, тауар етештереүселәр өсөн тағы ла ҙурыраҡ байрам һаналған. Бөгөнгө бизнес әһелдәре лә элеккеләренән ҡалышмай. Улар ҙа байрам уңайынан күберәк тауар һатып, кеҫәләрен ҡалынайтып ҡалырға тырыша.
Библияла мөхәббәт символы йөрәк мең тапҡырҙан да күберәк ҡабатланһа, Ҡөрьәндә яратыу һүҙе 83 мәртәбә иҫкә алына икән. Шулай ҙа дин әһелдәре икенсе енескә ҡарата булған хис-тойғоларыңды бөтә ғәмгә белдереү тыйыла, был хис бары тик ике кешенең мөнәсәбәттәренә генә ҡағыла, уларҙы башҡаларға күрһәтеү кәрәкмәй, тип бара. Бөгөн был байрамға ҡайһы бер илдең депутаттары ла ҡаршы сыҡҡан. Мәҫәлән, Ҡырғыҙстандың бер депутаты мәктәптәрҙә валентинкалар өсөн тартмалар ҡуйыуҙы тыйырға тигән тәҡдим индерә. Уның фекеренсә, был балаларҙың психикаһына насар тәьҫир итә, сөнки кемдеңдер валентинкаһы күберәк, икенсеһенеке әҙерәк булыуы ихтимал, ә ҡайһы берҙәренә бөтөнләй эләкмәҫкә лә мөмкин. Һөҙөмтәлә баланың үҙбаһаһы төшә, үҙ-үҙенә ышанысы кәмей.
14 февраль - ғашиҡтар көнө тураһында тарих етерлек. Был көндө байрам итеүҙән баш тартыусылар Валентин тураһында насар риүәйәттәр ҙә уйлап сығара. Тарихтарҙың ҡайһыһы дөрөҫ, ҡайһыһы уйҙырмалыр, ысыны береһенә лә аныҡ ҡына билдәле түгел. Тик шуныһы яҡшы аңлашыла, Изге Вәли тиһәләр ҙә, Валентин тиһәләр ҙә, байрамдың асылы бер - был көндө һөйгәнеңә артығыраҡ иғтибар, наҙ күрһәтеү һәм матур һүҙҙәр әйтеп, бүләктәр биреү. Уны билдәләү, билдәләмәү һәр кемдең шәхси эше. Үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙа мөхәббәткә дан йырлаусы Изге Вәлиҙәр булмаһа ла, был көн эргә-тирәләгеләребеҙгә ихтирам, яҡшы мөнәсәбәт күрһәткән матур байрам булып ҡалһын, әйҙә. Байрам йәштәр араһында татыулыҡ, хөрмәт һәм берҙәмлек тойғолары уятһын. Ул ваҡытта күркәм холоҡло, матур ғәҙәтле замандаштарыбыҙға, йәштәребеҙгә лә һүҙ әйтеүсе булмаҫ. Мөхәббәт, яратыу хистәре 14 февралдә генә түгел, ғүмер буйы һәр ҡайһыбыҙҙың күңелендә булһын.
Э. ЗЕКРИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА