«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУНАРҒА ТАЛПАНДАР СЫҒА!
+  - 

Роспотребнадзор талпандар һөжүме һәм уларҙың тешләүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән инфекциялар миҙгеле башланыуы хаҡында иҫкәртә. Март һуңында Рәсәйҙең 24 субъектында медицина учреждениеларына талпан тешләгән 450 кеше, шул иҫәптән 220 бала мөрәжәғәт итә. Әлегә инфекеция ауырыуҙары осрағы теркәлмәгән. Ҡайһы бер төбәктәрҙә акарицид эшкәртеүҙәр үткәрелгән. Быйыл был сараны 93 мең гектар майҙанда үткәреү планлаштырылған. Вируслы талпан энцефалитынан 500 мең самаһы кеше прививка эшләткән.

Вируслы талпан энцефалиты - киҫкен инфекциялы вирус сире. Ғәҙәттә, үҙәк нервылар системаһын зарарлай. Һөҙөмтәлә кеше тулыһынса һауығырға ла, сәләмәтлеге боҙолорға ла, шулай уҡ инвалид булып ҡалырға ла мөмкин. Үлем осраҡтары ла юҡ түгел.

Кеше нисек зарарлана?

Ауырыуҙы ҡуҙғытыусы кешегә вирус менән зарарланған талпан тешләгәндең беренсе минутында уҡ күсә. Был ваҡытта бөжәк ауыртыуҙы баҫыусы төкөрөк бүлеп сығара, шуға күрә кеше уның тешләгәнен тоймауы ла мөмкин. Зарарланыу тик урманда, урман парктарында ғына мөмкин икән тип уйларға ярамай, сөнки баҡса участкаларында ла талпан тешләүе ихтимал. Икенсе юл - талпандың кейемгә, сәскә гөлләмәһенә, ағас ботаҡтарына, малдарға ултырып, кеше йәшәгән урынға эләгеүе. Инфекция талпандарҙың әүҙем һөжүме ваҡытында ҡайнатмай ҡулланылған кәзә (барыһынан да йышыраҡ), һарыҡ, һыйыр, буйвол һөтө аша ла күсә. Шуға күрә хәүефле территорияларҙа һөттө мотлаҡ ҡайнатырға кәрәк. Шулай уҡ ҡайнатылмаған һөттән айыртылған ҡаймаҡ, эшләнгән эремсек тә сир сығанағы була ала.

Сирҙең төп билдәләре?

Инфекция бигерәк тә талпандарҙың активлығы осоронда, яҙғы-көҙгө миҙгелдә хәүефле. Инкубация осоро бик йыш 10-14 көн дауам итә, ҡайһы бер осраҡтарҙа 60 көнгәсә һуҙылыуы мөмкин. Сир киҫкен башлана, өшөтә, баш ныҡ ауырта, температура ҡапыл 39-40 градусҡа тиклем күтәрелә, ҡоҫтора. Муйын һәм ҡулбаш, арҡаның күкрәк һәм бил өлөшө, ҡул, аяҡ суҡтарының мускулдары ауырта. Сирленең йөҙөндә гиперемия (ҡан тамырҙары тулыша) күҙәтелә, был күренеш тәнгә лә тарала.

Кемдәр хәүеф категорияһына инә?

Талпан энцефалиты менән йәшенә һәм енесенә ҡарамайынса, барлыҡ кешеләр ҙә зарарланыуы мөмкин. Бигерәк тә урманда эшләүселәр - урман сәнәғәте хужалығы эшселәре, геология-разведка хеҙмәткәрҙәре, автомобиль һәм тимер юлдарын, нефть һәм газ торбаларын һалыусылар, электр энергияһы линияларын үткәреүселәр, топографтар, һунарсылар, туристар ҙа хәүеф аҫтында. Ҡала халҡы ҡала ситендәге урмандарҙа, урман парктарында, баҡса участкаларында зарарланыуы ихтимал.

Нисек һаҡланырға?

Талпан муйын йәки ең аша тәнгә үтеп инмәһен өсөн махсус һаҡланыу костюмы кейергә кәрәк. Күлдәк оҙон еңле булырға һәм беләҙектән резинка менән нығытылып ҡуйылырға тейеш. Күлдәк салбарға тығыла, ә салбар балағы - носкиға. Башты һәм муйынды яулыҡ йәки икенсе баш кейеме менән ҡаплау зарур.
Талпандарҙы ҡурҡытыу өсөн репелленттар ҡулланыла, улар менән тәндең асыҡ өлөшө һәм кейем эшкәртелә. Талпандарҙың актив миҙгелендә тәбиғәттә булған һәр кеше даими рәүештә кейемен һәм тәнен тикшереп, ҡарап торорға тейеш. Белгестәр энцефалиттың эндемик усағында эшләүсе айырым һөнәр эйәләренә һәм ял итергә сығыусыларға привика яһатырға кәңәш итә. Шулай уҡ тәненә ҡаҙалған талпанды алып дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итеүселәр ҙә вакцина ала.

Ҡайҙа прививка яһатырға?

Рәсәйҙә вируслы талпан энцефалитына ҡаршы бер нисә вакцина теркәлгән. Прививка курсын табип менән кәңәшләшкәндән һуң, поликлиникаларҙа, медсанчастарҙа, уҡыу йорттарының здравпункттарында хәүефле территорияға сығырҙан ике ай алда эшләтеп бөтөргә кәрәк.
Әгәр прививка эшләтмәгән булһағыҙ... Бындай категорияға серопрофилактика үткәрелә - талпан тешләгәндән һуң 96 сәғәт эсендә медицина учреждениеларына тәүге билдәләр күҙәтелгәндә талпан энцефалитына ҡаршы кеше иммуноглобулин индерелә.

Талпанды нисек алырға?

Иң яҡшыһы - быны поликлиникала эшләргә. Әгәр ундай мөмкинлегегеҙ юҡ икән, талпанды пинцет менән йәки марля аша ауыҙына тиклем эләктереп, тешләнгән урынға перпендикуляр рәүештә тотоп, кәүҙәһен үҙәк буйынса борорға, уны тиренән сығарырға кәрәк. Тешләнгән урынды ҡул аҫтында булған саралар - 70 процентлы спирт, 5 процентлы йод, одеколон менән эшкәртергә. Талпанды алғас, ҡулды ентекләп йыуыу зарур. Талпандың үҙен лабораторияға алып барып тикшертергә кәрәк. Ғәлиә НӘБИЕВА.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә талпан ҡаҙалыуҙан һаҡланыу өсөн бер шәп ысул бар. Тәбиғәткә сығыр алдынан кейгән кейемдәрегеҙҙе эфирлы май һөртөлгән ябай валик менән таҙаларға кәрәк. Эвкалипт, лимон, бөтнөк (мята), ала миләүшә (лаванда) һәм ҡытай лимоннигы эфирлы майҙары талпанды ҡурҡытырға яраҡлы. Эвкалипт һәм лимонник эфирлы майҙарын бергә ҡушып, бөтә төрлө бөжәктәрҙе ҡыуыу өсөн ҡулланырға була. Ә бына лимон майы талпан, бөрсә һәм хатта беттәрҙе бөтөрөүҙә файҙалы. Бөтнөк майы бөжәктәр өсөн ағыулы һанала һәм уларҙы ҡыуыусы тәбиғи матдә булып тора. Бөтәһе лә яратҡан ала миләүшә еҫенә талпандар түҙә алмай, себен-серәкәй ҙә был еҫтән ҡаса. Ҡытай лимоннигы майының еҫе аңҡып тора, ул бөрсә һәм талпандарҙан һаҡланырға ярҙам иткән тәбиғи матдә. Эфирлы майҙарҙы һыу менән бутап ҡулланырға ла мөмкин. Тик эҫе көндәрҙә, аллергия ҡуҙғыуын иҫкәртеп, эфирлы майҙарҙы тән тиреһенә һипмәҫкә кәңәш ителә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.04.18 | Ҡаралған: 815

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru