«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРЫБЫҘҘЫ ТУҒАН ТЕЛДӘ УҠЫТАЙЫҠ!
+  - 



Рәсәй Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары инициативаһы менән тәҡдим ителгән "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль законына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы закон проекты (туған телдәрҙе, милли республикаларҙың дәүләт телдәрен уҡытыу мәсьәләһе буйынса) йәмғиәтте тағы ла ҡуҙғытып ебәрҙе, Рәсәй субъекттарынан Дәүләт Думаһына ҡултамғалар ебәрелде, хаттар яҙылды. Татарстан депутаттары был проектҡа ҡаршы сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә закон проектын ҡарау көҙгөлөккә ҡалдырылып, Дәүләт Думаһы 8 июлгә тиклем төбәктәрҙән тәҡдимдәр ҡабул итәсәген белдергәйне. Әммә закон сығарыусылар ҡапыл ғына фекерен үҙгәртеп, яңы уҡыу йылы ошо ҡанунға ярашлы башланырға тейешлеге менән дәлилләп, уның беренсе уҡыу датаһын 19 июнгә билдәләне һәм күпселек тауыш менән ҡабул итеп тә ҡуйҙы.

Ошо ваҡиға уңайынан 22 июндә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, ҡанунды тикшереү һәм уны камиллаштырыу буйынса парламентта ойошторолған эшсе төркөмдөң Башҡортостан вәкилдәренең береһе, "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина Халыҡтар дуҫлығы йортонда ойошмаға инеүсе милли-мәҙәни һәм төбәк йәмәғәт ойошмалары рәйестәренә закон проекты буйынса аңлатмалар бирҙе. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы айырыуса туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүҙе һайлау ата-әсәләрҙең йәки уҡыусыларҙың законлы вәкилдәренең ихтыярында булыуына һәм шуға күрә улар менән даими эш алып барырға, ә иң мөһиме, ғаиләлә туған телеңә һөйөү тәрбиәләргә, балалар менән шөғөлләнергә кәрәклегенә баҫым яһаны.
- Был закон проекты РФ Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелеү менән, апрель айында уҡ, республикала эшсе төркөм булдырылды, унда мин һәм Зариф Байғусҡаров инде, - тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы. - Юристар, йәмәғәт ойошмалары фекерен, тәҡдимдәрен дә иҫәпкә алып яҙылған хатыбыҙ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры ҡултамғаһы менән Дәүләт Думаһына ебәрелде. Унда шундай талаптар индерелгәйне:
1) Туған телдәрҙе уҡытыуҙы мотлаҡ инвариатив өлөштә ҡалдырырға;
2) Милли мәғариф, туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы булдырырға;
3) Ата-әсәләрҙән ғаризаларҙы бер тапҡыр ғына яҙҙырырға: йә башланғыс мәктәпкә килгәндә, йә төп белем биреү кимәлендә.
Был закон проекты буйынса Дәүләт Думаһында ла эшсе төркөм төҙөлдө, мин Башҡортостандан унда ағза булараҡ индем. Бик оҙаҡ фекер алышыуҙарҙан һуң эшсе төркөм был закон проекты буйынса Дәүләт Думаһының махсус ҡарарын ҡабул иттереүгә өлгәште. Ул Башҡортостандан тәҡдим ителгән 3 төп талапты закон проектының икенсе уҡыуҙа ҡаралырға тейешле тексына индереүҙе гарантиялай. Шулай итеп, 22 июндә булған ултырышта депутаттар закон проектының беренсе варианты менән параллель рәүештә ошо ҡарарҙы ҡабул итте, 373 депутат ыңғай тауыш бирҙе. Тимәк, закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡарағанда беҙҙең төп талаптар тексҡа инәсәк. Был осорға РФ Мәғариф министрлығы шуға ярашлы норматив документтар әҙерләргә тейеш.
Беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән закон проектына килгәндә, дөйөм алғанда, туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен вариатив өлөштә ҡалдырыуҙы күҙаллаған тәүге проект менән сағыштырғанда, уның ыңғай яҡтары ла бар. Мәҫәлән, 11-се статьяның 5-се пунктына өҫтәмә индерелеүе (1-се пунктына 6-сы подпункт өҫтәлә тип аңлайым, сөнки беренсе пункт гарантиялай, ә 5-се пунктта һүҙ икенсе нәмә тураһында бара). Шулай булған хәлдә, был подпункт 14-се статьяның 4-се пунктын көсәйтә генә. Йәғни 14-се статьяның 4-се пункты белем биреү учреждениеһының мөмкинлегенән сығып, туған телдә белем алыу һәм тәрбиә хоҡуғы барлығын белдерһә, яңы өҫтәлгән пункт ошо мөмкинлекте гарантиялай, бары тик ата-әсәләрҙең (балаларҙың законлы вәкилдәренең) уҡытыу һәм тәрбиә телен һайлауы ғына шарт. Был бигерәк тә баш ҡалалағы һәм башҡа ҡалаларҙағы башҡорт гимназиялары өсөн йәшел юл асасаҡ, сөнки белем усаҡтарына балаларҙы беркетелгән территория буйынса ҡабул итеү талабы һөҙөмтәһендә, бында икенсе милләт балалары ла уҡыуына һылтанып, уҡытыу һәм тәрбиә өлкәһендә әсә телен бөтөрөргә тырышыуҙары сер түгел. Ә милли белем усаҡтарының уставтарына ярашлы, уларҙа белем алыу һәм тәрбиә эше туған телдә алып барылырға тейеш.
Икенсенән, Башҡортостандан ебәрелгән тәҡдимдәр РФ Дәүләт Думаһының махсус ҡарарына индерелгән, йәғни унда туған телдәр мотлаҡ уҡытылырға тейешле өлөштә (инвариатив) ҡалдырыла, тиелгән (Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк: закон проектын тәүге вариантында ҡабул итеүгә ҡаршы Рәсәйҙән 20 мең самаһы ҡултамға йыйылһа, шуларҙың 17 меңе - Башҡортостандан, 2 меңе - Татарстандан, ҡалған өлөшө башҡа милли республикаларға тура килә). Ләкин, мотлаҡ өлөш мотлаҡ уҡытыу тигәнде аңлатмай: туған телдәр, шул иҫәптән туған телдәр исемлегендә законлы рәүештә нығытылған рус теле лә, ата-әсәләрҙең ғаризаһына ярашлы һәм белем биреү учреждениеһының мөмкинлектәренән сығып уҡытыласаҡ. Ябайлаштырып әйткәндә, әгәр ата-әсәләр башҡорт телен һайламай икән, хәл-торош шул килеш ҡаласаҡ йәки һайлаусылар әҙ булғанда, мәктәп-гимназия-лицей хакимиәте мөмкинлек юҡҡа һылтанасаҡ. Һәр хәлдә, ата-әсәләр туған тел булараҡ башҡорт телен һайлаһа, был дәрестәр һаҡланасаҡ.
Ләкин тағы бер нәмә күңелде өйкәп тора: әгәр рус ата-әсәләре (улар күпселекте тәшкил итә) туған тел булараҡ рус телен уҡыуҙы һайламаһа? Сөнки туған телдәрҙе көсләп уҡытып булмай, ул һайлау буйынса тормошҡа ашырыла, тимәк, рустар туған тел булараҡ рус телен һайламаҫҡа ла хоҡуҡлы. Ул саҡта "баш тартыусыларға" ниндәй предмет тәҡдим ителәсәк? Мотлаҡ өлөштәге икенсе предметмы, әллә БДИ тапшырылмаған башҡа фәнме? Һәр хәлдә, быны мәктәп хакимиәте менән ата-әсәләр комитеты һәм балалар үҙҙәре хәл итә. Тап ошо мәсьәлә борсой ҙа инде: рустар үҙ телен туған тел булараҡ һайлармы, әллә баш тартырмы? Шулай уҡ, рус теленең инвариатив өлөштә туған тел булараҡ закон менән нығытылыуы быға тиклем баҫҡан тырмаға ҡабаттан баҫтырмаҫмы? Сөнки бығаса ата-әсәләр һәм уҡыусыларҙың законлы вәкилдәре үҙ туған телен һайлауҙан баш тартып, ни өсөн рус теленә өҫтөнлөк биреүе бер кемгә лә сер булманы: был дәрестәрҙә балаларҙы БДИ-ға әҙерләнеләр. Артабан бындай күренештәргә юл ҡуйылмаясаҡ, дәүләт теле һәм туған тел - икеһе ике предмет өлкәһе, улар ике төрлө программа буйынса уҡытылырға тейеш, тип ышандырған булалар ҙа ул, әммә бөгөнгө ике төрлө стандарттар заманында быға ышаныуы бик икеле.
Ике төрлө стандарттар, тигәндән, Рәсәйҙә дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыу тап ошо ике төрлө стандарттарға ярашлы тормошҡа ашырыла ла инде. Миҫал эҙләп йыраҡҡа йөрөйһө түгел: ошо закон нигеҙендә лә асыҡ сағыла ул. Сағыштырыу өсөн дәүләт телдәрен уҡытыуҙы алып ҡарайыҡ. Вазифа биләүселәр аңлатыуынса, рус теле - Рәсәй территорияһында дәүләт теле булып тора һәм шуға күрә ул барлыҡ белем усаҡтарында ла аҙнаһына 8-9 сәғәт уҡытыла. Шул уҡ ваҡытта Төп Законға (68-се статья, 2-се өлөш) ярашлы, республикалар үҙҙәренең дәүләт телен булдырырға хоҡуҡлы, РФ Конституция суды (16 ноябрь, 2014 йыл, №16-П) уны илдең төп дәүләт теле менән бер тигеҙ уҡытыу РФ Конституцияһына ҡаршы килмәй тип билдәләне. Әммә бөгөнгө хәлдәр демократияның ике төрлө стандарттарға ярашлы тормошҡа ашырылыуын ҡабат-ҡабат раҫлай: рус дәүләт теленә күп сәғәттәр бирелә, ә милли республикалар телдәренең урыны - вариатив өлөштә. Бында тағы ла дәүләт теленең бурыстары аныҡланмауы уйландыра.
Башҡа милләттәр үҙҙәренең милли туған телдәрен уҡығанда рус балаларына законлы рәүештә тағы ла өҫтәмә ике сәғәт бирелеүе лә ғәҙеллек принциптарын боҙа бит. Был ваҡытта улар республиканың дәүләт телен өйрәнһә, күпкә отошлораҡ булыр ине. Һәм бының ҡануниәттә мотлаҡ сағылыш табыуы зарур. Әгәр депутаттарҙың, дәүләт телдәре лә мотлаҡ уҡытылырға тейешле өлөштә, тигәненә ышанып, тынысланһаҡ, яңы уҡыу йылында бөтөнләй дәүләт телдәре дәрестәрһеҙ тороп ҡаласаҡбыҙ йәки улар факультативҡа әйләнәсәк. Сөнки парламентарийҙарҙың теләге менән ысынбарлыҡ ныҡ айырыла: депутаттар вариатив өлөштө лә мотлаҡ уҡытылырға тейешле өлөш тип ҡарай (закон күҙлегенән был дөрөҫ тә), ә ғәмәлдә ундағы предметтар уҡыу программаһына һайлап индереү нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Законға үҙгәрештәр индереү тураһында" федераль закон проектында (ул элекке ҡанун тексында ла бар ине) туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен "белем усағының мөмкинлектәренән сығып" уҡытырға, тигән юлдар булғанда, милли республикаларҙың туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу бер ваҡытта ла ышаныслы булмаясаҡ, сөнки бөгөнгө иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ заманында мөмкинлектәр бөгөн - бар, иртәгә - юҡ. Шулай уҡ, әгәр мөмкинлектәрҙе һайлау хоҡуғы бирелгән икән, тимәк, күпселек осраҡта ул "юҡ" яғына ауышасаҡ, юҡтың башы ауыртмай бит... Ә инде закон бәләкәй граждандарҙың хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙы һәм дәүләткә сығымдарҙы финанслауҙы мотлаҡ йөкмәтһә, хәл-торош бөтөнләй икенсе төҫ алыр ине. Беҙгә бит башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙ хаҡында ла оноторға ярамай. Был закон уларҙың туған телендә белем алыу һәм уны өйрәнеүен сикләргә түгел, киреһенсә, юл асырға тейеш. Закон "мөмкинлектәрҙән сығып" тигән һайлау ҡуйғанда, Башҡортостанда йәшәгән башҡорттар өсөн мөмкинлектәр булмағанда, ситтәгеләр тураһында әйтеп тораһы ла түгел...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әлегә бер генә мәл күңелде йыуата: закон проекты беренсе уҡыуҙы үткәндән һуң 30 көн эсендә тәҡдимдәр ебәрергә була. Ваҡыт бар, әммә ашығырға кәрәк.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.07.18 | Ҡаралған: 680

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru