«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ МӘҘӘНИӘТЕН БАШҠОРТ ТЕЛЕН ЯҠЛАЙЫМ!
+  - 

Башҡорт телен яҡлап яҙған һүҙҙәрем интернет донъяһында күп кешенең иғтибарын йәлеп итте. Минең фекерҙәремде яҡлаусылар менән бергә, мине ике йөҙлөлөктә ғәйепләүселәр ҙә булды. Әммә был дөрөҫ түгел.

Республикала кинематография менән шөғөлләнеү ҡатмарлы һәм, йәшерен-батырыны юҡ, рәхмәтһеҙ эш. Шуға ла кинематография менән шөғөлләнеүем берәй файҙа алыу ниәтенән түгел, ә үҙемдең идеологик ҡараштарыма бәйле. Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү һәм һаҡлау миңә оҡшай. Урыҫ мәҙәниәтен һаҡлаусылар былай ҙа күп, ә мин Башҡортостанда тыуғанмын һәм мин уға кәрәкле булғым килә. Башҡортостан - Рәсәйҙең, Башҡортостан мәҙәниәте - Рәсәй мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. "Бабич" һәм "Беренсе Республика" проекттарына тотоноуымдың да сәбәбе ошо.
Йәшермәйем, "Бабич" фильмын төшөрөр алдынан был проект миңә бик оҡшап етмәй ине. Дөрөҫөрәге, Шәйехзада Бабичтың фигураһын аңлап етмәгәнмен. Ә һуңынан Бабич минең өсөн асыш булды. Бөгөн донъя глобалләшеү юлынан барғанда, сиктәр юйылып, телдәр юғалғанда, милли асылыңды аңлау - мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Телебеҙгә "Барбешоп", "воркаут", "смузи", "маффиндар" тигәнерәк һүҙҙәр килеп кенә инмәне, ә быға тиклем ҡулланылып йөрөгәндәрен ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Быға беҙ үҙебеҙ юл ҡуябыҙ. Бер кем дә мәҙәни үҙаңды тыя йәки уны көсләп таға алмай. Тыйыу - кире реакцияға ғына килтерәсәк. Беҙҙе бер кем дә Голливуд фильмдарын ҡарарға, көнбайышса либераль хыялдар артынан ҡыуырға мәжбүр итә алмай. Күпселек осраҡта былар альтернатива булмау һөҙөмтәһе. Һәм "Бабич" ошондай альтернатива булды ла.
Минең өсөн бөгөн Шәйехзада Бабич - башҡа мәҙәниәттәргә ҡаршы барыусы кеше өлгөһө түгел, Рәсәйҙең көсө күп милләтле булыуҙа. Ул, тәү сиратта, кеше булған. Бабич - халҡын эскерһеҙ яратҡан һәм ул бәхетле йәшәһен өсөн үҙенең ғүмерен биргән. Зәки Вәлиди менән Бабич башҡорт халҡының рухын һәм мәҙәниәтен һаҡларға тырышҡан һәм быға өлгәшкән. Ниндәй хаҡ түләүҙәренә ҡарамаҫтан, улар еңеүсе. Бөгөн беҙ был фильмды райондар буйлап күрһәткәндә уның һулар һауа һымаҡ кәрәк булғанлығын күрәбеҙ. Бабичты экранда терелтеп, проект авторҙары һәр беребеҙгә үҙ тормошобоҙға бөтөнләй икенсе яҡтан ҡарарға мөмкинлек бирә. Бабичтың шиғырҙары битарафлыҡ битлеген һыпырып ташлап, халыҡтың күңелен, асылын күрһәтә. "Беренсе Республика" проектында ла ошо уҡ идеялар дауам ителә. Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Ғабдулла Амантай, Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндар, Ғәзиз Әлмөхәмәтов кеүек сәнғәт, фән, ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙәр тураһында ул. Республиканы бар итеүгә улар шундай көс һала, бының емештәрен беҙ бөгөн дә татыйбыҙ әле. Фән, мәҙәниәт, тарих өлкәһендә улар сәскән орлоҡтар дөйөм Рәсәй өсөн дә әһәмиәткә эйә. Башҡортостан тотош СССР-ҙа төҙөлгән агитбригадалар нигеҙенә ятҡан күсмә театр моделен күрһәтә. Мәҙәни һәм фәнни үҫеш өлгөһө бирә. Тап ошо ерлектә опера театры, институттар барлыҡҡа килә. Башҡортостан Рәсәйҙе нефть менән тәьмин итә. Башҡортостан Рәсәйгә сәнәғәт бирә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тап Башҡортостан СССР, шулай уҡ Украина Фәндәр академияһын һыйындыра, заводтар эвакуациялана. Былар бит юҡҡа ғына эшләнмәй. Үҙ халҡына ышаныу, уны бәхетле итергә тырышыуҙың һөҙөмтәһе былар. Әммә тарихта трагик хәлдәр ҙә була, беҙ уларҙы хәтерҙә тоторға тейешбеҙ. Үткән ҡайғылар бөгөнгөнөң ҡәҙерен белергә ярҙам итә.
Бына шуның өсөн дә мин башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү менән шөғөлләнәм. Сөнки Башҡортостан мәҙәниәте - Рәсәй цивилизацияһының бер өлөшө. Һәр кем быға үҙ өлөшөн индерә ала.

Әйткәндәй, гәзитебеҙҙең 35-се һанында Леонид Филиновтың башҡорт теле тирәләй барған шау-шыу айҡанлы әйткән фекере баҫылғайны. Уҡыусыларыбыҙҙан был сығыш буйынса матур фекерҙәр, рәхмәт һүҙҙәре ишеттек. Рус егетенең: "Атай-әсәйҙәргә өндәшәм: башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә ҡараштарығыҙҙы үҙгәртергә саҡырам. Тел өйрәнеүгә ҡаршы булыу - наҙанлыҡ. Кемдер, башҡорт теле инглиз, ҡытай, испан телдәре кеүек кәрәкле түгел, тиер. Тик башҡорт теле төрки телдәр төркөмөнә ҡарай һәм уны аҙ ғына белһәң дә, Төркиәнән килгән туристар менән аралаша аласаҡһың, хатта Венгрияла ла һеҙгә туған итеп ҡараясаҡтар. Татарстан, Якутстан, Бүрәтстан, илдең башҡа төбәктәрендә "Ҙур рәхмәт!" тигән һүҙбәйләнеш тә һеҙҙе ҡәҙерле ҡунаҡҡа әйләндерәсәк. Төрки телдәрендә 165 миллиондан ашыу кеше һөйләшә. Ошондай оло мәҙәниәттең бер өлөшө һеҙҙең иғтибарығыҙға лайыҡмы? Һис шикһеҙ!"- тигән һүҙҙәре, ысынлап та, күңелдәргә май булып яғыла. Был ысын мәғәнәһендә аңлы, рухлы, илһөйәр егеткә рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде!

Леонид ФИЛИНОВ,
продюсер, "Тере таҫма" кинокомпанияһының башҡарма директоры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.17 | Ҡаралған: 1139

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru