«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМГӘ ҠАҒЫЛА
+  - 

Бынан бер нисә йыл элек үк республика белем усаҡтарының береһендә директор булып эшләгән танышым: "Наркотиктар беҙҙең тупһаға уҡ килеп етте", - тип әсенеп һөйләгәйне. Бөгөн улар хатта мәктәптәргә лә үтеп ингән, әммә был хаҡта асыҡтан-асыҡ әйтергә генә ҡурҡабыҙмы, әллә һаман да "ыңғай күрһәткестәрҙе боҙорға" теләмәйбеҙме - бындай мәғлүмәтте администрация аша түгел, ә балаларҙың үҙҙәренән һорашып ҡына белергә мөмкин.

Эйе, төрлө профилактик эштәр алып барылыуға, наркотиктарға ҡаршы саралар уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, улар йәмғиәткә ныҡлы үтеп инә бара. Йәштәр араһында бөгөн бигерәк тә насвай киң таралған. Был төр наркотик менән сауҙа итеү закон тарафынан тыйылһа ла, уны таратыу, йәштәрҙең сәләмәтлеген, психикаһын ғына түгел, яҙмыштарын боҙоу һаман да дауам итә. Нимә һуң ул насвай? Ул Урта Азияла үҫкән махорка - тәмәке, һүндерелгән эзбиз, үҫемлектәр көлө, үҫемлек майы ҡатнашмаһы. Был составҡа шулай уҡ дөйә, тауыҡ тиҙәге, елем дә ҡушалар. Шуға күрә уны тартыу сәләмәтлеккә зыян килтермәй ҡалмай. Ҡулланғандан һуң шайыҡ ауыҙҙы яндыра, баш әйләнә, йөрәк болғана һәм ҡоҫҡо килә. Оҙайлы ваҡыттан һуң теш, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙары, ауыҙ ҡыуышлығы һәм ҡыҙыл үңәстең яман шеш сире үҫешеүе ихтимал. Хайуан тиҙәктәре эсәк инфекциялары, паразиттар, шул иҫәптән вируслы гепатит менән зарарларға мөмкин.
Насвайҙы психотроп матдәләр иҫәбенә индерергә була, сөнки уны ҡулланыу психик үҫешкә йоғонто яһай - ысынбарлыҡты ҡабул итеү һәләте түбәнәйә, хәтер насарая, ярһыулыҡ барлыҡҡа килә. Башҡа тәмәке изделиелары кеүек үк насвай никотин бәйлелегенә килтерә, уны ҡулланыусы ваҡыт үткәс көслөрәк һәм ҡеүәтлерәк психоактив матдәләргә һәм нароктиктарға күсә.
Бөгөн инде мәктәптәргә наркотик хәүефе янамай, тип әйтеп тә булмай. Һуңғы көндәрҙәге ваҡиғалар бөтөнләй шаңҡытты: Ҡырмыҫҡалы районында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында 11-12 йәшлек малайҙарға һағыҙ тип наркотиктың бер төрөн - снюс бирәләр. Һөҙөмтәлә улар ауыр хәлдә дауаханаға эләгә.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Эске эштәр министрлығы үткәргән матбуғат конференцияһында ла тап ошо мәсьәлә күтәрелә һәм журналистарҙы "Нимә ул снюс?", "Ул хәүефлеме?" "Балаларҙы уны ҡулланыуҙан нисек һаҡларға?" тигән һорауҙар борсой. Был һорауҙарға табиб-психиатр, юғары категориялы нарколог Азат Әсәҙуллин бына нимә тип яуап бирә: "Барлыҡ алдынғы илдәрҙә лә сигарет тартыу бер быуат самаһы инде тәмәке ҡулланыуҙың өҫтөнлөклө формаһы булып тора. Швецияла әлегә тиклем уны сәйнәйҙәр йәиһә ауыҙҙа имеп йөрөйҙәр. Һөҙөмтәлә швед ир-аты араһында үпкә яман шеше күрһәткесе һуңғы 50 йылда иң түбәне булһа, киреһенсә, ауыҙ ҡыуышлығы, баш-муйын, простата, ашҡаҙан аҫты биҙе рагы уртаса Европа илдәре күрһәткесенән күпкә артығыраҡ".
Быға тиклем Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында снюс ҡулланыу үҫмерҙәрҙә никотин бәйлелеген барлыҡҡа килтерә, уларҙың тәртибе үҙгәрә, агрессия күҙәтелә, йоҡолары насарая, тип белдергәйне. Сөнки мармелад йәки кәнфит рәүешендәге сағыу ҡаптарға төрөлгән матдә һурған (имгән) ваҡытта ҡанға эләгеп, интоксикацияға килтерә. Азат Әсәҙуллин да шундай уҡ фекерҙә. Был матдәнең еҫе булмағанлыҡтан, үҫмерҙә ата-әсә һиҙеп ҡалыр, тигән ҡурҡыу булмай. "Күпме генә эҙләһәм дә, снюстың составы, концентрацияһы тураһында фәнни көнүҙәк мәғлүмәт таба алманым", - ти нарколог һәм был атама артында ауыр матдә йәшеренеү ихтималлығын белдерә. Әлегә тикшереүҙәр уның бары тик синтетик никотин һеңдерелгән түбән сифатлы тәмәке булыуын ғына фаразлай, әммә был версияны раҫлар өсөн дә ентекле тикшереүҙәр талап ителә.
Снюс шулай уҡ тыйылған матдәләр исемлегендә лә юҡ. Ә рәсми рәүештә наркотик тип таныу өсөн ул өс критерийға тап килергә тейеш: юридик (тыйылған матдәләр исемлегендә булырға тейеш), медицина (бәйлелек), социаль (халыҡтың киң ҡатламы ҡуллана). Шуға күрә әлегә снюс - Рәсәйҙә тыйылмаған никотин. Уны тыйыу өсөн тикшереп, формула сығарырға кәрәк, унда никотин булһа, сигареттарҙы ла тыйырға тура киләсәк. Евросоюзда снюс һатыу 1992 йылдан уҡ тыйылған, әммә уны ҡулланыу сикләнмәгән. Швеция менән Норвегияла иһә рөхсәт ителгән.
Бөгөн тыйыу индергәндә лә, кеше ҡанында эҙләнеү тигән һәләт бар һәм тағы бер йылдан икенсе атама аҫтындағы проблеманы күтәрергә тура килеүе ихтимал. Шуның өсөн белгестәр йәмғиәттә альтернатива - сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау тәҡдим ителергә, ә профилактика һәм тәрбиә ғаиләлә һалынырға тейеш, тип иҫәпләй.
Ошо көндәрҙә РФ Дәүләт Думаһы депутаттары вейп, кальян, электрон сигарет һәм башҡа шундай нәмәләрҙе үҫмерҙәргә һатыуҙы тыйған һәм уларҙы рекламалауҙы сикләгән федераль закон ҡабул итте. Уларҙы Башҡортостан парламентарийҙары ла хупланы.
Республика Башлығы Радий Хәбиров иһә магазин кәштәләренә һатыуға ошо ағыуҙы ҡуйған магазин хужаларына бер тәүлек ваҡыт биреп, был тауарҙы алып ташларға ҡушты. 24 сәғәт үткәндән һуң был талапты сауҙа нөктәләренең 70 проценты үтәүе асыҡланды.
Ғәҙәттә, төрлө кире күренештәргә "Был миңә ҡағылмай", тип битараф ҡалырға күнеккәнбеҙ. Әммә бәлә ағас башынан йөрөмәй һәм һорап та килмәй, шуға, балаларығыҙға, тирә-яҡтағыларға иғтибарлыраҡ булырға кәрәктер, моғайын.

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.20 | Ҡаралған: 512

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru