Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
АЗАМАТТЫҢ ҺОҠЛАНДЫРҒАНЫ, ГӨЛНАРАНЫҢ БАШҠОРТСА ТӨШ КҮРГӘНЕ...
|
Халҡыбыҙ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуы республикабыҙ, илебеҙ, улай ғына ла түгел, донъя кимәлендә киң билдәләнде. Бигерәк тә интернетта уның шиғырҙарын ятҡа һөйләү буйынса конкурс географик киңлеге менән айырылып торҙо. Шағир исеменә бәйле һәр бер хәтирә беҙҙең өсөн үтә лә мөһим. Бына, мәҫәлән, мин дә ун биш йыл элек Өфө урамында Рәми Ғариповтың тәрбиә мәктәбенә бәйле шундай бер ваҡиғаның шаһиты булғайным.
Октябрҙең 50 йыллығы менән Минһажев урамдары киҫелешендә, "Өфө уттары" ҡаршыһындағы трамвай туҡталышында булды ул ваҡиға. Мин "Йәштәр һарайы" (ул ваҡытта "Юбилейный") артындағы парк янындағы тротуар буйлап Матбуғат йортона табан йүнәлеп, үткәлдәге светофорҙың ҡыҙыл утына туҡталып ҡалғайным. "Үҙәк баҙар" һәм "Көньяҡ автовокзал" яғынан килгән автомобилдәрҙең үтә күп булыуы һөҙөмтәһендә ике урам киҫелешендә мәхшәр ҡупҡан, тығын барлыҡҡа килгән. Хәл-күренеште күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Бындай саҡта "текә" машиналарға атланған "тәкәләр" туҡтауһыҙ сигналға баҫып, алдында тороусыларҙы ашыҡтыра, төрлө урындарға, ярыҡтарға ҡыҫылып, хәрәкәттең ҡаршы йүнәлешенә барып булһа ла, тығын барлыҡҡа килгән урындан китергә тырыша...
Бында ла табылды бер "тәкә". Ул ҡайһылыр арала дөйөм хәрәкәт ағымынан айырылып сығып, трамвай көтөүсе утыҙлаған кешенең өҫтөнә килә башланы. Кешеләр тырым-тырағай һибелде, кемеһелер албырғап ҡатып ҡалды. Шул саҡ тәртипте боҙоусыға ҡаршы бер егеттең барып баҫыуы машинаны туҡталып ҡалырға мәжбүр итте. Бар урында ла оятһыҙлығы һәм һөмһөҙлөгө ярҙамында еңеп өйрәнгән "тәкә"гә егеттең был ҡыйыулығы оҡшап етмәне, күрәһең, ул ҡорос атының ишеген асыҡ ҡалдырып, юлына сығыусы егеткә ҡаршы баҫты. Егет уға киҙәнергә, башҡа төрлө зыян итергә мөмкинлек бирмәне. Иҙеүенән эләктереп алып, ныҡ итеп бер-ике тапҡыр һелкетеп алғайны, "тәкә" уның ҡоростай ҡаты ҡулдарын тойоп, шундуҡ шиңеп ҡалды, ҡаршыһына сығыусынан ҡараштарын айырмайынса, артҡа сигенде һәм машинаһына ултырып, артҡа табан хәрәкәт итеп, тайыу яғын ҡараны...
Былар барыһы ла ярты минут самаһы эсендә булып үтте. Уңарсы светофорҙың йәшел уттары янды, һаман да һерлегешеп торған машиналар араһынан ҡаршы яҡҡа сығып барғанда теге егет минең яҡҡа йөҙө менән боролғайны. Бәй, Рәми Ғариповтың улы Азамат бит был! Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡығанда танышҡайныҡ. Уға ҡаршы киттем, уңарсы трамвай килеп туҡтап, ул "электр арбаһы"на ултырып өлгөргәйне...
Ошо бәләкәй генә ваҡиғала Рәми ағайҙың улы Азаматҡа биргән ир-азаматлыҡ тәрбиәһе һөҙөмтәһе ярылып ята ине. Халыҡ шағирының "Көндәлектәр"ендәге 1972 йылдың 12 июнендәге яҙмаһына иғтибар итәйек: "Азаматты лагерға оҙаттым. Шул тиклем бараһы килмәй. Өйҙәге ирек уға бөтәһенән дә ҡиммәт. Һүрәттәренән, яратҡан китаптарынан, күрше малайҙарынан айырылып китеү уға донъянан айырылып китеү менән бер кеүек. Өйҙән сыҡҡанда "Грек мифтары"н рюкзагына һалып алды. Инде нисәнсе ҡат уҡый шул мифтарҙы, ялҡмай. Минең хатта күңел тулып китте..."
Азамат ғаиләһенән айырылып, оҙайлы ваҡытҡа лагерға киткәндә юҡҡа ғына рюкзагына "Грек мифтары"н һалып алмаған икән. Трамвай туҡталышындағы ваҡиғала ул, ысынлап та, шул грек мифтарының батырҙарына оҡшағайны...
"Тубырсыҡ" шиғырында халыҡ шағиры улы Азаматҡа шундай өмөттәр бағлаған:
Күпме көстө һалыр кәрәк әле,
Һиңә кеше булыр өсөн дә.
Киләсәктә шаулар ҡарағай бит
Ята шул тубырсыҡ эсендә!...
Азамат һөмһөҙлөккә һәм оятһыҙлыҡҡа ҡаршы ҡарағайҙай сығып баҫты һәм атаһының үҙенә арналған шиғырындағы өмөттәрен тулыһынса аҡланы. Азамат менән ҡул биреп иҫәнләшеүселәр һиҙә торғандыр: ҡорос ҡыпһыуыр кеүек уның ҡулдары. Әйткәндәй, Рәми ағай ҙа шундайын физик көскә эйә булған. Ә инде рух көсө хаҡында әйтеп торорға ла түгел.
Йәки булмаһа, шағир "Көндәлектәр"енең 1974 йылдың 30 апрелендәге яҙма:
"Үҙ балаларымдың башҡортса төш күреүе лә миңә оло бер бәхет...
Күҙгә йәштәр тула хатта. Ун туғыҙ йыллыҡ тырышлығым бушҡа китмәгән, тим. Быны әйтеүе генә анһат. Ә бит был ун туғыҙ йыл нисә көндән тора!.. Иртән - май. Гөлнар ҡыҙым төш күрә..."
Бында ла халыҡ шағирының үҙ балаларына бирелгән рухи тәрбиә емештәре төҫмөрләнә...
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 13.03.17 | Ҡаралған: 1010
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|