«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МОҢДОҢ ЙӘНЕ - ЫСЫН МӨХӘББӘТ
+  - 

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы яңы ижад миҙгелендә яңы концерттар менән ҡыуандырмаҡсы. 29 ноябрҙә республика бәйгеләре лауреаты Заһир ИҪӘНСУРИН "Моңдоң йәне - мөхәббәт" тип аталған тәүге концертына саҡыра. Ошо ваҡиға айҡанлы йырсы менән әңгәмә ҡорабыҙ.

Концерт "Моңдоң йәне - мөхәббәт" тип атала, тимәк, һеҙҙе ижадҡа тап мөхәббәт илһамландыра?

- Яратыу тойғоһо тормошто мәғәнәле, матурыраҡ итә. Мөхәббәт - йәшәйешебеҙҙең башы һәм аҙағы, мөхәббәтһеҙ тормош юҡ, тигән бит фәйләсүфтәрҙең береһе лә. Ярата белеү - кешенең иң бөйөк сифаттарының береһелер, тип иҫәпләйем. Бындай кешенең күңелендә моң да йәшәй. Йырҙы йөкмәп йөрөргә кәрәкмәй, ул һинең үҙең менән, йырлау өсөн айырым шарттар булдырыу талап ителмәй.
Башҡорт халҡының моңға ҡарашы бигерәк үҙенсәлекле, башҡа. Шулай булмаһа, оҙон көйҙәребеҙ тыумаҫ та, бөгөнгә тиклем йәшәмәҫ тә ине. Уларҙа тыуған ереңә лә, илеңә лә, йәреңә лә һөйөү сағыла. Башҡорт булараҡ, бүтән милләттәргә ҡарағанда мин ошо йырҙарҙы, ҡурайыбыҙҙы башҡараҡ тоям, улар минең булмышыма, эске тойғоларыма ауаздаш. Иң мөһиме, улар юғары классик өлгөләр иҫәбендә. Бөтөн донъяла профессиональ музыка сәнғәтенә аҙымдар яһаған кеше тәүҙә классик өлгөләр менән таныша, улар дәреслек булып тора. Ә беҙҙең йырларға өйрәтеүсе дәреслегебеҙ - ул халыҡ йырҙары. Халыҡ йырын башҡарыу өсөн, берҙән, тауыш кәрәк, икенсенән, ул моңдо ла, тынды ла үҫтерә. Халыҡ йырын йырлай белгән бала киләсәктә сәнғәт юлын һайлай икән, ул ниндәйҙер кимәлдә әҙер булып бара. Ҡустым Рәүеф Иҫәнсурин да, үҙем дә өйҙә ҡартатайымдың, атай менән әсәйҙең йырлауын ишетеп үҫтек.
Ун йыл сәхнәләмен, шуға ла ошо үткән юлымды күрһәткән тамаша буласаҡ был концерт. Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килгәс, тәүҙә "Карауанһарай" төркөмөндә, аҙаҡҡы ике йыл Фәдис Ғәниевтар менән бер концерт бригадаһында эшләнем. Әлеге мәлдә йырсылар Әлфиә Юлсурина, Зөлфир Басиров, ҡурайсы Салауат Хәлилов, баянсы Раил Мөрсәлимовтан торған төркөм менән гастролдәрҙә йөрөйбөҙ.
Концертта ижадташ дуҫтарым - "Карауан" төркөмө, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Венера Рәхмәтуллина, Әлфиә Юлсурина, уҡытыусым Иҙрис Ғәзиев, Рәүеф Иҫәнсурин һәм "Рахман" донъя халыҡтары музыка ҡоралдары ансамбле ҡатнашасаҡ. "Рахман" төркөмө тураһында әйткәндә, был егеттәр этник музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһына, уларҙы таба, сәхнәгә сығара. "Саҡ-Суҡ бәйете"н яҙҙырғанда мин дә әрмән халҡының киң билдәле уйын ҡоралы дудукты ҡулланғайным. Был егеттәр менән ҡыҙыҡһыныуҙар бер булып сыҡты һәм хәҙер беҙ яңы эксперименттар яһарға дәртләнеп йөрөйбөҙ.

Йырҙы ниндәй талаптарҙан сығып һайлайһығыҙ?

- Иң тәүҙә, көйөнән бигерәк һүҙенә ҡарайым. Әгәр ҙә бер-ике йырлағандан һуң күңелеңә ятһа, ул тамашасының йөрәгенә лә барып етә, тигән һүҙ. Шулай уҡ йырҙың көйө лә мөһим минең өсөн. Ижадыма талапсанмын. Мәҫәлән, "Умырзая" йырын мин өс йыл машинала тыңлап, ҡушылып йырлап йөрөп, шунан ғына тамашасы иғтибарына сығарҙым. Йыр тәүҙә йырсының күңелендә өлгөрөп етергә тейеш. Ғөмүмән, бер йырсы ла беренсе тапҡыр-ҙан йырҙы еренә еткереп йырлай алмай. Унан һуң, мин филармонияла эшләйем. Филармония - классик, профессиональ сәнғәтте халыҡҡа еткереү менән мәшғүл. Ул - юғары сәнғәт өлкәһе. Халыҡ шундай-шундай йырҙар ярата, тип репертуарын төҙөһә, ул, бәлки, тамашасыны күберәк тә йыя алыр ине. Әммә филармония үҙенең кимәлен төшөрә алмай. Ә ысын сәнғәтте аңлаған тамашасы бар ул. Башҡорт сәнғәтендә оҙаҡ йылдар эшләгән Нәзифә Ҡадирова, Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина һәм башҡа йырсылар беҙгә өлгө. Йыр нисек дөрөҫ яңғырарға тейеш, быныһын профессиональ музыканттар менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Йыр - ул спектакль кеүек, уның башы, юғары нөктәһе, аҙағы бар. Башынан аҙағына тиклем бер төрлө генә итеп йырлаһаң, үҙеңә лә, тамашасыға ла ҡыҙыҡ түгел.

Эстрадала яңы исемдәр көнөнә берәү түгел, өсәү-дүртәү тыуып тора, быға ҡарашығыҙ нисек?

- Гел ыңғай. Һуңғы 5 йылда башҡорт эстрадаһы жанр, стиль йәһәтенән тағы ла әүҙемерәк үҫешә башланы. Элек беҙ үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайнаған кеүек, башҡорт сәнғәтен үҙебеҙ аңлағанса үҫтерә инек. Интернет күп мөмкинлектәр бирә ижадсыларға, сит ил башҡарыусыларын тыңлайҙар, уларға оҡшатып йыр яҙырға тырышалар. Ә ваҡыт барыһын да иләктән үткәрә ул. Икенсе яҡтан, бөгөнгө йәш башҡарыусы сәнғәт донъяһына инеп китеп, шул мөхиттә юғалып ҡалмаһа, ул артабан үҫешәсәк бит. Үҫмер балалар аудиторияһына арналған йырҙарҙан башҡаларына күсәсәк. Быларға ҡарашым ыңғай, был да үҫеш, алға китеш.

Ләйсән ДАЯНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.17 | Ҡаралған: 1121

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru