«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘРМЕ ХЕҘМӘТЕ ЭСКЕЛЕККӘ ҠАРШЫ БЕР САРАМЫ?
+  - 


Оҙайлы хәрби хеҙмәтем дәүерендә СССР, унан Рәсәй тип аталған ғәйәт ҙур илебеҙҙең һәр төбәгенән килгән төрлө кешеләрҙе күрергә, улар менән аралашырға тура килә ине. Гарнизон госпитале табибы булараҡ, ниндәй генә әҙәм балаларын осратманым. Бына шул ваҡыттарҙы бәғзе мәл иҫкә алып, ҡайһы бер ваҡиғаларҙы үҙемсә анализлап, төрлө һығымталар ҙа яһап ҡуйғылайым.

Бөгөнгө һүҙем дә әрмегә саҡырылыш буйынса килгән егеттәребеҙгә ҡағылышлы. Хәҙер нисектер, белмәйем, әммә, йәшерен-батырыны юҡ, бынан егерме-утыҙ йылдар элек туған-тыумасалары, дуҫ-иштәре күп призывниктарҙы әрмегә оҙатҡанда ныҡ ҡына "ашатып" ебәрә торғайны. Айырыуса, йыйылыу пункты урынлашҡан өлкә үҙәгендә йәшәүселәрҙе. Һәммәһенең рюкзагын әленән-әле тикшереп, артыҡ нәмәләрен (спиртлы эсемлектәрҙе) тартып алып, уларҙың күҙ алдында түгеп тороуыбыҙға ҡарамаҫтан, бер ни тиклем ваҡыттан әлеге шайтан эсемлеге бер-икәүһенең сумкаһында әллә ниндәй юл менән тағы ла пәйҙә була! Хатта тимер юл вокзалына автобусҡа тейәлеп сығыр алдынан тикшереү ҙә файҙаһыҙ. Поезға ултырғас та "хәстәрлекле" дуҫтары буласаҡ ил һаҡсыларына әллә күпме шешә тапшырып өлгөрә… "Покупатель" булып килгән ике-өс сержант, бер-ике офицер бәғзе ваҡыт был егеттәрҙе тикшереп өлгөрә алмай ҡала. Юлда барғанда ла ҡайһы бер егеттәрҙең, станцияларҙа төшә һалып, әлеге "провизияһын" тулыландырып алырға тырышыуҙарына аптырап, иҫем китә ине. Иҫерек егеттәрҙе тыңлатыуы, уларҙы тыйып алыуы - тағы бер бәлә. Был, әлбиттә, бөтә призывниктарға ҡағылмай. Ауыл еренән килгәндәр, ғәҙәттә, тыныс, әҙәплерәк, тыңлаусаныраҡ була, әллә ни хәмер эсергә лә тырышып бармай…
Ул дәүерҙәр инде артта ҡалғандыр ҙа, бындай күренештәр хәҙерге егеттәргә хас түгелдер, тип ышанғы килә. Башҡа республикалар һәм өлкәләр менән сағыштырғанда, Өфөнөң йыйылыу пунктынан алған призывниктар ошо тарафтан иң яҡшылары тип хәтеремдә уйылып ҡалған. Сөнки беҙҙең Башҡортостан егеттәре: урыҫмы ул, сыуаш йә марий булһынмы, бөтөнләйгә башҡа, ифрат тәртипле булды. Ә башҡорт, татар егеттәре хаҡында айырыуса әйтке килә. Улар менән юлда йөрөү үҙе бер ял ине, тиһәм дә, хаталанмаҫмын. Шуға күрә лә мин призывниктар алырға гел генә үҙебеҙҙең Башҡортостанға килергә тырыша инем. Тик тырышыуҙан ғына тормай шул. Бойорһалар, кемдер әйтмешләй, елкәңде тырнай-тырнай, башҡа яҡтарға ла йөрөйһөң…
Шулай, сираттағы саҡырылыштарҙың береһендә ниндәйҙер бер республика, әллә өлкә хәрби комиссариатына (ҡайһы икәне хәтеремдән сыҡҡан, әммә үҙебеҙҙеке түгел) командировкала булырға тура килгәйне. Ана шунан саҡырылған егеттәр араһынан Алмаев фамилиялы һалдат әле булһа күҙ алдымда. Баштараҡ һүрәтләгән һымағыраҡ, юлда "көрәшә-көрәшә" бер нисә тиҫтә егетте үҙебеҙҙең ракета часына алып килгәйнек. Башҡа иптәштәре менән бергә был егет тә һәүетемсә "һуғып" алғайны… Поезда йоҡлап, таң атыуға уянып, ул-был итеүгә, үҙебеҙҙең часть биләмәһенә килеп тә еттек. Килгәс тә һалдат мунсаһында йыуынып, хәрби кейем кейеп алған егеттәр, тәүге төн казармала төнәп, иртәгәһен сержант ҡарамағында госпиталь поликлиникаһына килде. Хәрби комиссариаттарҙа тикшерелеүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙә тағы бер мәртәбә уларҙы медицина комиссияһынан үткәрә инек. Хәҙер егеттәрҙең юлдағы "саялыҡтары", хатта бәғзе бер йор ғына һүҙлеләрҙең дә шаянлыҡтары бөткән, һәммәһенең йөҙө - етди. Ябыҡ ҡына, ағарынған битле әлеге Алмаевҡа иғтибар итәм. Башҡаларҙан айырмалы, сирле йөҙлө был йәш һалдатҡа һорау бирәм: "Берәй ерең ауыртамы әллә, Алмаев?" "Юҡ, бер ерем дә ауыртмай, доктор, ә үҙем ауырыйым… Хәҙер берәй йөҙ грамм булһа, килешеп ҡалыр ине…" Был егеттең оялмай тура әйтеүенә иҫем китә яҙҙы. Ошоғаса бер һалдаттан да бының һымаҡ яуап ишеткәнем юҡ ине. "Йөҙ грамм?..." "Эйе…" "Һалдат ашханаһында ашап, тағы бер төн туйғансы йоҡлап алһаң - был "һатып алған" ауырыуың да үтеп китер". "Минең бөтөнләйгә ашағым килмәй…" "Ничего, асыҡһаң - ашарһың…" Иртәгәһен санитар-инструктор бер нисә һалдатты тағы госпиталгә алып килгән. Араларында әлеге Алмаевты таныйым. "Хәлдәр нисек, Алмаев?" "Насар, товарищ подполковник". "Нишләп?" "Ауырыта…" "Һаман әлеге бахмурмы?" - тип шаяртып һорайым. "Эйе", - тип етди яуап бирә егет. Ғәжәпләнеүемдән ултыра төшә яҙҙым! Шулай ҙа оҙаҡ ауырый икән кеше! Шунан уның менән бер аҙ әңгәмәләшеп алырға булдым. Был егеттең һөйләүе буйынса, әрмегә саҡырылғанға тиклем әллә нисә ай буйы, көн һайын әҙ-әҙләп хәмер һемергән икән. Шунһыҙ "ашау ҙа бармай", кәйефе лә юҡ, имеш. Әле булһа, ашағыһы килмәй, тик көсләп кенә ары-бире йотҡолай икән. Һалдатты госпиталь бүлектәренең береһенә һалып, баштан-аяҡ тикшерергә булдыҡ. Аҙна ярымдай ятып сыҡты. Сыҡҡан саҡта ла һаман әлеге "100 грамм"ды көҫәй ине ул…
Артабан уны бер йылға яҡын күрергә тура килмәне. Егерме-утыҙ саҡырым арала ятҡан ракета полктарының береһенә ебәрелгәйне ул. Әммә бер мәл хәрби ҡаласыҡ урамында теҙелешеп барған бер отделение һалдат араһынан әлеге Алмаевты танып ҡалдым. Көскә таныным!.. Бер йыл элек бите бер аҙ баш һөлдәһен хәтерләткән, ифрат ябыҡ булған был егет тулылынап киткән, хатта һыны ла турайып ҡалғандай. Һалдат "строй"ын туҡтатып, был егетте саҡырып алып, күрештем: "Алмаев, был һинме?" "Так точно, товарищ подполковник!" "Йөҙ грамм эскең килмәйме?" - тип шаяртам. "Хәҙер төшөмә лә инеп сыҡмай, иптәш доктор!" "Ашау яғы нисек, аппетитың бармы?" "Только давай!.." - тип шат яуап бирә егетең. Шуның менән беҙҙең әңгәмә тамамланды, һалдат ҡабаттан стройҙағы урынын алды. Отделение командирының "шагом марш", тигән командаһына гөрҫөлдәтеп баҫып китеп тә барҙылар. Был егеттең бер ниндәй ҙә туғаным, башҡа яҡыным, хатта яҡташым да булмауына ҡарамаҫтан, алкоголь ҡоллоғонан тамам ҡотолоп, әҙәм рәтенә ҡайтҡанына ысын күңелдән шатландым. Уны башҡаса бер ҡасан да күрергә тура килмәне. Дембелгә ҡайтҡас, әлеге туғандары, дуҫ-иштәре шайтан эсемлеге менән ҡаршы алып, уны харап итеп кенә ҡуймаһалар ярар ине, тип кенә уйландым…
Әрменән ҡайтҡан уландарығыҙға, ҡустыларығыҙ, дуҫтарығыҙға рюмка һонор алдынан һеҙ ҙә уйланығыҙ әле, йәмәғәт.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.19 | Ҡаралған: 542

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru