«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВӘЛИДИ УҠЫТҠАН, БАБИЧ УҠЫҒАН...
+  - 

Башҡортостан Республикаһы - Рәсәй федерализмына тәүге нигеҙ ташы һалған республика барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулған был көндәрҙә автономия бишеге булған Ырымбур, уның тәүге баш ҡалаһы Темәс, Стәрлетамаҡ ҡалаларын күберәк телгә алһаҡ та, Өфөлә лә автономия яулауға бәйле биналар бар. Уларға ҡыҫҡаса экскурсты ошо тема менән ныҡлап шөғөлләнгән әүҙем авторыбыҙ, тарихсы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты Азат ЯРМУЛЛИН үткәрә.

- Тәү сиратта бындай биналар рәтенә күп шәхестәребеҙ белем алған "Ғәлиә" мәҙрәсәһен индерер инем. Ул дини юғары белем биргән уҡыу йорто тип һаналһа ла, ҡалған предметтар буйынса гимназия кимәлендә тора, ғәрәп, урыҫ, төрки, француз телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә, психология, педагогика фәндәре лә төплө уҡытыла. "Ғәлиә" мәҙрәсәһендә төрки халыҡтарҙың тарихын танылған шәрҡиәт белгесе, һуңынан башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе булып киткән Әхмәтзәки Вәлиди уҡыта. "Ғәлиә" мәҙрәсәһен тамамлаған шәкерттәр һәйбәт белемгә эйә көслө шәхес, Рәсәй ҡалаларында һәм ауылдарында ғына түгел, сит илдәрҙә лә үҙҙәренә эш урыны табырлыҡ бик уҡымышлы кешеләр булып сыға. Уларҙың байтағы һуңынан үҙ илендә милли азатлыҡ хәрәкәтенә етәкселек итә: Нуриәғзәм Таһиров, Кәрим Иҙелғужин, Муса Смаҡов, Шәкир Төхвәтуллин һәм башҡа бик күптәр. Ә Шәйехзада Бабич иһә киң билдәле шағир булып китә, башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең береһе, рухи йүнәлеш биреүсеһе булып таныла. "Ғәлиә"нең етәксеһе күренекле дин әһеле Зыя Камали ҙа Башҡортостан автономияһы яҡлы кеше була.
Шулай уҡ бөгөнгө Башҡортостан Хәрби комиссариаты урынлашҡан бинаны (К. Маркс - Коммунистик урамдары киҫелешендә) ла атап китергә кәрәк, элек бында "Оло Себер" ҡунаҡханаһы урынлашҡан. 1918 йылдың сентябрендә бында большевиктарға ҡаршы көстәрҙең Өфө дәүләт кәңәшмәһе үтә. Унда Башҡортостан хөкүмәте вәкилдәре, шул иҫәптән Әхмәтзәки Вәлиди, Юныс Бикбов һ.б. ҡатнаша. Йыйылыш барған көндәрҙә Ғәлимйән Таған етәкләгән 3-сө Башҡорт пехота полкы Өфөлә тәртип һаҡлай. Бында Бөтә Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәте ойошторола. Бер аҙна тирәһе Өфө ҡалаһы антибольшевистик Рәсәйҙең баш ҡалаһы ролен үтәй.
Әммә иң иҫтәлекле урын тип Башҡортостан Республикаһының Милли музейы урынлашҡан бинаны әйтер инем. Ул Башҡортостан Хөкүмәтенең Өфө ҡалаһындағы беренсе резиденцияһы була. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында бында билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре: Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты рәйесе Хафиз Ҡушаев һәм БАССР Башсовнаркомы рәйесе Муллаян Халиҡов эшләй. Улар йәш Башҡортостан Республикаһының аяҡҡа быҫыуына ҙур өлөш индерә. Ошо көндәрҙә премьераһы булған һәм прокатҡа сыҡҡан Булат Йосопов төшөргән "Беренсе Республика" фильмында ла был бина мәңгеләштерелеп, хроникаға эләгә. Әммә, үкенескә күрә, бинаның үҙендә заманында бында БАССР Хөкүмәте урынлашыуы, унда билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре Х. Ҡушаев, М. Халиҡтовтың эшләүе тураһында бер ниндәй билдә лә, иҫтәлекле таҡтаташ та юҡ. Бәлки, тантаналар ваҡытында унда иҫтәлекле билдә ҡуйылыр, тип өмөтләнергә генә ҡала.

Земфира ХӘБИРОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.19 | Ҡаралған: 624

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru