Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы - уҡытыу башҡорт телендә алып барылған белем усағы ул. Уның уңыштары бында эшләгән педагогтарҙың һөнәри уңыштары һәм уҡыусыларҙың өлгәше, ижад өлкәһендәге еңеүҙәре менән дә баһалана.
Бөгөн беҙҙә башҡорт теле элеккесә, биш-алты сәғәтлек уҡыу прораммаһына ярашлы уҡытыла, ә башҡа дәрестәрҙә төбәк компоненты мотлаҡ индерелгән. Билдәле булыуынса, төбәк компоненты башланғыс кластарҙа - 20 процент, урта кластарҙа - 30, өлкән кластарҙа 40 процент тәшкил итергә тейеш. Уҡытыусылар һәр дәрестә Башҡортостан тураһында ерле материалды ҡуллана ала. Мәҫәлән география дәресендә республика ер-һыу атамаларына ла ҡыҫҡа байҡау яһала, биология дәресендә лә шул уҡ, хатта математика уҡытҡанда ла балаларға ерле материалға таянып төҙөлгән мәсьәләләр тәҡдим итергә була. Бөтә профессиональ терминдарҙың башҡортсаһын уҡыусы белергә тейеш, тигән маҡсат та ҡуйыла педагогтарға. Уҡыусылар ҙа, белем усағының үҙенсәлеген аңлап, туған телен бик теләп өйрәнеүен билдәләп китергә кәрәктер. Һәр мәғариф учреждениеһына бер территория беркетелгәндә, беҙҙең гимназияның территорияһы итеп тотош ҡала билдәләнде. Ҡалала милли мәғариф учреждениеһы берәү булғас, бындай ҡарар сығарылыуы уйланылған аҙым. Сөнки хәҙер беҙгә Белорет ҡалаһының төрлө тарафтарынан башҡорт балалары уҡырға йөрөй, хатта яҡын-тирәләге ауылдарҙан да ата-әсәләр балаларын ҡалала йәшәргә урынлаштырып, беҙгә алып килә. Был, бер яҡтан, Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһының белем биреү кимәлен юғары баһалауҙарын күрһәтһә, икенсе яҡтан, башҡорт ата-әсәйҙәре баланың милли мөхиттә тәрбиәләнеүенә, туған телен яҡшы белеүенә иғтибар итеүен дә аңлата. Әйткәндәй, әлеге көндә гимназияла 28 педагог эшләй, улар бөтәһе лә башҡортса белә һәм ата-әсәләргә бала гимназияла русса ғына аралашып, туған телен онота, тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Башҡорт һәм рус теленән тыш, беҙҙә инглиз, француз һәм ғәрәп телдәре уҡытыла. Ғәрәп теле икенсе кластан алып өҫтәмә дәрес рәүешендә бирелә, инглиз һәм француз телдәре Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары буйынса уҡытыла.
Уҡыусылар "Арғымаҡ" робот-техника студияһына, бейеү, вокал, хор, умартасылыҡ түңәрәктәренә ихлас йөрөй, ансамблдәребеҙ төрлө конкурстарҙа уңышлы ғына сығыштар яһап тора. Быйыл уҡыусылар араһынан этно-төркөм туплап, ҡурай, думбыра, мандолина, ҡумыҙ, дөңгөр уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәтеп, уларға ижади яҡтан үҫешергә мөмкинлек бирергә ниәт итеп торабыҙ. Өҫтәмә дәрестәр үткәрәбеҙ, унда башҡорт халҡының кәсептәрен, ҡул эштәрен өйрәнәләр. Гимназия коридорҙарына шахмат, шашка ҡуйғайныҡ, хәҙер балалар тәнәфестә сығып уйнарға күнекте. Дәрескә саҡырып ҡыңғырау шылтыраһа, уйынды ҡалдырып таралышалар ҙа, аҙаҡ кире сығып, дауам итәләр.
Бөгөн мәғариф учреждениелары эшенә ҡарата ҡуйылған төп талаптарҙың береһе - уҡытыу мөхите тыуҙырыу, шәхес тәрбиәләү. Гимназияның фойеһынан алып һәр кабинеты ошо талапты үтәһен, тип күп тырышлыҡ һалабыҙ. Белем усағының фойеһында музей экспонаттары урынлаштырылған, уҡыусылар уларҙы тотоп ҡарай ала. Тирмә эсендәге сәңгелдәктә милли кейемдәге бәпес йоҡлап ята, төрлө төбәк башҡорттарының милли кейем үҙенсәлектәрен сағылдырған ете ҡыҙ-ҡурсаҡ тора, төрлө көнкүреш кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба һәм башҡа үҙебеҙҙең төбәктең әйберҙәре урын алған. Ҡайһы саҡта беренсе класс уҡыусылары шунда килеп, ҡурсаҡтар менән уйнап, кире йыйыштырып китә. Бына был да йәш балала милли үҙаң тәрбиәләүҙең, тарихына һәм теленә һөйөү уятыуҙың бер ысулы. Шулай уҡ Башҡортостандың тәбиғәтенә арналған бик матур күргәҙмәбеҙ бар, унда республикала булған таштар урынлашҡан. Беҙҙә илһөйәр һәм алдынғы ҡарашлы граждандар үҫтереү бына шулай системалы рәүештә, һәр дәрестә, мәғариф учреждениеһында булған һәр предмет, күргәҙмә, яҙыуҙар ярҙамында алып барыла. Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы бөгөн республиканың һәм Рәсәйҙең алдынғы уҡыу йорттарының береһе булыуҙан тыш, милли белем усаҡтарына хас үҙенсәлектәрен дә һаҡлап ҡалған учреждение, тип әйтә алам. Был педагогтарҙың, ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың бер төптән фекерләп эшләү һөҙөмтәһе булды инде.
"Киске Өфө" гәзите тураһында ла бер-ике һүҙ әйтеп китмәй булмай. Сөнки был баҫманы гимназия уҡытыусылары, ата-әсәләре һәм уҡыусылары яратып уҡый. Ул беҙҙең көндәлек ҡулланыла торған баҫма. Көнүҙәк материалдар, өлгөлө ғаиләләр, уңышлы кешеләр, халыҡты үҙ асылына алып ҡайтарырҙай мәҡәләләр күңелебеҙгә хуш килә. Уймаҡ хикәйәләр сетерекле хәлдәрҙән сығыуға кәңәш булып тора. Тел, ер, милләт, мәҙәниәт, йолаларыбыҙ тураһында мәҡәләләрҙе дәрестә ихлас ҡулланабыҙ.
Зөлфиә ҒӘЛИЙӘНОВА,
Я. Хамматов исмендәге Башҡорт гимназияһы директоры.
КИРЕ СЫҒЫРҒА