"Супермаркеттарҙың береһенән арзаныраҡ хаҡҡа йомортҡа алғайным, быға тиклем гел уңып бешкән сәк-сәгем килеп сыҡманы ла ҡуйҙы. Әллә теге Ҡытай йомортҡалары беҙгә лә килеп еткән инде..." ти танышым. Быға тиклем дә бер нисә тапҡыр йомортҡаның сифатына ҡағылышлы фекерҙәр ишетелеп ҡалғайны. Әллә үҙемде ышандырғанғамы, "селтәрле" магазиндан алған йомортҡалар миңә лә ысынға оҡшамаған һымаҡ тойолдо.
Кейгән кейемебеҙ, тотонған көнкүреш техникаларыбыҙ, төрлө бренд аҫтында булһа ла, уларҙың күбеһе Ҡытайҙа сыҡҡанын беләбеҙ. Уларға күптән күнегеп тә бөткәнбеҙ, тигәндәй. Тик уларҙың синтетик юл менән эшләнгән йомортҡалары беҙгә килеп етеүенә бер ҙә ышанғы килмәй ине.
Бер ҡытай кешеһенең нисек кәбеҫтә эшләгәне тураһында видеоролик ҡарағас, яратып ашаған Пекин кәбеҫтәһе тап шундай яһалма юл менән эшләнмәнеме икән, тип шикләнеп ҡуйҙым. Күптәрҙең күҙ алдында Ҡытай ашнаҡсыһы үҙ ҡулдары менән бер күсән әүәләне лә ҡуйҙы. Улай ғына ла түгел, йәшелсәне турап та күрһәтте.
Көнсығыш халҡы эшләгән синтетик ризыҡтар тураһында мәғлүмәт эҙләп, интернетты байҡай башлағайным, химия һәм нанотехнологияларҙың беҙҙең илдә лә күптән аҙыҡ сәнәғәтенә ныҡлы үтеп инеүен күрҙем. Эксперттар билдәләүенсә, бөгөн яһалма ризыҡты ысынынан айырыуы еңел түгел. Химия тармағы хеҙмәткәрҙәре был тәңгәлдә бик алға киткән. Төҫөн, еҫен, хатта тәмен бер нисек тә айырып булмаған рецептуралар уйлап тапҡандар. Тик, әлбиттә, әлегә уның файҙалы үҙенсәлектәрен генә булдыра алмағандар.
Синтетик аҙыҡ-түлекте ҡатмарлы органик процестар арҡылы, йәғни сүпрә, бактерия, углеводтарҙың бер күҙәнәкле ылымыҡтарын, парафин, спирт һәм үҫемлектәр нигеҙендә алалар. Һөҙөмтәлә тейешле бөтә аминокислоталар булған аҙыҡ аҡһымы килеп сыға. Яһалма аҡһымды тәүҙә аҙлап ҡына аҙыҡ-түлеккә ҡушалар. Һуңынан химиктар яһалма ризыҡ эшләп ҡарарға була.
Шулай итеп, бөгөн Ҡытайҙа ғына түгел, беҙҙең илдә лә синтетик аҙыҡ эшләү алға киткән. Мәҫәлән, сәнәғәттә етештерелгән фарш ҡушылған изделиеларҙы хәҙер тулыһынса тиерлек синтетик аҡһым суррогаттары алыштыра икән. Иттең үҙен яһалма юл менән эшләү еңел түгел, ә бына фаршты мөмкин. Аҡһым ҡатышмаһын кислоталы-тоҙло махсус иретмәлә тотоу ҙа етә икән. Унда аҡһым нығына, ҡата, һөҙөмтәлә аҡһым ебе килеп сыға. Уға төрлө ароматизаторҙар ҡушыла, буяла. Килеп сыҡҡан гранулалар тығыҙланғас, тағы ла махсус иретмәгә һалына. Бер аҙҙан ул ҡабара һәм фаршҡа оҡшаған материал килеп сыға. Был, тимәк, фаст-фуд, гамбургер, чизбургерҙар, колбасалар, фаршлы ярымфабрикаттарҙың күбеһе яһалма аҡһымдан эшләнгән ит иҙмәһенән тора, тигән һүҙ.
Ярмалы йәки бөртөклө икраны ла махсус аҡһым иретмәһе - казеинды желатинға ҡушыу юлы менән алалар икән. Һөҙөмтәлә ярмаға оҡшаған нәмә килеп сыға. Уларҙы сәй экстрактында йыуалар ҙа, тоҙ, ароматизатор ҡушалар.
Яһалма ризыҡтарҙың файҙаһы юҡлығын аңлайбыҙ. Ә бына уның зыяны хаҡында уйланмайбыҙ ғына. Артыҡ ауырлыҡ, матдәләр алышыныуы менән бәйле ауырыуҙарҙың күбеһе сифатһыҙ аҙыҡ-түлек ҡулланыу, насар туҡланыу менән бәйле икәнен медицина күптән иҫбат итте инде. Шуға күрә, ете диңгеҙ аръяғынан килтерелгән деликатестарҙың, экзотик емештәрҙең, йәшелсәләрҙең хаҡы арзанлығына ҡарамай, ҡыйбатыраҡ хаҡҡа булһа ла, аҙыҡ-түлекте баҙарҙан алырға кәрәк, минеңсә. Үҙебеҙҙә етештерелгән файҙалыраҡ та, ышаныслыраҡ та. Етмәһә, үҙебеҙҙекен һайлап, тыуған ереңдең илһөйәре итеп тә иҫбат итерһең үҙеңде. Нимә ашағаныңды әйтһәң, кем икәнлегеңде әйтәм, тигән әйтем дә ошоға тура килә һымаҡ...
Лена АБДРАХМАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА