«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨРӘККӘ УЙЫЛҒАН "ҺИН - ЖУРНАЛИСТ" ТИГӘН ТАМҒА
+  - 



Танылған шағирә, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты,"Башҡортостан" гәзите редакцияһының тынғыһыҙ журналисы Лариса АБДУЛЛИНАға журналистарҙың Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителеүе уңайынан бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Ш. Хоҙайбирҙин премияһына дәғүә итеүсе лайыҡлы журналистарҙың береһеһең. Һөнәр кешене яһай, тигәндән сығып, журналистика һине үҙгәрттеме, тәрбиәләнеме, булмышыңа үҙ мөһөрөн баҫтымы, тип һорағы килә?

- Журналистика - ул әҙәбиәт тә, филология ла түгел, ул бөтөнләй үҙе бер башҡа тормоштоң бик күп тармаҡтарынан торған замана һулышы. Башҡорт дәүләт университетының тап журналистика бүлеген тамамлау иңемә айырым бер яуаплылыҡ һалғандыр, тип уйлайым артҡа әйләнеп ҡарап. Ә унда журналистиканың ижади серҙәрен аңлатҡан Рашат Ғәлиев, мәҙәни һәм әхлаҡи талаптарын төшөндөргән Давид Гутман, методологияһы һәм теорияһы дәрестәренән уҡытҡан Валерий Пугачев, жанр үҙенсәлектәренән генә түгел, ә тормош дәрестәре лә биргән кураторыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миҙхәт Ғәйнуллин, диплом етәксем Тимерғәле Килмөхәмәтов тора. Шул тиклем рәхмәтлемен ошо уҡытыусыларыма! Ә инде юлдың иң башында торған әсәйемдең тынғыһыҙ йәмәғәт эшендә ҡатнашыуы, мәҡәләләр, шиғырҙар яҙыуы, "Пионер" журналының бүлек мөдире, остазым Венер Йәнбәковтың бала саҡтан ҡанаттар ҡуйып ебәреүе - ошо берсә ҡыҙыҡлы, берсә айҡап сыҡҡыһыҙ диңгеҙ кеүек киң майҙанлы журналистиканы шундай итеп яраттырҙы, хәҙер инде үҙемде сәфәрҙәрһеҙ, әңгәмәләрһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Бик иркә үҫтем, "алтыным", "торнаҡай" тип кенә уятҡан әсәйемдән миңә был донъяны йөрәкһеп яратыу тойғоһо күскән. Ә журналистика уны, кешеләрҙе тағы ла нығыраҡ яраттырҙы. Башҡортостанды, башҡорттар йәшәгән ҡайһы төбәкте генә барып күрһәм дә, тәү тапҡыр күргәндәй, ғашиҡ булам, шиғырҙар яҙа башлайым. Туған ерем кешеләренең йәшәү ғәмен, сәмен һүрәтләр өсөн ҡай саҡ телемдә һүҙҙәрем етмәй китә кеүек хатта. Кешенең уңы менән һулы һымаҡ, журналистика менән шиғриәт бөтә булмышымда тулышып йәшәй. Үҫмер аңыма Али Карнайҙың журналист яҙмалары, очерктары, талымһыҙ ҡеүәте, студент сағымда Рәми ағайҙың көндәлектәре, яҙмалары, журналистикаһы бик ныҡ тәьҫир иткәйне. Журналистикала улар кеүек булғым килде. Шуға күрә журналистика мине улар миҫалында тәрбиәләне, мөһөр һалманы, ә тамға һалды, тип әйтә алам. "Һин - журналист" тигән тамға. Хәҙер мин беләм, диплом алып ҡына журналист булып булмай, журналистика - ул йыр, һүҙ сәнғәте кеүек, илһамлы ижад.

Башҡорт журналистикаһының киләсәген ниндәйерәк сифаттарҙа тәрбиәләү зарур? Бөгөн йәш журналистарҙы тәрбиәләргә тейешле быуын үҙ бурысын атҡарамы? Һәм был киләсәкте һин нисек итеп күҙаллайһың?

- Бөгөн бөтә донъя журналистикаһында үҙгәреш бара. Ул башҡорт журналистикаһына ла ҡағылмай булмай. Хәҙер мәғлүмәт таратыу, улар менән бүлешеү сығанаҡтары - медиа майҙаны бик киңәйҙе. Башҡорт халҡының үҙенең борондан килгән тәрбиә алымдары, әҙәп ҡағиҙәләре бар, ана шуға ярашлы сыға бөгөн республика баҫмалары ла. Бына шунан тайпылмаһаҡ, сәпкә тура килер. Уҡыусыға төрлө ғәйбәт, бысраҡ, "ҡара" мәғлүмәт алыу өсөн башҡа сығанаҡтар ҙа етәрлек. Беҙ ниндәй телдә яҙабыҙ, шул халыҡҡа хеҙмәт итәбеҙ. "Урал батыр" эпосы яҙылған телдә яманлыҡ таратмаҫ коллегалар. Беҙ бит бөгөн хатта һәр уҡыусыбыҙҙы беләбеҙ, тиергә була. Милләтте һаҡлау өсөн бөгөнгө замана технологияларын файҙаланып, мәғлүмәттең ҡара яуынан ҡурсалау зарур.
Йәштәр менән эш ҡатмарлыраҡ баралыр, сөнки журналистикаға килергә теләгәндәр хәҙер күп тип әйтә алмайым, шул уҡ ваҡытта бөгөн һәр кем үҙ-үҙенә журналист. Тоталар ҙа мәғлүмәтте интернетҡа һалалар, шунда уҡ видеоматериал да ҡуйыла. Хатта бөгөн "Яндексдзен" аша һәр кем журналистиканың мәғлүмәт таратыу функцияһын файҙаланып, аҡса эшләй ала. Бының өсөн хатта һиңә рәсми баҫмала эшләү ҙә кәрәкмәй. Өфөлә үткән "Инфорум"да үҙем практикала ҡулланған алымдарҙың теоретик яңғырашын ишеттем, киң файҙаланылыуына шаһит булдым. Йәштәргә нисек мәҡәлә, мәғлүмәт яҙыу буйынса дәрес үткәргәнем бар, киләсәктә ошо алымды киңерәк майҙанға сығарырға кәрәк. "Башҡортостан" гәзитенең электрон версияһына көнөнә донъяның төрлө мөйөшөнән ун-ун өсәр мең кеше инә. Тимәк, ошо телдә сыҡҡан мәғлүмәткә ихтыяж бар. Эшләйек! Төрки телдәренең иң боронғоһо булған башҡорт теленең медиамайҙандағы хәл-торошо ла беҙгә бәйле. Йәштәрҙең әүҙемлеге, гаджеттар менән иркен файҙаланып, башҡортса шрифтҡа күсеп, мәғлүмәттәрен башҡортса яҙыуҙары - хәҙер тәбиғи күренеш. Шул уҡ ваҡытта улар "Бәйләнештә", "Инстаграм" кеүек социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрен дә башҡортса әйләндереп алған. Башҡорт теле, бер ҡараһаң, бер боронғо аҡһаҡал, икенсегә баҡһаң, интернетта теле асылған сабый. Журналистың ҡоралы - бына ошо тел. Йәштәрҙе тупларға ғына кәрәк, уларҙың ҡулында ҡоралы ла бар, ниәте лә бар.

Редакцияла эшләүсе һәр кешенең журналист түгеллеген беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта күп яҙыу йәки экранда өҙлөкһөҙ балҡыу менән генә лә уҡыусы, тамашасы һөйөүен яулап булмай икәнлеге лә сер түгел. Ошоларҙан сығып, нисек уҡымлы журналист булырға?

- Әллә инде. Редакцияла эшләгәндәр ҙә, бер өҙлөкһөҙ экранда күренгән яңылыҡтар хәбәрсеһе лә - һәр кем барыбер бөгөн нимә лә булһа яҙа, хәбәр еткерә икән, шул осорҙоң картинаһын тыуҙырыуға үҙ өлөшөн индерә инде ул. Рәми ағайҙы телгә алмаған бер көн юҡ, тигән кеүек, йәнә лә уның яҙғаны иҫкә төшә: "Һәр эштең була үҙ шиғриәте". Журналистика минең өсөн шиғриәт кеүек үк - йөрәк һүҙем, һыҙланыуҙарым, шатлыҡтарым, көйөнөстәрем. Яҙа белеү менән бергә, ихласлыҡ, теманы белеп, аңлап ижад итеү ҙә мөһим. Ҡалыплашҡан стилде файҙаланғандар ҙа бар. Практикаға килгәндәргә, йәштәргә һәр саҡ: "Ошо ваҡиға хаҡында яҡын кешеңә нисек һөйләйһең, шулай яҙ!" - тип өйрәтәм. Халыҡсан, кешегә аңлайышлы тел кәрәк. "Һөйөүен яулау" тигәнеңдән сығып шуны әйтә алам, яҙған кеше һөйөү яулайым, ти яҙмай, шулай бит? Ул фекер еткерә! Уйлы, фекерле журналист ҡына уҡыусыһын таба торғандыр. Бер ҡараһаң, журналист - ул замана сирҙәренә дөрөҫ диагноз ҡуйған, шул уҡ ваҡытта йәмғиәттәге сирҙәрҙе дауалаған табип та. Иҫ киткес һөнәр. Валерий Вениаминович әйтмешләй, "ғүмеремдә мең тапҡыр ошо һөнәрҙе һайлауыма ҡыуандым". Уҡымлы журналист булғың килә икән, бул һуң! Ниәтең дөрөҫ, тырышлығың булһа, миңә ҡалһа, тауҙар аҡтарырға була!

Журналист - ул бөтөн башҡа өлкәләрҙә лә, һөнәрҙәрҙә лә, кешеләрҙә лә, үткәндә лә, бөгөнгөлә лә, киләсәктә лә эше булған берҙән-бер һөнәр эйәһе, минеңсә. Ул бер нәмәгә лә битараф булып ҡала алмай һәм күп осраҡта үҙен баҫым аҫтына ҡуя ла. Битараф булып ҡалырға теләгән мәлдәр буламы?

- Битараф түгелбеҙ бит инде - шуға ла беҙ журналист. Әллә ниңә һөйләшеүҙең буйынан-буйына Рәми ағайҙың әйткәндәре иҫкә төшә лә тора: "Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, дөрөҫ һүҙең әгәр һуңлаһа..." Урал батырҙың васыятынан һуң был донъяға ҡарап нимә әйтеп була һуң? "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ! Кеше булһын затығыҙ". Әммә журналист заман һүҙен еткерә ала. Һәр замандың үҙ проблемалары бар, һис көтөлмәгән мәсьәләләре тыуа, улар хаҡында тап ҡәләм һәм фекер эйәләре һүҙен әйтә лә инде. Әгәр заманында Рәми, Әхиәр, Әкрәм ағайҙар һүҙен әйтмәгән булһа, тотош СССР-ҙа милли баҫмалар бөтөрөлгән булыр ине. Анау хәтлем үрнәк заттар булғанда, "Урал батыр" кеүек мәшһүр эпосты ижад иткән халыҡтың вәкиле булыуыңды тойоу - иңдәремә бурыс булып ятты, ҡанаттар үҫтерҙе, ғүмеремде яҡты һәм йырлы итте. Битарафлыҡтан Хоҙайым һаҡлаһын!

Өс егеттең әсәһе булыу һәм әлеге тынғыһыҙ хеҙмәтте алып барыу алымдарын да һөйләһәң ине?

- Аллаҡайыма мең шөкөр, балалар ни үҫә инде ул. Мин күп балалы беренсе ҡатын түгел башҡорт журналистикаһында, иманым камил, һуңғыһы ла булмаясаҡмын. "Лариса Абдуллина" ул псевдоним ғына бит ул, Миләүшә! Ошо исемгә балаларымды ҡарашҡан әсәйем дә, ирем дә, ҡәйнәм дә, әсәһе менән командировкаларға йөрөгән, киске сараларҙан ҡалмаған улдарым да, ғүмеремә етерлек һабаҡ биргән, доғалары менән мине ҡурсалап торған нәнәйемдәр, сәфәрҙәрҙә арҡамдан һөйөп, яратып ҡалған ағинәйҙәр, кәңәштәре менән ярҙам иткән ағайҙарым, гәзиткә номерға тип ашығып яҙып биргән мәҡәләләремде төҙәтешкән коллегаларым да хеҙмәт итә.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.09.19 | Ҡаралған: 703

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru