Батырыбыҙҙың тыуына - 265 йыл
Башҡорт хәтерендә һис бер ҡасан юйылмаҫ исемдәр йәшәй, улар ил батырҙарының исемдәре - халҡыбыҙ тарихын шул исемдәр данлап-ҙурлап тора ла инде. Әхмәтзәки Вәлиди, 1923 йылдың февралендә Ашхабад ҡалаһында яҙылған һәм "Башҡорт халҡына хушлашыу хаты" тип аталған мөрәжәғәтендә ошо хаҡта былай тип әйтә: "Беҙ башҡарған эштәр Кесе Солтан, уның улы Морат Солтан, Бишәй Солтан, уның улы Ырыҫмөхәммәт Солтан, Солтангәрәй (Ҡараһаҡал), Батырша, Салауат, Аблай һәм Кинесары хаҡындағы хәҙистәр кеүек бөйөк хәтирәләр йәшәтәсәк". Ил батырҙары эшмәкәрлеген хәҙистәргә тиңләү һис осраҡлы түгелдер: тыуған еребеҙ, ирекле һәм хоҡуҡи дәүләтселегебеҙ өсөн йәндәрен фиҙа ҡылыусылар дин юлындағы хәҡикәтте кеше күңеленә һалыусылар менән берҙәй данлылыр. Мәле еткәс, батыр даны бар донъяға тарала, уның исеме тыуған иленә, ғәзиз халҡына мәртәбә өҫтәй.
Йыл һайын йәмле йәй башында беҙ, тарихи хәтеребеҙҙе яңыртып, Салауат батыр көндәрен уҙғарабыҙ. Бөгөн Салауат батыр, тиһәләр, сал Уралыбыҙ, гүзәл Башҡортостаныбыҙ күҙ алдына килә. Башҡа илдәр, башҡа халыҡтар ҙа ошо исемде иң элгәре тик башҡорт иле менән бәйләп ҡабул итә. 2012 йылдың август айында беҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлдары буйлап сәйәхәт ҡылыусы бер төркөм башҡорттар, ҡайтып барышлай Прага ҡалаһында туҡталып, тамаҡ ялғап алырға булдыҡ. Кафела эшләүсе чех егете ҡайҙан килеүебеҙҙе һорашты. Беҙ, Өфө ҡалаһынан, тигәс, ул шунда уҡ: "О, Салават Юлаев!" - тип яуапланы. Беҙҙең, 25 көн буйына дауам иткән автосәйәхәттә арып-талсығып бөткән юлсыларҙың, нисек итеп ихлас шатланғанын күрһәгеҙ ине шул саҡта!
Миңә ҡайһы саҡта Салауат батырыбыҙҙың исеме күктәрҙән төшөрөлгәндер ҙә, уның киләсәктәге булмышына, маңлайына яҙылған яҙмыш-бурысына тап килтереп, әле ошо хаҡта бер ни белмәгән-һиҙмәгән ата-әсәһе тарафынан ҡушылғандыр кеүек тойола. Әҙәм балаһына исем ҡушыу тик башҡаларҙан айырып ҡарау өсөн атама биреү генә түгелдер - кеше йәненә йәм-ғәм дә өҫтәүҙер ул. Салауат исеменең килеп сығышы ла Ислам дине менән бермә-бер бәйле бит: ғәрәп телендә ошо һүҙ Мөхәммәт (саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм) бәйғәмбәребеҙгә ҡарата маҡтау-данлау, Аллаһы Тәғәләнән уға фатиха һорау доғаһын аңлата бит. Тимәк, Салауат исемен иҫкә алып, уны ҡат-ҡат ҡабатлап, беҙ бер үк ваҡытта үҙебеҙҙең Мөхәммәт өммәтенән булыуыбыҙҙы иҫебеҙгә төшөрәбеҙ, һәм ошо исем һәр кемебеҙгә үҙ иманыңа тоғро ҡалыу, милләттәш-өммәттәштәреңә терәк-таяныс булыу, бәлә-ҡаза килгәнендә лә ныҡ тороу, өмөтһөҙлөккә бирелмәү кеүек юғары сифаттарҙы өлгө итеп йәшәү тураһында иҫкәртеп торалыр ул.
Салауат - ул исем генә түгел. Ул башҡорт тарихында бар булды, әммә ихтилалдан һуң дауам иткән мең ғазаплы тормошо ла, аяуһыҙ яҙмышы һәм сит-ят ерҙәге үлеме лә уны халҡынан айыра алманы - ул тыуған иленә йыр-бәйеттәр, легенда-риүәйәттәр, шиғыр-поэмалар, хикәйәләр һәм романдар, драмалар һәм кинофильмдар, район һәм ҡала исемдәре булып кире ҡайтты. Ағиҙелдең текә ярындағы мәғрур һын-һәйкәл янына килеүселәр ҙә: "Беҙ әле Салауат янына барып киләбеҙ", - тип хәбәрләшә. Йәйге йылы ямғырҙар яуғанында ла бала-саға ғына түгел, үҙебеҙ ҙә күк көмбәҙен нурландырып төшкән йәйғорға ҡарап: "Ана, ниндәй матур булып, ергә Салауат күпере төшкән", - тип һоҡланабыҙ. Әйтерһең дә, күктәрҙәге алыҫ йәндәр иленән Салауатыбыҙ үҙе шул рәүешле беҙгә, үҙ халҡының бөгөнгө вариҫтарына, һағынышлы сәләмдәрен ебәрә, тарихты бөгөнгөгә ялғаусы нур-хәтер күпере аша күңелдәребеҙҙә яҡты өмөттәр уята.
Салауат исемен кәмһетергә, уны оло юлда кеше талап, вәхшилек ҡылыусы юлбаҫарға тиңләп баһаларға маташыусы мәкерле әҙәмдәр ҙә юҡ түгел әле Рәсәйҙә. Салауатты хурлап, яугирлығы, көслө ихтыяры, ҡаҡшамаҫ рухы менән дан алған, намыҫына һис тап төшөрмәҫ башҡортто яуапһыҙ-телһеҙ итеп күрергә теләй улар. Тик тарихи хәҡикәтте бысраҡ менән буяп, йәшереп булмай: бындай әшәке әҙәмдәр үҙ нәжестәренә үҙҙәре бата.
Йәнә шул: Салауат - мәғәнәһе яғынан да, ошо исемде данға күмгән батырыбыҙ булғаны өсөн дә бик ҡәҙерле беҙгә. Ошо олуғ исемде ваҡламайыраҡ, уның ҡәҙерен һаҡлабыраҡ йәшәһәк ине. Ҡыйыулыҡ, ғәйрәтлелек, рухи юғарылыҡ, илһөйәрлек өлгөһө бит ул! Юғиһә, һуңғы йылдарҙа батырыбыҙ исемендәге дәүләт премияларына, уның исемендәге орденға лайыҡ булыусыларҙың барыһына ла ошондай сифаттар хас, тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тап килмәҫ кеүек.
"Үткәндәргә - салауат!" тигән боронғолар. Эйе, тарихыбыҙҙы ҙурлай ҙа, маҡтай ҙа, данлай ҙа алабыҙ: Салауат батыр кеүек данлы шәхестәребеҙ күп булған, улар киләсәктә лә тыуасаҡ. Халҡыбыҙ өсөн яҡты яҙмыш теләп, салауат доғаларын уҡып, булмышыбыҙҙы ла, йәшәйешебеҙҙе лә яҡшырта алырлыҡ көскә эйә халыҡбыҙ беҙ.
Бәҙри ӘХМӘТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА