М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры быйылғы утыҙынсы ижад миҙгелен Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль менән башланы. Тамашасы фекеренсә, спектакль "ифрат мауыҡтырғыс, уны ҡараған һайын ҡарағы килә..."
Күҙ алдына килтерегеҙ: ҙур сәхнәне иҙәндән түбәгә хәтле ҡаплап торған ҡәҙимге шаршау, баҡтиһәң, ике яҡҡа шар асылып китә торған оло ҡапҡалар икән! Был образ - яңы тыуған сабый алдында йәйрәп киткән ҙур йыһан һәм донъя. Бәй, ул бер генә ҡатлы түгел, бер аҙ барғас, йәнә ике яҡҡа ике ҡанат кеүек яңы ҡапҡалар һирпелеп асыла, артабан бара биргәс - тағы ла яңы ҡапҡалар ҡоласын кирә. Әйҙүк, Кешем, рәхим ит Йәшәүгә! Был бит ерҙәге ожмах ҡапҡалары, тип ымһынып китә Кеше йәне. Уғаса булмай, ҡапҡаларҙы үтеү өсөн шарттар - әҙәми зат әллә үҙе уйлап сығарған, әллә фәрештәләрҙән ишеткән ташҡа яҙылмаған ҡанундар яңғырай башлай: "Кеше ғүмере буйы күперҙәр һала: уйҙан, йырҙан, хыялдан... Таштан, ағастан... ғәмәлдәрҙән..." Тимәк, күперһеҙ йәшәй алмай, ҡапҡаларҙы аса алмай бәндә. Шағир булып тыуған бәйғәмбәр был шарттарҙы спектакль буйы ҡабатлай, бер-береһен танымаған йәндәрҙе таныштыра, аңламағандарын яҡынайта. Ләкин ҡапҡаларҙы асырға ынтылыу бар кешегә лә хас түгел, имеш, һәм кемдер уларҙы асырға кәрәк, тип тә уйламай. Ә кемгәлер улар һәр ваҡыт ябыҡ, йәки танау төбөндә ябыла... Кендек ҡушаматы өсөн ғәрләнеп йәшәгән малай ҙа төрлө яҙмыштар, хикәйәттәр араһында күпер ҡороу менән мәшғүл. Уның күперҙәре - самими хыялдан, өҙөлөп йәлләүҙән, һынсыл ҡыҙыҡһыныуҙан хасил.
Аҡ плащ кейгән Шағир (Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Ҡорбанғәлиев) тамашасы ҡаршыһына сыға, яй ғына үҙенең хикәйәтен бәйән итә башлай. Тауышы тәүәккәл һәм ҡәтғи, һағышлы һәм бәхетле - ул барыһын да әйтеп бөтөргә, барса һорауҙарын да биреп ҡалырға тейеш. Ләкин бер туҡтауһыҙ ағылған тормош даръяһы ашыҡмай. Башта тыуаһы, шунан үҫеп әҙәм булаһы бар... Әҙәмдәрҙән өйрәнәһе бар. Өйрәтәһе бар.
Милли Йәштәр театры тормошонда ифрат мөһим булған тамаша - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мәсәлим Күлбаев ҡуйған спектакль шулай тыныс һәм ҡабаланмай ғына башлана. Уның һалмаҡлығы, бер нөктәгә төбәлгән уҡталышы, режиссер алымының серле ябайлығы - һәммәһе бер маҡсатҡа буйһонған: фәлсәфи әҫәрҙең тәүтауышын, халыҡсан ғибрәти заңын һаҡлау. Милли Йәштәр театрының "Оҙон-оҙаҡ бала сағы" - ул тамашасы менән серләшеү, әңгәмә ҡороу, "наҙлы психологизм" хозурында аралашыу.
Мостай Кәримдең повесы - сикһеҙ йомаҡ һәм һорауҙар йомғағы бит ул. Бала саҡта көн һайын тыңланған әкиәт һис тә ялҡытмаған кеүек, был әҫәр ҙә уҡыған һайын, театрҙа ҡараған һайын яңыса тағатылған йомғаҡ кеүек үҙенә арбай. Оло инәйҙең (Альбина Кашанова) һабаҡтары, Кесе инәйҙең (Аида Күлбаева) саялығы, Атаһының (Марат Сәйфуллин) киң күңеле, Әсғәттең (Дмитрий Гусев) үҙен-үҙе тоттора торған шаян хәйләләре, Мәрәһимдең (Кирилл Ажмяков) йыры һәм Аҡйондоҙҙоң (Юлиә Абрарова) һөйөүе... Спектакль серле яҙмыш һорауҙарынан тора. Ләкин улар тере тамсыларҙан торған шишмә һыуы кеүек танһыҡ. Һәм был шишмә ғүмерҙә лә һыуһынды ҡандырмаҫтыр, ахыры.
Спектакль аҙағына хәтле бер тында ҡарала. Тамашасының йәше-ҡарты геройҙар менән бергә "күпер төҙөй", "ҡапҡаларҙы асып яба". Ләкин был эш - мәңгелек хеҙмәт, әҙәм булыу өсөн һалған көс, имеш... Аҡ плащлы Шағир тамаша аҙағында инде һалдат гимнастеркаһы кейеп, һуғыш ғәрәсәтенән иҫән-имен ҡотолған Кендек менән бик һаҡ һөйләшә, хатта ғәйепле йылмая. Ни өсөн тигәндә, ул бит Шағир, ул бик күп һорауҙарын биреп өлгөрмәне, бик күптәренә яуап таба алманы... Ә ғүмер даръяһы аға... Туҡтамай ҙа һәм ҡабаланмай ҙа.
Режиссер Мәсәлим Күлбаевтың һәм театр коллективының халыҡ шағирының мираҫын арымай-талмай халыҡҡа тапшырыуы - йөрәк ҡапҡаларын асыуҙары һәм сәхнәүи талант аша замандаштар күңеленә күпер һалыуҙары һәр яңы спектакль һайын тамашасыны һоҡландыра һәм ғәжәпләндерә. Артабан да шулай булһын.
Кинйә МӘЗИТ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА