Күренекле рус яҙыусыһы Глеб Иванович Успенский (1843-1902), "Русские ведомости" гәзите хеҙмәткәре булараҡ, 1889 йылда Ырымбурҙан Өфөгә саҡлы юл үтә һәм Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан Башҡортостанға күсеп килеүсе урыҫ крәҫтиәндәренең көнкүрешен өйрәнә. Әммә Башҡортостанда булыу һәм башҡорттарҙың хәлен белеү унда сикһеҙ ауыр тойғо ҡалдыра. Ул башҡорт ерҙәрен йыртҡыстарса талауҙы үҙе күреп ышана.
Яҙыусының "Ырымбурҙан Өфөгә саҡлы" ("От Оренбурга до Уфы") исеме аҫтындағы яҙмалары ошо хаҡта. Әйткәндәй, Глеб Успенскийҙың был әҫәрендә әсенеп әйтелгән "Бөлөрһөң дә башҡорт, бөлөрһөң! Башҡорт тигәнең һис шикһеҙ бөлөр инде!" - тигән һүҙҙәрен башҡорт халҡының тиҙ арала юҡҡа сығыуы хаҡында әйткән, тип уйлаусылар бар. Әммә демократик ҡарашлы яҙыусы башҡорт халҡын бөлгөнлөккә төшөрөүсе сәбәптәр тураһында яҙа һәм илдең алдынғы ҡарашлы зыялыларын башҡортто был афәттән ҡотҡарырға, ерен талауҙы туҡтаттырырға, ярҙам итергә саҡыра, сөнки, бөйөк яҙыусының фекеренсә, башҡорт халҡы ерһеҙ ҡалһа, ысынлап та, бөлгөнлөккә төшәсәк.
Әҫәрҙән өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.
1."Башҡорт бөлгөнлөккә төшәсәк"
- Бөлөрһөң дә башҡорт, бөлөрһөң! Башҡорт тигәнең һис шикһеҙ бөлөр инде!
...Башҡорттоң һәләкәте бынан йөҙ йылдар элегерәк ерҙәрен йыртҡыстарса талауҙан башланған һәм беҙҙең быуатта үтә лә киң ҡолас алған, ә ысулдары тураһында яҙып тороуҙың кәрәге лә юҡтыр, сөнки, беренсенән, улар хаҡында хатта Н.В. Ремезов та үҙенең ике томлыҡ бик ентекле яҙған хеҙмәтендә күрһәтеп бөтә алмаған. Икенсенән, башҡорт ерҙәрен талау кеүек оятһыҙ шөғөл, ҡабат-ҡабат иҫкә төшөрмәһәң дә, һәр намыҫлы урыҫ кешеһендә бер ваҡытта ла онотолмаҫлыҡ ауыр тәьҫир ҡалдыра.
Һатылған ерҙәре өсөн документтарҙың дөрөҫ түгеллеген иҫбатлап, ҡаршылашып маташыусы башҡорттар булһа ла, хаҡһыҙлыҡты иҫбат итеүгә өлгәшһә лә, улар ерҙәрен законлы рәүештә тағы һатыр ине, сөнки уларға аҡса кәрәк һәм уларҙы аҡса боҙҙо.
...Башҡорт үҙ һәләкәтен үҙе, ерен ете тинлек ҡуртымға биреүҙән башлаған, унан инде меңәр десятинаны мең тингә биргән. Әлбиттә, ундай тиндәр уны артыҡ мәшәҡәттән ҡотҡарған, байрамса йәшәргә мөмкинлек тыуҙырған, шуның өсөн дә тиндәр урынына һумдар тәҡдим ителә башлағас, аҡсаға күҙ ҡыҙыуын тыя алмаған. Тиндәр өсөн генә оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреп тороу үҙе биләгән ерҙәрҙе мәңгелеккә һумдарға һатыуға әйләнгән. Мәңгелеккә ҡулдан ысҡынған ерҙәрен ҡалдырып, ул икенсе яҡтарға китеп йәшәргә мәжбүр булған. Әммә аҡсаға ымһындырыусылар бында ла килеп тапҡан уны.
Шулай итеп, тәүҙә арзан ғына хаҡҡа йыртҡыстарса талау башланһа, күсеп килеүселәр иһә аҙ ғына ҡиммәтерәккә ала башлаған уларҙың ерен. Талаусы ете тин бирһә, ят ерҙәрҙән күсеп килеүселәр етмеш тин тәҡдим иткән. Күсеп килеүселәргә ер аҙ тойолған һайын, башҡорт еренә тағы ҡул һуҙа һәм ҡуртымға һорай. Ҡуртым хаҡы түләүгә ҡарағанда, һатып алыуҙың отошлораҡ икәнен белгән һаҡалтайҙар "ер тураһында һөйләшергә" тағы килә.
Ерҙең башҡорт ҡулынан китеүен күргән күскенселәр үҙҙәре үк: "Бөлөрһөң дә башҡорт, бөлөрһөң! Башҡорт тигәнең һис шикһеҙ бөлөр инде!" - тип, уны ихлас йәлләй ҙә, суҡынып алғандан һуң, ҡулдарына балта тотоп, эшкә тотона.
- Йә, Алла, фатихаңды бир! - тип, еңел һулағандан һуң "бөлгөнлөккә төшөрөлә барған" башҡорт ерендә үҙ йортон һалыу өсөн тәүге бүрәнә төбөнә балта саба башлай.
2. Кеше аяғы баҫмаған иркенлек
Ырымбурҙан Өфөгә саҡлы һуҙылған тотош юл һөйләп аңлатҡыһыҙ матур тойғо ҡалдыра. Иркенлек, тәбиғәт ҡеүәтенең муллығы - юл сатында күҙгә салынып ҡалған ғына ерҙәрҙә лә тойола. Ә ҡайһы ваҡытта ҡырҡ-илле саҡырымдар буйы ғәжәйеп урындар аша үтәһең, хатта бер генә минутҡа ла күҙҙе йоморға ҡурҡаһың, матурлыҡты күрмәй ҡалыр төҫлөһөң. Кеше-маҙар йәшәмәгән, һабан теймәгән, балта эҙе ҡалмаған төбәк был. Әйтерһең дә, изге күңелле мәрхәмәтле тәбиғәт-әсә был ерҙәрҙә ҡасан булһа ла йәшәйәсәк балаһына мул һәм матур төйәк әҙерләп ҡуйған.
Әйтерһең дә, кеше бәхетле йәшәһен өсөн, хәстәрлекле әсә барыһын да алдан иҫәпкә алған. Сәсеү өсөн иркен, уңдырышлы баҫыу булдырған, үҫемлектәргә ҡояш нурҙары тиҙерәк төшһөн дә шытым бирә һалһын өсөн ҡалҡыулыҡ хасил иткән, ҡуйы күпереп торған үләнле болондар уртаһында шишмәләр урғылып сыға, ҡайһы саҡта бәләкәй генә күл барлыҡҡа килә, ҡом сүллектәр яғынан иҫкән ҡоро елдәрҙән һәм һалҡын төньяҡтан килгән ыжғыр дауылдарҙан һаҡлар өсөн кәрәкле урындарҙа ҡуйы урмандар үҫтергән: имән, ҡайын, йүкә, ҡарама - һайлап алып теҙеп үҫтергән кеүек, бөтөнөһө лә һәйбәт сифатлы, япраҡтары һутлы, йылҡылдап тора. Әммә был урмандар болондо тотош ҡояштан ҡаплап, ҡараңғылап, күләгәләп тормай...
…Глеб Успенский үҙенең яҙмаларында артабан ошондай матур төбәккә Рәсәйҙең төрлө яҡтарынан күскенселәр ағылыуы, ерҙәрҙе күпмегә һатып алыуҙары, башҡорттар биләгән ерҙең һаман аҙая барыуы, ул ерҙәрҙә күпме ауылға, хуторға нигеҙ һалыныуы хаҡында һандар килтереп яҙа. Ошо һандар аҫтында башҡорт яҙмышы ята ла инде.
Тарих ҡабатлана. Бөгөн иһә Рәсәй иленән генә түгел, ә тотош донъя илдәренән халыҡ ағыла Башҡортостанға. Аҡсалы халыҡ. Тиндәргә генә түгел, долларҙарға ымһындыра торғандары. Биләгән ерҙәребеҙҙе үҙебеҙ файҙаланып, улар ымһындырған аҡсаны үҙебеҙ эшләп алыу яйын ҡарамаһаҡ, ни булырын күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
КИРЕ СЫҒЫРҒА