«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛМАЙЫП ЙӘШӘҮСЕ ҠУРАЙСЫ
+  - 

Баймаҡ районы Темәс ауылы егете, "Далан" фольклор-эстрада төркөмө ҡурайсыһы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Илнур ҺИБӘТУЛЛИН башҡорт сәнғәтенә Хәмит сәсән, Әҙһәм Исҡужин, Юлай Ғәйнетдинов кеүек шәхестәр биргән данлы аранан. Бер нисә һорау биреп, талантлы ҡурайсының ижадханаһына күҙ һалып алайыҡ әле.

Һиңә ғүмер биргән һәм үҙең ҡорған ғаиләләрҙән башлайыҡ әле танышыуҙы.

- Әсәйем Рәшиҙә Морат ҡыҙы Юнысова беҙҙе, Земфира апайым менән мине, яңғыҙы ҡарап үҫтерҙе, кеше итте (апайым сит телдәр белгесе, Бангладешта, Һиндостанда эшләп ҡайтты, хәҙер Өфө аэропортында юлсыларҙы ҡаршы алып, оҙатып ҡала). 5-се синыфҡа уҡырға Баймаҡ гимназия-интернатына барҙым. Унан һуң Сибай сәнғәт училищеһында һәм БДУ-ның Сибай институтында Нурғәле Ҡайыҡбирҙиндың ҡурай класында белем алдым. Юғары уҡыу йортона училищенан һуң килгәс, институтты 4 йылда экстерн ысулы менән тамамланым. Студент һабаҡташым Нәркәс Нурғәлина, Әбйәлил районы Ташбулат ауылы һылыуы, мине әрменән көтөп алды. Ҡайтҡас, оҙаҡҡа һуҙмай, гөрләтеп туй яһаныҡ. Камила исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ.

Илнур, беҙҙең оло тормош юлына аяҡ баҫыу ваҡытыбыҙ донъялағы, илдәге иҡтисади көрсөктөң "сәскә атҡан" ғына сағына тура килде. Хеҙмәт юлың тураһында бәйән ит әле...

- Институтта, беренсе курс аҙағында, Сибай филармонияһына эшкә урынлаштым. Баязит Байназаров бригадаһына эләгеүемде яҙмыш бүләге тип ҡабул иттем. Сибай филармонияһы мине оло сәхнәгә сығарҙы. Уҡыу менән бергә эшләп тә йөрөү студентҡа ниндәй оло тәжрибә биреүе тураһында тәфсирләп тормайым. Бары шуны ғына әйтәм: әлеге эш урыным студент саҡта уҡ төҫмөрләнгәйне. 2011 йылда баш ҡалала үткән "Студент яҙы" республика фестивалендә лауреат исеме алғайным. Сығышымды билдәле режиссер Илшат Фәхертдинов оҡшатҡан, күрәһең. Концерттан һуң: "Уҡып бөткәс, Өфөгә филармонияға эшкә кил, ҡуш ҡуллап алырбыҙ", - тип өмөтләндерҙе. Дипломлы булғас, әрме хеҙмәтенә алындым. Унан имен-һау әйләнеп ҡайтҡас, ауылда йәй буйы мунса бураным да, Фәхертдинов ағайҙың телефон һандарын йыйҙым. Уның фекере үҙгәрмәгәйне: "Иртәгә үк килеп ет!" - булды яуабы. Мин яңы ҡалаға, яҡташыбыҙ, легендар башҡарыусы Хөсәйен Әхмәтов исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт филармонияһына юлландым. Бында ла уңыш йылмайҙы - "Далан" фолькор-эстрада төркөмөндә, Артур Туҡтағолов ҡанаты аҫтында, эш башланым. Ҡурайсы ағайҙар, таныш егеттәр: "Өфөлә тәүге өс йылда ғына ауыр ул - ҡалғаны һәүетемсә китә", - тигәйне. Был һүҙҙәр раҫ булып сыҡты. Тәүге айҙа бигерәк тә балалар баҡсаһынан ҡасып ҡайтырға теләгән баланан кәм күренмәгәнмендер инде: үлтереп ҡайтҡы килде. Өфөләрен күтәреп һуғып, ауылға, йә Сибайға ҡайтырға ла уйлап бөтөлгәйне, ләкин эшем, мине аңлаған коллективым, ҡурайҙы үҙенә күрә бер кинәнес менән тыңлай белгән тамашасылар миңә дәрт, ышаныс өҫтәгәндәй булды. Ғөмүмән, мин үҙемде даланлы, өлөшлө, бәхетле кешеләр рәтенә индерә алам. Ҡайҙа барһам да, асыҡ сырайлы, яҡшы кешеләр генә осрай юлымда.
Студент саҡтағы тағы бер хәл тураһында әйтмәй булдыра алмайым. Ул хәл миңә бик әсе лә, татлы ла тормош һабағы бирҙе. Тәүге курста уҡып йөрөгәнемдә Октябрьский ҡалаһында йыл да уҙғарыла килгән Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамында ҡатнашырға булып киттем. Конкурс талаптары буйынса, һәр ҡатнашыусы баһалама комиссияһы алдында 100 билеттың береһен тартып сығарып, унда яҙылған көйҙөң тарихын һөйләп бирергә, уны еренә еткереп башҡарырға тейеш. Мин был конкурсҡа етерлек кимәлдә әҙерләнмәй барғайным. Бәхетле осраҡҡа өмөт иткәйнем. Әмәлгә ҡалғандай, белмәгән көй эләкте. Шул саҡ баһалама комиссияһы рәйесе Юлай Ғәйнетдинов миңә өҫтәмә билет алырға рөхсәт итте. Һәм мин үҙем белгән был көйҙө уйнап, тарихын һөйләп ишеттерҙем. Юлай Ишбулды улы мине, йәш кешене, бөтөнләй оятҡа ҡалыуҙан араланы һәм миңә ышаныс белдереп, иңемә яуаплылыҡ та һалды. Бынан ары үҙемә: конкурстар, концерттар алдынан мотлаҡ ныҡ итеп әҙерләнәсәкмен, тигән һүҙ бирҙем. Бөгөн мин исемлеккә ингән 100 йырҙың һәр береһен башҡара алам һәм яртыһының тарихын беләм, тип әйтә алам...
Һорауыңа кире әйләнеп ҡайтҡанда, яратҡан эш ялҡытмай ул, тимәксемен. Әле лә бына, төрлө тәҡдимдәр бар. Өфөлә тыуып, әле Мәскәүҙә йәшәүсе, исеме донъяға билдәле саксофонсы Олег Киреев менән дә ижади хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Уның Өфөлә һәм Мәскәүҙә үткән бер нисә концертында сығыш яһарға тура килде. Ҡурайҙа уйнау, нисек кенә ауыр булһа ла, ниндәй генә ентекле әҙерлек талап итһә лә, минең өсөн - күңел ялы, хатта, ағайҙарҙың һүҙе менән әйткәндә, йәшәү рәүеше лә.

Киләсәккә пландарың ниндәй?

- "Далан"ға мин Рөстәм Шәрипов урынына килдем. Уның ғүмере бик иртә өҙөлдө. Әммә ул шул тиклем бай архив ҡалдырҙы. Студияла уның әле тамашасыға сығарып өлгөрмәгән көйҙәре лә бихисап. Концерттарҙа мин ана шул көйҙәрҙе "Рөстәм Шәрипов репертуарынан" тип уйнайым һәм уйнаясаҡмын да. Арабыҙҙан иртә киткән рәссамдың (ә уны музыкалағы рәссам тип әйтеү урынлы булыр) ижад емештәре үҙ тыңлаусыһына яҙма булып түгел, тере моң булып, тере кеше башҡарыуында барып етһен, тим. Ярты йыл инде Ишморат Илбәковтың ишҡурайында уйнау кимәлемде шымартыу менән мәшғүлмен. Артабан ҡурайҙа йәштәр яратып тыңларлыҡ заманса көйҙәр ҙә уйнарға ниәт иткәнмен. Был юҫыҡта ҡурайҙың да, ишҡурайҙың да киләсәге ҙур, минеңсә. Әлбиттә, ишҡурай традицион ҡурайҙың вакант урынына дәғүә итмәй, итмәҫ тә. Һәр хәлдә, минең күңелемдә улар икеһе айырым төшөнсә.
Яҡын аралағы пландарға килгәндә, Әхәт Сабитов исемле клип төшөрөүсе йәш егет менән бер проект өҫтөндә эш башларға торабыҙ. Яҡын киләсәктә Өфөлә үҙ концертымды ойоштороу хыялымды ла күңелдә йөрөтәм.

Шулай итеп...
Илнур төшөнкөлөккә бирелмәй торғандарҙан. Нисә ҡарама, ҡурайын тотоп, йылмайып йөрөп ята. Әллә бөтөн аһ-зарын, хафалы уйҙарын дәртле ҡурай моңо ярҙамында "яндыра" беләме икән ул, тип тә уйлап ҡуяһың. Был һорау асыҡ ҡалһын әлегә...

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.09.17 | Ҡаралған: 956

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru