«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УНЫҢ ИЖАДЫ ЛА ТӘРБИӘЛӘЙ БЕҘҘЕ
+  - 

Өфө ҡалаһы Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында йыл да әҙибәнең тормош юлы, ижадына арналған конкурс ойошторола килә. Быйылғы ижади проекттар конкурсында ҡатнашып, еңеү яулаған уҡыусылар менән ябай ғына бер темаға - олуғ шәхескә арналған ярыштың һөҙөмтәләре һәм уның исемен йөрөткән белем усағы тураһында һөйләштек.

Ҡарлуғас Исмәғилева, З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы: "З. Биишеваның тормош юлы һәм ижады" республика ижади проекттар конкурсында быйыл да республиканың төрлө райондарынан уҡыусылар ҡатнашты, алты секция эшләне. Конкурс һәр йылда төрлө темаға бағышлана. Быйыл мин үҙем "Яҡтыға" трилогияһында шәхес үҫешенә йоғонто яһаусы шарттар" темаһына доклад яһаным. Күп балалы ғаиләлә, үгәй әсә ҡулында тәрбиәләнгән ҡыҙ баланың характеры, рухи тәрбиә һәм донъяға ҡараш булдырыуҙа йәмғиәт - ауыл кешеләре һәм таныш-белештәр йоғонтоһо ниндәй булыуын анализланым. Сөнки Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән осраҡтар, етем балаларҙың яҙмышы бөгөнгө көндә лә бик актуаль проблемаларҙың береһе булып ҡала килә. Беҙҙең секцияла ҡатнашҡан башҡа конкурсанттар трилогияла ҡатын-ҡыҙ образы нисек сағылдырылыуға арналған докладтар яһаны. Бер ҡыҙ әҫәрҙә өй эсенең нисек йыһазланғанын өйрәнгән, хатта матур итеп һүрәттәр төшөрөп алып килгәйне. Ғөмүмән, конкурс һәр кемгә үҙ һәләттәренән сығып, төрлөсә сығыш яһарға мөмкинлек бирә. Берәүҙәр сығыштарын башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнап, йырлап тулыландыра, кемдер һүрәт төшөрә, компьютер графикаһын ҡуллана, ҡағыҙҙан макеттар, паннолар эшләгәндәр ҙә бар. Иң мөһиме, һәр уҡыусы башҡаларға тәьҫир итерлек итеп сығыш яһарға өйрәнеп килә. З. Биишева тураһында фекерләргә лә өйрәнәбеҙ, мәғлүмәтле лә булабыҙ, аудитория алдында сығыш яһарға ла күнегәбеҙ. Яҙыусының исемен йөрөткән белем усағында беренсе синыфтан алып уҡыйым, хәҙер тамамлап сығырға ла ваҡыт етте. Ошо йылдар эсендә бөтә предметтар буйынса ла яҡшы белем биргән, төрлө конкурстар, милли саралар ойошторған, Емеш кеүек маҡсатлы, тырыш, көслө рухлы һәм аҡыллы булырға өйрәткән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен.

Земфира Хантимерова, Ейәнсура районы Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы: Конкурс һөҙөмтәләре буйынса мин үҙ секциямда беренсе урын алдым. Беҙҙең гимназия-интернаттан тағы бер уҡыусы - Шамил Илкенбаев та бишенсе секция эшендә ҡатнашып, беренсе урын яуланы. Мин тикшеренеү эшен "Кешенең тормош ҡиммәттәре" темаһына бағышланым. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лениза Ураҙова конкурста ҡатнашырға тәҡдим иткәс, "Яҡтыға" трилогияһын уҡып сығып, сығыш әҙерләнем һәм һүрәт менән панно эшләнем. Һүрәтемдә Емеш ҡояшҡа ынтылып тора. Ә ҡамырҙан яһалған паннола уны ҡараңғы, бәләкәй генә тәҙрәле өйҙә шәл бәйләп ултыра, тип сағылдырҙым. Әҫәрҙе анализлап, кешенең тормошоноң төп ҡиммәттәре - ул һәр көндән ҡыуаныс таба белеү, мөхәббәт, эшһөйәрлек һәм рух көсө булыуын аңланым. Романдың һәр геройы ошо ҡиммәттәр аша тормошта үҙ юлын таба. Минең секцияла сығыш яһаған башҡа уҡыусылар ҙа бик төплө әҙерләнеп килгәйне, һәр кем үҙ һәләтен күрһәтте, бер ҡыҙ сығышын инглиз телендә һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе.
140-сы башҡорт гимназияһы бик ҙур, яҡты, синыф бүлмәләре йыһазландырылған, уҡыусылар белем алһын өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Әммә унда ҡалала үҫкән балалар уҡығанға күрәме, бөтәһе лә русса һаулыҡ һорашып, аралашып йөрөй. Быны күргәс, үҙем уҡыған Ейәнсура районы Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты өсөн ғорурлыҡ тойҙом. Беҙҙә бөтә балалар ҙа, уҡытыусыларыбыҙ ҙа башҡортса аралаша, бөтә саралар башҡорт телендә үтә.

Ғәлиә Ҡотләхмәтова, Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы: Конкурсанттар менән осрашыуға бик күп билдәле шәхестәр килгәйне. Мин сығыш яһаған секцияла ун дүрт уҡыусы ҡатнашты, һәр кем "Яҡтыға" трилогияһы буйынса үҙенсәлекле проект эштәрен тәҡдим итте. "Зәйнәб Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" һәм "Оло Эйек буйында" романдарында халыҡ ижады ынйылары" тигән тема һайлағайным. Презентацияла башҡорт халыҡ кейемдәре, йолалары, аш-һыуы буйынса мәғлүмәттәр килтерҙем. Әҫәрҙә сағылыш тапҡан халыҡ ижады өлгөләрен төрҙәренә ҡарап бүлеп, миҫалдар килтереп һөйләнем. Романдарҙа мәҡәл, әкиәт, уйын, йола, йыр, легенда, таҡмаҡ һәм башҡа халыҡ ижады өлгөләрен осратырға мөмкин. Уларҙың барыһын да яҙыусы бик урынлы итеп ҡуллана алған. Мәҫәлән, был ике китапта 56 мәҡәл бар. Һәр уҡыусы ошондай башҡалар белмәгән ҡыҙыҡлы факттар тураһында һөйләне конкурста, шуға ла жюри ағзаларына ла, үҙебеҙгә лә бик ҡыҙыҡлы булды. Зәйнәб Биишеваның ижадына бәләкәйҙән шулай ҡыҙыҡһыныу уятып, башҡорт әҙәбиәтенә иғтибар арттырып, был китаптар аша башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен күңелдәренә һеңдереп үҫтереүҙе маҡсат иткән ойоштороусыларҙың эше оло баһаға лайыҡ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Өлгө алырҙай, беҙҙе тәрбиәләрҙәй, яңы үрҙәргә ынтылыш бирерҙәй күренекле шәхестәребеҙ бик күп. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева нәҡ шундай, һәр быуын кешеһенә тормошо менән дә, ижады менән лә юғары өлгө күрһәтеүселәрҙең береһе. З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында үткәрелгән конкурста ҡатнашыусы балаларҙың быға төшөнөүе ҡыуаныслы күренеш.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.17 | Ҡаралған: 1371

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru