«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЕҘҘЕҢ ҒАИЛӘЛӘ НИНДӘЙ ҺУҒЫШ ЙЫЛДАРЫ ХӘТИРӘҺЕ ҺАҠЛАНА?
+  - 



Алһыу КҮСӘРБАЕВА, Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы белгесе: Кешелек донъяһы өсөн иң ҙур афәттәрҙең береһе - һуғыш. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бер быуатҡа яҡын ваҡыт үтһә лә, уның ҡанлы шауҡымы әле булһа йөрәктәрҙе өшөтә. Ул бит һәр өйҙөң ишеген ҡағып, миллиондарса кешенең ғүмерен ҡыйып, фронтта ла, тылда ла ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән. Һәр кемдең ғаиләһендә һуғыш йылдары хәтирәләре йәшәй. Минең әсәйемдең олатаһына ике һуғышты үтергә тура килгән. Крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән Бураншин Ноғман Ғөбәйҙулла улы мәсеттә алған белемен тулыландырып, өҫтәмә рәүештә урыҫса уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. 1914 йылда Беренсе донъя һуғышына китә. Яу яланында контузия алып, тотҡонлоҡҡа эләгә. Германия фермерына хеҙмәт иткән ваҡытында немец телен яҡшы итеп өйрәнә. Һуғыш тамамланғас, һәр эштең рәтен белгән, ғәҙел, намыҫлы хеҙмәтсеһен бер ҙә ҡайтарып ебәргеһе килмәгән фермер Ноғманға үҙенең ҡыҙын кәләшлеккә биреп, бында ҡалырға тәҡдим итә. Тик тыуған яҡтарын, туғандарын ныҡ һағынған егет ике лә уйламайынса Йылайыр районы Ишбулды ауылына ҡайтып китә. Инде тыныс тормошта йәшәргә күнегеп кенә барғанда, кәләш алып, алты балаға ғүмер биреп өлгөргән Ноғманды 1943 йылда тағы ла һуғышҡа алалар. Бөйөк Ватан һуғышын ул тәржемәсе булып үтеп, бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Һуғыштан ҡайтҡас та ул ҡул ҡаушырып ултырмай, тыуған ауылында төҙөүселәр бригадиры булып эш башлай. Бер үк ваҡытта малсылыҡ һәм ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Беренсе донъя һуғышында алған контузияһы уға һәр ваҡыт үҙен "хәтерләтеп" тора һәм ахыр сиктә ғүмеренә сик ҡуя. Ҡарт олатайым тураһындағы хәтирәләр беҙҙең ғаиләлә быуындан-быуынға тапшырыла килә. Һәр һалдаттың ҡаһармандарса алышы, үҙ-үҙен аямайынса көрәшеүе беҙҙең бөгөнгө тыныс тормошобоҙҙоң нигеҙе. Беҙгә уларҙы бер ҡасан да оноторға ярамай. Олатайҙар, ҡартатайҙар рухы беҙгә быны ғәфү итмәҫ.

Гөлназ ӘМИНЕВА, Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге Республика художество гимназия-интернаты уҡытыусыһы: Бөйөк Ватан һуғышы ниндәй ҡорбандар алып килеүен яҡшы беләбеҙ. Ошо миллионлаған ҡорбандар араһында минең олатайым - Әминев Хәйретдин Фазылйән улы ла бар. Белорет районы Мулдаҡай ауылында тыуып үҫкән Хәйретдин 1930 йылдарҙа Инйәрҙә урынлашҡан Урман техникумын, унан һуң Свердловск ҡалаһында институт тамамлай. Әүҙем комсомолға ошо уҡ райондың Исҡужа ауылындағы Ләмәз ағас эшкәртеү хужалығын етәкләүҙе ышанып тапшыралар. "Тыуған илебеҙ ҙурая, илгә ағас кәрәк", тип йыш ҡабатлар булған Хәйретдин Фазылйән улы шул ваҡыттарҙа. Фронтҡа ул 1943 йылда алына. Пулеметсылар взводы менән командалыҡ итә. Курск дуғаһындағы ҡаты алыштар ваҡытында уның взводы дошмандың аэродромына һәм тимер юлы үҙәгенә һөжүм итә. Был алышта лейтенант Әминев 12 немецтың башына етә һәм икәүһен пленға ала. 269-сы дивизия пулеметсыһы Хәйретдин Әминевтың ғүмере Орлов өлкәһе Мценский районы Савенково ауылын немецтарҙан азат иткән саҡта, 1943 йылдың 20 июлендә өҙөлә. 21 июлдә сыҡҡан "Ватан өсөн" гәзитендә яҙылыуынса, башҡорт егете Хәйретдин ҡәбере янында һалдаттар "Фашистарҙы парторг Әминевса туҡмарға!" тип ант итә. Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән, тыуған иле өсөн ғүмерен биргән олатайым ме-нән ғорурланып йәшәйем. Уның исемен, батырлығын вариҫтары һәр саҡ күңелдәрендә йөрөтәсәк. Еңеүҙең ниндәй оло ҡайғылар, әсе күҙ йәштәре, йәш кенә көйө өҙөлгән ғүмерҙәр аша килеүен тик 9 майҙа ғына түгел, ә һәр көндә лә иҫтә тотоу мөһим икәнлеген онотмаһаҡ ине.

Ләйсән ҒӘЙНЕТДИНОВА, рәссам: Мин ҡыҙыма һәр саҡ Бөйөк Ватан һуғышы, унда ҡатнашҡан ҡартатаһы Рахманғолов Нурмөхәмәт Хафиз улы хаҡында, оло Еңеү тураһында һөйләйем. Бәләкәстәр һуғыш һәм тыл ҡаһармандары тураһында, еңеүҙең ниндәй ҙур юғалтыуҙар аша яуланыуын белеп үҫергә тейеш. Олатайым Әбйәлил районы Мәхмүт ауылында эшселәр ғаиләһендә тыуған. Ул 5 класты тамамлағас та хеҙмәт юлын башлай. Һуғышҡа тиклем бер туған ағаһы менән ағас әҙерләүҙә йөрөй, ә 1941 йылдың 1 октябренән алтын эҙләү шахтаһында эшләй. Фронттағы юлын 128-се дивизияның 533-сө уҡсылар полкында пулеметсы булып башлай. I Украина фронтының 2-се эшелоны составында алыштарҙа ҡатнаша. Фронттағы хәлдәрҙе теркәп барған дәфтәре беҙҙең ғаиләлә изге ҡомартҡы булып һаҡлана. Яҙмаларҙы уҡығанда тән генә түгел, йән өшөп киткән һымаҡ. Бына ул нимәләр яҙа. "Алға бик тиҙ барабыҙ. Ял өсөн иртән һәм кисен 2-шәр сәғәт бирелә. Ашау аяҡ өҫтө тиерлек. Әгәр ҙә туҡтаған ваҡытта ашап өлгөрә алмаһаң, икенсегә туҡтағанды көтөргә кәрәк. Тик урмандарҙа ғына туҡтайбыҙ. Көндәр һыуыған һайын ҡыйыныраҡ була бара. Ялға туҡтаған саҡта тиҙ генә ҡапҡылап алғас, ылыҫлы ағас ботаҡтарын йәйеп һалып, йоҡлап алырға тырышаһың. Иң тәүҙә аяҡ өшөй, шуға аяҡты йылытыр өсөн тороп һикергеләп алаһың. Инде йылынып тағы ятайым тиһәң, торорға әмер бирелә. Усаҡ яғырға рөхсәт ителмәй".
Һуғыштың аҙағына тиклем була олатайым яу яланында. Унан һуң Көньяҡ Сахалин утрауында хеҙмәт итеп, 1949 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. Һуғыштан һуң Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында йәшәй. Өләсәйем Райхана Һәүбән ҡыҙы менән 3 улға һәм 2 ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Ғәҙел, намыҫлы ғүмер кисергән олатайым 1992 йылда арабыҙҙан китте.

Гәүһәр БАЙҒОЛОВА, Йылайыр районы: Атайымдың тормошо үҙе бер китапҡа торошло. Йылайыр районы Һынташ ауылында мулла ғаиләһендә донъяға килгән Алсынов Хәкимйән Әғзәм улы. Уның әсәһе мулланың өс ҡатынының береһе була, бик иртә донъя ҡуя. "Әсәй үлһә, атай еҙнәй", тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер инде. Атаһы иҫән булһа ла, Хәкимйән ике ағаһы менән етемлектең нужаһын етерлек татый. Шуға ла 3-сө класты тамамлағас, үҙ йүнен үҙе күрә башлай. 1939 йылда армия сафына алынғанға тиклем өйләнеп тә өлгөрә. Һуғыш башланғас та фронтҡа эләгә. Тәүҙә 91-се уҡсылар дивизияһында, 1942 йылдан 207-се гвардия уҡсылар полкы составында дошманды ҡыйратыуҙа ҡатнаша. Полкташтары менән бергә Украина, Беларусь, Польша, Чехословакия, Венгрия һәм башҡа Европа илдәрен фашистарҙан азат итә.
1945 йылда, Украина ерендәге алыштар мәлендә Хәкимйән олатайым һәм бер иптәше ҡаты яраланып, полктарынан тороп ҡала. Яралы һалдаттарҙы украин бабайы утарға алып ҡайтып, үҙенең аҙбарында йәшереп дауалай. Тубыҡ, терһәк һөйәктәре ярсылған, умыртҡа һөйәге ҙур зыян күргән яугирҙар 15 көн йәшеренеп ятҡандан һуң, эвакогоспиталгә эләгә. Унда 4 ай дауаланғандан һуң олатайыма 2-се төркөм инвалид танытмаһы тоттороп, тыуған яғына ҡайтаралар. Еңеү хәбәрен ул юлда ишетә. Тыуған ауылында уны ҡаршы алыусы кеше ҡалмай - атаһы икенсе районға сығып киткән, ҡатыны үпкә ауырыуынан, ә ике балаһы эре сәсәктән үлгән була. Бер йылдан атайым ауылдашы Мәстүрәгә өйләнеп, 11 балаға ғүмер бирәләр. Ләкин ауыр һуғыш яралары атайымдың ғүмерен иртә өҙҙө, ул 57 йәшендә генә беҙҙең аранан китеп барҙы.
Атайымдың бер ҡумта көндәлектәре бар ине. Өй башында һаҡланған яҙмаларға тейергә рөхсәт булмаһа ла, йәшеренеп кенә менеп уҡып төшөр инек. Унда Украинала барған ҡан ҡойоштоң аяуһыҙлығы, Висла-Одер операцияһы тураһында әсенеп яҙған юлдарын уҡығаным булды. Бөгөнгө көндә Украина ерендә барған мәхшәрҙе күрһә, уларҙың азатлығы өсөн йәнен аямаған атайым нимә тиер ине икән? Үткәндәрҙән фәһем ала белмәүебеҙ, тарихты һанламауыбыҙ ниндәй хәүеф-ҡыйралыштарға алып килер, тип тә уйламайбыҙ. Ҡыҙғаныс хәл был.

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.18 | Ҡаралған: 803

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru