Ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә бер тема күңелде өйкәп тик торҙо. Янғындар һәм янғындар тураһындағы ялған шылтыратыуҙарға ҡағылышлы һандар ине ул. Баш ҡалала янғын һүндереүселәр бер аҙна эсендә 37 тапҡыр янғын һүндерергә барһа, 33 тапҡыр ялған саҡырыу буйынса йөрөп ҡайта.
Эйе, беҙгә бала саҡтан ҡайһы бер осраҡтарҙа ниндәй телефон номеры буйынса ярҙам һорап шылтыратырға кәрәклеген, телефон булмаған йорттарҙағы кескәйҙәргә өйҙә ҡалмаҫҡа, ә күрше-күләнгә йүгереп барырға кәрәк, тип өйрәтә инеләр. Һәр хәлдә, нисек тә булһа ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән ине был аҙым. Шулай уҡ ваҡытында ярҙам килеүе: янғын һүндереүселәр булһынмы ул, тиҙ ярҙаммы, полициямы - кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу икәнен дә барыбыҙ ҙа белә. Ләкин һуңғы ваҡыттағы мәғлүмәттәр ысынбарлыҡ менән ялғандың бер үк кимәлдә булыуын һәм һәр саҡ йәнәш йөрөүөн дәлилләй. Оператив кәңәшмәлә килтерелгән һандар ҙа шуны раҫлай: 37 һәм 33. Йәғни кемгәлер ысынлап та ярҙам кәрәк булған ваҡытта, шунса уҡ кеше ваҡытын нисек уҙғарырға белә алмай, үҙенсә күңел асҡан булып килеп сыға түгелме? Ә шул арала, ялған шылтыратыу буйынса йөрөгән ярҙам барып өлгөрмәйенсә, кемдер һәләк булыуы ла ихтимал.
Икенсе яҡтан, ниндәй генә ашығыс саҡырыу булмаһын, ваҡиға урынына барып етмәйенсә берәү ҙә уның ысынмы, ялғанмы икәнен белмәй, шылтыратыуҙы ҡабул итеүсе диспетчерҙар һәр сигналды еткерергә бурыслы һәм улар мәғлүмәтте анализлап ултыра ла алмай. Һөҙөмтәлә ярҙам бригадаһы йыйынып, юлға сыға: транспорт, ҡорамалдар эксплуатациялана, бензин яндырыла, бушҡа ваҡыт сарыф ителә.
Ялған шылтыратыуҙарға нимә этәрә? Ғәҙәттә, ул үҫмерҙәр өсөн сираттағы күңел асыу, ваҡытты күңелле итеп үткәреү булып тора. Ә инде өлкәндәр араһында күҙәтелгән бындай ҡылыҡтар - кемдәндер үс алыу билгеһе.
Әгәр шылтыратыусының кем икәне асыҡланһа, уны ниндәй ҙә булһа яза көтәме? Хоҡуҡ күҙлегенән ҡарағанда, янғын һүндереүселәрҙе ялған шылтыратыу буйынса саҡырыу өсөн енәйәти йәки административ яуаплылыҡ ҡаралған. Балиғ булмаған бала шылтыратһа, уға бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ ҡаралмай, бары тик балиғ булмағандар эше буйынса комиссияға иҫәпкә эләгергә мөмкин. Бик йыш балаларҙың уйнап ҡына шылтыратыуының бер сәбәбе уларҙың ял ваҡыты дөрөҫ ойошторолмауы булһа, икенсеһе - бындай күңел асыу өсөн ата-әсә яуап бирергә тейешлеген дә, штрафты ла улар түләйәсәген уйламау. Шуға күрә бәләкәй саҡтан уҡ яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләргә, етди мәсьәләләр буйынса шаярыуҙың ярамағанлығын аңлатырға кәрәктер.
Бөгөнгө техника алға киткән заманда, барыбер белмәйҙәр, тип ҡасып ҡалып булмай. Аҡыллы техника шылтыратыу буйынса теләһә кемде табырға мөмкин. Әгәр инде оло кеше шаярһа, Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы уға түбәндәге "бүләктәрҙе" әҙерләгән: 200 мең һум штраф һәм 12-18 ай эсендә шул сумманы эш хаҡынан тотоп ҡалыу; ике йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре; 3-6 ай ҡулға алыу йәки өйҙәге арест; 3 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
Штраф тигәндән, ошо эшһеҙлектән йонсоп күңел асыу ниәтенән генә эшләнгән шылтыратыуҙың дәүләт кеҫәһенә йылына күпмегә барып баҫҡанын белгегеҙ киләме? Яҡынса иҫәпләгәндә, 70 миллион самаһы. Уны аҡса ғына тип ҡарамағыҙ, был сумма эсенә әрәм булған ваҡыт, ярҙам көтөп тә ала алмай яҡты донъя менән хушлашҡан ғүмерҙәр хаҡы инмәгән әле... Ә елгә осҡан 70 миллион - ул яңы янғын һүндереү ҡорамалы, ҡайҙалыр һалыныр юл, ауырыу балаларға ярҙам, миллионлы ҡаланы йыл дауамында кәрәкле ресурстар меәнн тәьмин итеү.
"Бер тапҡыр ғына шаяртҡандан нимә булһын..." - тип тә уйлауы мөмкин бәғзеләр. Әммә һәр кем шулай уйлай башлаһа, "бер тапҡыр" яйлап тиҫтәләргә, йөҙгә етеүе бар. Ошо ялған шылтыратыуҙар һаны менән елгә осҡан миллиондар һаны ла, ваҡытынан алда өҙөлгән ғүмерҙәр иҫәбе лә арта...
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА