«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӨРӨҪ ЮЛДАН БАРАМ: РЕСПУБЛИКАЛА МИЛЛИ КИНО СӘНҒӘТЕН ҮҪТЕРЕҮ КӘРӘК!
+  - 

Башҡортостандың кино сәнғәте тамашасылар араһында һәр ваҡыт бәхәсле фекерҙәр уята. Шулай ҙа беҙ хәҙер башҡорт киноһы бармы, юҡмы, тигән мәңгелек һорауға яуап эҙләүҙән юғарырыҡ кимәлгә күстек, шикелле. Быйыл ғына башҡорт режиссерҙары республика кинотеатрҙары экрандарына ике фильм сығарҙы һәм уларҙың тулы залдар йыя алыуы был йүнәлештә ҙур уңыш булды. Милли киноның кимәлен ниндәй картиналар билдәләй? Кинематографияның киң массалы сәнғәт төрө булып китеүенә нимәләр ҡамасаулай? Заманыбыҙҙың билдәле кинорежиссерҙарының береһе, 12-нән ашыу тулы метрлы картина авторы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Тимер улы ЙОСОПОВ менән ошо юҫыҡтағы һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ.

Артист булырға, ғәҙәттә, хыялланалар. Ә режиссер булыу яҙмышың икәнен нисек аңларға? Ғөмүмән, кинорежиссура ул һөнәрме?

- Кино сәнғәтендә эшләүемә хәҙер 21 йыл, 1996 йылда С. Герасимов исемендәге Бөтөн Рәсәй кинематография институтын тамамлағайным. Кинорежиссураны һөнәр тип тә атауы ауыр, сөнки теге йәки был һөнәр һине матди яҡтан тәьмин итеүсе шөғөл дә. Ә сәнғәт өлкәһендә йышыраҡ рухи төшөнсәләр менән эш итергә тура килә. Шулай ҙа кинорежиссура минең өсөн, һис шикһеҙ, һөнәр. 2009 йылда үҙемдең киностудиямды асып, эшҡыуар булараҡ ниндәйҙер кимәлдә үҙаллы юлға баҫҡанмын.
11-12 йәштәр тирәһе булғандыр, көндөҙ телевизорҙан башҡортса фильмдар күрһәткәндәрен, атайымдан, беҙҙә кино төшөрәләрме, тип һорағаным хәтерҙә. Юҡ, тип яуапланы ул. "Нисек улар башҡортса матур итеп һөйләшәләр һуң?" тип аптыраным мин. Баҡтиһәң, был башҡорт теленә дубляж - тәржемә ителгән фильмдар булған икән. Шунда атайым илдә автономиялы һәм союздаш республикалар барлығын, һуңғыларының статусына яраҡлы үҙҙәренең милли киностудиялары булыуын һәм милли кинолар төшөрә алыуын аңлатты. Башҡорт мәҙәниәте мөхитендә, башҡорт зыялылары араһында тәрбиәләнгән кеше булараҡ, миңә был хәҡиҡәтте ҡабул итеүе ауыр булды, хатта бер аҙ үҙебеҙҙе ҡыйырһытылған итеп тойҙом да шикелле. 1990 йылда Башҡортостан киностудияһы асылғас, ошо тойғо мине кинорежиссер һөнәрен яҙмышым итеп ҡабул итергә һәм ВГИК-ты һайларға этәрҙе. Ул заманда кино төшөрөүе ҡатмарлы процесс ине. Кино төшөрә торған таҫма иҫ киткес ҡиммәтле, уның һүрәтен сығарыу өсөн Мәскәүгә, тауыш яҙҙырыу өсөн Екатеринбургҡа бара инек. Павильон, тон студияһы кеүек технологик базабыҙ, сценарий яҙыусыларыбыҙ юҡ ине. Ә уйын кинематографияһы - ул технологиялар, йәғни, декорациялар, костюм тегеү, каскадер цехтары һ.б. Был "Мерседес" автомобилен колхоз баҫыуында йыйыуға тиң ине. Нисек итеп кино төшөргәнбеҙҙер, хәҙер ошоға аптырайым. 2009-2010 йылдарҙы кино төшөрөү өлкәһендә һынылыш мәле тип иҫәпләйем, сөнки цифрлы технологиялар килде. Бөгөн фотоаппаратҡа кино төшөрөргә була. Йәш быуын кинорежиссерҙарына, быны улар үҙҙәре аңлап етмәһә лә, еңелерәк хәҙер. Кинорежиссураны һөнәр итеп һайлаған саҡта минең менән республикала кино сәнғәтен үҫтереү тигән теләк идара иткәндер. Ижадсы булараҡ эҙләнеү, үҙеңде табыу теләге һуңғараҡ килә һәм был һөнәр һинең өсөн тотош бер фәлсәфәгә әүерелә. Мин һайлаған юлымдан тайпылмауым менән бәхетлемен. Һуңғы, ярайһы уңышлы проекттар был йүнәлештә дөрөҫ юлдан барыуымдың дәлиле, тип иҫәпләйем.

Һуңғы проекттар, тигәндә ниндәй фильмдарҙы күҙ уңында тотаһығыҙ?

-"Визит", "13-сө раунд", "Кредит", "Наган" һәм, әлбиттә, "Бабич" фильмдарын, йәғни, үҙемдең киномәктәбемде асып, эшҡыуар булып китеп, ижади биографиямда икенсе һулыш асылғас эшләгән бөтөн проекттарымды. Аҙағына тиклем еткерелгән һәр проект - үҙе ҙур уңыш, сөнки һин унан үҙең өсөн күп нәмә алаһың. "Бабич" фильмында ла етешһеҙлектәр бар, әммә ул да минең өсөн ниндәйҙер кимәлдә еңеү. Тамашасыларҙың был фильмды күргәндән һуң ыңғай тойғо-хистәрен асыҡтан-асыҡ белдереүенә лә шатланам. Дөрөҫөн әйткәндә, мин ҙур уңыштарға өйрәнмәгәнмен.
Киномәктәпте асыр алдынан мин бер йыл дауамында "Нисек итеп үҙеңдең киноңды төшөрөргә?" тигән китап яҙҙым, бөгөн үҙемдең уҡытыу методикаһы, белемде һынау ысулдары бар. Киномәктәпте асыуҙың беренсе сәбәбе - йәшәү өсөн матди мөмкинлектәр табыу кәрәк ине. Икенсенән, республикала миңә заказдар булмаясағын да аңлай инем, шуға ла ижади яҡтан үҫеү өсөн дә үҙемә-үҙем шарттар булдырырға тейеш инем. Башҡаларға белем биреп, үҙең дә камиллашаһың. Һуңынан мин "Визит" сценарийын яҙҙым, ул уҡыу пособиеһы булып тора. Миндә белем алған 165 режиссер "Визит"ты төшөргәндә ҡатнашты. Бөгөнгө көндә "Тере таҫма" тип аталған шәхси киностудиямдың павильоны, тон студияһы, ут яҡтыртыу ҡорамалдары, камералары, матди базаһы, даими штаты бар. Бөтөн был технологиялар - киномәктәптәге эш һөҙөмтәһе, ул процесты аңларға ярҙам итә. Технологиялар бар икән, проекттарҙың сығымдары ла түбәнәйә. Бөтөн донъяла технологиялар артынан һунар итеү юҡҡа ғына түгел бит ул.

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған булыуы менән дә, Бабичтың шәхесе менән бәйле булғанлыҡтан да, башҡорт тамашасыһының "Бабич" фильмына ҡарата ошондай ыңғай мөнәсәбәттә буласағын көткәйнек тә. Был фильмдың башҡа халыҡтарға үҙебеҙҙе танытыу кеүегерәк маҡсаттары бар инеме?

- Был кино ниндәйҙер датаға арнап төшөрөлмәне, бары тик тарихи, мөмкинлектәр йәһәтенән ошо осорға тура килде. Миңә яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың "Крючья под ребро" тигән китабы оҡшай ине. Ошо дәүер, шулай уҡ Бабичтың шәхесе менән 2003 йылдар тирәһенән алып ҡыҙыҡһынам. Ғәзим ағай менән дә был турала күп һөйләштек. Ул мәлдә бындай кино төшөрөп булмай ине, әммә хыял бар ине. Сөнки, әйтеүемсә, технологиялар юҡ ине. Мең һалдатты бөгөн дә кейендереп бөтөп булмай, әммә заманса технологиялар менән кадрҙа мең һалдат яһай алаһың. Компьютерҙа шартлау, осоштар эшләп була. Был йәһәттән совет кинорежиссерҙары көнләшер ине беҙҙән.
Һуңынан мин Өфө дәүләт сәнғәт институтында Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатованың БАССР-ға нигеҙ һалыусылар хаҡындағы "10 июль. Көн һәм быуат" спектаклен күрҙем һәм режиссер булараҡ был идеяның ниндәй формала булырға тейешлеген аңланым. Фильмды төшөргәндә иң мөһиме ошо дәүерҙе, уның шәхестәрен күрһәтеү ине. Әгәр ҙә беҙ республикабыҙҙы кемдәр бар иткәнен белмәйбеҙ икән, уны бөгөн беҙгә һаҡлап ҡалыуы ауыр буласаҡ. Башҡортостан буш урында барлыҡҡа килмәгән. Башҡортостан СССР-ҙа тәүге милли республика, ул федерализмға нигеҙ һалыусы. Кемдер тәүҙә аңында, беҙгә айырым республика кәрәк, тигән ҡарар ҡабул иткән һәм был фекерҙе күтәреп алыусылар ҙа уйлап сығарылған персонаждар түгел, ә реаль шәхестәр. Уларҙы белмәү - ҡайҙа йәшәүебеҙҙе аңламауға тиң. Улар тере кешеләр булған, улар ҙа көлгән, илаған, яратҡан, хәүефләнгән, ҡыйыу булған. Картина аң кимәлендә тамашасыларға яҡын, сөнки ул беҙҙе башланғысыбыҙға алып ҡайта. Беҙ уларға республикабыҙ өсөн бурыслы.
Ә башҡа милләттәр был кинонан ниндәйҙер фәһем алырға тейеш тә түгел. Тәү сиратта, кемдер түгел, ә үҙебеҙгә кемлегебеҙҙе аңлау зарур. Башҡалар өсөн башҡа кино төшөрөүселәр бар, мине республика халҡы - айырыуса көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары яҙмышы күберәк борсой. Үҙем өсөн уларҙың ихтыяжын өҫтөнөрәк ҡуям, шуға ла мин республика халҡы өсөн төшөрҙөм был киноны. Ни өсөн фильмда мөхәббәт һыҙығын үҫтермәнегеҙ, тип тә күп һорайҙар. Бабич бер ғүмере эсендә ике ғүмер йәшәгән кеше. Ул шағир ҙа, сәйәси эшмәкәр ҙә. Бөгөнгө заманда был ике бөйөк бурысты үҙендә уңышлы берләштергән шәхестәр һирәк. Бабичтың сәскәле яланда яратҡан ҡыҙын етәкләп йүгереп йөрөүе уны яңы яҡтан асмаҫ та ине. Ә бына төштәре, ижады, башҡа шәхестәр менән мөнәсәбәте, башҡорт халҡы һайлау алдында торғанда кисергән ғазаптары миңә - 43 йәшлек режиссерға мөһимерәк тойолдо. Һәм кинола был тарихтың дауамы булырға тейеш.

"Бабич" фильмында бер быуат элек йәшәгән шәхестәребеҙҙе бөгөнгө беҙгә яҡшы таныш актерҙарыбыҙ йөҙөндә күреү уны тағы ла тамашасыға яҡыныраҡ итте кеүек...

- Кинола төшә алған актерҙарыбыҙ күп түгел, әммә улар бар. Театрҙарҙа йәш, матур, һәләтле, иң мөһиме, рухы, эске көсө булған актерҙар эшләп йөрөй. Бабич ролен башҡарыусы Илгиз Таһиров роль өсөн өлгөрөп килде проектҡа, уға нимәнелер аңлатырға ла кәрәкмәне. Уларҙың һәр береһенең кинола төшөү өсөн эске мөмкинлектәре ҙур, улар менән йышыраҡ эшләргә кәрәк. "Бабич"ты төшөрөүҙе яҡын дуҫтар менән ваҡыт үткәреүгә тиңләр инем. Тап ошо йәштәр башҡорт мәҙәниәтенең киләсәге. Ғөмүмән, республикабыҙҙа һәләтле кешеләр күп, улар бында үҙҙәрен аса алмайынса, Мәскәүгә китә. Был тенденция, бер яҡтан, яҡшы, сөнки улар һөнәри йәһәттән тәжрибә туплай, икенсе яҡтан, насар, сөнки эшләй башлаһаң, белгестәр етмәй. Мәскәүҙә операторың менән һүҙгә килешһәң, урынына икенсе оператор алып була. Бында был мөмкин түгел, эш тә туҡтаясаҡ. Беҙҙә эш күберәк шәхси мөнәсәбәттәргә ҡоролған, ә Мәскәүҙә - аҡсаға. Республикала кино сәнғәте менән шөғөлләнгән кешеләр өсөн был һөнәр түгел кеүек тойолоп китә шуға, был йәшәү рәүеше. Мин дә Мәскәүҙән аҡса эшләргә түгел, кино төшөрөргә ҡайттым. Һәр хәлдә, беҙҙә һәләттәр күп һәм уларҙы эш менән тәьмин итеү йәһәтенән нимәлер уйларға кәрәк. Һәр һөнәр эйәһе эш юҡлыҡтан күңел төшөнкөлөгөнә бирелә.

Бөгөн башҡорт киноһында яңы фильмдар, яңы исемдәр барлыҡҡа килә башланы. Режиссер һәм педагог булараҡ, уларға тәнҡит күҙлегенән ҡарайһығыҙмы, әллә беҙгә әлегә башҡорт киноһы булғаны өсөн генә лә ҡыуанырға кәрәкме?

- Беҙҙә йәш, һәләтле режиссерҙар күп, киләһе йылдарҙа Башҡортостан, башҡорт киноһы торошон тап улар билдәләйәсәк. Уларға үҫергә мөмкинлек бирергә кәрәк, ә мөмкинлектәр беҙҙә, шөкөр, бар. Кино төрлө булырға, күп массаларҙы йәлеп итергә тейеш - быға мин шат ҡына. Үҙем дә киномәктәптә кинорежиссура серҙәренә өйрәтәм. Әлегә 165 кино һөйөүсе уҡып сыҡты, улар бөгөн төрлө фестивалдәрҙә приздар яулай. 1992 йылда билдәле тележурналист Луиза Фархшатова: "Булат Йосопов, һеҙ республикала уйын фильмдарын төшөрөүсе беренсе режиссермы?" - тип һорағайны. Мин үҙемде беренсе тип иҫәпләмәйем, беренсе булһам, миңә тиклем бер башҡорт фильмы ла булмаҫ ине. 81-се булһам да үҙемде бәхетле иҫәпләр инем. Бөгөн режиссерҙарыбыҙ күп, улар араһында үҙемдең дә булыуыма шатмын. Республика кинематографының проблемалары бар, әлбиттә, әйтәйек, үҙебеҙҙең кинопрокат булмауы бәкәлгә һуға. Кинотеатрҙарҙың репертуарын Йошкар-Ола, Силәбе, Екатеринбург, Мәскәү, Санкт-Петербург төҙөй. Үҙебеҙҙең киностудия Баймаҡ һәм Октябрьскийҙағы кинотеатрға ғына яҙа. Йәғни, үҙ йортоңа тәҙрә аша ингән кеүек була. Кинотеатрҙарҙы финансларға мөмкинлеге булмағас, дәүләт үҙ активын эшҡыуарҙарға һатып бөттө. Улары, үҙ сиратында, репертуарҙы сит ил кинолары менән тултыра. Шул уҡ ваҡытта, бик уңышлы проекттар булыуын күреп, кинотеатрҙар милли кинематографҡа йөҙө менән борола башланы бөгөн. Беҙгә хәҙер берләшергә лә, улар менән аралашыуҙы көсәйтеп, улар аша үҙ мәҙәниәтебеҙҙе алға этәрергә кәрәк.

Һәр фильм мотлаҡ касса йыйырға тейешме?

- Рәсәйҙәге дөйөм хәлгә күҙ һалһаҡ, шуны күрәбеҙ. 1991 йылда Советтар Союзы һәм уның менән бергә совет кинематографияһы тарҡалғас (ә ул донъяла иң яҡшыларҙан булды), кино төшөрөүселәр коммерция рельстарына күсергә тейеш ине. Коммерция рельсы, тимәк, һайлау. Йә совет кинематографын артабан үҫтереү, үҙ Гайдайҙарыбыҙҙы, Шукшиндарыбыҙҙы, Бондарчуктарыбыҙҙы булдырыу. Йәки бизнестың Америка системаһы өлгөһө буйынса үҫешеү. Был ике система ла һайланмай, йәғни, совет кино мәктәбе лә, бизнестың Америка принцибы ла Рәсәй киноһында үҙләшеп китә алмай. Рәсәй кинематографистары 90-сы йылдарҙа коммерция фильмдары төшөрөргә өйрәнә алмай. Хәҙер яңы быуын үҫте, улар донъя кимәлендәге уңышлы фильмдарға ҡарап, үҙҙәре өсөн ниндәйҙер һығымта яһайҙыр. Ә әлегә Рәсәй киноһы үҙ сығымын ҡаплай алмай. Рәсәй киноһының дөйөм кассаһы - 10-15 процент ҡына.
Минеңсә, Рәсәй киноһына барыбер һайларға кәрәк - йә совет киноһы йолаларын тергеҙергә, йә уларҙы алып ташлап, беҙ - Америка киноһы, тип иғлан итергә. Ул саҡта бюджеттан китәбеҙ ҙә, тик бизнес менән шөғөлләнә башлайбыҙ. Башҡорт кинематографы Рәсәй ысынбарлығынан сығып үҫешә. Беҙ ҙә шул уҡ һайлау алдында. Тик бизнесҡа китһәң, мәҙәниәт тураһында уйламайһың инде. Ә мәҙәниәтте үҫтерәм тиһәң, аҡса юҡ. Мәҙәниәтте лә, бизнесты ла берләштереп була, тик һуңғы 25 йыл эсендә Америка киноларында тәрбиәләнгән тамашасыны ошо территорияла башҡорт телендәге киноға йәлеп итеүе ауырыраҡ. Сөнки уларҙың да һайлау мөмкинлеге бар - башҡорт киноһын ҡарарғамы, әллә Голливуд киноһынмы. Милли кино - ул насар сифат тигәнде аңлатмай. Быны беҙ 9 млн һумлыҡ грантҡа кино төшөрөп, раҫланыҡ инде. Тамашасы "Форсаж"ға ҡарағанда, башҡорт телендәге киноға өҫтөнлөк бирҙе. Тимәк, Өфө тамашасыһы башҡорт киноһын күргеһе килә. Баймаҡта ла ҡарарға теләйҙәр, тик уларға күрһәтмәйҙәр генә. Хәҙер прокатсылар, дистрибьюторҙар, рекламасылар, партнерҙар менән эште әүҙемләштереү кәрәк. Был, иң тәүҙә, картинаның үҙҡиммәтен түбәнәйтеү өсөн мөһим. Ниндәйҙер үҫеш системаһын уйлап табырға кәрәк. Был һорауға еңел генә яуап биреп булмай. Кемдер мин һайлаған юл буйлап бара ала - киномәктәп менән аҡса эшләйем һәм ул аҡсаға мәҙәни проекттар төшөрәм, сөнки минең өсөн яратҡан эшем менән булышыу мөһим. Әйткәндәй, кинематограф Францияла ла, Англияла ла субсидиялана. Әгәр ҙә теге йәки был дәүләттең территорияһында үҙ телендәге киноһы юҡ икән, ул уның территорияһы булыуҙан туҡтай. Дәүләт шуны аңларға тейеш, мәҙәниәт - ул дәүләт йүнәлешенең төп нигеҙе. Глобалләшеү һәйбәт күренеш түгеллеген Европа төшөндө инде бөгөн. Беҙҙең республика ла шуға инанһын ине: үҙбилдәләнеште һаҡлап ҡалыу - шәхси рухи хәүефһеҙлек мәсьәләһе ул. Гранттарға эшләнгән һәр проекттың нигеҙендә ошо хәҡиҡәт ятырға тейеш.

Совет режиссерҙары бөгөнгө технологияларға ҡарап көнләшер ине, тинек. Ә улар бөгөнгө геройҙарға һоҡланыр инеме? Ни тиһәң дә, совет киноһы геройы өлгөһөндә тотош быуындар тәрбиәләнде бит?

- Юҡ, тип уйлайым. "Высоцкий. Спасибо, что живой" киноһын күреп, "Ул минең иң яратҡан йырсым ине, ә һеҙ унан кире герой яһағанһығыҙ", - тип күршем минең йөҙөмдә бөтөн кинорежиссерҙарға дәғүә белдергәйне. Минең дә был киноны күреп, кәйефем боҙолдо: күпме бөйөк йырҙар яҙған, күпме ролдәр башҡарған Высоцкийҙы бысраҡ күлдәктәге наркоман итеп күрһәтәләр. Ниндәй маҡсатта - аңламаҫһың. Замандаштарыбыҙ - ауылдарҙа емерелгән хужалыҡтарҙы тергеҙеүселәр, уҡытыусылар, йәшәү бүләк иткән табиптар, енәйәтселәрҙән һаҡлаусы полиция хеҙмәткәрҙәре герой була алмаймы ни? Кинематограф һәр ваҡыт тамашасыла ыңғай тойғолар ҡалдырырға тейеш. Мәҫәлән, Бабич минең өсөн идеаль герой - ул үҙе өсөн түгел, башҡалар өсөн йәшәй. "Урал батыр" эпосында ла күрәбеҙ быны, башҡорт өсөн төп йәшәйеш асылы ла ошонда. Совет фильмдарында ла бар ине был: кеше алмай, бирә - яҡшылыҡты, изгелекте. Бөгөнгө геройҙар тик үҙен ҡайғырта, урлай, үлтерә. Тағы ҡабатлайым: кинематограф - ул шундай ҡорал, уның ярҙамында һин тамашасыға тәьҫир итергә тейешһең. Ул кино ҡараһын да, геройҙан өлгө алып, матур итеп йәшәргә дәртләнһен, эшен яҡшы итеп башҡарһын, балаларын изгелектә тәрбиәләһен. Кино һәр ваҡыт идеологик йәһәттән тәрбиәләүсе ҡорал булды, ә бөгөн был да юҡҡа сыға. Мин совет киноһы вәкиле, мин Рәсәй кинорежиссеры түгел. Дөрөҫөрәге, мин кометаның ҡойроғо ғына, ә комета күптән осоп киткән. Экрандарға яҡшы геройҙарҙы ҡайтарырғамы, юҡмы, тип һорайһығыҙ икән, мотлаҡ ҡайтарырға кәрәк, тип яуаплайым. Башҡалар был йәһәттән нимә уйлайҙыр, белмәйем.

Милли киноның үҫеш кимәлен тулы метрлы фильмдар билдәләйме?

- Республикала милли кино тигән төшөнсә бик шартлы. Бына һинд кинолары шунда уҡ танылып тора, уны йырҙары, бейеүҙәре билдәләй. Француз киноһын да таныйҙар. Бына был башҡорт киноһы тип әйтерлек үҙ кинотелебеҙ ҙә, үҙ формабыҙ ҙа юҡ әлегә. Уларҙы эҙләү бара. Тамашасы беҙҙең киноларҙы күреп, башҡорттар шулай итеп төшөрә ул, тип әйтерлек булырға тейеш ул үҙенсәлек. Беҙ, кинорежиссерҙар, әлегә милли телдә заманса Америка йәки Рәсәй киноһы төшөрәбеҙ. Йәғни, мәҙәни киңлектә "башҡорт киноһы" тигән айырым төшөнсә юҡ. Беҙҙә башҡорт телендә кино төшөргән кинематографистар ғына бар. Бына был үҙенсәлегебеҙҙе табыу ҙа бурыс, тәнҡитселәр күберәк яҙһа, аңлатһа, был турала бәхәстәр булһа, яҡшы булыр ине. Бының өсөн эксперименттар үткәрергә, форма эҙләргә кәрәк. Бер нәмә асыҡ: милли кино икән, ул милли йолаларға, милли драматургияға, милли үҙенсәлектәргә нигеҙләнергә тейеш. Үҙ мәҙәниәтебеҙҙе аңлап, уны кинотел менән берләштереп, стиль барлыҡҡа килтерә алған режиссер табылһа, шул саҡта милли кино ярҙамында бизнес эшләргә лә була.
Ә фильм 3 минутлыҡмы, 1,5 сәғәтлекме - мөһим түгел. Тулы метрлы картина 50-60 сменала төшөрөлә, шуға ла ул ҡиммәтле. Ҡыҫҡа метр өсөн 3-5 көн етә. Уның менән фестивалдәргә эләгеп була, уға дәғүәләр ҙә әҙерәк була, сөнки ҡыҫҡа метрҙы бер кем дә шул уҡ "Форсаж" менән сағыштырмай. Шул уҡ ваҡытта, кино төшөрәһең икән, һин шунда уҡ кем менәндер конкуренцияға инәһең. Күрше залда барған "Форсаж" һиңә конкурент. Беҙ баштан уҡ ошо шарттарға ҡуйылғанбыҙ, бына шуға ла кинематографистар гел тетрәнеүҙәр араһында эшләй. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, саҡ ҡына әүҙемерәк булырға һәм йәштәребеҙгә ярҙам итергә кәрәк, шул саҡта улар башҡорт киноһы тигән төшөнсәне булдырасаҡ.

Атайығыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов Һеҙҙең һөнәрегеҙгә нисек ҡарай ине?

- Мин ярайһы ирекле үҫтем, атайым аҡыллы һүҙҙәр менән тәрбиәләргә яратмай ине. Минең кино сәнғәте кеүек еңел булмаған юл һайлауыма ла ҡаршы килмәне. Хатта, кәрәк саҡта, мөмкин тиклем, матди яҡтан да ярҙам итергә тырыша ине. Гел минең өсөн борсолғанын тоя инем. "Сөмбөлдөң етенсе йәйе" өсөн "Сталкер" Халыҡ-ара фестивалендә Кино белгестәре һәм тәнҡитселәре гильдияһы призына лайыҡ булғас, ҡыуанғайны ла. Атайымдың үлеме минең өсөн оло юғалтыу булды. Беҙҙең өйҙә берәү ҙә буш ултырманы. Атай менән әсәй эшләне, апайым менән мин уҡыныҡ. Атайымдың башҡорт мәҙәниәте, шиғриәт менән шөғөлләнгәнен аңлай, халҡы өсөн хәүефләнгәнен күрә инем. Башҡорт халҡына ҡарата әйтелгән ниндәйҙер кире фекерҙәрҙе үҙенә әйтелгән кеүек ауыр ҡабул итер ине. Бер кем дә, бер ҡасан да көсләп таҡмаһа ла, ошо тойғо минең үҙемдә лә бар, ул миңә атайымдан күскән. Башҡорт телендә насар һөйләшәһең, тип әйтә ине, тик был миңә башҡорт халҡы өсөн эштәр эшләргә ҡамасауламай. Ҡалала үҫһәм дә, башҡорт телен мин кинола һаҡлайым. Киноларҙы ла гел башҡортса төшөрөргә тырышам. Үҙем атай булараҡ, улымдың сәнғәт юлын һайлап ҡуйыуынан бер аҙ хәүефләнәм. Ул әсәһенә (Башҡортостандың халыҡ артисы Рушанна Бабич - Ред.) нығыраҡ оҡшаған, ә Рушанна һәр нәмәне уйлап, үлсәп эшләй. Улымдың шулай тыныс, ирен сите менән генә йылмайып, һәр нәмәгә ышанмайыраҡ ҡарауы оҡшай, шуға ла, ниндәй юл һайлаһа ла, юғалып ҡалмаҫ, тием.
Атайымдың күңеле шул тиклем саф ине, ул кемделер яңылыш рәнйетеп ҡуйыуҙан һаҡлана ине. Хәҙерге заманда бындай булыуы еңел түгел, был һәр кешенең үҙенең эске һайлауы. Ҙур проекттар эшләгәндә миңә меңәрләгән кеше менән эшмәкәрлек итергә тура килә һәм мин дә кемделер үпкәләтеп ҡуйыуҙан ҡурҡам, атайымдан ошо сифат күскән. Кәрәк булһа, үҙемде яҡлай алам. Конфликттар бит кешене кисәге көндә тота. Күңелең тыныс булһын тиһәң, бер кем менән дә талашма, ярамаған эш эшләмә, кәрәкмәгәнен алма. Дөрөҫ йәшәү нигеҙе ошо ябай хәҡиҡәттә. Үҙемде алдамайым, кеше фекеренә буйһонмайым, быны бөтәһе лә белә. Минең менән килешеүе ауыр, ләкин килешәһегеҙ икән, мин яҡшы дуҫ була беләм. Үҙемдең яҡындарымды - әсәйемде, ҡатынымды, улымды, апайымды бәхетле итергә тырышам, тик йәмғиәт минең турала нимә әйтер тип аптыранмайым. Былар мине ижадта ирекле итә лә инде.

Шулай итеп...
Ижадсы азат булырға тейештер ул. Булат Йосопов кеүек. Хыялдарына тоғролоғо, кешелеклелеге, ижадына, шәхесенә ҡағылған һүҙҙәргә иғтибар итмәүе азат итә уны. Һәм ижадсы бер ҡасан да үҙ юлынан тайпылмаҫҡа тейеш. Булат Йосопов кеүек. Әлеге көндә режиссер "Беренсе Республика" тип аталған яңы художестволы фильм проектына тотондо. Ул "Бабич" фильмының логик дауамы буласаҡ. Был фильмдың 2018 йылда Башҡортостандың 100 йыллығын байрам иткән мәлдә экрандарға сығыуы көтөлә. Ә башҡорт киноһы, уның үҫеш кимәле хаҡында һәр кем үҙ фекерендә ҡалһын, әйҙә. Иң мөһиме, башҡорт киноһы ниндәй булырға тейешлеген аңлаған шәхестәребеҙ бар, уларға беҙ өмөттәр бағлайбыҙ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.17 | Ҡаралған: 1198

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru