«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯНЫҢ ИҢ ШӘП КҮПЕРҘӘРЕ УЛАР БЕҘҘӘ, БАШ ҠАЛАЛА
+  - 



Замандаштарыбыҙ араһында төрлө өлкәләрҙә берҙәй уңыш яулағандар күп. Бөгөнгө геройыбыҙ ҙа шундайҙар рәтенән. Проза әҫәрҙәре, фильмдар өсөн сценарийҙар, пьесалар - быларҙың барыһы өсөн дә ҡасан өлгөрә икән тип уйлайһың уның хаҡында ҡайһы саҡта. Яҙыусы, драматург, сценарист, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәби бүлеге етәксеһе Шәүрә Рәшит ҡыҙы ШӘКҮРОВА менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ Өфө тураһында.

Һеҙҙең бала сағығыҙҙағы Өфө ниндәй ине?

- Беҙ Октябрь проспектының 11-се йортонда йәшәнек. Ул ваҡытта Өфө ихаталары балалар тауышынан гөрләп торор ине. Иртәнән кискә тиклем иркендә йүгереп йөрөй, әхирәттәрҙе балкон төбөнән ҡысҡырып саҡырып сығара инек. Ғөмүмән, һәр кем бала сағын иң бәхетле мәл тип хәтерләйҙер, әммә беҙҙеке айырыуса мөғжизәле ине кеүек. Ҡараңғы төшкәнсе уйнайбыҙ, бер ниндәй хәүеф булмаған кеүек, атай менән әсәй 5-се ҡаттағы тәҙрәнән генә күҙ һалып алған була. Әлбиттә, ул ваҡытта ла булғандыр хәүефле ваҡиғалар, әммә интернет юҡ саҡта рәсми хәбәрҙәр генә билдәле булған заман булғас, белмәй ҡалғанбыҙҙыр, күрәһең. Хәҙер иһә, берәү ҙә балаһын яңғыҙын урамға сығармай тиерлек.
Ҡайҙалыр уҡығайным, Өфө - ул ҡатлы-ҡатлы бәлеш кеүек, һәр төркөм, милләтме, мәҙәни, профессиональ йәки тағы ла бер төрлө берләшмәме, үҙаллы тормош менән йәшәй һәм бер-береһенә ҡамасауламай. Һәм һин, теләһәң, бер ҡатламға барып аралашаһың, теләһәң, икенсеһенә. Бында хаҡлыҡ бар. Әйтәйек, беҙ башҡортса уйнай инек, әхирәттәрем дә башҡорт ине һәм Өфө ихатаһында ошондай башҡорт мөхите булыуы шул тиклем тәбиғи ине. Башҡортса уйындар уйнай инек, мәҫәлән, "Тотам-тотам", "Йәшенмәк" һ.б. Сафуан Әлибаев менән Динис Бүләковтар беҙгә яҡын йәшәне, атайымдар ҡунаҡҡа йөрөшә ине. Динис Бүләковтың ҡыҙы Ләйсән менән уйнағаным хәтеремдә. Бала саҡтан кемде күрәһең, шул һиңә яҡын була икән. Бала сағым тураһында ҡыҫҡа ғына хикәйәләр яҙғанмын. Улар "Бельские просторы", "Аманат" журналдарында, "Уфимский вокзал" һәм "Пусть ветер унесет мои слова" китаптарында баҫылып сыҡты.
20-се мәктәптә уҡығанда ла ундағы милли мөхитте тәбиғи, шулай булырға тейеш икән, тип ҡабул итә инем, шуға ла миндә милләткә бәйле комплекстар булманы. Провинция кешеһе, тигән комлекс та юҡ миндә, мин бит баш ҡалала тыуған кешемен, ниндәй комплекс булһын инде. Ә Мәскәүҙәге курсташтарым миңә аптырай торғайнылар.

Ижадсы ҡомары ла бала саҡтан тәрбиәләнәлер. Яҙыусы булып китеүегеҙгә нимәләр йоғонто яһаны, тип уйлайһығыҙ?

- Китап араһында үҫтем. Өйҙә атайымдың китаптары күп булды. Атай менән әсәй эштә саҡта уҡый инем. Әсәй китапҡа текәлеп ултырыуҙы, нисектер, ялҡаулыҡ тип һанаған кеүек ине, шуға, бер аҙ тыя ла ине. Шуғалыр ҙа, мин уны әҙәбиәттән йыраҡ кеше тип уйлай инем, хаталанғанмын. Әсәйем шәп прозаик була алыр ине, хатта бер әҫәрҙе яҙа ла башлағайны. Үкенескә күрә, тамамламаны, ул детективтың аҙағын һаман да белмәйем. Яҙыусылыҡ эше бит ҙур тырышлыҡ талап итә, йөҙ тапҡыр күсереп яҙырға тура килә. Мин үҙем шулай, ҡабат-ҡабат яҙам, нимәлер өҫтәйем, камиллаштырам.
Йәйгеһен ауылға, атайымдың атаһы менән әсәһенә ҡайта инек. Ҡартатайымдың ҙур быяла шкафы китаптар менән тулы ине. Өй башына менеп, аулаҡта уҡығаным хәтерҙә. Ҡартатайым бик белемле кеше ине, Бохарала уҡыған. Ул да, нәнәйем дә тыныс, тыйнаҡ булдылар. Нәнәйем үҙ артынан эйәртеп йөрөтә ине мине. Сөнки балалар күп кенә булып йыйылып китәбеҙ йәйҙәрен, ә мин бер аҙ ҡыйыуһыҙыраҡ. Өҫтәлгә йомортҡа ҡурылған таба ултырталар икән, мин вилка тотҡан ҡулымды күтәреп тә өлгөрмәйем, башҡалар ашап та бөтә. Минән 6 йәшкә бәләкәй Гөлдәр һеңлем тамағын туйҙырып өлгөрә. Шуға ла мин тоҙло иттең тәмен әле булһа ла тел осонда тоям, сөнки ишек артында ит ҡаҡлана ине. Шунан өҙөп алам да, өй башында китап уҡығанда һурып ултырған була торғайным. Нәнәйем күргәндер инде минең асыҡ ауыҙ булғанды, ипләп кенә саҡырып алып ашата торғайны. Туғандарым әле лә, осрашҡанда, шул саҡтағы хәлдәрҙе хәтерләп, көлөшөп алабыҙ.

Ә театрға һөйөү ҡайҙан килә?

- Тәүге пьесаны мин 4-се класта яҙҙым. Уны мәктәптә әхирәтем менән икәүләп ҡуйҙыҡ, класташтар ҡарап ултырҙы. "Шайтандар" тип атала ине ул. Яҙғанда күп һымаҡ булһа ла, уйнай башлағайныҡ, бөттө лә ҡуйҙы пьеса. Класс тып-тын, был бүлмәлә бындай тынлыҡты мин бер ҡасан да ишеткәнем юҡ ине. Бөттө, тип әйтә алмайбыҙ бит, артабан импровизация китте. Ә шулай ҙа театр донъяһы менән күпкә бәләкәйерәк саҡта танышҡанмын икән. Йорт ихатаһында эскәмйә, өҫтәл, хатта сәхнә була торғайны. Кем ойошторғандыр инде, шунда беҙ балалар театр уйнай инек. Золушканы уйнағанымды хәтерләйем, миңә көмөш төҫтәге күлдәк, туфлиҙар табып килтерҙеләр. Мин киноны ла ярата инем. Ул заманда киоскыларҙа кино актерҙарының фотолары һатыла ине. Автобусҡа тип бирелгән аҡсаны йыйып, ошо открыткаларҙы һатып ала инем. "Советский экран" тигән журнал бик популяр ине. Атайым фән өлкәһендә эшләгәнгә һәм күберәк шул мөхит менән таныш булғанға күрәме, мин, нишләптер, беҙҙә сәнғәт институты бар икәнен дә белмәй инем. Иң ҡыҙығы, ВГИК барлығын да белмәй инем. Белһәм, моғайын, һөнәр һайлағанда үлсәүҙең шул яғы нығыраҡ тартыр ине.

Өфөнән башҡа берәй ҡалала йәшәй алыр инегеҙме?

- Мин ситкә китеп йәшәп ҡарап, дүрт тапҡыр Өфөгә кире ҡайттым. Әлбиттә, шул уҡ Мәскәүҙә эш тә күп, тимәк, матди хәлеңде лә яҡшыртырға була. Тик минең үҙ халҡыма файҙалы булғым килә. Тәүге тапҡыр БДУ-ның тарих факультетынан һуң аспирантураға Бөтөн донъя әҙәбиәт институтына (ИМЛИ) киттем. Әхиәр Хәкимов тәржемәселәр өсөн курстар үткәрә ине, ул миңә лекцияларға йөрөргә рөхсәт итте. Тәүге әҫәремде мин шунда яҙҙым. Тик миңә диссертация өҫтөндә эшләргә кәрәк ине. Диссертация яҡлағандан һуң, бөтөн Рәсәйҙә һайлауҙар ойоштороу менән шөғөлләнгән ҙур компанияла эшләнем. Унан атайымдың теләге менән Өфөгә ҡайттым. Рияз Исхаҡов минең "Урал батыр" эпосы буйынса ғилми эш яҡлағанымды белә ине. Ул миңә 4 сериянан торған "В поисках Акбузата" тигән фильмға сценарий яҙырға тәҡдим итте. Минең, нимәлер эшләйһең икән, сифатлы итеп эшләргә кәрәк, тигән принцибым бар. Сценарий яҙыу ҡыҙыҡлы булып китте лә, тағы ла Мәскәүгә, ВГИК-ҡа уҡырға индем. 2 йыл унан сыҡманым да тиерлек, шул тиклем оҡшай ине. Александр Бородянский курсында уҡыным. Драматургияла үҙемде һынап ҡарарға теләп, Театр эшмәкәрҙәре берлеге эргәһендә асылған Драматургия һәм режиссура үҙәге үткәргән бөтөн семинарҙарҙа ҡатнаштым. Пьесалар ҙа яҙылды, уларҙың береһе - "Гөлкәйҙең бәхете" РФ Мәҙәниәт министрлығының заман драматургияһына ярҙам итеү буйынса конкурсында еңеүсе булды, уны Салауат башҡорт драма театры ҡуйҙы. Мәскәүҙә "А-Я" балалар театрында барған "Мама меня любит" тигән спектаклгә бер мини-пьеса инеп китте. Республикала кино әле саҡ үҫешә башланы, әммә милли театр сәнғәте күптән формалашҡан. Театрҙа хәҙерге башҡорт тормошон кем күрһәтер икән тигән уй мине ныҡ борсой. Милли драматургтар ныҡ шәп яҙырға тейеш, үҙебеҙҙе раҫлау өсөн күберәк эшләргә кәрәк.
Ситкә китеп йәшәүгә килгәндә, үҙем өсөн бик ҡәҙерле пьеса бар, "Зәңгәр томандар артында" тип атала ул, пьеса байтаҡ ҡына конкурстарҙа Шорт-листарға керҙе, әле генә Badenweiler-2018 тигән халыҡ-ара драматургия конкурсында призер булды. Мәскәүҙә йәшәгәндә беҙ, Мәскәү башҡорттары, йыйылабыҙ ҙа, ныҡ һағынып киткән саҡтарҙа ошо йырҙы йырлай торғайныҡ. Пьесалағы геройҙар ҙа ҡайтыу тураһында хыяллана, бергә осрашҡан саҡтарында бар һүҙҙәре шул хаҡта ғына. Әммә улар ҡайтмаясаҡтар, сөнки ҡайтыуҙы аҙаҡҡа ҡалдыра килеү өсөн сәбәптәр бар - аяҡҡа баҫмағандар, кредиттар түләнмәгән, һ.б. Мин әле лә әйтә алмайым, мин ҡайттыммы Өфөгә, әллә тағы ла ситкә сығып китергә тура килерме?

Һеҙ зыялы ғаиләлә үҫкәнһегеҙ, атайығыҙ Рәшит Шәкүргә бөтөн башҡорт халҡы күҙ төбәп торған замандар ҙа булды. Ул ғаиләлә ниндәй атай?

- Атайым да, әсәйем дә күп эшләнеләр. Хатта бер хикәйәлә ошо турала яҙғас, атайым быны күңеленә ауыр алғайны. Хәҙер үҙемдең улым, ҡалай эштә оҙаҡ булдың, ти. Бөтөн балаларға ла шулай тойолалыр ул. Хәтеремдә ҡалған, атайымдың алдында ултырам, ул яҙыша, мин ҡағыҙының ситенә яҙғылайым. Гөлдәр ҙә шулай атайҙың алдында ултыра торғайны. Атайым мине елкәһенә ултыртып, Матбуғат йортона алып бара торғайны. Нисә кеше осрай, барыһы ла, "Шәүрә, һаумы", тип өндәшә миңә. Шуға ла бәләкәй саҡтан, мине барыһы ла белә, тигән фекер ҡалған миндә. Бер шулай телеүҙәк эргәһендәге майҙанда Рәшиҙә Туйсина бейей. Миңә 3 йәштәр самаһы. Бер аяғымды алғараҡ баҫтым да: "Һаумы, Рәшиҙә Туйсина!" - тинем. "Һаумы, ҡыҙыҡай!" - ти ул миңә. "Мине белмәйһегеҙме ни, мин - Шәүрә!" - тием. Ике тапҡыр Зәйнәб Биишева менән шундай хәл булды. Атайым беҙҙең менән саңғыла ла йөрөнө, тауҙан да шыуҙы. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ғаиләлә һәр кем нимә менәндер мәшғүл ине, бушты-бушҡа ауҙарып йөрөгәнебеҙҙе хәтерләмәйем. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында атайымдың "Аҡ тирмә"ләге сығыштарын тыңлай ҙа, ҡайтҡас, ул турала тағы һөйләшә инек. Уның өсөн хәүефләнә лә инем, йәштәр юҡмы ни шунда йөрөргә, тип әйткәнем дә булды. Ғөмүмән, атайымдың башҡаса булдыра алмай икәнен беҙ ғаиләлә аңлап ҡабул иткәйнек.

Өфөлә яратҡан урынығыҙ ниндәй?

- Яуабым бер кемде лә аптыратмаҫ. Салауат Юлаев исемендәге баҡсаны яратам. Унан Ағиҙел аша һалынған күперҙе күҙәтеп тороу мауыҡтырғыс була торғайны. Аҙна һайын шул күперҙән баҡсаға йөрөнөк. Нью-Йоркка барғас, ундағы күперҙәргә иҫем дә китмәне. Америкалағы дуҫтар: "Былар донъялағы иң шәп күперҙәр", - тинеләр. "Беҙҙә улар тағы ла шәберәк", - тип кенә яуапланым. Ошо күперҙәрҙән, бигерәк тә поезда Өфөгә ҡайтып килгәндә, Салауат Юлаев һәйкәле күренә, бик тулҡынландырғыс та, романтик та күренеш. Бәләкәй сағымда Якутов паркындағы поезд ныҡ оҡшай ине, хәҙер улым да уны бик ярата, яҡын торғас, көн дә тиерлек барабыҙ шул поезды ҡарарға...

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.18 | Ҡаралған: 709

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru