Алғыштарға күмелде Бөрйән балы, балҡыштарға сумды Арғыҙма - шаулап үтте, гөрләп үтте өсөнсө Халыҡ-ара "Бөрйән балы - башҡорт даны!" этнофестивале. Иртә менән Бал байрамы үтәсәк Арғыҙма яланы күс айырған умартаны хәтерләтте: кеме тирмәһендә һуңғы эштәрен барлай, кеме ҡортсолар төйәк иткән урында бал һайлай, кеме ярыштарға әҙерләнә, кеме көҙгө сыуаҡ иртәнең хозурлығын татып кинәнә.
Арғыҙма яланын ситләп боронғолоҡтоң үҙен һаҡлаған тирмәләр теҙелгән, урта тоштағы балсылар төйәге - байрамға йәм бирер, йән өрөр ер. Байрамдың рәсми өлөшөндә мәртәбәле ҡунаҡтарҙы баллы һүҙ, татлы тел менән ҡаршы алғас, уларҙың сәләмләүҙәрен тыңлағас, халыҡ иғтибарына район мәҙәниәтселәренең, фольклор төркөмдәренең бай йөкмәткеле театрлаштырылған тамашаһы тәҡдим ителде.
Ә оло майҙанда бал йәрминкәһе ҡыҙҙы - райондың атаҡлы солоҡсолары, ҡортсолары үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Ҡотандан Рәфҡәт Ғәҙелшин менән Венера Йосопова 2 фляга балын һатырға алып килгән. Улыныҡы менән бергә 60 баш умартаһы булған ғаилә балдан тыш та ҡортсолоҡ продукциялары тәҡдим итә - кремы ла, башҡаһы ла бар. "Балдың 3 литрлыҡ банкаһын 3 меңдән ҡуйҙыҡ. Йүкә балы - бик нескә, уға әҙерәк кенә сәскә балы ҡушылһа, тәмен ала ла ҡуя. Беҙҙең Бөрйән бал ҡорттары нәҡ йүкә балына яраҡлашҡан - йүкәгә эшләй. Быйыл йүкә балына сәскә балы ҡатнашты - монофлора балынан полифлораға тартым", - ти Рәфҡәт ағай.
Район һәм республика кимәлендә үткән һәр йәрминкәлә тиерлек ҡатнашыусы (Аҫҡар ауылы) Әйүп Йомағужиндың балы үтемле, күҙ алдында Магнит ҡалаһы ҡунағы 3 литрлыҡ менән 5 банка бал алыуын күргәс, ҡорт көтөү табышлы тармаҡ икәненә тағы бер ҡат инандыҡ. "Бал байрамына 180 килограмм, йәғни 3 фляга бал килтергәйнем, әле һуңғы фляганың яртыһы ғына ҡалды. Килоһын 670 һум менән һатам. Бал йылдағынан әҙерәк булһа ла, бар, ошондай бик мөһим сара үткәреүселәргә ҙур рәхмәт", - ти Әйүп Йосоп улы.
Ҡортсолар династияһы - Ғәҙелгәрәйҙән Йомағужиндарҙың һатыу эше лә көйлө: дүрт уланы - дүрт ҡортсо менән килгән Флүрә апайҙың бал ҡушып эшләнгән ризыҡтары ла мул - алтын төҫлө сәк-сәктәре, бәлеш-торттары бихисап. Улы Рөстәм 80 тирәһе умарта тота. Шәфҡәте БДАУ умартасылығында эшләй, Ғәзизе лә ата-бабаһынан ҡалған кәсеп-шөғөлгә битараф түгел. Юлдаштары ағай-энеһенең балын Өфөгә алып барып һатыу менән мәшғүл.
Яңыраҡ Өфөлә үткән ҡортсолар ярышында район намыҫын яҡлап ҡайтҡан Ғиззәтуллиндар ҙа сауҙа барышынан ҡәнәғәт - 30-ҙан ашыу умарта тотҡан Илшат Рифҡәт улы бөгөн 1 фляга бал килтергән. Ҡатыны, улы Илнар ҙа уға ярҙамлаша. "Бал аҡсаһы хажға китте - атайымды бал һатҡан аҡсаға Сәғүд Ғәрәбстанына оҙаттыҡ", - ти хужа. Ана бит, хәйерле кәсептең аҙағы ла хәйерле - хаждың хажына барырлыҡ аҡса сығанағы бит ул ҡорт тотоу!
Мораҙымдан Дамир менән Фәриә Тимерғәлиндар ҙа балды мул алып килгән - сауҙаларына - бәрәкәт, тиергә генә ҡала.
Бал ҡушылған ризыҡтарҙан да өҫтәлдәр һығылып торҙо. Ҡолғана оҫтабикәһе Тәслимә Ғәйетбаева йылдағыса тиҫтә-тиҫтә төр ризыҡ бешереп алып килгән - баллы бауырһаҡтары, бәлештәре, "айыу"лы торттары иҫ китмәле! Ҡыҙыл эремсеккә лә бал ҡушып килтергән, көртмәлеле торттары ла бал тәме әйтә! Кейекбайҙан Рәхилә Йәнекова бал ҡушып 30 төр ризыҡ әҙерләгән, 3 литрлыҡ 15 банка балын һатыуға сығарған.
Район мәғариф бүлеге биләмәләрендә умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың йәшәйеш-торошон һүҙһеҙ ҙә бәйән итеүсе тирмәләре, ҡабыҡ "өй"ҙәре, бай күргәҙмәләре, дадандар теҙелгән умарталыҡтары, иң мөһиме, ата-баба кәсебен үҙләштереүсе уҡыусылар эшләп тора. Фитосәй менән һыйлаусыһы, солоҡсолоҡ, умартасылыҡҡа бәйле инструменттар менән таныштырыусыһы, райондың йәш умартасыларының төрлө кимәлдәге уңыштары хаҡында бәйән итеүсеһе лә бар. Ошонда уҡ йәш умартасыларҙың ярыштары ла бара: тәүге турҙа балалар теория буйынса һынау тотһа, икенсе турҙа солоҡсолоҡ, ҡортсолоҡ инструменттары буйынса белемен һынай, өсөнсө турҙа ҡышлауға умарталар әҙерләй. Ғәлиәкбәр мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Ғаян Ишмөхәмәтов мастер-класс күрһәтә.
Беҙҙең районда ғына ныҡлы һаҡланып ҡалған солоҡсолоҡ кәсебенә бәйле үткән "Солоҡсолар" конкурсы байрамдың төп биҙәге, иң күп тамашасыны йәлеп иткән урын булғандыр. Солоҡсоларҙың түмәрҙәрҙән солоҡ умарталары юнып ярышыуын; эргәлә генә "Шүлгән-Таш" ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре: Батыр Толомғужиндың күс тотоу өсөн моҙға, Сәлимйән Мостафиндың боронғоса ағастан инә тотоу өсөн көбө эшләүен, Сынтимер Иҫәнғужиндың үгеҙ тиреһенән әҙерләнгән ҡайыштарҙан кирәм үреүен һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Теләүселәр солоҡ ағасына ла үрмәләп ҡараны. Таһыллыҡ, оҫталыҡ талап ителгән солоҡ юныу конкурсында Илфат Әминев менән Салауат Толомғужин еңеп сыҡты. Айнур Иҫәнаманов менән Илһам Маликов - икенсе, Әнис Дилмөхәмәтов менән Руслан Исламбаев өсөнсө урын алды.
Шулай итеп, байрамда төрлө спорт ярыштары ла ойошторолдо, айырыуса 16 ир-ат, 4 ҡатын-ҡыҙ һәм 4 уҡыусы ҡатнашлығында үткән мәргән уҡсылар ярышы байрамдың күркәм өлөшөнә әүерелде. Ҡыҫҡаһы, Бал байрамы ысын мәғәнәһендә беҙҙең бөрйәнлекте, башҡортлоҡто, аҫабалыҡты дәлилләүсе сара булды - унда төп һөнәрҙәребеҙ, кәсептәребеҙ, бай тарихыбыҙ, юғары сәнғәтебеҙ, үҙенсәлекле фольклорыбыҙ сағылыш тапты. Рухи ҡиммәттәргә матдиһы ла өҫтәлде: бал һатҡан баймандар бол арттырҙы - Бөрйән балының даны сиктәрҙән ашты.
А. Ғарифуллина,
Д. Байназаров,
Бөрйән районының "Таң" гәзите хәбәрселәре.
КИРЕ СЫҒЫРҒА