«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮРМАТЫЛАР ҠОР ЙЫЙҘЫ
+  - 

Ағас - тамырһыҙ, халыҡ тарихһыҙ булмай. Беҙ халҡыбыҙҙың сал быуаттарға барып тоташҡан меңәрләгән йыллыҡ тарихы менән ғорурланабыҙ. Тамырҙарын, ырыуы тарихын белеү кешегә үҙен ошо ерҙең хужаһы итеп тойоу хоҡуғын бирә икәнен тойоп йәшәйбеҙ. Шуны иҫәпкә алып һәм Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы үткәрелә торған саралар планына ярашлы, үткән шәмбелә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Ишембай муниципаль район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Юрматы башҡорттарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы Юрматы ырыуы йыйынын үткәрҙе.

Билдәле булыуынса, юрматылар - башҡорттарҙың иң ҙур һәм иң боронғо ҡәбиләләренең береһе. Был ҡәбиләгә тәлтим, тәтегәс, ҡармыш, юрматы, нуғай-юрматы, мишәр-юрматы ырыуҙары ҡараған. Ҡәбиләнең тамғаһы - һәнәк, ҡошо - әтәлге, ағасы- өйәңке, ораны- Аҡтайлаҡ. Юрматы этнонимының килеп сығышы ла бик үҙенсәлекле. Билдәле этнограф Раил Кузеев юрматыларҙы төркиләшкән уғырҙар йәки боронғо мадъярҙар тип билдәләһә, икенсе гипотеза юрматылар - нигеҙҙә, боронғо төркиҙәр, улар бары уғырҙар менән аралашыу һәм ҡатнашыу этабын үткән йәки уғырлашҡан тип билдәләй. Ә өсөнсө гипотеза авторы, башҡорт һинд-герман философияһына нигеҙ һалыусы Салауат Ғәлләмов юрматыларҙы сарматтар тип билдәләй. Тимәк, юрматылар тарихы Геродот заманына уҡ барып тоташа. Бөгөн юрматылар Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Ғафури, Баҡалы райондарында, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда, Венгрияла йәшәй.
Ырыуҙаштарҙы, туғандарҙы барлау, үҙ тарихын, шәхестәрен, батырҙарын хәтергә алыу, йәшәйешкә, уның ҡанундарына хилаф килтергән проблемаларға күҙ һалыу, аралашыу, хәл белешеү маҡсатын күҙҙә тотҡан йыйындың тәүге өлөшө Ишембай ҡала мәҙәниәт йортонда асылды. 500-ләп делегат йыйылған ҡорҙо ҡунаҡтар - Будапешт ҡалаһының Петер Пазманя университеты уҡытыусыһы, тарихсы-археолог Аттила Тюрк, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова сәләмләне. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған саралар тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов Юрматы ырыуы тарихы тураһында бик ентекләп һөйләп үтте һәм: "Халыҡ үҙ тарихын мотлаҡ белергә тейеш. Тарихты юғалтыу үҙеңде, үҙеңдең асылыңды, милли йөҙөңдө юғалтыу менән бер. Үткәндәр беҙгә үткән өсөн генә түгел, бөгөнгө һәм киләсәк өсөн кәрәк", - тигән кәңәш-аҡылды тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө. Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылы фермеры Эдуард Байсуриндың, Федоровка районы "Маяҡ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе Сәғит Дәүләтбаевтың, Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылы эшҡыуары Дамир Ишембәтовтарҙың глобалләшеү, урбанизация шарттарында ауылдарҙы, ерҙәрҙе һаҡлау проблемалары тураһындағы сығыштары ла фәһемле булды. Юрматы башҡорттарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Риф Иҫәнов йыйынды халҡыбыҙҙың милли идеяһы өлгөһө тип нарыҡлап, тарихҡа байҡау яһаны, 1-се һәм 2-се Юрматы ырыуы йыйыны ошо уҡ Ишембай ҡалаһында 1992 йылда оло байрам итеп үткәрелеүен телгә алды. Билдәләнеүенсә, Юрматы ырыуын ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт халҡының ырыуҙар хәрәкәтен ойоштороусы кеше - ул күренекле яҙыусы Булат ағай Рафиҡов булды. Тап Булат ағай ырыуҙар хәрәкәтен юрматылар йыйыны менән башлап ебәреп, башҡаларға өлгө, юл күрһәтте. Әйткәндәй, хөрмәтле Булат ағай Рафиҡовҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен биреүҙе һорап, республикабыҙ Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеү тураһындағы тәҡдим йыйын резолюцияһына индерелде.
Булат ағай Рафиҡов донъя ҡуйғандан һуң да был күркәм традиция - Юрматы ырыуы вәкилдәренең йыйындары дауам итте. 2006 йылдың 22 апрелендә Өфөлә үткән ҡорҙа ырыу башлығы вазифаһы Риф Иҫәновҡа йөкмәтелде. Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре Юрматы ырыуына ҡараған ауылдарҙы, төбәктәрҙе барлауҙы, уларҙың бер-береһе менән аралашыуына, ырыу, ара, ғаилә шәжәрәләрен тергеҙеүгә, ерҙәребеҙҙе һаҡлауға булышлыҡ итеүҙе, ҡалаларҙа һәм алыҫ төбәктәрҙә йәшәгән юрматыларҙың тыуған яҡтар менән бәйләнешен нығытыуҙы төп бурыс итеп ҡуйҙы. Иң мөһиме, әлбиттә, йыл һайын Торатау буйына килеп, ҡорбандар салып, унда бәләкәй йыйындар үткәреп, шихандарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса халыҡ ихтыярын белдерә йөрөү булғандыр. 2010 йылда үткән Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында Торатау итәгенә Ырыуҙар ташы ҡуйырға тигән ҡарар ҡабул ителгәйне, монументаль һәйкәл торасаҡ урынға символик таш та ултыртылғайны. Әлегәсә ул проект тормошҡа ашырылмаған. Юрматылар Ырыуҙар ташы һәйкәлен мотлаҡ ҡуйыу, Торатау тирәләй туристик комплекс объекттары төҙөү тураһындағы тәҡдимде шулай уҡ резолюцияға индереп, уны тормошҡа ашырыу хәстәрлеген күрергә тейешлектәрен билдәләне.
Йыйындың тәүге өлөшө Юрматы башҡорттары төбәк йәмәғәт ойошмаһының уставын, резолюцияһын ҡабул итеү, гербын, гимнын, маршын раҫлау менән тамамланды. Ойошманың етәксеһе итеп тағы ла йәмәғәт эшмәкәре, танылған эшҡыуар Риф Иҫәнов һайланды. Ырыуҙар йыйынының артабанғы йыйынды ойоштороу хоҡуғын раҫлаған күсмә вымпелы мең ырыуы аҡһаҡалы, оло ғалим, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүргә тапшырылды.
Төштән һуң юрматылар йыйыны изге Торатау буйында дауам итте. Унда һәр райондың тирмәләре ҡоролдо, ҡорбан итенән ҡаҙандар аҫылды (ул көндө Торатау буйында 18 баш һарыҡ ҡорбан итеп салынды), шәжәрәләр, халыҡ һөнәрмәндәре эштәре һәм милли ризыҡтарҙан күргәҙмәләр ҡуйылды. Байрамға юрматылар ғына түгел, республиканың бар тарафтарынан меңдән ашыу халыҡ йыйылғайны. Улар һәр райондың үҙешмәкәр артистары тарафынан ойошторолған концерт программаһын кинәнеп ҡараны. 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым Мырҙашев исеменә - милли көрәш, Юрматы ере батыры, 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәксеһе, Ҡырым ханлығында һәм Осман империяһында башҡорт илселеге ағзаһы булған Килмәк абыҙ Нөрөшев кубогына традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса турнирҙар барған майҙанда ла байтаҡ халыҡ йыйылғайны. Әйткәндәй, һабантуйҙарҙа үҙе тирәләй әллә күпме тамашасыны йыйған милли көрәш майҙаны хәҙер берәүҙе лә аптыратмай. Ә бына халҡыбыҙҙың тағы бер иң популяр спорт уйыны - традицион йәйәнән уҡ атыуҙы тергеҙеүгә бер йыл самаһы ғына булыуға ҡарамаҫтан, ул хәҙер үҙ сафына бик күптәрҙе йәлеп итеп өлгөрҙө. Торатау буйындағы турнирҙа ла республика райондарынан 60-лап мәргән ҡатнашты. Улар юрматы егете Данир Ғәйнуллин ҡуйған приз фонды, Риф Иҫәнов, Радик Солтанов, "Киске Өфө" гәзите һәм башҡалар ҡуйған махсус приздар өсөн сәмләнеп алышты. Ҡырмыҫҡалы районынан Юныс Хәбибуллин - 1-се, Бөрйән районынан Салауат Юлбирҙин - 2-се, Ғафури районынан Алик Степанов 3-сө урын яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Ләйсән Алламоратоваға, балалар араһынан Сергей Петровҡа етеүсе булманы.
Шулай итеп, Юрматы башҡорттары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Риф Шәрифрахман улының түбәндәге һүҙҙәрен йомғаҡлау фекере итеп килтерәйек: "Йәмәғәт ойошмаһы ғына халыҡ алдында торған бар проблемаларҙы, мәҫәлән, бөгөн бик актуаль булған матди мәсьәләләрҙе, эш менән тәьмин итеүҙе, эш урындары булдырыуҙы, етештереү прозводстволары асыуҙы хәл итә алмай, - тине ул. - Әммә урындағы властарға был йәһәттән ярҙам итә ала. Беҙҙең ярҙам ниҙән ғибәрәт булырға тейеш? Иң тәүге сиратта, беҙ халҡыбыҙға күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә, төп бәләбеҙ булған эскелек кеүек насар ғәҙәттәрҙән арынырға, "Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ" тигән байраҡты юғары тоторға, рухи сәләмәтлеккә өлгәшергә ярҙам итергә тейешбеҙ. Рух сәләмәтлеге үҙеңдең кемлегеңде, ниндәй милләт балаһы булыуыңды, тамырҙарыңды белеүҙән башлана. Ырыуҙың зыялылары, интеллигенцияһы, битараф булмаған кешеләре тап ошо юҫыҡта эшләргә, халыҡ араһына йышыраҡ сығырға, рух күтәреүсе саралар үткәрергә бурыслылыр. Ишембай районынан сыҡҡан, Өфөлә йәшәгән зыялыларҙың, мәҫәлән, йыл да районға ҡайтып, төркөмдәргә бүленеп, ауылдарҙа халыҡ менән осрашыуҙар үткәреү тәжрибәһе бар. Халыҡты тыңлай белеү, уларҙы борсоған мәсьәләләр менән хәбәрҙар булыу фарыз эш. Шуның өсөн ошондай осрашыуҙарҙы дауам итергә кәрәк..."

Лена ӘХМӘРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.17 | Ҡаралған: 1086

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru