
"Тере таҫма" кинокомпанияһы менән "Башҡортостан" дәүләт киностудияһы "Беренсе республика" тип аталған яңы фильм өҫтөндә эш башлай. Был турала журналистар менән осрашыуҙа фильмдың режиссеры Булат Йосопов белдерҙе. Сарала шулай уҡ продюсерҙар - "Башҡортостан" дәүләт киностудияһы директоры Азамат Хужахмәтов менән Леонид Филинов, сценарий авторҙары - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бибичева менән Гөлсәсәк Саламатова, композитор Ришат Сәғитов ҡатнашты.
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған был фильмды 24 майҙа төшөрә башларға ниәтләйҙәр. Азамат Шәриф улы билдәләүенсә, әлеге мәлдә павильон әҙерләнә, рәссамдар декорациялар төшөрөү менән мәшғүл. Фильм 1920-1956 йылдарҙы үҙ эсендә аласаҡ һәм ул республиканың тарихына, шулай уҡ билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, шағир һәм яҙыусыларҙың, композиторҙарҙың яҙмышына нигеҙләнә. Ваҡиғалар бер герой - "Башҡортостан" гәзитенең тәүге редакторҙарының береһе Ҡасим Аҙнабаев яҙмышы аша күрһәтеләсәк. Ҡулға алынып, һөргөнгә һөрөлгәс тә рухы һынмай, иленә һөйөүе лә кәмемәй уның. Был геройҙы Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташыбыҙ, актер һәм каскадер Роберт Йылҡыбаев уйнаясаҡ. Шулай уҡ Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Зәйтүнә Бикбулатова, Дауыт Юлтый, Нинель Юлтыева, Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар, Яков Быков һ.б шәхестәрҙең ижады һәм тормош юлы сағыласаҡ. Сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова бер нисә йыл элек сәйәси репрессиялар ҡорбандарына арнап "10 июль. Көн һәм быуат" тип аталған әҙәби-тарихи драма яҙып, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары менән сәхнәләштергәйне. Ошо ваҡыттан алып материал туплау эше туҡтағаны булмаған да. "Тарихи фильм өсөн ҙур материал тупланды, улар 10 фильм төшөрөү өсөн дә етер ине", - тине Таңсулпан Бабичева. Картинаның 90 процентында тарихи ваҡиғалар сағыласаҡ, нәфис фильм булараҡ, художестволы алымдар ҙа ҡулланылған.
- Минең өсөн республикабыҙға нигеҙ һалынған осор бик мөһим. Башҡортостан - хәҙерге Рәсәйҙе барлыҡҡа килтергән федерализм принцибына нигеҙ һала. Ошо йәһәттән ул Рәсәй тарихында - Беренсе республика. Республиканың үҫешенә йоғонто яһаған эштәр башҡарған шәхестәр ҙә ҡыҙыҡ миңә. Әлбиттә, улар барыһы ла сәйәси репрессиялар ҡорбандары, беҙ был тарихи фактты урап үтә алмайбыҙ, әммә фильм был турала түгел. Был шәхестәр - төҙөүселәр, еңеүселәр. Тәү маҡсат - уларҙың эшен иҫкә алыу. Мин уларҙы өйрәнәм, уларҙы аңларға тырышам. Фильм бөгөнгө йәштәр өсөн файҙалы буласаҡ - беҙ ошо шәхестәрҙе иҫебеҙҙә тоторға һәм уларҙан өлгө алырға тейешбеҙ, - ти фильмдың режиссер-ҡуйыусыһы Булат Йосопов.
Төп ролдәрҙе республика театрҙары артистары башҡарасаҡ. Яҙыусы Дауыт Юлтыйҙы - Рафиҡ Хәсәнов, ғалим, башҡорт филология фәненә нигеҙ һалыусы Ғабдулла Амантайҙы - Фәнил Толонғужин, беренсе башҡорт яҙыусы ҡатын-ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаны - Лилиә Исҡужина, башҡорт милли театрына нигеҙ һалыусы Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙы Руслан Хайсаров, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовты Артур Ишмөхәмәтов, актриса Зәйтүнә Бикбулатованы Рушанна Бабич, башҡорт театры реформаторы Мәкәрим Мәһәҙиевты Артур Ҡунаҡбаев башҡарасаҡ тип көтөлә.
Ләйсән ДАЯНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|