Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
АРҠАЙЫМ СЕРҘӘРЕ ҺАМАН АСЫЛМАЙ ӘЛЕ
|
Башҡорт халҡының күпләп йәшәгән төбәгендә бөгөн дә беҙ тулыһынса аңлап етмәгән урындар бар әле. Шуларҙың береһе булып Арҡайым ҡаласығы иҫәпләнә. Әлбиттә, был ҡаласыҡ тураһында күп яҙылған, ул төрлө яҡлап өйрәнелгән, уның тураһында байтаҡ мәғлүмәт тупланған. Ә шулай ҙа Арҡайым һаман да үҙ серҙәрен тулыһынса асырға ашыҡмай, буғай. Ә был ҡаласыҡтың баһаһы шунда: ул ғалимдарҙы тарихҡа яңыса ҡараш менән ҡарарға мәжбүр итә.
Арҡайым ҡаласығының мөһимлеген аңлар өсөн ҡараштарыбыҙҙы быуаттар төпкөлөнә ташлайыҡ. Бына беҙҙең алда бронза дәүеренә ҡараған Көньяҡ Урал далалары. Был осор беҙҙең эраға тиклемге III-II мең йыллыҡҡа тура килә. Бөгөнгө көндән сама менән 4 мең йыл элек була инде. Бына ошо осорҙа икһеҙ-сикһеҙ йәйрәп ятҡан далаларҙа, ғалимдар әйтеүенсә, ябай халыҡ ябай ғына тормош көтөп, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан. Улар ғаилә ҡорған, йәшәү өсөн һунар иткән, балыҡ тотҡан, мал көткән. Туғандар бер тирәгәрәк уҡмашып, бер-береһенә терәк булып, ябай ғына торлаҡтар төҙөп көн иткән. Ҡыҫҡаһы, ғалимдар билдәләүенсә, ул осорҙа Көньяҡ Уралдың икһеҙ-сикһеҙ далаларында унда-бында һибелеп, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа йәшәгән.
Бына ошо дәүерҙә икһеҙ-сикһеҙ йәйрәп ятҡан далала бөтә яҡтан ныҡлы уйлап төҙөлгән Арҡайым исеме алған ҡаласыҡ та булған икән. Аптырамаған ерҙән аптырарһың шул. Уны өйрәнгән ғалимдар бөгөн дә күп һорауҙарға аныҡ ҡына яуап таба алмай аптырана. Беренсе һорау - был ҡаласыҡты кемдәр төҙөгән икән? Быға бөгөн дә яуап юҡ әле. Был ҡаласыҡтың төҙөлөш планын кем һыҙҙы икән - был һорауға ла әле яуап юҡ. Әммә шуныһы асыҡ: ул кешеләр бик аҡыллы булған. Сөнки ҡаласыҡтың төҙөлөшө бөгөнгө көндә лә күптәрҙе хайран ҡалдыра...
Арҡайымдың төҙөлөш планын күҙ алдына килтереү өсөн ҙур һәм бәләкәй булған ике велосипед тәгәрмәсе алығыҙ һәм уларҙы бер-береһенә ҡатлап һалығыҙ. Ҙур велосипедтың тәгәрмәсе буйлап түңәрәк һыҙып сығығыҙ. Бына Арҡайымдың тышҡы стенаһы барлыҡҡа килде. Хәҙер бәләкәй тәгәрмәсте ошо түңәрәккә һалып, тағы бер түңәрәк һыҙығыҙ. Күсәрҙәрҙең тап килеүе тураһында онотмайыҡ. Бына хәҙер ҙур түңәрәк эсендә бәләкәйерәк түңәрәк килеп сыҡты. Күсәр ятҡан урынды ла һыҙып ҡуяйыҡ. Бына хәҙер беҙҙең алда Арҡайым ҡаласығының ябай ғына макеты ята - ҙур түңәрәк, уның эсендә бәләкәйерәге, ә уртала күпкә бәләкәй түңәрәк.
Ҙур түңәрәк - ул Арҡайымдың тышҡы стенаһы. Түңәрәктең диаметры сама менән 145 метр. Стена бик ныҡ төҙөлгән. Уның киңлеге 5 метр, ә бейеклеге 5,5 метр. Ошо тышҡы стена буйлап "күп фатирлы" өйҙәр теҙмәһе киткән. Хәҙер ҡаласыҡ төҙөлөшөнә һеҙ үҙегеҙ ҙә төшөнә башлағанһығыҙҙыр инде. Тап шулай, тышҡы стена өйҙәрҙең бер яғы булып торған. Өйҙәрҙең эске стеналарын билдәләү өсөн велосипедтың ҙур тәгәрмәсен кире түңәрәккә һалығыҙ һәм уның сымдары буйлап араларын тигеҙ ҡалдырып, 40-лап һыҙыҡ һыҙып сығығыҙ. Бына хәҙер өйҙәрҙең эске стеналары билдәле булды. Өйҙәрҙең оҙонлоғо 10 метр тирәһе булған. Аңлауығыҙса, был өйҙәр дөйөм стена ысулы менән төҙөлгән. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, ике яҡтан ике күрше. Ҡаласыҡтың сиге буйлап апаруҡ ғаилә көн иткән. Үҙегеҙ баһа биреп ҡарағыҙ әле. Уның тышҡы түңәрәге буйлап 40-тан ашыу йорт урынлашҡан. Әлегә был йорттар һаны тулыһынса асыҡланмаған, тип иҫәпләй ҡайһы бер ғалимдар.
Хәҙер ҡаласыҡтың эске түңәрәгенә күсәйек. Уның диаметры 85 метр тәшкил итә. Ҡаласыҡтың эске стена һәм йорттар төҙөлөшө тышҡы стенаныҡынан әллә ни айырылмай. Айырма шунда - эске стенаны күпкә бейегерәк төҙөгәндәр. Уның бейеклеге 7 метр самаһы тәшкил итә. Ә стена киңлеген апаруҡ бәләкәсәйтә төшкәндәр. Ул 3 метр самаһы. Бына ошо эске түңәрәктә бөтәһе 27 йорт урынлашҡан. Йәмғеһе был ҡаласыҡта 70-80-гә яҡын ғаилә көн күргән. Апаруҡ ҙур булған икән Арҡайым.
Ҡаласыҡтың ҡап уртаһында урынлашҡан иң бәләкәй түңәрәктә алдан уйлап ҡалдырған. Был түңәрәк - дөйөм йыйылыш үткәреү майҙансығы. Ул апаруҡ ҙур булған, уның диаметры 25 метр тәшкил иткән. Бына ошо майҙансыҡта йыйылып, кәңәш ҡорғандар инде арҡайымдар.
Аңлауығыҙса, тышҡы һәм эске өйҙәр араһында урам ҡалдырылған. Билдәле, был юл түңәрәк булған. Бында ла барыһы ла уйланып эшләнгән. Хатта ҡыйыҡтан ағып төшкән ямғыр һыуы ла канауҙар буйлап ағып барып, айырым эшләнгән соҡорҙарға йыйылған һәм ҡаласыҡтың тыш яғына ағып торған. Иҫ китмәле, ҡаласыҡта барыһы ла уйлап эшләнгән. Хатта баяғы һыу аға торған соҡорҙар ҙа бит ҡайҙа етте шунда түгел, ә һәр 30 метр (!) һайын эшләнгән.
Шуға күрә өйҙәрҙең нисек уңайлы итеп эшләнгәне тураһында яҙып та тормайым. Иң ғәжәпкә ҡалдырғаны тураһында яҙмайынса бер нисек тә булмай - һәр өйҙөң үҙ ҡоҙоғо булған! 80-ләп өй, 80-ләп ҡоҙоҡ. Хайран ҡалырлыҡ инде. Ҡаласыҡ һөжүм итеү өсөн түгел, ә һаҡланыу маҡсатынан сығып төҙөлгән. Шуға күрә һәр өйҙә туп-тура ҡыйыҡҡа менә торған баҫҡыстар булған. Һөжүм була ҡалһа, йүгереп кенә менәһең дә ҡыйыҡ башына, уҡтан ата ла башлайһың. Ҡыҫҡаһы, бында йәшәгән халыҡ баҫҡынсылыҡ менән шөғөлләнергә уйламаған, ә бары тик үҙ йорттарын һаҡлау тураһында ғына ҡайғыртҡан.
Һүҙ ҙә юҡ, ҡаласыҡ бөтә яҡтан уйланып эшләнгән. Әммә Арҡайымда халыҡ ни бары 100 йыл самаһы ғына йәшәгән. Ни сәбәптәндер, улар ҡаласыҡты ташлап сығып киткән. Былай ғына ташлап сығып китмәгәндәр, улар ҡаласыҡты яндырып (бына һиңә, мә!) сығып киткән! Әллә ҡаласыҡ үҙе янып китте микән? Улай тиһәң, халыҡ тәүҙә барлыҡ нәмәһен төйнәгән һәм үҙе менән алып сығып киткән бит әле. Шунан халыҡ ҡайҙа сығып китте икән, ҡайҙа барып төпләнделәр икән? Алдан улар ҡайҙа йәшәне икән? Һорауҙар, һорауҙар, һорауҙар...
Ә шулай ҙа Арҡайымда ҡайһы бер нәмәләр онотолоп йә күскән ваҡытта төшөп ятып ҡалған. Бына минең алда Арҡайымда табылған ташһындың һүрәте тора. Ергә ултырған кеше үҙенең ҙур күҙҙәрен йондоҙҙарға төбәп, ҡатып ҡалған. Ә минең күҙҙәр ошо ташһынға төбәлгән. Хатта минең башыма: "Әллә йондоҙҙарҙан ергә төшөп, беҙҙе өйрәнгәндән һуң, кире йондоҙҙарға осоп китмәнеләр микән был арҡайымдар?"- тигән уй ҙа инеп сыға. Ултыра биргәс, уйлап ҡуям, арҡайымдар был ташһынды юрый ташлап киткәндәрҙер әле. Әйҙә, уйланығыҙ, беҙҙең серҙе аса алырһығыҙ микән? Әҙерәк кенә ярҙам йөҙөнән ошо ташһынды ҡалдырып китәбеҙ һеҙгә, йәнәһе...
Әғләм ШӘРИПОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 05.09.17 | Ҡаралған: 1428
|
|
Киске Өфө
|
|
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.
(Ф. Достоевский).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|