Леонид ФИЛИНОВ, продюсер, "Тере таҫма" кинокомпанияһының башҡарма директоры: Башҡорт теле тирәләй барған шау-шыу мине сикһеҙ аптырата. Башҡорт телен көсләп уҡытырға ярамай, тигән аһ-зар йышыраҡ ишетелә башланы. Эйе, көсләп уҡытырға ярамай, кеше бының кәрәклеген үҙе аңларға тейеш. Беҙ күп милләтле республикала йәшәйбеҙ. Бындағы һәр халыҡтың үҙенең тарихы, мәҙәниәте, теле. Әгәр ҙә күп фатирлы йортта йәшәһәгеҙ, урыҫ, татар, башҡорт, украин, мари, удмурт һәм башҡа милләт вәкилдәре һеҙҙең күршеләрегеҙ. Улар менән күршеләш йәшәйһегеҙ, иҫәнләшәһегеҙ, аралашаһығыҙ, осрашаһығыҙ, кейәүгә сығаһығыҙ, өйләнәһегеҙ. Күршеңдең милли мәҙәниәте менән танышыу - мотлаҡ түгел, әммә һеҙ үҙегеҙҙе дуҫтар, күршеләр, ғаилә итеп иҫәпләйһегеҙ икән, белеү кәрәк, был тәбиғи хәл. Был башҡаларға ихтирам күрһәтеү.
Тел һәм мәҙәниәтте белеү - уртаҡ тел табыуҙа күпер булып тора. Быны мин үҙемдән сығып әйтәм. Мин бала саҡта башҡорт теленә тәржемә ителгән Дисней йәнһүрәттәрен күрһәтә торғайнылар, әммә уларҙа урыҫ теленә тәржемә ителгән субтитрҙар булмай торғайны. Шул саҡта миндә башҡорт теленә ҡарата кире тойғолар уянғайны. Бына тап шул мәлдә алда әйтелгән күперҙе һуҙыусы булманы...
Мәктәптә иҫәнләшергә һәм хушлашырға ғына өйрәнә алдым. Әммә минең атай-әсәйем башҡа милләттәргә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләне, быны ни өсөндөр бөгөнгө атай-әсәйҙәр эшләргә теләмәй. Ҡайһы берәүҙәр хатта башҡорт теле дәресенән баш тартып, быны шәхси уңышы кеүек итеп ҡабул итә. Был шул тиклем көлкө. Эйе, Конституция аралашыу, белем алыу, тәрбиәләү, ижад итеү телен һайлау мөмкинлеген бирә. Тик ни өсөн был һайлауҙы агрессив рәүештә, үҙеңдең һоҡланғыс айырымлығыңды раҫлап эшләргә кәрәк һуң? Бындай ысул үҙеңдең әҙәпһеҙлеккә хоҡуғыңды раҫлау кеүек күренә. 10-15 йылдан нимәгә өлгәшергә теләйбеҙ һуң? Үҙ-ара талашып бөтөүҙе көҫәйбеҙме?
Мин бөгөн башҡорт телен яҡлайым, сөнки башҡорт телен һәм мәҙәниәтен аңламауҙан алып, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү менән шөғөлләнә башлауға тиклем юл үттем. Барыһы ла "Урал батыр" циклынан, башҡорт ҡобайырҙары тураһында документаль фильмдан башланды. Фильм төшөргәндә райондар буйлап йөрөп, сәсәндәрҙе тыңланыҡ. Уларҙың үҙ теленә һәм мәҙәниәтенә ниндәй һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш менән баҡҡандарын күрҙем. Үҙ телендә һөйләшә алыуҙары менән бәхетле булыуҙарын аңланым, шул уҡ ваҡытта йолаларҙың бөгөнгө торошо хаҡында һүҙ сыҡҡанда күҙҙәрендәге шатлыҡтың һағышҡа алышыныуын күҙәттем. Тап ошо мине һоҡландырҙы һәм ҡарашымды үҙгәртте. Һөйөүгә лайыҡлы булмаған нәмәне ул тиклем яратып булмай. Уларҙың һөйөүе минең ҡарашымды үҙгәртте.
Кинорежиссер, милләте буйынса башҡорт булған Булат Йосопов менән төшөргән "Визит" фильмында 5 тел яңғырай - башҡорт, урыҫ, инглиз, ғәрәп, француз. 2015 йылда төшөрөлгән "Наган" фильмында ла урыҫ һәм үзбәк телдәрен ишетергә була. "Бабич" фильмы башҡорт телендә, әммә уны урыҫ титрҙары оҙатып бара. Фильмда ҡаҙаҡ, урыҫ, татар телмәре яңғырай. Бына былар Рәсәй халыҡтарының телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙең лайыҡлы миҫалдары.
Әлеге мәлдә мин башҡорт мәҙәниәте хаҡындағы яңы фильмды продюсерлайым. Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған яңы кино "Беренсе Республика" шулай уҡ бер нисә - урыҫ, башҡорт, татар, украин һ.б. телдәрҙә буласаҡ.
Атай-әсәйҙәргә өндәшәм: башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә ҡараштарығыҙҙы үҙгәртергә саҡырам. Тел өйрәнеүгә ҡаршы булыу - наҙанлыҡ. Кемдер, башҡорт теле инглиз, ҡытай, испан телдәре кеүек кәрәкле түгел, тиер. Тик башҡорт теле төрки телдәр төркөмөнә ҡарай һәм уны аҙ ғына белһәң дә, Төркиәнән килгән туристар менән аралаша аласаҡһың, хатта Венгрияла ла һеҙгә туған итеп ҡараясаҡтар. Татарстан, Яҡутстан, Бүрәтстан, илдең башҡа төбәктәрендә "Ҙур рәхмәт!" тигән һүҙбәйләнеш тә һеҙҙе ҡәҙерле ҡунаҡҡа әйләндерәсәк. Төрки телдәрендә 165 миллиондан ашыу кеше һөйләшә. Ошондай оло мәҙәниәттең бер өлөшө һеҙҙең иғтибарығыҙға лайыҡмы? Һис шикһеҙ!
Мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәренә мөрәжәғәт итәм. Үҙ-ара аралашыу, белем биреү сифатын камиллаштырырға, бөтөн милләт һәм диндәр вәкилдәрен ҡыҙыҡһындырыусы һәм йәлеп итеүсе онлайн-проекттар, телетапшырыуҙар, конкурстар, флешмобтар, акциялар булдырырға кәрәк.
Шулай уҡ дәүләткә һәм битараф булмаған кешеләргә өндәшәм. Мәҙәниәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итегеҙ. Киләсәгебеҙ үҙебеҙҙең ҡулда. Үҙ мәҙәниәтегеҙҙе һәм йолаларығыҙҙы яратығыҙ, күршеләрегеҙгә ихтирамлы булығыҙ. Беҙ бер-беребеҙгә эшләй алған иң мөһим нәмә ошо. Һөҙөмтәлә барыһы ла отасаҡ ҡына.
(Текст руссанан тәржемә ителде).
КИРЕ СЫҒЫРҒА