«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИСЕМ ЭҘЛӘП ЕВРОПА-АЗИЯНЫ ГИҘМӘ
+  - 

Бала тыуа... Кескәй йән эйәһе ғаиләгә шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килә. Өйҙә йәм, ырыҫ, ҡот арта. Йәш сабый үҙе менән бергә ғаиләгә яңы хәстәрҙәр ҙә килтерә. Уларҙың иң тәүгеһе - балаға исем ҡушыу.

Эйе, был бик ҙур, изге һәм яуаплы бурыс, сөнки исем ата-әсәнең үҙ сабыйына биргән иң беренсе, иң ҡиммәтле, ғүмер буйы йөрөтә торған ҡәҙерле бүләге. Ә бала үҙе - Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән бүләк. Ата-әсә балаһының бәхетле, тәүфиҡлы, һөймәлекле, эшһөйәр булыуын теләй. Ошо теләк сабыйға ҡушҡан исемдәрҙә сағылырға тейеш. Исем иң элек кешегә мөрәжәғәт итеү, өндәшеү өсөн кәрәк.
Башҡорттар борон-борондан балаға ғәрәп, фарсы сығанаҡлы исемдәр ҡушҡан. Һәр исем матур яңғырашлы һәм мәғәнәле булған. Тыуған Ҡәҙер (Дыуан районы) ауылында күршебеҙҙә Ахун бабай менән Мәрзиә әбейҙең ғаиләһендә 9 бала үҫте. Уларҙың исемдәре ошондай мәғәнәле булды: Рәҡифә (теләк, хыял), Вәриҡа (йәшел япраҡ), Хужа (баш кеше), Фатима (Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ҡыҙы), Ғәлиәскәр (оло, ҙур), Самат (мәңгелек), Әхтәмйән (йомарт), Әнисә (яҡын дуҫ), Рәйсә (башлыҡ). Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек. Беҙгә Мөслимә (мосолман ҡыҙы), Әбүбәкер (саф, тоғро, намыҫлы), Зөлхизә (ай атамаһы) тип ҡушҡандар. Арҡауылда Хужа бабай уландарына Рәшит (тура юлдан барыусы), Сәғит (бәхетле), Сабит (һүҙендә тороусы), Мәжит (данлы, маҡтаулы), Ғәбит (хеҙмәт һөйөүсе) тигән исемдәр ҡушҡан. Был исемдәрҙә беҙҙең милләтебеҙ, телебеҙ, йәшәү рәүешебеҙ, тарихыбыҙ сағыла. Исемдәре есемдәренә тап килеп тора. Хатта исемгә ҡарап милләтте лә билдәләп була. Юғарылағы исемдәр шәхестең башҡортлоғона ишара яһай. Исеме мәғәнәле булһа, бала оялып, уңайһыҙланып йөрөмәй, ә үҙен-үҙе ғорур тота. Төрлө йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр милли булған кеүек, исем дә милли күренеш. Балаға исем ҡушыу йәһәтенән беҙ рус иптәштәрҙән фәһем алырға тейешбеҙ. Улар балаһына сит-яттарҙың исемен ҡушмай. Ата-бабалары ҡуша килгән исемдәргә тоғролар. Мәҫәлән, Михаил, Сергей, Евгений, Юрий, Полина, Ксения, Татьяна, Любовь, Антонина.
Мосолман ғаиләһендә ир бала тыуһа, Аллаһы Тәғәләнең күркәм, уны ололай торған 99 исеменең береһен ҡуша ала, мәҫәлән, Рәхим, Ғәзим, Шәкүр, Жәлил, Кәрим, Вәкил, Хәмит һ.б. Беҙ, уҡытыусылар, бала исеменә битараф түгелбеҙ. Дәрестә балаға һәр саҡ исеме менән өндәшәбеҙ. Милли исемдәребеҙ балаға иркәләп, яратып өндәшеү өсөн дә ҡулай. Бөгөн милләтен хөрмәт иткән ата-әсәләр балаға милли яңғырашлы исемдәр ҡуша киләләр. Мәҫәлән, Арҡауыл мәктәбе уҡыусылары араһында борон-борондан ата-бабалар ҡуша килгән исемдәр күп. Хантимер, Арыҫлан, Данияр, Таһир, Самат, Ильяс, Мораҙым, Әлфиә, Миләүшә, Лилиә, Зөлфиә, Илһөйәр, Батыр, Наҙгөл. Рәхмәт уларҙың ата-әсәләренә, милләткә хыянат итмәй, күркәм исемдәр ҡушҡандар. Милләтеңә балалар тыуҙырып, матур исемдәр ҡушыу - һөйөнөслө хәл. Һуңғы ваҡытта Версал, Ванцет, Славик, Юрик, Эдгар, Дунай, Аэлита, Элеонора, Амалия, Снежана, Ральвина, Королиналарҙың ишәйеп китеүе эсте бошора, миллилекте юғалта.
Бала тыуғас та йәш әсәгә ололар исем һайлауҙа кәңәш бирергә тейеш. Йәш әсә сабыйына "яңыса исем" ҡушам тип хаталанып ҡуймаһын ине. Исем эҙләп Европа-Азияны гиҙергә ярамай, урыҫлашыу ҙа милләтте күркәм итмәй. Һәр милләт үҙ исеме менән матур. Замана үҙгәрә, асылыбыҙға ҡайтабыҙ, йолаларыбыҙҙы тергеҙәбеҙ. Йәш ғаиләләргә исемдәрҙе халыҡ ижадынан, әҙәби әҫәрҙәрҙән һайларға мөмкин. Алтынай, Шәүрә, Нәркәс, Зөһрә, Таһир, Юлай, Зөләйха, Салауат, Сәлимә, Мәрйәм... Ниндәй аһәңле, матур яңғырашлы исемдәр! Баланы иркәләү өсөн дә яғымлы.
Мосолман балаһына исемде мулла аҙанлап ҡуша. Балаға милли исем ҡушырға кәңәш бирергә хоҡуҡлы улар. Мәғрифәтле муллалар сит-ят исемдәрҙе аҙанламай, хаҡ хөкөм итә.
ЗАГС бүлегендә тыуыу тураһында таныҡлыҡ бирәләр. Уларҙа "Башҡорт исемдәре" китабы булырға тейеш. Таныҡлыҡ биреүсе үҙенең кәңәшен дә бирә бара. Мәҫәлән, Рухтин ауыл советы (Дыуан) Ҡәҙер ауылының башҡорт балаларына тик үҙ исемдәрен яҙып ҡына метрика бирә. Анжеликаны Әминә тип төҙәтәләр, афарин, шәп эшләйҙәр. Фекерлегә фәһем бар уйланырға. Бала үҫә, шәхес булып формалаша. Уҡырға, эшкә сығып китә. Анжелика исемле башҡорттан һораясаҡтар: "Ҡайһы яҡтанһың, атайың менән әсәйең кемдәр?" Ошондай һорауҙарҙы күп ишеткән бар. Халыҡ был тәңгәлдә бик яңылыша, һаташа тиер инем мин. Кеше олоғая, ҡартая ла бит әле. Фердинант, Робинзон, Рональд, Фрунзе исемле башҡорт бабайҙарының исемен ишетеү ҡолаҡҡа ятмай, аяныс хәл.
Милләтебеҙгә лайыҡлы балалар үҫтерәйек, йәмәғәт! Бала үҙенә үҙе исем ҡуша алмай, балаларығыҙҙы матур милли исемдәр ҡушып һөйөндөрөгөҙ, ата-әсәләр!

Мөслимә МӨҒТӘБӘРОВА,
педагогия хеҙмәте ветераны.
Салауат районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.01.20 | Ҡаралған: 539

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru