Ижадсы өсөн уның баш ҡалаламы, әллә унан ситтәме йәшәүе мөһим түгел. Быны беҙ республикабыҙ ҡалаларында урынлашҡан башҡорт театрҙарына ҡарап ҡына ла әйтә алабыҙ. Киреһенсә, уларҙа береһенән-береһе ҡыҙыҡлы премьералар сығып тора, уларҙың спектаклдәре Рәсәй буйынса иң яҡшылар исемлегенә инә. Актер Рафаэль ҒӘЙНУЛЛИН менән бөгөн Салауат дәүләт башҡорт театры тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
"Алтын битлек" Милли театр премияһы сайтында баҫылған 2017-2018 ижад миҙгелендәге иң яҡшы спектаклдәр исемлегендә Салауат театрының ижад емеше лә бар. Быны театрҙың ҙур уңышы тип ҡабул итергә булалыр, моғайын?
- Бер ижади миҙгелдә Рәсәйҙә ҡуйылған 100 иң яҡшы спектакль исемлегенә инеү бик һәйбәт күренеш. Быға тиклем дә театрҙың был премияның лонг-листына "Ерҙәштәр" спектакле менән эләккәне бар ине. Был юлы бындай иғтибар "Глумов" спектакленә күрһәтелде. "Алтын битлек" эксперттары уны килеп ҡараны. Ҡағиҙәгә ярашлы, улар спектаклдәр тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашмай. Һуңғы арала Башҡортостан театрҙары һәйбәт спектаклдәре менән ҡыуандыра, тигәнерәк дөйөм һүҙҙәр генә әйтелде.
"Глумов" спектакле Островский пьесаһының заманса вариацияһымы? Һуңғы мәлдә классиканы заманлаштырыу модаға әүерелә, быны беҙ төрлө фестивалдәрҙә лә күрәбеҙ...
- Салауат театры сәхнәһендә Островскийҙың пьесаһы ҡуйылғаны бар ине. 2007 йылда Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов уның "Һуңлап килгән мөхәббәт"ен ҡуйҙы. Унда мин Дормедонтты уйнайым. Ул - классика. Ә "Глумов" клоунадаға тартым. Островскийҙың был әҫәре төрлө театрҙарҙа күп тапҡырҙар ҡуйылған. Режиссер Антон Федоров та уны бик үҙенсәлекле итеп ҡуйҙы. Мин төп герой - Глумовты уйнайым. Ул юғары ҡатлам йәмғиәтенә эләгергә теләй, әммә улар уны ҡабул итмәй. Мин үҙемдең геройымдың ҡылыҡтарын көрәш тип атайым, сөнки йәмғиәткә үҙеңде күрһәтергә тырышыу ҙа барыбер көрәш бит. Көндәлек яҙа башлағас, спектаклдең башында уҡ, берәй ҡасан кәрәге тейер, тип әйтә. Йәғни, алдағы көндәрҙә уны нисектер, кемгәлер ҡаршы ҡулланырға уйлай. Тимәк, ул алдан уҡ көрәшкә әҙерләнә.
Билдәле актер, режиссер Әхтәм Әхәт улы Абушахманов Островскийҙың пьесаларының сәхнәләргә кире әйләнеп ҡайтыуын бөгөнгө кешенең аҡса уйлап ҡына йәшәүе менән бәйләгәйне. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?
- Бөгөн генә түгел, гел шулай булған. Советтар ваҡытында ла, әлеге мәлдә лә бюрократия, ришүәтселек актуаль. Островский пьеса яҙған йылдарҙа ла актуаль булғандыр, сөнки уның әҫәрҙәре бик танылыу яулай. Тап шул аҡса, алдау, исемде, йәмғиәттәге урынды һ.б. "һатып" алыу менән бәйле булғаны өсөн. Кешеләрҙең бер-береһе менән аҡса мөнәсәбәттәре бер ҡасан да үҙгәрмәгән. Бушҡа әйтмәйҙәр бит, баҙарҙа ике алйот - береһе һата, икенсеһе һатып ала. Кем кемде ота? Һәр быуын Островскийҙы яҡшы аңлай, бигерәк тә Рәсәйҙә.
Һеҙҙең тормош иптәшегеҙ Рәмзиә Мәҡсүтова ла танылған актриса, Өфө тамашасыһы уны бик ярата һәм көтөп ала.
- Беҙ ғаиләбеҙ менән актерҙар, тип әйтһәм дә яңылышмаҫмын. Тимерхан улыбыҙ менән Хәҙисә ҡыҙыбыҙ әлеге мәлдә театрҙа 5 спектаклдә уйнай. Берәй спектаклгә бала роле кәрәк булһа, режиссерҙар ҙа актер балаларын алырға тырыша. Башҡортса матур һөйләшәләр, сәхнә артында үҫкәнлектән, актерҙың кем булыуын да, сәхнәнең нимә икәнлеген, унда үҙеңде нисек тоторға икәнен дә яҡшы самалайҙар. Быйыл йәй өсөһө лә әсәләре менән бергә "Беренсе республика" фильмында төштөләр. Бәләкәй ҡыҙыбыҙ Хазинаға әле октябрҙә 2 йәш тулды. Көнө буйы арып-талып, кино төшөргән майҙанда ашап, шунда уҡ йоҡлап йөрөгән ҡыҙыбыҙ киноға төшәм, тип уйламағандыр ҙа инде. Хәҙер фильмдың экрандарға сығыуын көтәбеҙ.
Салауат театры бөгөн ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй?
- Һәр театрға хас булған тормош менән йәшәйбеҙ. Был миҙгелдә театр 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ноябрь айында коллектив Татарстан Республикаһына, Туймазы ҡалаһына гастролдәргә барып ҡайтты. Яңы миҙгелде Э. Йәһүҙиндың "Көтмәгәндә булған хәл" спектакле премьераһы менән асҡайныҡ. Шунан тағы ла яңы эшкә тотондоҡ. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев Гөлсирә Ғиззәтуллина повесы буйынса "Йәннәт һулышы" исемле спектакль ҡуйҙы. Бар көс шуға һалынды быға тиклем. Премьераһы ноябрҙең аҙағында ғына булды. Унан һуң Яңы йыл тамашаһына әҙерләнә башлаясаҡбыҙ.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|